«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йөҙ йәштә лә йәш әле…



06.03.2012 Йөҙ йәштә лә йәш әле…

Йөҙ йәштә лә йәш әле…
Миңлебайҙы әрме хеҙмәтенә алалар икән. Был хәбәрҙе ишетеү менән атаһы Әхмәретдин ҡарт шунда уҡ ат егеп, ғаиләһен Яңыбайҙан Һөләймәнгә алып ҡай­тыр­ға тип юлға сыҡты. Бынан ике йыл элек кенә шоферҙар курсын тамамлап ҡайтҡан Миңлебай Кәримовты, ул саҡтағы «Искра» колхозында йөк машинаһы булмау сәбәпле, Балаҡатай районының Айғыръял, Миҙәт, Монас, Яңыбай ауылдарын берләштергән «Трактор» колхозына «ҡоҙалап» алып киткәйнеләр. Бармайым, тип ҡаршылашып маташһа ла таҫма телле колхоз рәйесе:
− ҡурҡма, энекәш, барғас уҡ кулактарҙан ҡалған өйҙө йорт-ҡаралтылары менән үҙеңә бирербеҙ, теләгәнсә мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарһың, – тип албырғатҡас, күнде егет.
Әммә йәш ҡатыны, Айып ауылы ҡыҙы Шаһиҡа, ике йәшлек ҡыҙы Гөлзимә менән күсенеп барыуға теге йортто икенсе кеше эләктергән булып сыҡты. Ә Кәримовтарҙы Оло Ыҡ ярындағы мунса кеүек бәләкәй генә иҫке йортҡа индерҙеләр ҙә шуның менән «вәссәләм». Асыуланып кире боролорға ла уйлағайны Миңлебай, ләкин шул уҡ таҫма тел:
− Ул йортто силсәүит председателе алған икән, киләһе яҙға һиңә яңы йорт бурарбыҙ, − тип тағы ла өмөтләндереп ҡуйҙы.
Эшкә әүҙем, машинаһын һәр саҡ таҙа, төҙөк, көнөн дә, төнөн дә юлға әҙер тотҡан шофер Өнкөрҙө тимер юл станцияһынан яғыулыҡ, төҙөлөш материалдары ташыны, Нязепет­ровскиға, ҡыштым, Златоустҡа ла тауар артынан сабыр ине. ҡарлыхан урмандарынан ағас та сығарҙы ул. Колхозда берҙән-бер йөк машинаһы, яңғыҙ шофер тип ҡарап тормайҙар − егәләр генә. Аслы-туҡлы юл йөрөүҙән тамам арыны Миңлебай, елегенә үтте. Шуға ла хәрби комиссариаттан повестка алыу менән шатлығы эсенә һыймай, атаһына хәбәр итте лә, Шаһиҡанан сохарый киптертә башланы.
− Әллә һуңланыммы, килен? − йәйге томра эҫелә саң-туҙан йырып, кискә ҡаршы ғына Яңыбайға килеп етте Әхмәретдин ҡарт.
− Бөгөн иртән генә Балаҡатайға киттеләр, − тип күңелһеҙ генә ҡаршыланы уны килене өҫтәлгә сәй әҙерләгән арала. – Йоҡлаһын тип, ҡыҙын да уятып торманы. Имен-аман ғына йөрөһә ярар ине, исмаһам.
− Ярай, ҡайғырма, килен, − тип ҡайны ҡарт алдына Гөлзимәне ултыртты ла, кеҫәһенән перәник сығарып бирҙе. − Бына, ҡыҙым, һиңә күстәнәс тә алып килдем. Хәҙер Һөләймәнгә, төп йортҡа ҡайтабыҙ. − Ул тағы ла Шаһиҡаға боролдо. − Әрме хеҙмәтендә йөрөү, илде һаҡлау − борондан ҡалған изге йола, ир-егеттең мөҡәддәс бурысы ул. Мин үҙем дә япондарға ҡаршы ла туп аттым, герман һуғышында ла еүеш окоптарҙа аҙ ятманым. Бер саҡ шулай, окобым алдына ғына снаряд төшөп ярылды. Окоп тәрән ине, контузия алып ҡына ҡолаҡтан яҙҙым. Минең һаңғыраулыҡ ана шунан килә ул.
Әхмәретдин ҡарт сәйен эсеп бөттө лә:
− Әйҙә, килен, ана ҡояш та кискә ауышты. Яҡты күҙҙә ҡайтып ҡалайыҡ. − Ул сөйҙән ҡамсыһын алып ишектән сыҡты. Ваҡ-төйәк мынаяттарын төйнәп, Шаһиҡа ла ҡыҙын күтәреп арттан эйәрҙе.
Күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре лә юҡ, ергә баҫырлыҡ түгел, аяҡ кейемдәре аша табандарҙы өтөп ала, тирә-яҡта һарғайып ҡатҡан үлән заты менән баш ебәрә алмай ергә түшәлгән иген баҫыуы ғына йәйрәп ята.
− Был 21-се йылғы аслыҡтан да арттырмаҡсы, − тип һөйләнде ҡарт яугир, дилбегәһен ҡулына алып. − Хатта, ана, Әй йылғаһы ла һайыҡты, теләгән еренән кис тә сыҡ. Йә, Хоҙай, күрәһеләребеҙ бар икән.
Улар ҡайтыу яғына боролғанда тынды ҡурырлыҡ эҫе ҡояш бер аҙ һурыҡҡайны. Шуға аттар ҙа бышҡыра-бышҡыра йылдамыраҡ юртты. Аҙнағол ауылы эргәһендәге Әй кисеүен үтеп, Төрөпкилде ауылын уң ҡулда ҡалдырҙылар ҙа Астау һыртына күтәрелделәр. Хәҙер Байсауылға етәһе лә, Һөләймәнгә төшәһе генә ҡалды.
Өйҙәгеләр йоҡламағайны. Әхмә­ретдиндең уртансы улдары Тимербай менән Мөхәмәт­нур ҡала ҡапҡаһын асып, аттарҙы етәкләп ихатаға индерҙеләр ҙә, Шаһи­ҡаның барлы-юҡлы әйберҙәрен урам уртаһындағы аласыҡҡа ташый башланылар.
− Асыуланма, килен. − ҡарт аттарын туғарып, әле һаман да ҡайҙа барырға белмәй, ҡыҙын күтәреп торған Шаһиҡа эргәһенә килде. − Миңлебай ҡайтҡансы ошо аласыҡта йәшәп торорһоғоҙ. Аласыҡ тиһәң дә, бүрәнәнән мүкләп һалынған ул. Тик ишеген генә нығытырға, тәҙрәһен ҡатларға кәрәк. Төп йортта былай ҙа тығыҙ. Ғаилә ҙур − үҙем менән алтаубыҙ, ә өй бәләкәй генә, саҡ боролоп йөрөйбөҙ.
− Быныһына ла рәхмәт, ҡайным. Миңлебай ҡайтҡансы нисек тә йәшәрбеҙ әле. − Шаһиҡа тар ғына ишектән эскә үтте лә, ҡаҡ һикегә ятып, күҙҙәрен йомдо. Оҙон юл үтеп арытылған шул.
1933 йылғы ҡот осҡос ҡоролоҡ бөтә илде ялмап алды. Украинанан Уралғаса һәм республикаларҙа аслыҡ башланды. Советтар Союзында, йәнәһе, аслыҡтың булыуы мөмкин түгел, тип шапырынһалар ҙа, ошо афәттән айырым ғаиләләр генә түгел, тотош ауылдар ҡырылды, мал-тыуар кәмене, ҡош-ҡорт бөттө, хатта эттәр ҙә өрмәй башланы. Әй буйы уйһыулыҡтарын төйәк иткән Һөләймән халҡы ғына аслыҡҡа ныҡ бирешмәне. «Искра» колхозы етәкселәренең алдан күҙаллауы һәм хәстәрлеге менән сәсеүҙән ҡалған иген запасы аҙ-аҙлап халыҡҡа таратып бирелде. Бынан тыш, Йырмаҡ шишмәһе аръяғындағы Шаугүл күле ярҙарында районда беренселәрҙән булып йәшелсә баҡсаһына нигеҙ һалынды. Көҙгә кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, ҡыярҙан мул ғына уңыш алынып, асығыусы ғаиләләргә таратылды. Һыубаҫар туғайҙарҙағы балтырған, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ташландыҡ баҡсаларҙағы кесерткән, алабута йыйылды, урмандарҙан һарына ҡаҙып алынды. Етмәһә, Сәйҙегүл яланына ҡаршы Әй йылғаһында ҡабырсаҡ ятҡылығы табылды. Уны сумып йыйып алаһың да яр башындағы усаҡта ҡайнатып, әкәм-төкәмдәрен айырып алып, ит урынына бешерергә мөмкин. Ите алынған ҡабырсаҡты иһә район үҙәгендәге төймә етештереү артеленә тапшыраһың. Унан да бер ни тиклем табыш килә.
Ә ҡояш шашынып-шашынып ҡыҙҙыра ла ҡыҙҙыра. Көҙ урырлыҡ ашлыҡ та, мал ҡышлатырлыҡ бесән-һалам да ҡалманы. Колхозсылар тирә-яҡтағы урман араларын, әрәмәлектәрҙе ҡырып сыҡты, салғы кермәгән әрәмәлектәр ҡул урағы менән ҡырып алынды, япраҡ аҙыҡ әҙерләнде, бөрөшөп ҡатҡан иген һабаҡтары ла йыйылды.
Бер көндө колхоз рәйесе Закирхан Хажиев менән хисапсы (һөләй­мәндәрсә әйткәндә, «читауат») Хәкимйән Аллаяров (ул һуңынан райкомземда мөдир, Асҡын һәм ҡыйғы райондарында район советы башҡарма комитеты рәйесе булып китә) Шаһиҡаны идараға саҡырып килтерәләр.
− Һине, ас ятаһың, – тип ишетеп ҡалғайныҡ. − Йырмаҡ шишмәһе ярындағы ике ҡатлы колхоз идараһының төпкө бүлмәһендә счет төймәләрен тартып ултырған Хәкимйән башланы һүҙҙе.
− Әлләсе, − тигән булды ҡатын, һарғайған йөҙөн яулыҡ остары менән ҡаплап.
− Башҡалар нисек, беҙ ҙә шулай көн күрәбеҙ инде. Тик бына ҡышты нисек үткәрербеҙ?
− Беҙ, − тип һүҙгә колхоз рәйесе ҡушылды, − ҡыҙыл армеецтарҙың ғаиләләрен ас-яланғас итмәҫкә тип идарала һөйләшкәйнек инде. Улар беҙҙә 3 – 4 ғаилә генә һәм һәр береһенә көнөнә бер хеҙмәт көнө яҙырға килештек. Уны аҙыҡ-түлеккә әйләндерһәң, байтаҡ йыйыла. Тик һеҙгә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Бына һиңә, Шаһиҡа килен, колхоз идараһында йыйыштырыусы эшен тәҡдим итмәксебеҙ. Әгәр риза булһаң, иртәгә үк эш башлай алаһың.
− Риза булмаған ҡайҙа ул, Закирхан ағай. − Әле генә балауыҙ һығырға торған Шаһиҡаның йөҙө нурланып, балҡып китте. − Мин хәҙер үк тотонам был эшкә.
− Ашыҡмай тор, − тип Хәкимйән дә һүҙ ҡыҫтырҙы, − ҡыш үткәс, бәлки, икенсе, килемлерәк эш тә табырбыҙ, тик был ҡышты имен-аман үткәреп ебәрергә кәрәк. Бөтәһе лә үҙебеҙгә бәйле. Бер кем дә ситтән килеп ярҙам итмәйәсәк.
ҡыш бауыры оҙон, тиһәләр ҙә, этеп-төртөп тигәндәй, уныһы ла үтеп китте. Ер өҫтөнә йәмле яҙ килде. Әй боҙҙары аҡтарылып, ярҙарына һыймай китеү менән күкте күкрәтеп, йәшендәрен йәшнәтеп ямғыры ла ҡойоп яуҙы. Шаһиҡаны ла колхоз етәкселәре тракторға прицепщик итеп ҡуйҙы. Балаһын Мәстүрә ҡәйнәһенә ҡалдырҙы ла йәй буйы баҫыу­ҙан ҡайтманы: ерен дә һөрҙө, игенен дә сәсте, уңыш йыйыуҙа ла ударниктарса эшләне. Бәхеткә күрә, 1934 йылда иген ишелеп уңды. Халыҡтың күңеле күтәрелеп китте, йәштәрҙең уйын-көлкө, йыр-моң, гармун тауыштары Әй буйҙарын яңғыратты, тыпырлатып бейеүҙәренән әүен артындағы түңәрәк ялан ҡара ергә әйләнде. Әйтерең бармы − һәр хеҙмәт көнөнә 8 – 9 килограмм ашлыҡ тейҙе, йәйенә 9 – 10 центнер тигән һүҙ, Шаһиҡа Кәримова ла 7 центнер ашлыҡ алды. Уны комсомолецтар дуғаларына ҡыҙыл флаг эленгән аттар менән килтереп бирҙе.
Бер йылдан әрме хеҙмәтен тултырып Миңлебай ҙа ҡайтып төшә һәм Шаһиҡа менән Урта суҡ урамында өй һалып керәләр, мал-тыуар алалар. Балалары ла бер-бер артлы тыуып тора, Гөлзимәнән һуң Миләүшә, Данила тигән ҡыҙҙары (улар һуңынан уҡытыусы булып китә), артабан Рәфит (буласаҡ зоотехник), Рәйес (инженер) донъяға күҙҙәрен аса.
Ана шулай, киләсәккә оло өмөт, яҡты хыялдар менән йәшәп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Артыҡ ҙур булмаған Мәсетле райо­нынан ғына 8 меңдән ашыу ир-егет фронтҡа китә. Һөләймән ауылынан да 82 кеше яу яланына оҙатыла һәм шуларҙың 36-һы ғына Еңеү менән әйләнеп ҡайта, 46-һы иһә Ватан өсөн баштарын һала. Улар араһында Калуга янындағы алыштар­ҙа 1942 йылдың ғинуарында батырҙарса һәләк булған Миңлебай Кәримов та бар.
Яу ҡырындағы һуғыш бер хәл. Алда дошман һәм уны дөмбәҫләргә, еңергә, үҙ өңөндә тонсоҡторорға кәрәк. Фронтовиктар өсөн ошонан да изге бурыс юҡ.
Ә бына тылдағы көрәште ни менән сағыштырырға, ниндәй бизмәнгә һалып үлсәргә икән? Дөрөҫ, тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро алдында баштан-аяҡ ҡоралланған фашистар юҡ-юҡлығын, автомат тотоп атакаға күтәрелергә лә кәрәкмәй, ләкин ана шул фашистарға тиң яуыз һәм мәкерле дошман көн һайын, сәғәт һайын һине һағалап тора, тынғы бирмәй, ҡара ҡайғыға һала. Ул − аслыҡ, яланғаслыҡ, хәйерселек, ангина, трахома, үпкә сире һәм башҡа ауырыуҙар. Ауылда хәҙер бөтә эш ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Улар фронтты туйындырырға, кейендерергә тейеш. Әммә Һөләймән ҡатын-ҡыҙҙары теҙ сүкмәй, әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар алдында ҡаушап, баҙап ҡалмай. Ирҙәре һуғышҡа киткән һәм утыҙы ла тулмаған йәш ҡатын-ҡыҙҙар тракторға, комбайнға ултыра, ат һабаны артына баҫа, үҙҙәренән дә ауырыраҡ тубал йөкмәп иген сәсә, ураҡ ура, ҡул арбаһы, бәләкәй сана һөйрәтеп тимер юл станцияларындағы элеваторҙарҙан орлоҡ ташый.
Шулай, 1943 йылдың яҙында һалдат ҡатындарын, шул иҫәптән Шаһиҡа Кәримова, Мәрхәбә Зиннәтуллина, Мөхтәрәмә Хәйерзаманова, Хупъямал Сафина, Мәнзүмә Заһитова, Миңлекамал Бикембәтова, Мәзкүрә Зарипова, Мәғәмүрә ҡадирова, Мөхтәрәмә Хажиеваларҙы ҡул арбаһы менән Свердловск өлкәһендәге Сажино иген ҡабул итеү пунктынан борсаҡ орлоғо алып ҡайтырға ебәрәләр. Яҙғы бысраҡта һикһән саҡрымлыҡ араны дүрт көндә үтеп, һәр арбаға 50-шәр килограмлыҡ икешәр-өсәр ҡапсыҡ һалып кире боролалар. Хәҙер һүҙҙе ошо «орлоҡ походы»нда ҡатнашҡан берҙән-бер тере шаһит Шаһиҡа Шәйхислам ҡыҙы Кәримованың үҙенә бирәйек:
− Юлды ҡыҫҡартыу теләге ме­нән ҡайтҡанда барғандағыса Оло Ыҡтамаҡ аша түгел, ә ҡорғат, Теләш, Мөслим ауылдары аша ҡайтырға булдыҡ. Дүртенсе көндә генә Мөслим ауылына етеп, хәлдән тайып йығылдыҡ. Алып сыҡҡан аҙығыбыҙ бөттө, ә борсаҡҡа тейергә ярамай. Ярай мөслимдәр, хәлебеҙгә инеп, өйҙәренә таратып алды, ашаттылар, юлға әпәй, бәрәңге лә биреп ебәрҙеләр. Беҙгә Мунсиҡ тауы аша Йоносҡа төшөргә кәрәк. Юл тайғаҡ, арба тәгәрмәстәре батҡаҡҡа уралып шыла. Төш ашыуға тауға менеп еткәйнек, шабырлап ямғыр яуырға тотондо. Еүешләнеп Мунсиҡтың икенсе яғындағы ялан таборына көс-хәл менән етеп, мейескә ут яғып, кейемдәребеҙҙе, туҙған сабаталарыбыҙҙы киптерҙек, бәрәңгеләребеҙҙе ашаныҡ та шул таборҙа ҡуныр­ға мәжбүр булдыҡ. Беҙ Мәрхәбә менән көслөрәк булғанбыҙҙыр инде, өс ҡапсыҡ борсаҡ һалынған арбаны тартып алдан киттек. Унда беҙҙе ауылдың үҫмер малайҙары Мөхәррәм Ғәйфуллин, Хәйбулла Зиннәтуллин (Мәрхәбәнең улы) кәмә менән көтә ине. Орлоҡтарҙы арбаһы менән кәмәгә ултырттыҡ та арғы ярға сығарҙыҡ. Алда тағы ла бер ташҡын һыу − Йырмаҡ шишмәһе ята. Йәй көндәрендә тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына ул. Яҙ еттеме − ярҙарынан таша ла китә. Ана шул һуңғы кисеү көтә беҙҙе. Аяҡтарыбыҙҙы саҡ һөйрәп Йырмаҡҡа ла килеп еттек. ҡарайбыҙ: Әй буйлап кәмә менән киткән малайҙар һаман күренмәй. ҡапыл Ялан күл яғындағы боролманан ике ишкәкле ҙур кәмәлә ауылыбыҙҙың атаҡлы балыҡсыһы − һыңар аяҡлы Ғүмәр ағай килеп сыҡты. Балыҡтарға ау ҡороп, битәл һалып ҡайтып килә икән. Беҙ шатланып һикереп торҙоҡ та:
− Ғүмәр ағай, беҙҙең орлоҡтарҙы ғына теге ярға сығарайыҡ әле, − тип кемуҙарҙан ҡысҡырыша, ҡул болғар­ға керештек. Ләкин ағайыбыҙ беҙгә боролоп та ҡарамай үтте лә китте. Асыуҙан, көсһөҙлөктән беҙ оятһыҙ балыҡсыға ләғнәт уҡый-уҡый артынан ағас-таш ҡына ырғытып ҡалдыҡ.
…ҡайҙа ғына эшләмәй Шаһиҡа апай һуғыш йылдарында! Кол­хоздағы тракторҙы ла фронтҡа алғас, арыҡ аттарҙа ерен дә һөрә, ашлығын дә сәсә, көҙ иһә ҡул урағы менән иген ура, көлтә бәйләй.
− Көнөнә 60 – 70 пар көлтә бәйләй торғайныҡ, − тип хәтер ебен һүтә хеҙмәт ветераны. − Уны үгеҙ, һыйыр егеп, йә иһә шул уҡ ҡул арбалары менән колхоз келәте янына ташыйбыҙ ҙа, ҡар яуғас, молотилка, сыбағас менән һуҡтырабыҙ. Миңә, етмәһә, эштең иң еллеһен биреп ҡуйҙылар. Ике келәт араһындағы бушлыҡты ҡыйыҡ менән тоташтырҙылар ҙа, уртаға ярылған бүрәнәләр менән көпләп, түбәһенән тимер сынйыр үткәрҙеләр. Уға ҡолас етмәҫ ҙур иләк таҡтылар һәм миңә шуның менән ашлыҡ иләргә ҡуштылар. ҡайҙа бараһың, көндәр буйы иләк янынан китмәйем. Уны ҡаштаҡ битләүенә өңөп эшләнгән киптергестә киптерәләр ҙә ылау менән дәүләткә оҙаталар. Көнөнә 10 центнерҙан ашыу игенде таҙартып киптергескә ебәрәм. ҡул-беләктәр һыҙлай, бил тала, аяҡтар тотмай башлай. Йығылып китмәйем тип, иләк ситенә сат йәбешәм. ҡараңғы төшөп өйгә ҡайтҡас, ашар ризыҡты ла ҡапмай һикегә йығылам, ә иртән тағы ла шул келәткә ашығам. Ярай онон да, итен дә ҡыҙғанмай биреп торҙолар, юғиһә күптән аяҡ һонор инем.
Еңеү яҙы килгәс тә Шаһиҡа апай ташламай шул иләген. Өйрәнелгән бит. Тәжрибә лә байтаҡ тупланған, хеҙмәт хаҡы ла насар түгел, ауылдаштары ла хөрмәт итә, ауыл һәм район советтарына депутат итеп тә һайлап ҡуялар. Йылдар үтеү менән балалары ла аяҡҡа баҫа, айырым тормош ҡоралар. Хәҙер һәр кемдең үҙ хәстәре, үҙ ҡайғыһы. ҡошсоҡ­тарын осорһа ла Шаһиҡа апай, улар үҙен күпме генә яндарына йәшәргә саҡырһалар ҙа, бармай. Йырмаҡ шишмәһенең текә ярындағы иҫке генә өйҙө йүнәтеп ала ла шунда донъя көтә. Тик 100 йәшкә етә башлағас ҡына Данила ҡыҙына күсенә.
Шаһиҡа ғәрәпсә «иң яҡшы», «иң шәп», «иң күркәм» тигәнде аңлата. Шаһиҡа апайҙың барлыҡ тормошо ана шул «иң-иң»дәр сафында килде һәм бөгөн дә ул ауылыбыҙҙың ағинәһе булып, ауылдаштарының ихтирамын, иғтибарын яулап йәшәй. Мәңге йәшә һин, Шаһиҡа апай!

Ризван ХАЖИЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға