02.03.2012 Баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр
„Йәшлек”тең дежур телефонын булдырып, бик тә дөрөҫ эшләнек. Ысынында ул гәзитебеҙҙе халыҡ менән тағы ла нығыраҡ яҡынайтыусы аралашыу сараһына әйләнде. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән милләттәштәребеҙ, редакцияға көн һайын шылтыратып, урында хәл итә алмаған мәсьәләләр буйынса беҙҙән ярҙам һорай, кемдәрҙер шатлығы менән уртаҡлаша, икенселәр йөкмәткебеҙҙе яҡшыртыу буйынса теләк-тәҡдимдәрен еткерә.
Үткән аҙнала ла телефоныбыҙ бер минут та бушаманы – бик күп шылтыратыу булды. Был юлы әбйәлилдәр әүҙемлек күрһәтте – үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ еткерҙе. Беҙ быға артыҡ аптыраманыҡ. Сөнки гәзитебеҙҙе иң күп алдырған уҡыусылар ҙа тап ошо төбәктән.
Әбйәлил халҡын ут, ағас, өй, ер һәм газ мәсьәләһе борсой
Римма ҒИБӘҘУЛЛИНА, Әбйәлил районы, ҡолоҡас ауылы:
– Һорауым ағас бүлеү буйынса. Ул 25 йылға бер тапҡыр бирелә, тиҙәр. Бер ҙә алғаныбыҙ юҡ. Ғаризабыҙға, юҡ, тип имза һалалар. Район үҙәге Асҡарҙа еребеҙ бар. Бәлиғ булмаған өс бала ҡарайбыҙ, ике улыбыҙ үҫеп килә...
Һеҙҙең һорауға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Әбйәлил урмансылығы директоры Азат Әхмәтйәновҡа шылтыратҡас, ул түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе:
– Белеүегеҙсә, урмандар арендаға күп бирелде. Шунлыҡтан беҙҙең районға лимит буйынса 6000 кубометр ғына ылыҫлы ағас бүленде. Йыл һайын ябай халыҡта 15 – 20 кубометр ағасҡа ихтыяж тыуа. Шуға сират бар.
Ағас һорап, район буйынса бөтәһе 500 кеше ғариза яҙғайны. Ауыл советтарында беҙҙең һәм БР Урман хужалығы министрлығының вәкилдәре ингән ведомство-ара комиссия төҙөлдө. Ошо комиссия ауыл хакимиәттәре буйлап йөрөп сыҡҡандан һуң баяғы 500 кешенең 295-ен генә дөйөм исемлектә ҡалдырҙы.
Азат Миғназит улының тел төбөнән аңлауыбыҙса, өй һалыуға, кәртә-ҡураны төҙөкләндереүгә ағас алыу өсөн һеҙгә, хөрмәтле Римма, ағас бүлеүгә дәғүә итеүсе теге йәки был ғаиләнең ысынлап та мохтажмы икәнен тикшереп йөрөүсе комиссияға мөрәжәғәт итергә генә ҡала.
Камил ҒӘЛИН, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы:
– Беҙ район үҙәгендәге яңы микрорайонда – Көнсығыш – 1 биҫтәһендәге Мостай Кәрим урамында йәшәйбеҙ. Ут мәсьәләһе насар – кискеһен ул йыш ҡына һүнә. Балаларыбыҙ электр энергияһы менән булған өҙөклөктәр арҡаһында дәрестәрен әҙерләй алмай. 400 өйгә ни бары ике генә трансформатор ҡуйылған. Биҫтәбеҙҙе хеҙмәтләндереү өсөн „Әбйәлилсельхозэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуаплы. Уларҙың һуҙырға хатта сымдары ла юҡ. Беҙ был ойошмаға үҙебеҙ ҙә ярҙам итергә әҙербеҙ ҙә ул...
Һеҙҙең төҙөк, матур биҫтәгеҙҙә булғаныбыҙ бар. ХХІ быуатта йәһәннәм төпкөлөндә түгел, ә район үҙәгендә йәшәүсе ғаиләләрҙең утһыҙ йонсоуына аптырап, „Әбйәлилсельхозэнерго” йәмғиәтенә шылтыратҡас, трубканы мастер Ғәли Күсәрбаев алды һәм күпселек ғаиләләрҙең баш ауыртыуына әйләнгән ут мәсьәләһенә ҡағылышлы:
– Ысынлап та, был микрорайонда күп ғаилә йәшәй һәм урамдарында ике генә КТП (трансформатор подстанцияһы) бар. Шунлыҡтан өйҙәргә электр утының ҡеүәте етмәй. Әлеге мәлдә өҫтәмә рәүештә трансформаторҙарҙы алмаштырыуҙы ҡарайбыҙ. Район хакимиәте ярҙам вәғәҙә итә, проект әҙерләнә. Бергәләп был мәсьәләне хәл итербеҙ, тип ышанабыҙ, – тине.
Беҙ ҙә, Әбйәлил районы хакимиәте етәкселеге яңы биҫтәлә йәшәүселәрҙең үтенесенә ҡолаҡ һалыр, уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, проект мәсьәләһен тиҙләтер, тип өмөтләнәбеҙ.
– Һеҙҙе Әбйәлил районының Күсем ауылынан Рәшиҙә Ғабдрахманова борсой. Эш шунда, мин өйҙә юҡ саҡта Магнитогорскиҙан бер „яңы урыҫ” беҙҙең картуф баҡсаһы аша рөхсәтһеҙ газ торбаһы үткәрткән. Үҙебеҙҙең райондағы „Коммунальник” ООО-һы етәксеһе Дамир Әнүәр улы Аллаяровҡа был хаҡта әйткәс, Асҡарға килеп, тауыш күтәреп йөрөмә, мәсьәләне хәл итербеҙ, тине.
Көтмәгәндә улымдың өйө янып китте. Ул йәшәгән бәләкәй өйгә газ үткәреү өсөн, әлеге лә баяғы вәғәҙәһен иҫтә тотоп, ярҙам һорап, Дамир Әнүәровичҡа барҙым. Ул улымдың өйөнән торбаны сығарып ҡуйҙы. Газға тоташтырыуға теге урыҫ ҡаршы төштө, минән 300 мең һум аҡса һораны. Хәлем Украина менән Рәсәйҙеке кеүек: торба үткән территория минеке, газ Башҡортостандыҡы, торба урыҫтыҡы. Һуҙған торбаларын да алмайҙар, газ да бирмәйҙәр... Ярай, улымды яңы өйгә күсерҙем инде. Ошо мәсьәлә буйынса килә алмаҫһығыҙмы икән?
Әлбиттә, был сетерекле мәсьәлә буйынса ентекле журналист тикшереүе лә үткәрергә булыр ине. Әлегә, был зона буйынса үҙ хәбәрсебеҙ сирләп дауаханала ятыу сәбәпле, Күсем яҡтарына юлыбыҙ төшмәй тора.
Рәшиҙә апай вәғәҙәһен үтәмәүҙә ғәйепләгән Дамир Әнүәр улы Аллаяров үҙе был хаҡта нимә уйлай икән? „Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенең секретары бик итәғәтле, кешелекле икән, шылтыратыу менән эш буйынса Өфөгә юлланған шефының кеҫә телефонын әйтеп тә бирҙе. Уға шылтыратҡас, баш ҡалаға етеп килгән Дамир Әнүәр улы, машинаһын туҡтатып, яҡташының дәғүәһенә үҙ ҡарашын белдерҙе:
– Рәшиҙә беҙҙең өҫтән ике тапҡыр прокуратураға ла яҙҙы инде. Уның мөрәжәғәтенә рәсми рәүештә яуап та бирҙем – һаман тынмай.
Газ үткәреүгә килгәндә, ҡарындаш, мәсьәлә былайыраҡ тора: ул телгә алған урыҫ Евгений Семенович Сарафанников – Магнитогорск кешеһе. Рәшиҙәнең эргәһендә йорт һатып алған. Күрше ҡалалағы башҡа милләттәштәренән айырмалы, бик итәғәтле кеше. 1 миллион һум аҡса түләп, газ үткәреүгә проект эшләтте, торба һуҙҙырҙы. „Башҡорт ерендә йәшәгәс, ауыл кешеләренә бушлай үткәрермен”, – тине.
Беҙ уға газ үткәргәндә, Рәшиҙәнең баҡсаһынан ыҙан (межевание) үтмәгәйне – торба бер нисә метр алыҫлыҡта. Дүрт йылдан һуң ул, улының өйө яныуы хаҡында һөйләп, минән ярҙам һораны. Быға тиклем мәсеттәргә лә, мохтаждарға ла бушлай ярҙам иткәнем булды. Яҡташыма ярҙамдан һис тә баш тартманым. Ысынлап та, торбаны өйөнән сығарып ҡуйҙыҡ. Сарафанниковтың уға газ торбаһын тоташтырыуға рөхсәт бирмәүенә Рәшиҙәнең, участкамды һатам, тип иғлан биреүе сәбәпсе. Йәғни Евгений Семенович, был ҡатындың өйөн һатып аласаҡ ҡала кешеһе торба өсөн аҡса түләһен, тип бара. Сөнки ул проект менән торба өсөн үҙ аҡсаһын сығарған. Рәшиҙәнең маҡсаты – нисек тә булһа газ үткәртеп, ере менән өйөн ҡиммәтерәккә һатып ебәреү. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер, Күсем ауылы курорт зонаһында урынлашҡан. Был ҡатын бер участкаһын һатҡан.
Тимәк, бында ғәйеп атта ғына түгел, тәртәлә лә. Әбйәлил районындағы ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең бөгөнгө көн менән генә йәшәп, аҡсаға ҡыҙығып, Яҡтыкүл, Таштимер һәм башҡа күлдәргә яҡын ауылдарҙағы ерҙәрен һатыуы бөгөн берәүгә лә сер түгел. ҡоро һүҙ булмаһын өсөн Магнитогорскиҙың мәғлүмәт агентлығы („Магнитогорское информационное агентство”) тигән сайтты табып, „Ер” тигән бүлеккә инеү менән Таштимер, Абҙаҡ ауылдарында ер һатыу тураһындағы иғландарҙы уҡып, йән әрнене.
„Из рук в руки” гәзитенең Магнитогорскиҙа сыҡҡан ҡушымтаһында ла ер һатыусыларҙың иғландары баҫылған. Һеҙҙе берәү ҙә ер һатырға мәжбүр итмәй бит. Бөгөн күрше ҡалалағы урыҫтарҙы нимәләлер ғәйепләр алдынан, тотош халҡыбыҙға ҡаршы енәйәткә тиң аҙымға барыуығыҙ тураһында уйланһағыҙ ине, аҡсаға алданыусылар. Иртәгә һеҙ һатҡан ерҙәрҙә ауылығыҙ уртаһында ҡалҡып сыҡҡан бейек ҡоймалы затлы коттедж хужалары, был – беҙҙең шәхси милек, бынан һеҙгә йөрөү тыйыла, тип үҙегеҙҙе ҡыуып ебәрһә?..
Ғөмүмән, ер мәсьәләһенә киләсәктә әйләнеп ҡайтырбыҙ.
– Әбйәлил районының Көрәк ауылынан Әминә Сәйфуллина булам. Мин иптәшем менән һигеҙ йыл граждан никахында йәшәнем. Иремдең 5,5х5,5 метр ҙурлығындағы өйөнә туғандарым ярҙамы менән шул уҡ ҙурлыҡтағы төкәтмә эшләттек. Әлеге мәлдә бергә йәшәмәйбеҙ. Әммә иремдең өйөндә пропискала торам. Ошо өйҙөң үҙем төҙөткән өлөшөн юллап ала аламмы? Ирем өйҙө бүлеүгә ҡаршы...
Һеҙҙең һорауға Башҡортостан Республикаһының адвокаттар коллегияһы адвокаты Гүзәл Фуат ҡыҙы Харрасова яуап бирә.
– Әминә өйгә хоҡуғын, судҡа яҙма рәүештә ғариза яҙып, юллай ала. Тик уға граждан никахында ире менән йәшәгәндә өйҙөң төкәтмәһен төҙөүгә тотонған сығымдарын раҫлаған ҡағыҙҙар (бура, таҡта һәм башҡа материалдарҙың накладнойҙары), күршеләренең төҙөлөштө, урындағы депутаттарҙың уртаҡ хужалыҡ алып барыуҙарын раҫлаған күрһәтмәләре (свидетельские показания), өйҙөң хаҡын билдәләү (оценка) үткәртеү кәрәк. Әгәр ошолар ярҙамында судта хаҡлы булыуын иҫбатлауға өлгәшһә, өйҙөң яртыһына ғына дәғүә итә ала.
“Миҙал алыусы күп балалы әсәләргә экскурсия ойошторолһон ине”
Йылайыр районы үҙәгенән биш бала әсәһе Айгөл УРАҡОВА:
– Яңыраҡ ҡына Өфөгә барып, „Әсәлек даны” миҙалы алдым. Беҙҙе, күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бүләкләү тантанаһын матур итеп ойошторҙолар, хәл-әхүәлебеҙҙе һораштылар, проблемаларыбыҙ менән ҡыҙыҡһындылар. Бының өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт.
Ошоға бәйле бер тәҡдимем бар. Күптәр республикабыҙҙың төпкөл ауылдарынан килә. Һәр кемдең дә баш ҡалаға юлы йыш төшмәй. Шуға миҙал алырға йыйылған әсәләр өсөн Өфө музейҙарына, ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар ойошторолһа, бик тә файҙалы булыр ине.
38 йәшлек гәзит уҡыусыбыҙҙың тәҡдиме бик матур. Республикабыҙ Хөкүмәтендә „Әсәлек даны” миҙалын биреү тантанаһын ойоштороу өсөн яуаплы кешеләр уға ҡолаҡ һалыр, бүләкләү тантанаһына үҙгәрештәр индерер, тип өмөтләнергә ҡала.
“Ниңә “Юлдаш” радиоһы аша Рәми кеүек етди шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырамай?”
– Баҡалы районының Мостафа ауылынан Эльмира Насирова булам. Яңыраҡ бөйөк халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу киң билдәләнде. Беҙ ҙә мәктәбебеҙҙә был билдәле шәхестең иҫтәлегенә уҡыусылар менән бик матур театрлаштырылған тамаша әҙерләнек. Ошо кисәгә Рәмиҙең шиғырҙарына яҙылған йырҙар кәрәк ине. Уларҙы эҙләргә тотонғайным, бер ҡайҙа ла юҡ. Аптырағас, интернеттағы „Бәйләнештә” сайтына индем. Бәхеткә күрә, унда Эльза Иркәбаева тигән ҡыҙ беҙгә кәрәкле йырҙарҙы табып бирҙе. Уға ҙур рәхмәт.
Ошоға бәйле „Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәренә үпкәм бар. Унда ҡайһы бер мәғәнәһе самалыраҡ йырҙарҙы көнөнә әллә нисә тапҡыр тапшыралар. Ниңә был канал аша Рәми Ғарипов һәм башҡа етди авторҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырамай?
Телефондың теге яҡ осонда беҙҙең менән үҙ телебеҙҙә бик матур һәм яғымлы һөйләшкән Эльмираның үпкәһе урынлы. „Юлдаш”тар, бәлки, киләсәктә етдиерәк шағирҙар һәм композиторҙар ижадына арналған махсус тапшырыу ҙа булдырыр. Ә инде 2003 йылдан бирле үҙ тыуған ауылында башҡорт һәм башҡа милләт балаларын башҡортса һөйләшергә өйрәткән, уларҙа халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренә ҡарата ихтирам уятырға тырышып, кисәләр үткәргән эҙләнеүсән һәм „Йәшлек”те яратып уҡыған уҡытыусыға битараф булмағаны өсөн рәхмәт, тибеҙ. Баҡалы яҡтарына юл төшһә, үҙегеҙ, һеҙ уҡытҡан балалар менән яҡындан танышырға уйлайбыҙ.
“Пенсиялағы уҡытыусы кеше түгелме ни?”
– Һеҙҙе Мәләүез районының Юлдаш ауылынан Тиктормаҫ ағайығыҙ борсой. Ер пайҙарын алыу ваҡыты үттеме икән? Икенсенән, ауылыбыҙҙа колхозсыларға 8-әр гектар ер бүленһә, уҡытыусыларға 4-әр генә гектар ер пайы эләкте. Ә инде пенсиялағы уҡытыусыларға ер бөтөнләй бирелмәне. Ниңә, ғүмер буйы колхозсыларҙың балаларын уҡытҡан педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярты кешеме ни? Был хаҡта ҡайҙа ғына яҙманыҡ. Бөтә ерҙән дә, урында хәл итегеҙ, тигән отписка ғына килде...
Исемен әйтергә теләмәгән ағай, күрәһең, үҙе лә уҡытыусылыр. Ер, тип борсолоуығыҙ аңлашыла. Әгәр беҙҙең гәзитте иғтибар менән уҡып барһағыҙ, коллегабыҙ Лилиә Сираева 2002 йылда ҡабул ителгән „Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында” РФ Законына ярашлы ер пайҙарына кемдәр дәғүә итеүе хаҡында „Йәшлек”тә әллә нисәмә тапҡыр яҙып сыҡты. Ул былтыр, йәғни 2011 йылдың 9 апрелендә, республикабыҙҙың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев менән ер пайҙарын рәсмиләштереү тураһында әңгәмәләште. Унда республикабыҙҙа ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бушлай таратыу кампанияһының 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылыуы хаҡында әйтелә.
Тимәк, ошо йыл башына тиклем ер пайын алмаусылар, уны рәсмиләштермәүселәр һуңланы, тигән һүҙ.
Ә инде хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙың ерһеҙ ҡалыуына килгәндә, Илдар Сәғит улының баяғы интервьюла белдереүенсә, Законда ла күрһәтелеүенсә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алыусылар исемлеге урындағы хужалыҡ эсендә үткәрелгән махсус йыйылышта төҙөлөргә тейеш. Йәғни был исемлекте һеҙҙең ауылдаштарығыҙ төҙөй. Закон буйынса пайға хоҡуғығыҙ булған хәлдә лә, уны һеҙгә йәки тағы кемгәлер бирмәҫкә ҡарар сығарылһа, эҫе мәлендә прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Бының өсөн бушлай ер алыуға тейешле категорияға ҡараған кешеләрҙең исемлеге менән танышырға тейеш булғанһығыҙ.
Тимәк, дөйөм йыйылышта ер бүлеү өсөн исемлек төҙөгәндә яуаплы кешеләр ҙә, ауылдаштарығыҙ ҙа пенсиялағы уҡытыусыларға ҡарата тар күңеллелек күрһәткән.
“Туғандар, ахырызаман етмәй ул!”
Иң хөр күңелле кешеләр Ауырғазы районында йәшәй икән. Үтәймулла ауылынан быйыл май айында 65 йәшен тултырасаҡ Вазифа Ғәлиуллина редакциябыҙ егеттәрен ихлас күңелдән байрам менән ҡотланы, һәммәһенә лә һаулыҡ, бәхет теләне.
– „Йәшлек”те „Ленинсы” сағынан уҡ алдырып, яратып уҡыйым. Почтала эшләнем. Әле хаҡлы ялдамын. Башҡорт баҫмаларының күпселеген өйөмә яҙҙыртам, улар тормошомдо йәмләй, – тине оптимист апай. Уның ауылдашы Әсәҙуллин ағай (үкенескә күрә, бәйләнеш ваҡыты-ваҡыты насарайып китеп, исемен асыҡ ҡына ишетә алманыҡ) ахырызаманға ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Бөгөн телевизорҙы асһаң да, гәзит-журналдарҙа ла, ахырызаман, тип туҡтауһыҙ һөйләйҙәр, яҙалар. ҡартатайым һөйләүенсә, Мөхәммәт бәйғәмбәр башта – ике, аҙаҡ ярты бармағын күрһәткән, 2000 йыл булдымы икән? Ярты бармағы 2050 йылмы, әллә 500 йылмы – белгән юҡ. Нимә генә тимә, заман ахыры еребеҙҙә нефть, газ, эсәр һыу бөткәс булыуы ихтимал. Әлегә, туғандар, төрлө ҡотҡоға бирелмәйенсә, күңелде төшөрмәй, был матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек, – тине 82 йәшендә лә гәзитебеҙҙе уҡып, донъялағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып йәшәүсе уҙаман.
Ысынлап та, донъя бөтә, тип ҡайғырмайыҡ, йәмәғәт, һәр көнөбөҙҙө мәғәнәле итеп үткәрәйек, изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ.
“Сәмәй һатыусы бисәне нисек аҡылға ултыртырға?”
Лена Саматова, Учалы районы, Шәрип ауылы:
– Һаумыһығыҙ, „Йәшлек”тәр! Мине ауылыбыҙҙағы бер афәт борсой: оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдашыбыҙ, гонаһынан да ҡурҡмай, „сәмәй” һатыу менән булыша, ауыл халҡын ағыулай. ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, һөҙөмтәһе юҡ. Көнө-төнө һата, берәй ҡасан сиге булырмы – билдәһеҙ. Берәй нисек ярҙам итеп ебәрмәҫһегеҙме икән?
Зиннур Рәхимов, Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең ауыл участковыйҙары менән эшләүсе бүлек етәксеһе:
– Участковыйҙарҙың эше бик тығыҙ, шуға ла уларҙың бөтә ғаризаларҙы ваҡытында ҡарап өлгөрмәүе лә ихтимал. Шәрип ауылындағы был хәл бик сетерекле, әлбиттә. Самогон һатыусыны асыҡлау өсөн айырым саралар ойоштороу зарур. Контроль һатып алыу ойоштороп, мәкерле һатыусыны ҡулынан тотоу кәрәк. Был эште участка полицияһы бер үҙе генә атҡара алмай. Проблема менән шөғөлләнәсәкбеҙ.
Рәмзиә ҡаҙбәкова, Туңғатар ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Шәрип ауылындағы был хәлде беләбеҙ. Һатыусыға бер нисә тапҡыр штраф та һалынды, файҙаһы юҡ, барыбер шөғөлөн ташламай. Ауыл йыйылышында ла күтәрелде был мәсьәлә. Участковыйыбыҙ ҙа был хаҡта белә. Хәҙер „сәмәй” һатыусыбыҙ шул тиклем абай: теләһә кемгә ышанып бармай, тикшерелгән клиенттарына ғына һата, шуға ла уны яман эше өҫтөндә тотоу ҙа ҡатмарлаша.
Барыһы ла хәбәрҙар, әммә кемдеңдер бында эше юҡ, икенсенең көсө етмәй, өсөнсөгә ул бөтөнләй ҡағылмай. Ошонан сығып, был проблема менән етди шөғөлләнгән кеше лә юҡ, тигән һығымта яһарға мөмкин. Тимәк, Шәрип ауылында артабан да көмөшкә һатып кәсеп итеүсе тантана итәсәк!
“Исемебеҙҙе әйтмәйбеҙ. Эштән ҡыуып ҡуйһалар...”
Мәләүездәге гәзит уҡыусыбыҙ кеүек, Бөрйән районынан дежур телефоныбыҙға шылтыратыусы уҡытыусы ҡатын да исемен әйтмәйенсә генә үҙен борсоған һорауҙы бирҙе:
– Беҙҙә декрет аҡсаһы өс айға бер тапҡыр ғына түләнә. Унда ла бер айҙыҡын ғына бирәләр. ҡайһы бер әсәләр өсәр бала ҡарай. Был хәлгә ныҡ аптырайбыҙ, үпкәләйбеҙ. Беҙгә тигән аҡсаны ҡайҙалыр өйрөлтәләр, имеш, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй...
– Үҙегеҙҙең мәғариф бүлегенә йәки райондың халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеп ҡараманығыҙмы? – тигән һорауыбыҙға баҙнатһыҙ ҡатын: „Юҡ, бер ҡайҙа ла барманыҡ. Эштән ҡыуып ҡуйһалар...” – тип ҡурҡыуын белдерҙе.
Бала ҡарап өйҙә ултырған, исемдәрен әйтергә ҡурҡҡан уҡытыусылар Бөрйәндең төрлө ауылдарынан башҡа коллегаларыма ла шылтыратҡан.
Яҡташтарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырып булмай. Беҙгә, балалар пособиеһын түләүҙәге тотҡарлыҡтың нимәгә бәйле булыуын асыҡлау өсөн Бөрйән районына, ошо мәсьәлә өсөн яуаплы Тәнзилә Шәрәфетдин ҡыҙы Рәхмәтуллинаға шылтыратырға кәрәк, тинеләр. Күпме генә шылтыратһаҡ та, уның менән бәйләнешкә инә алманыҡ. Шунлыҡтан был мәсьәлә буйынса Бөрйән районы прокуроры Гөлшат Әхәт ҡыҙы Хәкимоваға мөрәжәғәт иткәс, ул беҙҙе иғтибар менән тыңланы һәм: “һеҙҙең телдән әйтелгән мөрәжәғәтегеҙ ҙә күтәрелгән мәсьәлә буйынса тикшереү үткәреүгә нигеҙ була ала. Ошо арала уға асыҡлыҡ индерербеҙ”, − тип вәғәҙә итте.
Эштән ҡыуылыуҙан ҡурҡып, исемен әйтергә теләмәгән Бөрйән уҡытыусылары, һеҙҙе, юҡҡа ҡурҡмағыҙ, тип тынысландырабыҙ. Рәсәй һәм Башҡортостан закондары бала ҡарап өйҙә ултырыусы әсәләрҙе яҡлай. Был – бер. Икенсенән, үҙегеҙгә түләнергә тейешле пособиены һораған өсөн генә һеҙҙе берәүҙең дә эҙәрлекләргә хаҡы юҡ. Кемделер эштән ебәреү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк. Өсөнсөнән, ҡурҡып ятмағыҙ, уҡыған кешеләр булараҡ, әгәр, ысынлап та, пособие ваҡытында күсерелмәй икән, район прокурорына йәки судына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Улар балаларға түләнергә тейешле аҡсаның ҡайҙа тотҡарланыуын асыҡлап, һеҙгә яуап бирергә тейеш. Әгәр был аҡсаға кемдәрҙеңдер ҡулы „тығылһа”, уларҙы закон буйынса яуапҡа тарттырыуға булышлыҡ итергә бурыслылар.
Халҡыбыҙҙа, баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр, тигән шәп мәҡәл бар. Мәғәнәһе бөрйәндәр кеүек баҫалҡы, үҙ-үҙен яҡлай алмаған кешене көслө, уҫал һәр әҙәмдең баҫырға, тапарға, түбәнһетергә тырышыуын аңлата. Баҫылмағыҙ, түрә-ғаранан ҡурҡмағыҙ, аяҡ терәп үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы дауларға өйрәнегеҙ.
Ана, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та һәр сығышында: „Власть һәм чиновниктар ябай кешегә йөҙ менән боролорға, халыҡ өсөн эшләргә тейеш”, – тип тәҡрарлай.
Ябай халыҡтың үтенестәрен ҡолағына ла элергә теләмәгән эреле-ваҡлы чиновниктарҙың да эшен баһалау алымдары бар. Шунлыҡтан, мөмкинлегегеҙ булһа, интернеттан Рәсәй, Башҡортостан закондары, хоҡуҡи нормативтар менән даими танышып барығыҙ, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәсьәләне сисеүгә ҡыҫылышы булған һәр ойошманың сайтына инеп, һорауҙарығыҙҙы асыҡ, нигеҙле итеп еткерергә өйрәнегеҙ. Ышанығыҙ, белемле, үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белгән кешене „баҫырға” бер „баҡа”ның да көсө етмәйәсәк.
Һеҙҙең шылтыратыуҙарығыҙҙы
Әлфиә ХӘМИТОВА тыңланы.