«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 40% «ялған» аҙыҡ



02.03.2012 40% «ялған» аҙыҡ

Илебеҙҙең баш ҡалаһында һатылыусы аҙыҡ-түлектең 40 проценты – фальсификат. Бигерәк тә, үҫемлек майы, аҡ май, ҡуйыртыл­ған һөт, сәй, ҡәһүә, минераль һыу, быҡтырыл­ған һарыҡ ите, бал, кондитер изделиелары ялған.
Һуңғы тикшереүҙәр буйынса «ҡара исемлек»тә эремсек, шаурма, салаттар, пирожный алдынғы урында тора.
Ғөмүмән, Рәсәй магазиндарында аҡ майҙың – 50, иретелгән сырҙың – 70, ҡуйыртылған һөттөң – 60, ҡаймаҡ менән эремсектең 30-ар проценты ялған. РФ Ауыл хужалығы министрлығы янындағы Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы башлығы Андрей Даниленко шулай тип хәбәр итә.
«Төп боҙоҡлоҡ шунда – ҡап эсендәге аҙыҡ ҡаптың тышына яҙылғаны менән тура килмәй. Мәҫәлән, яртыһы үҫемлек майынан (растительный жир) торған ризыҡты сыр тип яҙалар, ә ул сыр продукты булырға тейеш», – аңлата Даниленко.
Мәскәүҙә һарыҡтыҡы тип берәҙәк эт итенән блюдолар әҙерләгән ҡытай ресторандар селтәре ябылған. Ашнаҡсылар этте ресторанда һуйған, үҙҙәренең кешеләренә деликатес тип биргәндәр, ә рәсәйҙекеләргә – һарыҡ ите тип. Етештереү ҙә ҡытайҙарға хас – ҡалдыҡһыҙ булған, эсәк-ғәләмәттәренән аш бешергәндәр.

«Форум-чат Сибири» сайты мәғлүмәттәренә таянып, Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға