21.02.2012 “Әрме – ул тормош дәресе”, –
ти әрме хаҡында кесе сержант Данил Сатаев
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Был көндө ил алдында хәрби бурысын үтәгәндәр хеҙмәт юлын хәтерләй, ә инде әле һалдат булмағандар, әрмегә барырғамы, юҡмы, тигән һорау алдында аптырап ҡала, уйға бата.
Данил Сатаев Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Алты ай Түбәнге Новгородтағы сержанттар әҙерләү үҙәгендә уҡый, кесе сержант, отделение командиры дәрәжәһендә Мәскәү хәрби округының 27-се айырым гвардияһының мотоуҡсылар бригаһында хеҙмәт итә. Яҡшы тәртибе, өлгөлө хеҙмәте өсөн парадҡа һайлап алына һәм махсус әҙерлек үтеп, уң флангыла барыу бәхетенә ирешә. Бөгөн геофизика өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй.
Өфө егете үҙенең хеҙмәт юлына ҡағылышлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Данил, әрмегә үҙең теләп киттеңме, әллә хәрби комиссариат ашыҡтырҙымы?
– Үҙем теләп киттем. Үҙен ысын ир-егет тип һанаған кеше әрмегә мотлаҡ барырға тейеш. Был – беҙҙең Ватан алдында үтәй торған иң тәүге, изге бурыс. Күп кенә эш урындарында ла хәҙер хәрби кенәгә таптыралар. Әрмегә барырға теләүселәр өсөн бөгөн бөтә юлдар асыҡ.
– Часҡа килеп эләккәс, иң тәүге уйҙарың, хис-тойғоларың ниндәй булды?
– Поезға кире ултырырға ла ҡайтып китергә. Әлбиттә, килеү менән бөтә нәмә ят ине, өйгә ҡайтҡы килде. Башта еңел булмаһа ла, аҙаҡтан үҙемде ҡулға алдым. Бер аҙҙан өйрәнелде.
– Хәҙер күп кенә частарҙа “бабайлыҡ”тың хөкөм һөрөүе береһенә лә сер түгел. Һине “ҡарттар” нисек ҡаршы алды?
– Башҡа ерҙәрҙә нисектер, белмәйем, мин хеҙмәт иткән ерҙә был күренеш юҡ ине, тиһәң дә, хата булмаҫ. Ә инде “ҡарттар”ға килгәндә, улар ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмаһа ла, йәштәрҙе ҡыйырһытманы.
– Тимәк, аңлауымса, йәш һалдаттарҙы туҡмаған, йәберләгән осраҡтар бөтөнләй булмаған?
– Әлбиттә, әрме ял итеү урыны түгел, ә ир-егеттәр һынау үтә торған ер. Тормошта ла төрлө ваҡиғалар була. ҡыйырһытылыуҙан да береһе лә тулыһынса һаҡланмаған. Ләкин, нисек кенә булһа ла, бар нәмә кешенең үҙенән тора. “Гражданка”ла йәберһетелеп, туҡмалып йәшәгән егеттәр әрменән ни көтһөн инде? Әрме көсһөҙ, хәлһеҙ, рухи яҡтан йомшаҡтарға бигерәк тә ныҡ йоғонто яһай. Ундайҙарҙы әрме һындыра: кемдәрҙер көслөләнеп, нығынып китһә, икенселәр тағы ла нығыраҡ бөлә.
– Көн режимы тураһында һөйләп китһәң ине.
– Сәғәт алтыла һикереп торабыҙ ҙа, йәһәт кенә зарядка эшләп алабыҙ. Шунан һуң – өс километрға йүгереү һәм башҡа физик күнекмәләр. Һуңынан развод (бөтә частарҙың йыйылышы, икенсе төрлө әйткәндә, оперативка), артабан уҡыуҙар. Төшкө ашты ашап алғас, уҡыуҙар дауам итә. Киске аш сәғәт 8-ҙә. Төшкө һәм киске аштан һуң берәр сәғәт үҙең өсөн буш ваҡыт та бирелә торғайны. Шәмбе, йәкшәмбелә төшкә тиклем тышта урам йыйыштырабыҙ, унан һуң ял.
– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләндең?
– Төрлөсә. Телевизор ҡараным, формаларымды рәтләнем, иртәгәһе көнгә әҙерләндем. Шахмат менән шашка уйнауы ла ҡыҙыҡ була торғайны.
– Әрмелә хат яҙырға махсус сәғәттәр бүленә, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
– Эйе. Ул “һалдат хаттары сәғәте” тип атала. Ләкин мин хат яҙманым, туғандарыма шылтыратып торҙом.
– Телефон ҡулланырға рөхсәт ителәме ни?
– Был, бер ҡарағанда, ауыр кеүек тойолған мәсьәлә ысынында бик ябай ғына. Телефонды өйҙән килтерҙем, ә аҙаҡ уны канцелярияға тапшырҙым. Ял көндәрендә телефон менән ҡулланырға рөхсәт ителә. Шунда инде оҙайлы һөйләшеүҙәр башлана.
– Әрмелә туҡланыу мәсьәләһе нисегерәк?
– Һәйбәт ашаталар. Зарланырлыҡ түгел. Әлбиттә, әсәйҙең өйҙә бешергән аштарына етмәй, тәмлекәстәр ҙә эләкмәй.
– Һин әрме дуҫлығына ышанаһыңмы?
– Әлбиттә! Әрмелә мин үҙемә яңы дуҫтар таптым. Береһе – Өфөнөкө, уның менән йыш ҡына күрешеп торабыҙ, ҡалғандары менән интернет аша бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
– Ниндәй милләт егеттәре хеҙмәт итте?
– Рәсәйҙә ниндәй милләттәр бар, бөтәһе лә тиерлек.
– Башҡорттар ҙа бар инеме?
–“Учебка”ла ғына.
– Милләт айырыуҙар, ғауғалар булманымы?
– Юҡ. Бөтә милләттәргә лә бер үк ҡараш. Иң мөһиме – кешеһе һәйбәт булһын.
– Әрме тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрттеме, холоҡ-фиғелеңә йоғонто яһанымы?
– Әрмегә киткәнгә тиклем мин – бер кеше, ҡайтҡас, икенсе инем. Үҙгәреште дуҫтарым да һиҙгән. Хеҙмәттә булып ҡайтҡан кешенең донъяға ҡарашы киңәйә, яуаплылыҡ тойғоһо арта, тәртип, дисциплинаға өйрәнә. Әрме – ул тормош дәрестәре.
– Егеттәргә әйтер һүҙең?
– Кәңәшем бер: күрмәгәндәр әрмене мотлаҡ күрһен, күргәндәр онотмаһын!
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.