«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ил үҙ батырҙарын белергә тейеш



21.02.2012 Ил үҙ батырҙарын белергә тейеш

Ил үҙ батырҙарын белергә тейеш
Башҡортостан диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашһа ла, бик күп офицер, мичман, старшина һәм матрос, флот ветерандарының төйәге ул. Бер нисә быуын вәкилдәре илебеҙҙең Хәрби диңгеҙ флотында намыҫлы хеҙмәт юлын үткән. Уларҙың араһында танылған, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтар күрһәткәндәре лә бихисап. Ошо данлы ил уҙамандары Башҡортостан Республи­каһының Диңгеҙ Йыйылышы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәргән тантаналы кисәлә ҡатнашты.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына был көндө матур хәрби форма кейгән, күрһәткән батырлыҡтары өсөн алған миҙалдарын түштәренә таҡҡан хәрбиҙәр йыйылды. Исемдәре Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылған офицерҙарҙың күп булыуы сараға айырыуса йәм өҫтәне. Уларҙың һәр береһе үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләргә әҙер ине. Сараның иң оло ҡунағы яңы ғына 99 йәшен тултырған ветеран, полковник, өс ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Апуш Арыҫлан улы Байымбәтов булды.
– 1935 йылда һалдатҡа алындым, хәрби хеҙмәтемде Уссурийск ҡалаһында башланым. Һуңынан япон һуғышын, Ленинград һәм Киев ҡалалары янындағы һуғыштарҙы үтеп, ике тапҡыр яраланып, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайттым. Был ваҡытта ғаиләм вафат булыуым хаҡында ике “ҡара ҡағыҙ” алып өлгөргәйне, – тип хәтерләй ветеран.
– Хәрби хеҙмәт йылдарымда бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашыу минең өсөн бик ҡыуаныслы, – тип белдерҙе сараның абруйлы ҡунағы, Рәсәй Геройы, авиация генерал-майоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби осоу­сыһы Риф Рәйес улы Сахабутдинов. – Рәсәйҙең хәрби көстәренә илебеҙҙең һәм Башҡортостаныбыҙ­ҙың иң яҡшы батырҙары ингән. Хеҙмәт итеүе еңелдән түгел, ләкин бик почетлы бурыс.
Хәрби офицерҙарҙың һәр бер һүҙен тантанаға саҡырылған мәктәп, кадеттар корпусы һәм Мәскәү Һыу транспорты дәүләт академияһы филиалы уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Был байрамдарҙың барлыҡҡа килеүендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле лә бик ҙур булыуы хаҡында һөйләне Башҡортостан Респуб­ликаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтанова. Ул миҫал итеп 1944 йылда Украина немецтарҙан азат ителгәндән һуң унда мал алып барырға тигән бойороҡ хаҡында һөйләп үтте. Учалы райо­нынан 400 ат һәм шунса уҡ һыйыр йыйып алына. Аттарҙы вагондар менән оҙаталар, ә һыйырҙарҙы инвалид ир, ике үҫмер һәм ун туғыҙ ҡатын йәйәүләп ҡыуып алып китә. Туғыҙ ай тигәндә улар Харьков өлкәһенә барып етә. Волга аша борам менән сыҡҡанда юғалтҡан ике һыйыр өсөн улар тағы бер йыл түләүһеҙ эшләргә мәжбүр булған.
Сара йәш быуын өсөн бик әһәмиәтле булды. Был үҫмерҙәрҙең хәрби офицерҙар­ҙы, Герой исемен йөрөтөүсе батырҙарҙы күреп аралашҡандан һуң уларҙан үрнәк алырына шик юҡ.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға