«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Үҫмергә – тәмәке?! Намыҫың бармы, һатыусы?



31.01.2012 Үҫмергә – тәмәке?! Намыҫың бармы, һатыусы?

Үҫмергә – тәмәке?! Намыҫың бармы, һатыусы?
Билдәле булыуынса, 18 йәше тулмағандарға – тәмәке, 21 йәшкә тиклемгеләргә иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. Ләкин матди байлыҡты намыҫтан юғары ҡуйған эшҡыуарҙар был законды урап үтергә тырыша.
Яңыраҡ Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар менән эшләүсе инспекторҙары менән сауҙа нөктәләрендә «контроль һатып алыу» үткәрҙек.

Беренсе көн. Уңышлы уңышһыҙлыҡ

Инспекторҙар Шамил исемле ун йәшлек ма­лай­ға һатыусылар менән нисек һөйләшергә кә­рәклеген ентекләп аңлат­ҡас, «һунар»ға сыҡтыҡ. Балаға тәмәке һатыу ғәйебен тулыһынса раҫлар өсөн тауарҙың чегы һәм ике шаһит булырға тейеш.
Әллә малайыбыҙ үтә бәләкәй булды, әллә күҙҙәрендә барыһы ла асыҡ сағылды – ундан ашыу сауҙа нөктәһенә инһәк тә, берәү ҙә уға тәмәке һатманы. Малай, атайыма кәрәк, тиһә лә, һатыусылар һораған әйберен биреүҙән ҡәтғи баш тартты.
Оҙаҡ йөрөй торғас, арып та кителде, шулай ҙа кәйеф шәп – тимәк, балаларға тәмәке һатмай­ҙар! Әммә инспектор мине тиҙ һыуындырҙы.
– Иртәгә, бер аҙ ҡараңғы төшкәс, олораҡ бала менән йөрөп ҡарайыҡ, – тигән тәҡдим индерҙе. – Бөгөнгө уңыш­һыҙлыҡ – осраҡлы хәл ул.
Уңышһыҙлыҡтар ҙа ҡайһы саҡ ҡыуаныс килтерә икән, тип ҡайтыу яғына юлландым.

Икенсе көн. «Эләктегеҙме ҡармаҡҡа?»

Полиция капитаны Лариса Ғәбиҙуллина, өлкән лейтенант Гөлназ Ғәниева Карина (15 йәш) менән Эльвина (14 йәш) исемле үҫмер ҡыҙҙарҙы эйәртеп, бергәләшеп сауҙа нөктәләренә юлландыҡ.
Тәүҙә «Галле округы» туҡталышындағы «Өфө печать» киоскыһына ҡыҙҙарҙы ебәрҙек. 55 йәштәр самаһындағы ҡатын уларға тәмәке һатманы. «Йәш көйөнсә ауыҙығыҙға тәмәке ҡабырға нисек оялмай­һығыҙ? Етмәһә, ҡыҙҙар бит әле. Ата-әсәйегеҙ күреп ҡалһын әле!» – тип ҡалды ул. Рәхмәт, намыҫлы һатыусы!
Шунан арыраҡ урынлашҡан икенсе магазин­ға үтәбеҙ. Эстә халыҡ күп кенә. ҡыҙҙар сиратҡа баҫты. Карина тәмәке һорағас, һатыусы уға ҡарамай ҙа һораған әйберен һондо. Шул саҡ ҡыҙ:
– Чегын да бирегеҙ әле, – тине. Был һүҙҙәр һатыусыны айнытып ебәргәндәй булды:
– Ун һигеҙең бармы? ҡана, паспортыңды күрһәт әле, – тине.
Карина юғалып ҡалманы:
– Чек әсәйгә кәрәк. Документтарымды үҙем менән йөрөтмәйем. Ярар, бирегеҙ инде тәмәкене! – тине ул инәлеп (ҡыҙ роленә шул хәтлем инеп китте).
– Һиңә һатып, шунан штраф түләргә мин иҫәр түгел! Юҡ, бирмәйем! Кит бынан.
Әһә, һатыусылар ир­кенләп тәмәке һатыр­ға шөрләй.
Артабан «Мир» фирмаһы» туҡталышына атлайбыҙ. Киоск янында байтаҡ кеше күренә. Карина уймаҡ ҡына тәҙрәгә аҡса һондо ла, тәмәкеһен дә, чегын да алып килде. Шул уҡ минутта инспекторҙар һатыусыға таныҡлығын күрһәтеп, уның яңы ғына закон боҙоуын еткерҙе.
ҡырҡ йәштәр самаһындағы ҡатын албырғап ҡалды.
– Ун һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға тәмәке һатырға ярамағанлығын белә инем бит. Нимә эшләнем мин?! Зинһар, ғәфү итегеҙ. Минең бәләкәс балаларым бар, – ул үҙен йәлләтә, аҡлана башланы. Бер аҙҙан хатта, берәй нисек аңлашайыҡ, тип ришүәт тәҡдим итте. Тәртип һаҡсыһы бының өсөн етди яза буласағын белдергәс, тегенеһе телен тешләне.
– Балағыҙға «мә, тарт» тип тәмәке тотторған кешегә нисек ҡарар инегеҙ? – тиеүгә ул өндәшмәне. Тиҙ арала протокол төҙөлдө, шаһиттар – БДПУ студенттары Иннокентий менән Яна хәл-ваҡиғаны раҫлап, ҡул ҡуйҙы.
Киләһе магазинда Эльвина бер ауырлыҡһыҙ тәмәке һатып алды. 1975 йылғы һатыу­сынан шәхесен раҫлаусы документын һорағас, уның хатта медицина кенәгәһе лә булмауы асыҡланды. Был хаҡта кәрәкле инстанцияларға еткерелде.
– Бөгөн әллә нисә бала тәмәке, һыра һораны, береһенә лә һатманым бит. Кискеһен тикшереп йөрөр­ҙәр тип кем уйлаған, – һатыу­сы зыҡ ҡупты. Аҡланғансы, һөжүм итеү яҡшыраҡ, типтер тауыш күтәрә башланы. – ҡыҙ үҙ йәшенән күпкә өлкән күренә бит! Һеҙ юрый минән ғәйепле яһайһығыҙ.
Ун дүрт йәшлек балаға ун һигеҙҙе бирерлек түгел ине. Эльвина үҙ йәшенән өлкән күренмәй, буйға ла үтә оҙон түгел.
Ошо көндә ҡыҙҙарға бөтәһе алты сауҙа нөктәһендә тәмәке һаттылар. Намыҫһыҙ һатыусыларға ҡарата протокол төҙөлдө. Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн уларға өс мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Ошондай операциялар йыл дауамында барасаҡ. Улар үҫмерҙәрҙе иҫерткес эсемлектәрҙән, тәмәкенән һ.б. алама ғәҙәттәрҙән араларға ярҙам итер тип ышанғы килә.

Әйткәндәй

Балаларға – тәмәке?

Финляндия донъяла тәүгеләрҙән булып тәмәке тартыуҙан баш тартты, иң ҡаты закондар ҡабул итте. Хәҙер йәмәғәт урындарында, белем биреү учреждениелары янында, балалар эргәһендә тартҡан кеше язаға тарттырыла. Ә бәлиғ булмаған балаға тәмәке һатыусыларҙы ярты йылға иркенән мәхрүм итәләр.
Ә бына Голландияла бәләкәс балалар өсөн тәмәке-кәнфит сығара башлағандар. Тышҡы яҡтан ысынынан бер нисек тә айырылмаған тәмәкенең бер осон яндырып, татлы төтөн «һурырға» була. «Уның һаулыҡҡа бер зыяны ла юҡ», – тип белдерә Голландия кондитерҙары. Ә баланың аңына килтерелгән зыянды ниндәй бизмәнгә һалып үлсәйҙәр икән?
Бындай тәмәке тиҙҙән Рәсәй магазиндарына килеп етмәҫ тимә. Балалар шампаны, тәмәке-кәнфит – кескәйҙәрҙе үҙебеҙ үк алама ғәҙәттәргә өйрәтәбеҙ бит, йәмәғәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға