24.01.2012 Германияла ла баймаҡтар бар
Төрлө илдәрҙе гиҙә-гиҙә ниндәй генә мажараларға юлыҡманым. Эйе, донъя булғас, мажаралар ҙа күптер инде ул. Кеше үҙ ғүмерендә кемдәр менән генә осрашмай ҙа, кемдәр менән генә танышмай! Ә инде сит илдәр буйлап йөрөһәң, бигерәк тә ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғаларға осрайһың.
Әлеге һөйләйәсәк хәл III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан май айында Германияның баш ҡалаһы Берлинда үткән башҡорт ҡоролтайы ваҡытында булды.
Унда Италиянан үҙем йәшәгән Турин ҡалаһынан тура рейс менән остом. Самолет менән бер сәғәтлек юл. “Tegel” аэропортында мине Башҡортостандан килгән ҡоролтай вәкилдәре ҡаршы алды. Сит ил ерендә башҡорттарҙың осрашыуы бөтөнләй икенсе төҫ ала, йөрәктең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, айырым бер оло хискә әүерелә. Беҙ бик ҡыуанышып осраштыҡ. Башҡортостандан килгән делегацияны ҡала буйлап йөрөтөү өсөн Рәсәйҙең Берлиндағы “Русский дом” ойошмаһы машина, автобус бүлгән. ҡоролтай вәкилдәре мине Берлиндан ситтә бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ниндәйҙер бер резиденцияның ҡунаҡханаһына алып барып урынлаштырҙы. Улар миңә, ҡоролтайҙы ойоштороуҙа ярҙам итерһең, тип алданыраҡ килергә ҡушҡайны, шуға бер көн алдан килдем. Һөҙөмтәлә иртәгәһе көндө Балтик буйы илдәренән килеүсе бик күп делегатты ҡаршылау бурысы йөкмәтелде. ҡулыма саҡырылған делегаттарҙың исемлеген дә тотторҙолар. Бәхетемә күрә, немец телен итальян теле кеүек шыма уҡ белмәһәм дә, апаруҡ һупалайым. ҡунаҡхана хужалары менән ҡулымдағы исемлек буйынса 55 кешегә бүлмәләр әҙерләнек. Әммә килеүселәрҙең һаны байтаҡ кешегә артыҡ булып килеп сыҡты. Сөнки был ҡунаҡханаға Балтик буйы илдәре делегаттары ғына түгел, Ер шарының башҡа төбәктәренән дә әллә күпме башҡорт йыйылды ла баһа! Уларҙы ла урынлаштырырға кәрәк ине. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып китер инем: сит телдәрҙе белеү бик мөһим, ниндәй илгә бараһың, шул илдең телен белеү мотлаҡ! Берлиндағы ҡоролтайҙы ойоштороу буйынса Башҡортостандан немец телен бик һәйбәт белгән ике бик шәп егет килгәйне. Әммә һүҙем улар хаҡында түгел, ә немец телен һыу кеүек белгән тағы бер башҡорт тураһында...
Балтик буйынан килгән делегаттарҙы минең ҡолас йәйеп башҡортса ихлас ҡаршы алыуым нисәмә йыл ситтә йәшәгән рухташтарыма Башҡортостандың үҙе менән осрашҡандай булғандыр... Һәр хәлдә, ватандаштарым бик ҡәнәғәт ҡалды. Улар үҙемдең дә фәҡәт делегат икәнемде аңламаны ла шикелле, мине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Башҡортостандан ебәрелгән вәкиле тип ҡабул иттеләр һәм уларҙың мейеһендә шулай һеңеп ҡалды ла. Телде белмәгәс, улар минең ярҙамыма мохтаж булды. Делегаттар килгән көндөң кисендә беҙ ҡунаҡхана ресторанында ултырҙыҡ, йыйылышып күрешеп, үҙ-ара танышырға ла кәрәк ине. Иртәгә үтәсәк башҡорт ҡоролтайы тураһында фекер алыштыҡ, ҡоролтайҙа нимәләр тураһында сығыш яһаясағыбыҙҙы асыҡланыҡ.
Һүҙ барышында, Балтик буйы илдәренән тыш, башҡа делегаттар менән дә таныштым. Шулар араһында Германияның үҙендә йәшәгән тағы ла бер ханым бар ине. Хәйер, уны баҫҡыстан төшөп килгәндә үк бер нисә тапҡыр осратып, бер нисә тапҡыр уға һүҙ ҡушырға уҡталғайным инде...
Әммә ул ханымдың үҙен һалҡын тотоуы мине туҡтарға мәжбүр итте. 60-тан ашыу делегатты бер күреүҙә танып та бөтөп булмай, әлбиттә, “үҙебеҙҙең кеше, тип яңылыштым, ахырыһы...” Мин немецса ғәфү үтендем дә, уның янынан тиҙ генә китеп барҙым. Коридорҙа ханым тағы ла осраны, әммә уға өндәшеп торманым. Аҙаҡтан белеүебеҙсә, ул да Башҡортостандан икән, оҙаҡ йылдар Германияла йәшәй, немец егетенә кейәүгә сыҡҡан.
Ә инде Берлинда ҡоролтай үткәреп ҡайтып килгәндә беҙ уның менән бер аҙ яҡынайғандай булдыҡ. Берлиндағы “Русский дом” бинаһының ҙур залында мөһим йыйынды үткәргәндән һуң, делегаттарға тәғәйенләнгән бик матур автобус делегаттарҙы Германияның баш ҡалаһы урамдары буйлап экскурсия яһағандан, ресторанда ашап алғандан һуң беҙҙе үҙебеҙ йәшәгән ҡунаҡханаға алып килде. Матур бөхтә автобуста юл буйына башҡортса йырлашып, күңелле һөйләшеп ҡайттыҡ. Ваҡыт һуң ғына ине, ҡараңғы. Автобус йөрөтөүсе немец – водитель, әллә башҡорттарҙың юл буйына ҡысҡырып йырлашып килеүенә аптырапмы, әллә төнгө ҡараңғыла ҡунаҡхана юлына борола торған ерҙе абайламайынса, юлды бер аҙ үтеп киткән икән. Ул тар юлда ҙур автобусты бора алмағанға күрә пассажирҙарҙы ҡунаҡхана ҡапҡаһына тиклем алып килеп еткермәне һәм немец телендә:
– Килеп еттек, ана, алдығыҙҙа ҡунаҡхана, төшөгөҙ! – тине.
Водитель әйтеү менән күңелле йырлашып килгән делегаттар “һә” тигәнсе автобустан һикерешеп төштө лә: “һәйбәт булды әле, ресторандағы ашты һеңдерергә!” – тип йырлаша-көлөшә ҡунаҡханаға табан йәйәү атланы. Улар менән бергә мин дә рәхәтләнеп йырлай-йырлай бик теләп китер инем дә, немец телендә водитель менән тас та тос килеп ирешкән “башҡорт” ханымдың бер үҙен генә ташлап китә алманым. Был ҡатын немец телендә водителдең тетмәһен тетә генә бит!
– Һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ беҙҙе бында төшөрөп ҡалдырырға! Беҙҙе ҡунаҡхананың ҡапҡаһы алдынан ултыртып алдығыҙ, шунда уҡ алып барып төшөрөгөҙ! – ти.
– Нисек алып барайым мин унда, тар юлда автобусты бороп булмай бит! – тип яуап бирә водитель.
– Ә мин бер нәмә лә белмәйем, тубығым ауырта, атлай алмайым!
– Нисек атлай алмайһығыҙ, әле генә атлап килдегеҙ бит!
– ҡайҙан ултыртып алдығыҙ, шунда алып барып ҡуйығыҙ, юғиһә хәҙер кәрәккән урынға шылтыратам һәм һеҙ иртәгә үк эшһеҙ тороп ҡаласаҡһығыҙ! – тип ханым тегегә бәлә һала.
– Йә, ярар инде, әйҙә бер-ике аҙымды йәйәү атлайыҡ, бер ни ҙә булмаҫ! – тинем ханыма.
– Юҡ, юҡ, законы шулай, беҙҙе ҡайҙа ултыртып алды, шунда илтеп ҡуйһын! Ирем янында булһа, кәрәген бирер ине! – тип, ханым иренә шылтыратып, телефон аша немецса ошаҡлай ҙа башланы. “Вәт, әй...” – тип баш сайҡай-сайҡай автобустан төштөм. Теге ханым тәки төшмәне, уны ҡалдырып китеп булмай бит инде, тағы автобусҡа менеп ултырҙым. Ахырҙа водитель түҙмәне, ҡунаҡхананың ҡапҡаһына тиклем автобустың арты менән китте.
Беҙ төшөп ҡалдыҡ...
Беренсенән, водителдең “төшөгөҙ!” тип әйтеүе менән йәһәт кенә автобустан һикереп төшкән шундай ихлас һәм эскерһеҙ ватандаштарыма ҡарап һоҡланһам, икенсенән, Германияла оҙаҡ йылдар йәшәп, үҙ-үҙенә шундай ихтирам менән ҡарарға өйрәнгән, үҙ-үҙен баһалаған, кеше хоҡуҡтарын һәм үҙен яҡлай торған закондарҙы бик һәйбәт белгән был ханымдың ҡылығына аптырауымдың сиге булманы...
Миндә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ханым менән ҡапҡанан ҡунаҡхана ишегенә тиклем башҡортса һөйләшеп алырға теләнем. Башҡортостандың ҡайһы төбәгенән икәнен белеү ине теләк. Аҙаҡ ишек тотҡаһына үрелгәндә ханым шундай ябай итеп: “Мин ни, Баймаҡтан”, – тип баймаҡтарса ғына итеп әйткәйне: “Күптән шулай тиҙәр уны!” – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Германияла оҙаҡ йылдар йәшәгән яҡташымдың был ҡылығы миндә ҙур ғорурланыу тойғоһо уятты.
Үкенескә күрә, исем-фамилияһы хәтеремдә ҡалмаған. Немец ерендә йәшәп, ул аңына немец мәҙәниәтен һеңдергән, башҡортҡа хас ябайлыҡтан арынған, үҙ-үҙен юғары тоторға өйрәнгән, кеше хоҡуҡтарын һәйбәт белгән һәм сит илдәрҙә кешегә ҙур баһа бар икәнен раҫлаусы бер миҫал булды был ваҡиға.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Италия.