20.01.2012 Сәйлән менән өмөт үрелгәндә
Алиса һәм Әнфис Хафизовтар донъяға күңел матурлығы өләшеп йәшәй
Иңдәребеҙгә ишелеп ҡайғы төшкәндә, күҙҙәрҙә илар өсөн хатта йәштәр ҡалмаған саҡта беҙҙе тормошта нимә тотоп ҡала, нимә артабан йәшәргә көс бирә, илһамландыра? Иң ауыр хәсрәтте үтеп сығыр өсөн кеше ҡайҙан рухи ныҡлыҡ таба, бүтәндәр бөгөлөп төшкәндә, ул нимәгә таяна?
Бала саҡтан тәрбиәләнгән ихтыяр көсө, ата-әсәнән килгән дөрөҫ тәрбиә, тормошто ярата белеү һаҡлап ҡала алалыр кешене төшөнкөлөккә бирелеүҙән, тайғаҡ юлға баҫыуҙан. Шулай ҙа иң мөһиме мөхәббәттер. Уның терелтеү көсө йән яраларын уңалтһа, тән яралары бер ни түгел. Мөхәббәткә сорналып йәшәгән шундай ғаилә менән осрашырға тура килде Асҡын районында.
Әнфис ағай менән Алиса апайҙың ҡараштары уҡ уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәте тураһында һөйләп тора. Һүҙҙәрендә лә, күҙҙәрендә лә мөхәббәт балҡый. Бер-береһенә ныҡлы терәк, ҡаҡшата алмаҫлыҡ таяныс улар.
Йорттарына килеп инеү менән иң беренсе бында бөтмөр, тырыш кешеләр йәшәүе күҙгә ташлана. Өйҙәрендә төрлө-төрлө ҙур гөлдәр үҫә, бөтә нәмә бөхтә итеп йыйыштырылған, китаптар тулы бер кәштәне сәйләндән теҙеп эшләнгән төрлө кейектәр, ҡоштар, ағастар, сәскәләр биҙәй. Әнфис ағай үҙ ҡулдары менән эшләгән, лак менән ҡапланған бәләкәй генә ағас өҫтәл артында 1-се синыфта уҡып йөрөүсе улдары Айнур дәрес әҙерләй. Көн һайын дәрестән ҡайтыу менән иң тәүҙә өйгә эштәрен эшләп ҡуя, ти Алиса апай. Малайҙың тырышып теҙгән тип-тигеҙ матур хәрефтәренә ҡарап һоҡланыуыма Алиса апайҙың әсәһе Рәфҡиә апай: «Атаһы менән әсәһенә оҡшап, шулай һәр эште еренә еткереп башҡара ул беҙҙең Айнур», − тине.
Әнфис Хафизов ҡариҙел районының Муллаҡай ауылынан. Ауылдарына яҡын ғына торған Асҡын районының ҡашҡа ауылы ҡыҙы Алиса менән Өфөлә, ҡыҙ медицина колледжында уҡып йөрөгән саҡта, таныша. 2003 йылда ике ғашиҡ гөрләтеп туй үткәрә һәм йәштәр Өфө ҡалаһында йәшәй башлай. Алиса – 51-се поликлиникала лаборант, ә Әнфис төҙөлөштә слесарь булып эшләй.
2007 йылда Әнфис ағай эш урынында һәләкәткә осрап, бик күп йәрәхәт ала. Һынмаған һөйәге, йәрәхәтләнмәгән ере ҡалмаған тормош иптәше ярты йыл буйы дауаханала ятҡан мәлдә Алиса апай уның янынан да китмәй. «Алисам ҡотҡарҙы мине, гел минең менән булды, янымдан да китмәне», − ти Әнфис ағай. «Аллаға шөкөр, медицина ла көслө хәҙер, кейәүемдең эшләгән урынынан да гел ярҙам итеп торҙолар», − тип һүҙгә ҡушыла Рәфҡиә апай.
ҡалала йәшәү ауырлаша башлағас, йәштәр ауылға ҡайтырға була. Алиса апайҙың ата-әсәһе Рәфҡиә апай менән Ансар ағай Шакировтар балаларын үҙ ҡосаҡтарына һыйындыра. Әле матур итеп бишәүләп донъя көтәләр. Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, йәйгеһен өй тирәләй ултыртылған сәскәләр тирә-яҡты хуш еҫкә күмә.
Ауыл ерендә эш табыуы бик еңелдән түгел. ҡашҡала дауахана булһа ла, әлегә унда Алиса апайға эш урыны юҡ. Тик, эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултыра торған кешеләрҙән түгел Хафизовтар. Мәктәптә уҡыған сағында сәйләндән төрлө браслеттар үргәнен иҫенә төшөрә лә, Алиса апай йәнә шул эшенә тотоноп ҡарарға була. Шулай эш башланып китә. Төрлө тәбиғи материалдарҙы ҡулланып (таш, ағас, гипс, балсыҡ һ.б.), журналдарҙа күрһәтелгән һүрәттәргә ҡарап, шуларға үҙҙәренең дә фантазияһын ҡушып төрлө һындар, йәнлектәр, ағастар эшләй башлайҙар. Сәғәттәр буйы ваҡ ҡына сәйлән бөртөктәренә текләп ултырыу, уларҙы тигеҙ итеп епкә теҙеү бик ҙур ихтыяр көсө, түҙемлек талап итә. Хәйер, былар – Хафизовтарға хас төп сифаттар. Шуға ла һәр бәләкәй генә ҡошсоҡтан, һәр эшләнгән сәскә япрағынан камил бер сәнғәт өлгөһө килеп сығыуына аптырайһы түгел. Сувенирҙары башҡорт тирмәһенә ҡуйылып, Мәскәүҙә лә күрһәтелгән. Был эш менән күптән шөғөлләнә башлаһалар ҙа, әле ул бары тик күңел шөғөлө генә булып ҡала килә. Дуҫтарына, туғандарына бүләк итәләр. Бүләк тигәндән, Ғашиҡтар көнөнә Әнфис ағай Алиса апайға сәйләндән теҙелгән пар аҡҡош бүләк иткән.
Бындай ҡул эштәренең юғары баһаланғанын беләм. Шуға ла, аҡса эшләргә уйламайһығыҙмы, тип тә һорамай булдыра алманым. Улар эштәрен бер нисә тапҡыр һатыуға сығарып ҡараған икән. «Сувенирҙарҙы теләп алалар, тик әлегә ныҡлап һатыуға тотоноу теләге генә юҡ. Уның менән шөғөлләнеү өсөн бик күп ваҡыт кәрәк, ә әле эш араһында ғына теҙәбеҙ. Киләсәктә ундай пландар бар-барлығын», − тип яуапланы Алиса апай һорауыма. Ә әлегә өйҙәрен ҙурайтырға ниәтләйҙәр. Был эшкә яҙға сыҡҡас тотонорға уйҙары. Әнфис ағай төҙөлөш эштәрен энәһенән ебенә тиклем белә, шуға ла йортто ҙурайтыу уның күҙәтеүе аҫтында барасаҡ. Быға тиклем өйҙә ремонт эшләгәндә лә төҙөүселәрҙе өйрәтеп, бөтә нәмәне еренә еткертеп эшләттергән. Төҙөүсе лә, алтын ҡуллы оҫта ла булған хужаның ҡул эштәре менән аш-һыу бүлмәһенә лә инеп танышып сыҡтыҡ. Шундай нәзәкәтле итеп, зауыҡ менән эшләнгән гөл һауыттары ҡуя торған аҫлыҡтарҙы күргәс, үҙебеҙҙең өйгә лә шундайҙарҙы алып ҡуйыу теләге тыуҙы. Был эштәрҙе күргәҙмәгә сығарып ултыртһаң да, һатып алырға теләүселәр күп буласағы көн кеүек асыҡ. Өйҙөң ҡайһы мөйөшөнә генә күҙ һалма, һәр ерҙә оҫта ҡулы тейгәне күҙгә күренеп тора. Һоҡланып, һәр нәмәне тотоп ҡарап, байтаҡ ҡына йөрөнөм.
Донъя хәлдәренә лә битараф түгел Хафизовтар. «Йылына 5 – 6 мең һумға баҫмаларға яҙылалар, ҡыҙыҡһыныусандар, күп уҡыйҙар», − тип тә бүлеште Рәфҡиә апай. Бөгөнгө заманда бындай кешеләрҙе осратыу үҙе бер мөғжизә һымаҡ.
Дәртле булыуҙары, тормоштоң һәр миҙгелен ярата белеүҙәре менән ихтирамға лайыҡ был ғаилә. Бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы, тырыш, һәр кемебеҙгә өлгө булырлыҡ, донъяға күңел матурлығы өләшеп йәшәүсе Хафизовтар яҙмыш еленә бирешеп, ауырлыҡтар алдында баш эйә торған кешеләрҙән түгел. Бындайҙар алдында яҙмыш үҙе артҡа сигенеп, юл бирәлер, яҡты киләсәккә илтеүсе ишектәрҙе асалыр, моғайын.