«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғүмерҙәр ике килмәй



20.01.2012 Ғүмерҙәр ике килмәй

Башҡортостандың иң йәмле төбәктәренең береһе – Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында атайым менән әсәйем йәшәй. Уларҙың бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл да тулып киткән.
Әсәйем Һөйәрбикә Сәрүәр ҡыҙы Йәмлихина райондың Байым ауылында тыуған һәм атайымдың ауылына килен булып төшкән. Улар үҙҙәрен, беҙ – һуғыш балалары, ти. Сөнки бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән. Аслыҡ­ты ла, бала кеше өсөн көс етмәҫлек эштәрҙе лә үҙ иңдәрендә татығандар. Ки­ләсәккә ышаныс тойғоһо уларға ауырлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам иткән, көс биргән.
Атайым ете йәштән колхоз эшенә егелгән. Салауат исемендәге коллектив хужалыҡты күтәреүгә 40 йыл ғүмерен биргән. Иҫәпһеҙ Маҡтау грамоталары, миҙалдары, гәзиттәге мәҡәләләр – уның хеҙмәтенә оло баһа. Әсәйем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Әсәйем, уҡыуға бик һәләтле булһа ла, ете синыфтан һуң уҡыуын дауам итә алмай. Йәштән колхозда төрлө эштәрҙә эшләй – баҡса ла үҫтерә, һарыҡ ҡарай, һыйыр ҙа һауа. Үҙҙәренә уҡыу мөмкинлеге теймәгәс, беҙҙе, балаларын, уҡытырға тырышалар. Беҙ берәм-берәм атай-әсәй йортонан китеп, үҙ аллы тормош ҡорҙоҡ. Дүрт туғаныбыҙ, армияла хеҙмәт итеп, Тыуған ил, халҡы алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтты. Атай-әсәйем һәр балаһына гөрләтеп туй үткәрҙе, үҙ ғаиләһен ҡорған балаларына хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышты.
Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Атай-әсәйемде, беҙҙе оло ҡайғыға һалып, апайыбыҙ Миңдинур бар халыҡты һоҡландырып тормош көткәнендә 36 йәшендә генә гүр эйәһе булды. Береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы етем ҡалды. ҡайғы-хәсрәттәребеҙ баҫылып та өлгөрмәне, ағайыбыҙ Әхтәм арабыҙҙан китеп барҙы. Атай-әсәйем был ҡайғыларҙы еңеп, йәшәү өсөн көс таба. ҡайғы-хәсрәттәр башҡаса ғәзиз кешеләребеҙ йортоноң ишеген ҡаҡмаһын ине тип теләйем.
Атайым да, әсәйем дә күптән хаҡлы ялда, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, тип ғүмер кисерәләр. Иң кесе ҡустыбыҙ Радик тыуған йорт нигеҙен һыуытмайынса, улар менән бергә донъя көтә. Балаларының бишеһе лә үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй, балалар үҫтереп, матур ғына тормош көтә. 12 ейән-ейәнсәре, ике бүләһе, бер бүләсәре бар ҡәҙерлеләребеҙҙең. Байрам һайын ғаиләләребеҙ менән бергәләп тыуған йортҡа йыйылабыҙ. Беҙҙең бергә булыуҙы күреп, һәр уңышыбыҙға шатланып, йәшәү өсөн көс-дәрт, дарман алып йәшәй ғәзиздәребеҙ.
”Тормоштоң йәме, йәшәү бәхете нимәлә?” – тигән һорауға атайым менән әсәйем: ”Балаларҙа һәм татыулыҡта, яратҡан һөнәрең булыуҙа, эшеңдән ҡәнәғәтлек алыуҙа”, – тип яуап бирә.
Эйе, ике килмәй ғүмер тигәнең, шуға ла һәр көндөң, минуттың, яҡындарыңдың, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Атай-әсәйемә оҙаҡ йылдар бергә-бергә, татыу ғүмер итеүҙәрен, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең игелектәрен татып, һөйөүҙәрен тойоп йәшәргә яҙһын.

Гөлсәсәк ҒӘЗИЗУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға