«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Учалы районында Яңы йыл байрамы алдынан өс ерҙә янғын сыҡты



10.01.2012 Учалы районында Яңы йыл байрамы алдынан өс ерҙә янғын сыҡты

26 декабрҙә киске сәғәт ун берҙә Учалы ҡалаһындағы фатирҙа янғын сыға. Был турала «01» хеҙмәтенә Өфөнән ир кеше шылтыратып, янғын һүндереүселәрҙе ашыҡтыра:
– Улыбыҙ өйҙә бер үҙе!
Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, икенсе синыф уҡыусыһы Э. ванна бүлмәһендә йәшенгән була. Һуңынан асыҡланыуынса, өләсәһе йомош буйынса сығып киткәс, малай, фатирҙа һалҡын тип, йылытҡысты ҡуя ла, үҙе күрше бүлмәлә китап уҡырға ултыра. Бер аҙҙан фатирҙа көйөк еҫе тарала. Бала, янғын башланыуын аңлағас, атаһына шылтырата. Ситлектәге ҡомаҡ менән алйырҙанын алып, уттан ванна бүлмәһенә ҡаса, шунан кеҫә телефонынан «112» номерын йыя: «Беҙҙә янғын! Тиҙерәк килегеҙ!». Киҫкен мәлдә юғалып ҡалмаған малай, йәнлектәр тонсоғоп ҡуймаһын тип, ситлекте таҫтамал менән урай, ҡалған таҫтамалдарҙы сылатып, ванна бүлмәһе ишегендәге ярыҡтарҙы томалай.
«ҡыҙыл әтәс»те ауыҙлыҡлағас, уттың карауатҡа яҡын торған йылытҡыстан тоҡанғаны билдәле була. Янғын ваҡытында ни эшләргә кәрәклеген мәктәптә белдем, ти батыр малай. Был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң, ваҡытлыса Учалыла өләсәһендә йәшәп торһон, тигән ата-әсә, улдарын ҡабат Өфөгә, үҙҙәре янына күсереп алып ҡайтҡан.
– Э. менән айырылышыу бик ауыр булды, – ти уҡытыу­сыһы Мөнирә Суфьянова. – Ул бик һәләтле, тырыш уҡыусы, итәғәтле, баҫалҡы, үҙенә ҡарата талапсан кеше. Шуға ла киҫкен ваҡытта юғалып ҡалмауына аптырарлыҡ түгел.
Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәне, утыҙ беренсе декабр­ҙән беренсе ғинуарға ҡарата төндә районыбыҙҙың Озер­ный ауылында янғын сыҡты – ике ғаилә йәшәгән йорттоң көлө күккә осто. Был афәттән тынысланырға өлгөрмәгән ауылды шаңҡытып, өсөнсө ғинуарҙан дүртенә ҡарата төндә «ҡыҙыл әтәс»тең ялҡыны тағы бер өйҙө ялманы. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана.

Үҙеңде, ғаиләңде, күршеләреңде бәләнән аралар өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:
– ҡайҙалыр сығып китер, йоҡларға ятыр алдынан, даими эшләргә яраҡлаштырылғандарынан тыш, бөтә электр, газ приборҙарын һүндерергә кәрәк;
– электр сымдарын яңыртығыҙ, бер розеткаға бер юлы әллә нисә электр приборын ҡуймағыҙ, ғөмүмән, электрҙың ҡулдан яһалған нәмәләрҙе, битарафлыҡты яратмауын иҫегеҙҙән сығармағыҙ;
– балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға үҙ аллы электр приборҙарын ҡуйырға, газ плитаһын тоҡандырырға, шырпы менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ;
– аҡыллыға ишара: күпселектә ут тәмәке төпсөгөнән сыға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға