«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Янғындар кәмемәй



10.01.2012 Янғындар кәмемәй

Янғындар кәмемәй
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамдар матур хәтирәләр менән генә иҫтә ҡалмай – һуңғы көндәрҙә республикабыҙҙа янғын факттары ғәҙәттәгенән күберәк теркәлгән. Уртаса алғанда бер тәүлек эсендә генә Башҡортостанда алтышар янғын күҙәтелә. Әлбиттә, уларҙың күпселеге кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында килеп сыға.
3 ғинуарҙа Бәләбәй районындағы бер ауылда ағас йорт яна башлаған. Янғын һүндереүселәр барып еткәнсе йорт тулыһынса янып бөткән, шулай ҙа махсус техника, урындағы халыҡ ярҙамында күрше ағас йорттар «ҡыҙыл әтәс»тән ҡотҡарылған. Торомбаштар араһынан дүрт кешенең кәүҙәһе табылған, был – йәше етмештән артҡан ир менән ҡатын һәм уларҙың ике улының мәйете. Янған йорттан бер ир сығып ҡотола алған, иҫерек ирҙең тәне ныҡ ҡына бешһә лә, табиптар, уның һаулығына ҡурҡыныс янамай, ти. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы бөтәбеҙҙе лә ут менән иғтибарлы булырға саҡыра. Бер кешенең вайымһыҙлығы арҡаһында яҡындары, күршеләренең сәләмәтлегенә, ғүмеренә, милкенә зыян килеүе ихтимал. Янғын сыҡҡан осраҡта «01», кеҫә телефонынан «112» номеры буйынса шылтыратығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – «112» номеры буйынса баланста аҡса булмаған осраҡта ла шылтыратырға мөмкин.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға