«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тура юлдан белгән юл яҡшы



10.12.2011 Тура юлдан белгән юл яҡшы

Тура юлдан белгән юл яҡшы
Илебеҙ тарихындағы күп әһәмиәтле ваҡиғалар нишләптер йылдың ҡайһы бер айҙарына бәйле. Мәҫәлән, август айын ғына алып ҡарайыҡ: хәҙерге Рәсәй өсөн был ысын мәғәнәһендә катаклизмдар айы. Путч, дефолт, иҡтисад өлкәһендә даими булып торған шау-шыуҙар халыҡты, аналитиктарҙы августан яҡшылыҡ көтмәҫкә өйрәтә кеүек. Ғинуар айы иһә бөтә нәмәгә хаҡтар­ҙың дәррәү артыуы менән айырылып тора. Хөкүмәт, халыҡ был айҙа артыҡ ғауға күтәрмәһен тигән уйҙан сығып, уға бер декада эсеп, күңел асырға ял да бирә. Нисә йыл оҙайлы Яңы йыл каникулын май башына күсереү тураһындағы ғәҙел талап үтәлмәй килә. ҡыштың иң һыуыҡ көндәрендә кемдең митингыларға сығып, туңып йөрөгөһө килһен инде? Был иҫәптән декабрь айы ла Рәсәй тарихында сәйәси һынамыштарға инерлек айға әүерелеп бара. Августағы ваҡиғаларҙы бәғзеләр отпускылар менән бәйләп маташһа, декабрь иһә, йылды тамамлаусы ай булараҡ, башлыса, СССР (Советтар Союзы) өсөн һынауҙар айы булып сыҡты. 1922 йылдың декабрендә донъя картаһында беренсе эшсе-крәҫтиән дәүләте барлыҡҡа килһә, 1991 йылдың декабрь айында Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельцин менән СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев Советтар Союзын рәсми рәүештә “бөтөрөп” ҡуйҙылар. Бөтөрөп һүҙен юҡҡа тырнаҡ эсенә алып ҡуйманым, сөнки был де-юре акт ҡына булды. Владимир Путин уны ХХ быуаттағы иң ҙур геосәйәси катастрофаға тиңләне. Декабрь айында Рәсәй тарихындағы бөйөк шәхестәрҙең береһе – Иосиф Виссарионович Сталин тыуған. Был айҙа шулай уҡ дәүләт именлеге һағында торған (элекке КГБ) хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй.
Был мәҡәләлә Советтар Союзының тарҡалыуына алып килгән сәбәптәргә туҡтап тормайым. Тик бер генә субъектив факторҙы иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: Беловежье килешеүенән һуң СССР-ҙың президенты була алмаясағын аңлаған Борис Ельцин үҙ власын һаҡлау маҡсатында Союзды тарҡатыу юлын һайларға мәжбүр булды. Ошо уҡ 1991 йылдың 27 мартында үткән референдумда халыҡтың күпселеге Союзды һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирҙе. Михаил Горбачевтың Союзды һаҡлау өсөн законлы хоҡуғы бар ине.
Ул ваҡиғаларға ике тиҫтә йыл үтеп китте. Был йылдарҙы ҡыҫҡаса бағлап үтһәк, дәүләт етәкселәре ваҡыт аҙлығына зарланһалар ҙа, һөҙөмтәләр әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел − ә шул уҡ ваҡытта Япония атом бомбардировкаһынан һуң бөтә донъя кимәлендә юғары сифатлы “Тойота” машиналары, транзисторҙар, фотоаппараттар менән дан алып өлгөрҙө, ә һуғышта еңелгән Германия Европалағы иң ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһенә әйләнде. Ә Рәсәйҙең телгә алырлыҡ ҡаҙаныштарынан, газ һәм нефть һатыу буйынса донъяла беренсе урынға сығыуын иҫәпкә алмағанда, башҡа бер нәмә лә иҫкә төшмәй. “Курск” атом субмаринаһы, Саян-Шушен ГЭС-ы, Распадская шахтаһы, Пермдәге “Аҡһаҡ ат”, ҡолап төшкән самолеттар, ракеталар, вертолеттар, батҡан теплоходтар… ҡыҫҡаһы, был бер кеше ғүмеренә тура килгән һәләкәттәр тик һуғыш йылдарында ғына булғандыр. Рәсәй халҡының йылына бер миллионға кәмеүе лә ошо юҫыҡтан. Былай дауам итһә, илебеҙ халҡына Ер шарынан бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай. Был турала яңыраҡ Именлек советы секретары Николай Патрушев былай тине: “Киләһе 15 йылда илебеҙҙә кәмендә ун миллион эшкә һәләтле кеше юҡҡа сығасаҡ”.
Баҙар иҡтисады төҙөйбөҙ тип, халыҡты алдап, капитализмдың иң ҡырағай вариантына дусар иттеләр. СССР-ҙың төп ҡаҙаныштары − бушлай белем, торлаҡ биреү, медицина һ.б. − тарихи сүплеккә алып ташланды. Азатлыҡ, һүҙ ирке, демократия тигән төшөнсәләргә алданып, совет халҡы “Троя атын” үҙ дайсаһына үткәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Алмашҡа яңы власть уға сит илдәргә сығыу мөмкинлеген, төрлө-төрлө цивилизация тауарҙарын тәтәй итеп тотторҙо. Рәсәй Көнбайыш дәүләттәренең сеймал сығанағына әүерелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Советтар осоронда сәнәғәттең халыҡ хужалығындағы өлөшө ҡырҡ процент тәшкил итһә, бөгөн ул егерме процентҡа ҡалды. Рәсәй халҡы продукция етештереүсенән алыпһатарҙарға әйләнде. Халыҡтың күпселеге бөлгөнлөктә йәшәһә, олигархтар аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй шашына. Эш хаҡтарының, пенсия-стипендияларҙың үтә лә түбән булыуы кешене күпләп күскенсегә әүерелдерҙе. Башҡортостандан ғына йөҙ меңләп кеше Себер, Мәскәү, Көнбайыш тарафтарына эш эҙләп китергә мәжбүр. Был хәл ғаиләләр тарҡалыуына, халыҡты эскелеккә, яңғыҙлыҡҡа дусар итә. Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙе гастарбайтерҙар баҫып алып бара. Граждандар һуғышы ваҡытындағы “аҡ эмиграцияны” “ҡара иммиграция” алмаштырҙы. Ленин бер пароходҡа интел­лигенттар­ҙы тейәп, Көнбайышҡа оҙатҡан булһа, хәҙер миллиондан ашыу юғары квалификациялы белгес “үҙ теләге” менән сит илдәргә йәшәргә күсеп китергә мәжбүр. Эш хаҡының үтә лә түбән булыуы донъяуи иҡтисад тарихында яңы күренеш барлыҡҡа килтер­ҙе: ете миллионға яҡын кеше, күпселеге типһә – тимер өҙөрлөк ирҙәр, эш урыны эҙләп маташмай ҙа. Ысынлап та, нишләп өс мең һумға улар көнөнә һигеҙәр сәғәт “эшләргә” тейеш? Быны почтальондар миҫалында асыҡ күрергә мөмкин: был эш хаҡына улар исем өсөн генә почтаға яҡын урынлашҡан өйҙәргә, ауылдарға ғына матбуғат баҫмаларын таратасаҡтар. Миллиардерҙарҙан чиновниктар ҙа артта ҡалышмаҫҡа тырыша: бөтә Советтар Союзына бер миллион чиновник тура килһә, бөгөнгө Рәсәйҙә уларҙың дөйөм һаны 1 700 000 кешегә барып еткән. Элек бала-саға, космонавт, геолог булам, тип хыялланһа, бөгөнгө йәштәр йә банкир, йә чиновник булырға теләй. Бындай теләк менән модернизация һәм инновация тураһында уйлау − буш хыял. Вуз дипломдары менән эш урыны таба алмаған йәштәрҙең һаны бихисап. Өс-дүрт йылдан уларҙың алған белемдәре юҡҡа сығасаҡ бит.
Һуңғы ун йыл эсендә чиновниктар һанын өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡарталар: тик улар арта ғына бирә. 2000 йылдар­ҙа был процесс тиҙлеген арттыра төштө: дәүләт хеҙмәткәрҙәренең дөйөм иҫәбе – ике тапҡырға, ә муниципаль кимәлдә 2,5 тапҡырға артты. Халыҡ өсөн дәүләт аппараты йыл һайын ҡиммәтләнә: һәр Рәсәй гражданы уларҙы тәьмин итеү өсөн йылына 1300 һум түләй. Миҫал өсөн АҡШ-та был күрһәткес ике доллар ғына тәшкил итә.
Миллиардерҙар һаны буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында. Дәүләт етәкселәре, демократтар үҙҙәренең был “ҡаҙаныштарын” аҡлау өсөн антисовет риторикаһынан бушамай. Уларҙың аргументацияһы советтар осорондағы бөтә нәмәне тик Сталин репрессияларына ғына алып барып терәүҙән ғибәрәт. Был, әлбиттә, халыҡта урынлы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Юҡҡа ғынамы “Рәсәй шәхесе” тигән конкурста халыҡ Иосиф Сталинға беренсе урынды бирә яҙҙы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса бөгөн илебеҙҙә кешенең 41,2 проценты − хәйерсе, 49,7 проценты − ярлы, 8,4 проценты − бай, 0,7 проценты − үтә ныҡ бай хәлендә. Яңы тарихта бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Әйтеп үтергә кәрәк, СССР-ҙың юҡҡа сығыуы бөтә донъяла социаль яҡлауҙар позицияһына булған һөжүмде көсәйтте генә. Хеҙмәт кешеһе мәнфәғәтен яҡлаған Советтар Союзы бөткәс, капитал халыҡты талауҙы хуп күрҙе. Бөгөнгө көндә Көнбайышта барған “Уолл-стритты баҫып ал” хәрәкәте буш урында барлыҡҡа килмәне. Капитализмдың емереләсәге тураһында Карл Маркстың әйткән һүҙҙәре дөрөҫ булырға оҡшай. Евросоюз дәүләттәрен алып ҡарайыҡ. Улар араһында дөйөм көрсөк заманында эштәр Швецияла, Данияла һәм Германияла арыу бара. Баҡтиһәң, улар банкрот хәленә еткән Греция, Ирландия, Португалия һәм Испанияға ҡарағанда социаль тармаҡтарға күберәк аҡса бүлә икән. Бөгөнгө планетар масштабтағы көрсөктөң төп сәбәбе − капиталистик илдәрҙә булған социаль ғәҙелһеҙлек. Корнел университетынан Роберт Фрэнк үҙенең “Дарвин иҡтисады” тигән китабында 65 индустриаль дәүләтте тикшереп сыҡҡас, түбәндәге һығымтаға килгән: социаль тигеҙһеҙлек артҡан һайын иҡтисади үҫеш темптары кәмей, һәм, киреһенсә, социаль тигеҙһеҙлектең кәмеүе үҫеш темптарының артыуына булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә “американдар трагедияһы” тәрәнерәк ята: иң бай 400 Америка ғаиләһенең дөйөм байлығы 150 миллион американдыҡынан күберәк. Юҡҡа ғына Уолл-стритҡа ҡаршы көрәш “Беҙ 99 процент” тигән лозунг аҫтында үтмәй. “Форбс” журналының мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда донъяла 1011 миллиардер һәм ун миллиондан ашыу миллионер иҫәпләнгән. Уларҙың суммар активтары (күсемһеҙ милектәренән тыш) 40,7 триллион доллар тәшкил иткән. Был ҡытай, Япония һәм Германия ике йыл ярым етештергән продукцияға тиң!
Социаль ғәҙелһеҙлек матди өлкәгә генә ҡайтып ҡалмай. Халыҡтың күпселеге, демократия хөкөм итеүенә ҡарамаҫтан, дәүләт менән идара итеүҙән мәхрүм. Йәнәһе лә, социаль лифттар эшләп еткермәй. Советтар осоронда ябай хеҙмәт кешеһе формаль рәүештә булһа ла власть органдарына һайлана ала торғайны. Хәҙерге Рәсәй тарихында Дәүләт Думаһында мәрхүм Василий Шандыбиндан башҡа ябай хеҙмәт кешеһен осратырмын тимә. Парламент байҙар һәм криминалитет өсөн синекураға (эшләмәй һәйбәт аҡса ала торған урын) әүерелде. Дума депутаттарының уртаса айлыҡ төшөмө 600 мең һум тәшкил итә, йәғни уртаса Рәсәй кешеһенең өс йыллыҡ эш хаҡына тиң. Шуға ла халыҡтың власты үҙ ҡулына алырға теләүенә аптырарлыҡ түгел. Власҡа эләгеүҙең башҡа саралары ҡалманы бит.
СССР-ҙың тарҡалыуын, уның Рәсәй Федерацияһына әйләнеүен күптәр ыңғай күренеш тип һүрәтләргә тырыша. Мин асыҡ мәҡәләләргә таянып, беҙҙең төп “ҡаҙаныштарыбыҙ”ҙы һанап үтәм. Бөгөн Рәсәй донъяла түбәндәге күрһәткестәр буйынса беренсе урында тора:
Халыҡтың абсолют кәмеүе
буйынса;
Ололар араһындағы суицид
буйынса;
Ата-әсәләре ташлаған балалар
һаны буйынса;
Психик ауырыуҙар һаны буйынса;
Кеше һатыу буйынса;
Аборттар һәм әсәләр үлеме
буйынса;
Героин ҡулланыу буйынса;
Көслө алкоголле эсемлектәр эсеү
буйынса;
Тәмәке тартыу темпы буйынса;
Тәмәке тартыусы балалар һаны
буйынса;
Авиакатастрофалар буйынса;
Полиция эҙләгән миллиардерҙар
һаны буйынса;
ДТП буйынса.
Ә коррупция, енәйәтселек, матбуғат иреклеге кеүек күрһәткестәргә тик һуңғы урындар ғына тәтей. Ришүәттәрҙең күләме дәүләт бюджетын уҙып китте. Тыуған илебеҙ менән ғорурланырлыҡ нәмә ҡалманы. Егерме йыл эсендә бындай деградация булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Совет гимнын кире ҡайтарыу менән генә юҡҡа сыҡҡан абруйҙы ҡайтарып булмай. Быны Рәсәйҙең буласаҡ Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе Владимир Путин яҡшы аңлай. Юҡҡа ғына ул, ун биш-егерме йыл тыныс тормош кәрәк, тип әйтмәй. Большевиктар һайлаған революцион юл буйынса икенсе тапҡыр барыуҙы ул хуп күрмәй. Ул халыҡҡа вәғәҙә иткән тәҡдимдәрҙең иң мөһиме: яҡын арала уртаса эш хаҡын 32 мең һумға еткереү. Был бурыс­ты үтәүҙең ике төп юлы бар. Беренсеһе − өҫтәмә аҡса баҫтырыу. Әммә был сара хаҡтарҙың артабан артыуына килтерәсәк. Икенсе юлы иһә етештерелгән продукцияны, аҡсаны ялланып эшләгән халыҡ файҙаһына бүлеп биреү сараларын табыу. Яңыраҡ Владимир Путин байҙарға һалымдарҙы арттырыу тураһында әйтеп үтте. Был сараны башҡарып сығыу еңел булмаясаҡ. Уның өсөн буласаҡ президентҡа Рәсәй халҡынан дәррәү яҡлау кәрәк. Март айында буласаҡ һайлауҙарҙа беҙ Владимир Путинға халыҡ ышанысын күрһәтеп, ныҡлы мандат бирһәк, уның Рәсәйҙе дөрөҫ юлға баҫтырыуға сәйәси ихтыяры етәсәк, тигән өмөт бағларға мөмкин. Путиндың эҙмә-эҙлекле алып барған сәйәсәте тыуған илебеҙгә лайыҡлы киләсәк төҙөүгә йүнәлтелгән икәненә шик юҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисадсы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға