«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өҙөлмәһен гитара ҡылдары...



17.08.2010 Өҙөлмәһен гитара ҡылдары...

«Илама, илама...» Гитара ҡылдарына ҡушылып, йөрәк өҙгөс тауыш менән йырланған был йыр күңелемдә мәңге яңғырар кеүек. Йыр бөткәндән һуң бер кемдең дә тынлыҡты боҙорға ҡыймағанын күреп, егет тағы ла нығыраҡ уңайһыҙлана. Зәңгәр күҙҙәре аҫҡа төбәлә. Әммә күп тә үтмәй, тағы ла моңһоуыраҡ йыр яңғырай. Түңәрәккә йыйылған ҡыҙҙар һәм егеттәр таң атҡансы тик уның моңло тауышын тыңларға әҙер. Башҡа ваҡытта: «Йоҡларға бирмәйһегеҙ!» – тип әрләгән өлкәндәр ҙә егеттең йырҙарын уфтанып тыңлай. Бәлки, ваҡытында тейешле ергә уҡырға ебәрһәләр, Инсафтан бынамын тигән йырсы, хатта «йондоҙ» сығыр ине. Әммә ысынында уға йәмғиәт «законһыҙ тыуған» тигән рәхимһеҙ мөһөрөн баҫҡан. Шуның менән, бәлки, Хаҡ Тәғәлә ниндәйҙер кимәлдә уның яҙмышын алдан билдәләп тә ҡуйғандыр. Ә, бәлки, егеттең йырҙарын йотлоғоп тыңлап, шул моң тарафынан хыял донъяһына сумған беҙ, уның тиҫтерҙәре лә, был яҙмыштың селпәрәмә килеүенә мең-мең ғәйеплебеҙҙер. Сөнки беҙҙе өйгә һуңлап ҡайтҡан өсөн әрләгән, әммә өҫтәлдә йылы ашын әҙерләп ҡуйған әсәйҙәребеҙ көтә ине, ә Инсафты...
... Малай, аҡырышҡан, иҫерек тауыштарҙан ҡурҡып, күҙҙәрен сырт йомоп ята бирҙе. Шунан түҙмәй, йүгереп әсәһен эҙләп сыҡты. Ниндәйҙер ҡурҡыныс ирҙәр менән өҫтәл артында ултырған әсәһе уға әйләнеп тә ҡараманы. Әммә малай, яҡлау, йылылыҡ эҙләп, уға барып һыйынды. Әсәһе шунда уҡ өс йәшлек малайҙы осора һуҡты. Иҫерек ирҙәр һаһылдашып көлә башланы. Инсаф ипләп кенә ағаһының төрткөләүенә иҫенә килде. «Бәхетле» бала сағының тәүге хәтирәһе бына шулай малайҙың. Һуңынан ағаһы менән, тамаҡ туйҙырыу өсөн, Таналыҡ йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға йөрөй башланы. Тәүге тәмәке төпсөгөн дә ошонда һурып ҡараны.
Әсәһенең эсеүен күршеләре лә, мәктәптә лә белһәләр ҙә, уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәнеләр. Тик бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән иҫкәртеүҙәр генә булды. Малайға форма алыуҙы уҡытыусылар йүнләне. Шулай ҙа алама кейемдә балалар араһында йөрөргә ағаһы ла, үҙе лә бик ояла ине. Ағаһы, мәктәпте тамамлағас, сыбыҡ осо туғандарының ярҙамы менән Себер яҡтарына китеп, техникумға уҡыр­ға инде, унан эшкә урынлашты. Инсаф күпме генә хат яҙһа ла, унан яуап булманы. ҡапыл ғына етеш һәм тыныс тормоштоң ни икәнлеген аңлаған ағаһы бала сағын, һәр саҡ иҫерек әсәһен, йылынырға тырышып, алама сепрәк-сапраҡ аҫтында бергә һыйынып ятып йоҡлаған туғанын да оноторға тырышты.
Инсаф мәктәпкә йөрөүен ташланы. Заманалар болғанып киткәнгәме, әллә йонсоу йөҙлө уҡыусынан ҡотолоуға шөкөр генә итеп ҡуйғанғамы, уны мәктәпкә ҡабат килергә өндәп йөрөүсе булманы. Малай ҡасандыр әсәһе ойошторған бер мәжлестән һуң онотолоп ҡалған гитарала уйнарға өйрәнеп алды. Үҙенән-үҙе күңеленә моң килә, һүҙҙәре теҙелә башланы. Инсаф күберәк яңғыҙлыҡ, үлем, яуапһыҙ мөхәббәт тураһында йырланы.
Унан бер ҡыҙҙы осратты. Ниңәлер, ошо минең яҙмышымдыр, тип уйланы. Хәмерҙе арыу ғына һемереп алған ҡыҙ, егеттең йырҙарын тыңлап, үҙе килеп һыйынды. Наҙҙы тик төштәрендә генә күргән егет үҙен әкиәт донъя­һына барып ингәндәй хис итте... Тик иртәнсәк ҡыҙ юҡ ине. Уны эҙләп табыу ҙа яҡшыға булманы, ҡыҙыҡай үҙен онотоуҙы ғына һораны. Быға асыуы килгән егет урамда һуғышып китә. Үҙен белмәйенсә, бер егетте туҡмай ҙа туҡмай. Ярай, кешеләр күреп аралаған... Һөҙөмтәлә Инсаф, хөкөм эскәмйәһенә эләгеп, ярты йылға иркенән мәхрүм ителә.
Бирелгән ваҡыт үтеп, Инсаф иреккә сыға. Уны, ғәҙәттәгесә, лаяҡыл иҫерек әсәһе ҡаршы ала. Күршелә генә йәшәгән дуҫына инә, ҡалалағы хәлдәрҙе һораша. Бер «ярты»ны бушатҡас, бигерәк рәхәт булып китә.
Инсаф эшкә урынлашырға ашыҡмай, төрмәнән сығыуын «йыуыу»ҙы дауам итә. Шулай итеп, эскегә һабыша. Бер айыҡҡанда ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһе иҙәнендә алама сепрәктәр өҫтөндә йыртыҡ кейемдә ятҡан әсәһен күреп ытырғана. «Мине лә шундай тормош, ҡартлыҡ көтәме икән ни?» – тип ҡурҡыуға ҡала. ҡарауылсы булып эшләгән дуҫы менән йышыраҡ күрешергә тырыша. Исмаһам, уның менән эсмәй, шашка-шахмат уйнайҙар.
Март айы етә. Шул осорҙа Инсаф бер ҡыҙ менән танышып, ҡанатланып йөрөй. ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы бүләк һатып ала. Кискеһен һөйгәне менән йәштәр мәжлесенә бара. Күп эсмәҫкә тырыша. Әммә кисәнең аҙағына табан ҡыҙҙың яңы «мөхәббәт» табыуын аңлап, эсә лә эсә. Таңға табан ҡайтырға сыға. Бүлмәләренең ишеге шар асыҡ. Әсәһе иҙән уртаһында оло ярау итеп ултыра. Шул саҡ Инсафтың асыуы ҡабара, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, үҙен яҡты донъяға килтергән кешегә барып йәбешә. Уны типкесләй, туҡмай башлай, ҡулына нимә эләгә шуның менән һуға. Әсәһенең ҡуҙғалмай, хырылдап тын алыуын ишетеп, туҡтап ҡала. Инсаф ишеккә табан атлай ҙа, бала сағындағы ябыҡ, йонсоу, һәр ваҡыт ас һәм тиҫтерҙәренең кәмһетеүенә дусар булған ике малайҙың моңһоу ҡарашын тойғандай булып, әйләнеп килеп, йән көсөнә әсәһенең башына тибеп, сығып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡайтып, иҙәнде, стеналағы ҡанды һөртөп ала. Шунан ғына дуҫына барып, әсәһенең үлеүен хәбәр итә. Күрше-тирә мәрхүмәне ерләргә ярҙам итергә була. Тәү мәртәбә ингән кешеләр бүлмәнең бысраҡлығына, унда бер нәмә лә булмауына аптырай. «Нимә генә ашап йәшәне икән меҫкенкәйҙәр?» – тип йәлләүселәр ҙә була. Мәрхүмәнең кәүҙәһен мәйетханаға алып барғас, уның ҡанһыҙ рәүештә туҡмалыуы тураһында милицияға хәбәр итәләр. Егеттең әсәһен туҡмағанын ишеткән шаһит та табыла (ә ул кешегә енәйәтте туҡтатырға нимә ҡамасауланы икән?). Инсаф ҡулға алына. ҡайҙандыр мәрхүмәнең ағаһы һәм ҡустыһы пәйҙә була. Улар, бүлмәләге барлы-юҡлы әйберҙәргә талашып, һуғышып уҡ китә. Унан, алмаштырырлыҡ нәмәне көмөшкәгә алмаштырып бөткәс, бер нисә көн ошо бүлмәлә эсеп ятып, шулай уҡ юҡҡа сығалар.
Инсаф дуҫы аша тик бер нәмәне генә үтенә: ағаһын табып, барыһын да хәбәр итергә. Юҡ, үҙен аҡлау өсөн түгел, бер туғанының йылы ҡарашын булһа ла тойоу тураһында хыяллана ул. Әммә ҡустыһының ниндәй аяныслы хәлдә икәнен, әсәһенең үлеп ҡалыуын ишеткәс тә күптән фатирлы, машиналы, етеш тормошта йәшәүсе ағаһы үҙенең туғандары ла, әсәһе лә юҡлығы, үкһеҙ етем булыуы тураһында белдерә.
Инсаф алты йылға ҡаты режимлы колонияға ебәреүгә хөкөм ителә. Дуҫы ул йәшәгән бүлмәгә Инсафтың кейемдәрен табырға өмөтләнеп инә. Сөнки егет төрмәнән шундай үтенесле хат ебәргән була. Тик әйберҙәрҙең береһен дә тапмай. Уның ҡарауы, мөйөштә ятҡан гитараға иғтибар итә. Музыка ҡоралына эскеселәр нисек теймәгәндер – билдәһеҙ... «Мин гитараны алыу менән уның бер ҡылы өҙөлөп китте», – тип шомланып һөйләй Инсафтың дуҫы.
Хәйер, гитара ҡылы ғына өҙөлдөмө икән? Бәлки, уның менән бергә Инсафтың йыр-моңо ғына түгел, яҙмышы ла өҙөлгәндер...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға