«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –



06.12.2011 “Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –

ти Хәйбулла районының ағинәйе Сәбилә Түснәкова
“Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –
1914 йылдың йәмле йәйге иртәһендә Хәйбулла районының Утарбай ауылында Әбделҡадир Торомтаевтың ғаиләһендә, бар донъяға ауаз һалып, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Сәбилә тип исем ҡушалар. Сәбилә – оло юл, сәйәхәтсе тигәнде аңлата. “Мин дә тиҫтерҙәрем кеүек үк йәшенмәк, ҡурсаҡ уйнаным. Үҫә төшкәс, ҡыҙҙар менән “аулаҡ өй”ҙәргә йөрөнөк, – тип хәтерләй ул. − Уйын-көлкө ойоштороп, ҡул эштәре менән булып, күңелле ял итә торғайныҡ”. Сәбилә инәй бындай кистәрҙә һәр саҡ мөнәжәттәр әйтер булған.
Булайыҡ беҙ һиммәтле,
Ижтиһатлы, ғәйрәтле.
Уятырға милләтте
Тырышайыҡ, дуҫтарым!
“Күгәрсен”, “Һандуғас” кеүек халыҡ йырҙарын ул саҡта йәштәр бик яратып башҡарған.
Һәр төрлө эште еренә еткереп эшләп өйрәнгән Сәбилә бик егәрле булып үҫә. 14 йәше тулыр-тулмаҫтан ул Тиргәмеш ауылына килен булып төшә, Харис Түснәков менән ғаилә ҡора.
1930 йылда ауылда колхоз төҙөлә. Әле быуыны нығынып та өлгөрмәгән йәш килен фермала һыйыр һауа башлай. Бынан тыш, уға башҡа колхоз эштәрен башҡарырға тура килә. Шул йылдарҙа уҡый-яҙа белмәгән халыҡҡа белем алыу мөмкинлеге асыла. Сәбилә инәй өсөнсө класҡа тиклем уҡый. Ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советында әүҙем эш алып бара. ҡыҫҡаһы, Сәбилә Түснәкова ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнай. Уңған хужабикә – биш балаһына өлгөлө әсәй ҙә. Үҙ заманында күренекле, оло ихтирамға лайыҡ, өлгөлө ғаилә була улар.
Тырышып донъя көтөп ятҡанда илебеҙгә ҡара яу – Бөйөк Ватан һуғышы бар халыҡты зар илатып, бәхетле тормоштоң аҫтын-өҫкә килтерә. Барлыҡ ил азаматтары ҡулына ҡорал алғанда Харис олатай ҙа ситтә ҡалмай. Ул ауылынан тәүгеләрҙән булып яуға оҙатыла.
Батырҙар Ватан өсөн фронтта ҡан ҡоя, тылдағыларға ла еңелдән булмай. Балалар, үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар – барыһы ла “Тыуған ил өсөн!” девизы аҫтында иртәнән-кискә тиклем арымай-талмай хеҙмәт итә. Сәбилә инәйҙең иңендә колхоз йөгө арта. Был йылдарҙа егәрле ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә эштәр башҡармай?! Ул һауынсы ла, башмаҡ, ат ҡараусы ла була. Ураҡ эштәре, бесән әҙерләү кеүек мәшәҡәттәрҙән дә ситтә ҡалмай.
Халыҡ күңелендә көндәлек тормошҡа бәйле бәйеттәр барлыҡҡа килгән. Уңғанлыҡ, егәрлелек һәм ялҡаулыҡ, белемлелек һәм наҙанлыҡ кеүек төшөнсәләр халыҡтың ошондай ауыҙ-тел ижадында сағыла. Бына, мәҫәлән, “Бесән бәйете”:
Йәй көнөндә эшләмәгән ялҡау
кеше
Ҙур ауырлыҡ күрмәй ҡалмаҫ
ҡышта.
Йөрөйҙөр сана егеп
салыулатып,
Һалҡынлыҡтан ирендәрен
ҡалтыратып.
Йәй көнөндә эшләгән
һөнәрлеһе
Баҙарҙарға баралыр
ит-май һатып.
“Беҙ бер ҡасан да һыйырҙан өҙөлмәнек. Шуға ҡатыҡ, ҡаймаҡ-май, ҡорот, эремсек һәр саҡ табында булды”, – ти уңған хужабикә.
Йырҙа йырланғанса, ғүмер аҡ­ҡан һыу кеүек икән. Бер-бер артлы йылдар үтә... Быуындарҙы бы­уындар алмаштыра, тормош дауам итә. Балалар тыуа, ата-әсәһенә терәк булып үҫеп етә. Тик, ҡыҙ­ғаныс­ҡа ҡаршы, бөгөн Сәбилә инәйҙең тик бер генә балаһы – Мөслимә ҡыҙы ғына иҫән. Инәй әлеге ваҡытта ейәне Ишбирҙе һәм килене Гүзәл менән бергә йәшәй. Ул, оло булыуына ҡарамаҫтан, ураҙа тота. Ауыл мәсетенә йөрөп, аят-доғалар ҡыла. “Һәр ҡылығыбыҙ менән Аллаһы Тәғәлә, кешелек алдында яуаплыбыҙ. Шуға тик яҡшыны күрергә, тик изге хәбәр ишетергә, матур юлдарҙа йөрөргә тейешбеҙ”, – ти ул мөнәжәттәре аша. Сәбилә инәй кеүек ағинәйҙәр­ҙең ижади мираҫы күңелебеҙ түрендә һаҡлан­һын.

Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.
Хәйбулла районы,
Байғусҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға