«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәхет сере — тырышлыҡта...



06.12.2011 Бәхет сере — тырышлыҡта...

Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы оҫтаһы Батыр Зиннәтовтың ҡул йылыһы тейгән мебелде ауылдыҡылар ҙа, ҡаланыҡылар ҙа ҙур теләк менән һатып ала
Бәхет сере — тырышлыҡта...
Бәхеттең асылы ниҙә? Был һорау һәр беребеҙҙе борсой. Кемдер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. ҡырҙас ауылында йәшәүсе Батыр Зиннәтов — бәхетте үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе. Ул үҙ хужалығында дуҫы Раян Кейекҡужин менән бергә мебель яһау менән шөғөлләнә.
Беҙ барғанда, Батыр күршеләренең алғы бүлмәһенә гарнитур эшләп бөтөп, уны урынлаштырып йөрөй ине. Шундай матур, зауыҡ менән эшләнгән шкафтарға ҡарап, ысынлап та, уның оҫта ҡуллы кеше икәненә инанаһың. Бер яҡтан, ышанып та етмәйем: шундай йәш кенә егет ошондай әйберҙәрҙе нисек эшләгән икән?..
Батырҙа бәләкәйҙән ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу була, ул ағастан төрлө әйберҙәр эшләү теләге менән янып йәшәй. ҡырҙас урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә уҡырға инә. Студент сағында уҡ атаһына йорт төҙөргә ярҙам итә, уның тышҡы биҙәлешен, эске йыһазын үҙ ҡулдары менән эшләй. Туғандары ла Батырҙың был хеҙмәтен хуплап ҡына ҡалмай, уға артабан мебель эшләү менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр. Оҫта ҡуллы студент егет шулай үҙенең шәхси эшенә тотона. 17 йәшендә тәүге тапҡыр өс ишекле, бер тартмалы шкаф эшләп ҡарай һәм уның был хеҙмәте күңеленә ята. Артабан интернет аша заманса мебель эшләү серҙәре менән ҡыҙыҡһынып, махсус программалар аша үҙ оҫталығын арттыра. Уҡыуын тамамлағас, дүрт ай Магнитогорск мебель фабрикаһында эшләүе лә был хеҙмәттең нескәлегенә төшөнөргә ярҙам итә.
Үҙ оҫтаханаһын булдырған егеттең эше алға киткән. Уға ауылдарҙан, райондан һәм төрлө ҡалаларҙан мөрәжәғәт итеп, заказ бирәләр. «Аҙнаһына өсәр заказ ҡабул итәм, сөнки күберәк булһа, өлгөртөп тә булмай бит. Һәр мебелде кешенең теләге, һорауы буйынса һәм модаға яраҡлаштырып эшләргә тырышам. Хәҙер бит кеше заманса йәшәргә, йорт-ихаталарын нисек тә зауыҡлы итергә тырыша. Бигерәк тә кухня, балалар бүлмәһе гарнитурҙары, компьютер, журнал өҫтәлдәре, һандыҡ, шкаф-купе кеүек мебелде һораусылар күп», – ти Батыр. Уның ҡул эштәренә ихласлығы олатаһынан күскән. Сөнки ул оҫта ҡуллы булған, Сибай ҡалаһында йорттар төҙөгән, балта оҫтаһы булып танылыу алған.
Әйткәндәй, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа айырыуса иғтибар бүленә. Бөгөн районда йәшәгән йәштәрҙең күбеһе тиерлек иҡтисадтың ошо тармағын үҙ итә. Батыр ҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программала ҡатнашып, 300 мең һум субсидия аҡсаһына форматлы-киҫеү станогы алып, үҙ эшен бөгөн уңышлы ғына алып бара. Сифатлы ла, үтә ҡиммәт тә булмаған мебелде халыҡ тиҙ һатып ала. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ йорт йыһаздары ҡала магазиндарында икеләтә ҡиммәт хаҡҡа һатыла. «Эшләнгән әйберҙең ниндәй булыуына ҡарап, айына төрлөсә суммала килем алырға була. Шулай ҙа тырышһаң, 30 – 40 мең һум сығарырға була», – ти Батыр Зиннәтов.
Бөгөн уңған, оҫта ҡуллы Батыр кәләше Мәүлиҙә менән Асҡар ауылының Көнсығыш − 2 биҫтәһендә үҙҙәренең йортон төҙөй. «Өйөмдө лә заманға ярашлы төҙөп, мебелде лә үҙем эшләйәсәкмен. Үҙ эшеңдән ҡәнәғәтлек кисереү – үҙе үк бәхет», – ти эшҡыуар. Ысынлап та, маҡсатҡа ирешеү, хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк. Үҙ эшен булдырыу юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, йүнсел егет бирешмәй, тырышлығы менән тормоштан кинәнес табып йәшәй.

Сәриә РАМАҘАНОВА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға