«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 50 процент



26.11.2011 50 процент

50 процент
СССР заманында сейсмология йәһәтенән хәүефле һаналған райондарҙа төҙөлгән биналарҙың тап 50 проценты заманса талаптарға яуап бирмәй. Был нимәне аңлата? Ер һелкенһә, тетрәһә, иң тәүҙә ошо йорттар ҡойолоп төшәсәк, тигән һүҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, совет осоронда әлеге төбәктәрҙә биналар, хәҙерге замандан айырмалы рәүештә, бүтән нормалар, ҡағиҙәләргә ярашлы төҙөлгән, йәғни талап ҡаты булмаған.
Ошоға тиклем был проблеманы хәл итеүгә бәйле яҡшы үҙгәрештәр юҡ. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш, Саян, Байкал буйы, Алтай крайында сейсмик яҡтан хәүефле биләмәләр бар. Уларҙағы байтаҡ торлаҡ йорт, сәнәғәт предприятиеһы иҫкергән һәм ер аҫты һелкенеүҙәренә ҡаршы торорға һәләтһеҙ. Кем ғәйепле? Ундағы халыҡ нишләргә тейеш? Мәсьәлә ҡасан хәл ителер? Был һорауҙар асыҡ ҡала...
Әйткәндәй, донъяның халыҡ һаны буйынса иң эре ун ҡалаһының һигеҙе хәүефле урында ултыра, имеш. БМО белгестәре билдәләүенсә, был иҫәпкә Токио, Мехико, Нью-Йорк, Мумбай, Дели, Шанхай, Калькутта, Джакарта инә.

GK-RAM.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға