«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Заманға яраҡлашҡан ҡунаҡсыллыҡ



29.11.2011 Заманға яраҡлашҡан ҡунаҡсыллыҡ

Заманға яраҡлашҡан ҡунаҡсыллыҡ
Хәҙер ҡунаҡҡа һирәк йөрөйҙәр, онотҡанда бер саҡырышалар. Бының сәбәптәре лә бар, әлбиттә: ни тиһәң дә, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, һәр нәмә иҫәпле, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ ана бит, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр­ҙәй, күҙ алдында артып китте, тағы, тура ултырып, ҡырын һөйләмәйек, йәмәғәт, күңелебеҙ тарайҙы, тормош сүп-сарына күмелеп тапландыҡ, ваҡландыҡ. Хәлбүки, бөтөнләй бөтмәне инде ул ҡунаҡҡа йөрөшөү тигән йола, әле лә бар. Тик ул, ғәҙәттә, көнэлгәре, алдан билдәләнә: тыу­ған көндәр, бәпес туйҙары, түңәрәк һәм түңәрәк булмаған юбилейҙар­ға бағышлап ойошторола шул табын тигәндәре. Икенсе төрлөрәк, күҙгә бәреп әйткәндә, бүләк йыйыу сараһы ул бөгөнгө ҡунаҡҡа саҡырыу (күптәр­ҙең фекерем менән килешмәҫен алдан һиҙәм, ни хәл итәһең – тура әйткән, туғанына ярамаған). Баҙар кешеһе булараҡ, хужа иң әүәл ҡунаҡтар­ҙың һанын, дәрәжәһен билдәләй, килер килемде иҫәпләп сығара, шуға ҡарап уртаға ҡуйырын хәстәрләй. Йәнә кеше башына күпме араҡы тәғәйен, уныһы ла иҫәпләнә, бында бәпес туйымы, башҡа тантанамы, мөһим түгел. Сөнки иҫерткес эсемлекһеҙ йыйылышып ултырыу – онотолған күренеш. ҡунаҡтың дәрәжәһе тигәндәй, ауылда йәшәгән саҡта йома кис ҡунаҡҡа әйттеләр, мәгәр беҙ, күрше-тирәләре, әйтелгән ваҡытҡа йыйылып бөтһәк тә, хужа табын артына саҡырырға ашыҡманы. Төп, көткән, кәрәккән ҡунаҡ, эшем эйәһеләй, ике сәғәт тирәһе һуңлап килде, йәнә ул алдан күңелен апаруҡ асып өлгөргәйне. Шунан кис буйы түрҙә йәйелеп, тоҙһоҙ лөғәт һатып, табынды йәмһеҙләп ултыр­ҙы. Күркәләй ҡабарған түрәнең яйын яйлаған йорт хужаһы эргәһендә бөтөрөлә генә: бар затлы һыйҙы тегенең алдына этәрә, ҡаҙы һоғондора, ҡулына ҡаҙ бото тоттора. Йыйылғандарҙың кәйефе китте, ул табындан түбәнһенеп, үҙебеҙҙең был йортта артыҡлығыбыҙҙы тойоп, көйәләнеп ҡайттыҡ. ҡунаҡ ғәҙәттә, дәрәжәһе, кимәленә ҡарап саҡырыла, быныһы бәхәсһеҙ. Иллә мәгәр кеше хөрмәт йөҙөнән саҡырылған икән, ул үҙенең шул табындың түрендә булыуын тойоп, башҡалар менән типә-тиңлеген күреп, тамағы түгел, күңеле туйып ҡайтырға тейеш.
Әүәле, мин бала саҡта, әсәйем, аш бешерһә: “Улым, ашты мул һалғанмын, бар, күршеләрҙе саҡырып ин, күңел етһә, урын етә ул”, – тиер ине. Мин, ҡыуанып, күршеләребеҙгә йүгерәм. Өлкәндәр, урындыҡта түңәрәкләп ултырып, шау-гөр килеп аш ашай, беҙ, бала-саға, иҙәндә мәж киләбеҙ. Әңгәмәһе, кәңәше, уйын-көлкөһө лә ошонда, бәләкәй генә бер татыу ҡорҙа… Бәлки, ул заманда табын да муллыҡтан һығылып тормағандыр, заманы ла ауыр уҡ булмаһа ла, ҡыҫынҡылыҡ һиҙелә ине. Мәгәр йомарт ҡунаҡсыллыҡ ярылып ята торғайны шул саҡырышыуҙарҙа. Бер ике-өс көн үтәме-юҡмы, күршеләр, бәлеш бешереп, беҙҙе ҡунаҡҡа әйтә. Йәнәш йәшәүселәр, береһе икенсеһенә терәк булып, шатлыҡ-ҡайғыларҙы бүлешеп, шулай ойошоп йәшәй торғайны. Йәнә ул заманда торлаҡ мәсьәләһе ҡырҡыу булғанлыҡтан, өйҙәш йәшәү ҙә ғәҙәти күренеш ине. Туған-тыумаса ептәре бәйләмәгән ике ғаилә (8 – 10 йәндән дә кәм түгел), талаш-тартышһыҙ, килешеп, бер ҡыйыҡ аҫтында көн күрә. Бөгөнгө тимер ишектәр, рәшәткәле тәҙрәләр артына боҫҡан замана кешеләренә был хаҡта һөйләү ҙә урынһыҙ. Ышанмайҙар, ышанмау ғына түгел, ошо хаҡта һөйләй башлаһаң, бер иҫәргә ҡарағандай, сәйерһенеп ҡарайҙар.
ҡунаҡсыллыҡ тиһәм, тормошомдағы ике ваҡиға хәтергә төшә.
Ауыл советы рәйесе вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Төпкөлдә ятҡан ҡаҙырша ауылына эш менән киттем. ҡунаҡсыл, итәғәтле, тәүфиҡлы халыҡ йәшәй унда. Быны шаштырмай, нисек бар, шулай әйтәм. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – мин барып төшөүҙе көтөп торалар тиерһең, төш мәле етһә, берәйһе мотлаҡ сәйгә алып ҡайта. Беҙҙең халыҡта сәй төшөнсәһенә уртаға ҡуйыл­ған тотош һый инә бит инде ул, шуға һәр кем затлы ризығын ҡунағына ауыҙ иттерергә тырыша. Был юлы яныма һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әхмәтшәкир Тауылбаев килеп, мине төшкө сәйгә саҡырҙы ла, әҙерләнеп торасағын әйтеп, аҡһай-туҡһай өйө яғына ашыҡты. Хужа ҡапҡа тышына сығып ҡаршы алды, әйҙүкләп түргә алып барып ултыртты, үҙе янымдан урын алды. Миңә тәғәйенләнгән табын әҙер ине инде: һуғылған балаҫ түшәлгән, ян-тирәһенә яҫтыҡтар һалынған иҙәнгә ҙур ашъяулыҡ йәйелгән, ситтәрәк еҙ самауыр борҡоп ҡайнап ултыра, табын уртаһына ҡабарып яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк ҡуйылған, тәрилкәләр­ҙә ике урында ике йомғаҡ май һәм шул ниғмәттәрҙе уратып бер биҙрә самаһы бешкән йомортҡа таратып һалынған. Хужаның йөҙө ҡыуаныстан балҡый. Өҫтәл биҙәүҙең рәт-сиратын белмәгән ауыл ҡарты самаһын сикләп тормай бар һыйын алдыма теҙгәйне. Эскәнем – бер сынаяҡ сәй, ҡапҡаным бер һыныҡ икмәк тә бер ҡалаҡ май булды, мәгәр әңгәмәбеҙ йәнле, оҙаҡ дауам итте. Йәнем яҡтырып, рухым үҫеп сыҡты был йорттан. Үҙ ғүмеремдә ҙур ҡалаларҙың оло табындарында затлы, ят һыйҙарҙан ауыҙ иттем, арҙаҡлы шәхестәр менән аралаштым, әммә үҙен батшалай олпат тотҡан, һүҙҙең йәмен, тәмен, яйын белгән ауыл ҡартының һөйләгәндәре әле лә ҡолағымда яңғырап торғандай, ашъяулыҡ тулы хан тәғәме һаман да телем осонда. Башҡа кәйеф-сафа ҡороуҙар онотолоп бөтһә лә, ул онотолмай. Сөнки хужаның үҙе лә, әҙерләгән һыйы ла ихлас күңелдән ине шул…
Йәнә бер осрашыу иҫемдә. Өфөгә барышлай юлдан алыҫ түгел бер ауылға ҡайырылдыҡ. Бында аралашып йәшәгән, уҡыу йортонда бергә һабаҡ алған танышым йәшәй ине, үҙе лә ҡайта-ҡайта телефон аша саҡырып торғас, юл ыңғайы хәлен белеп сығырға иттем. Теге, эскелеккә ҡаршы көрәш асып, араҡы-шарапҡа ҡытлыҡ кисергән заман. Етеш йәшәгән таныштарым матур табын әҙерләне лә, өҫтәл артына ултырырға ҡыймай, шыш та быш шыбырлашып торғандан һуң өй хужаһы ҡабаланып сығып китте. Беҙ хужабикә менән, һүҙҙәребеҙ берекмәй, йә хужаһыҙ табынға етешергә ҡыймай, биниһая ваҡыт ултырып ташланыҡ. Хужабикә хужаның юғалыуын ғәйепле төҫ менән аңлатты: “Өйөбөҙҙә һыйыбыҙ (йәғни араҡыбыҙ) юҡ шул. Шуны өй беренсә эҙләп китте. Бәлки, табыр…” (Минең иҫерткес эсемлектәргә иҫем китмәгәнде белә-күрә нишләп сығып йүгергәндер инде?) Оҙаҡ ҡына көтһәм дә, танышым ҡайтманы, миңә тигән һыйын таба алманы булыр… Миңә уның араҡыһы түгел, үҙе кәрәк ине, ауыҙынан ишетеп хәл-әхүәлен белешергә, һөйләшеп ултырырға теләгәйнем…
Әҙәм балаһына күп кәрәкмәй был донъяла, шуны онотмайыҡ. Барына ҡәнәғәт булып, яҙғанына шөкөр итә белһәң, шул еткән. Кешегә иң беренсе кеше йылыһы, хәстәре, яҡты йөҙө, ҡурсалауы, һаҡлауы кәрәк. Әгәр ошо төшөнсәләргә инанып йәшәһәк, тормош табыныбыҙ ҙа мул күренер, ҡунаҡсыллығыбыҙ ҙа, матур бер хәтирә булып, аралашҡан кешеләребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың күңелендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланыр ине!

Хәйҙәр Тапаҡов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға