18.09.2010 Хыянатты ғәфү итеп буламы?
Мин десантсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Әйтергә кәрәк, әрме хеҙмәте мине физик яҡтан шул тиклем ныҡ үҫтерҙе һәм сыныҡтырҙы. Былай ҙа һомғол кәүҙәм тағы ла һомғолланыбыраҡ китте, ысын атлетҡа әйләндем. Уйнап торған мускулдарымды былтайтып сығарып төшкән фотоларымды һөйгән ҡыҙыма ебәреп, уның йөрәген яндырырға теләнем. Башҡаларға ла күрһәтәсәгенә иманым камил ине. Үҙ-үҙем менән һоҡланыуым тора-бара шул тиклем көсәйҙе – бындай фотоларымды класташ ҡыҙҙарға, туғандарыма, хатта хеҙмәттәштәремдең таныш ҡыҙҙарына ла һалып ебәрҙем. Йәнәһе, күрегеҙ, һоҡланығыҙ – бына мин ниндәй!
Оҙаҡламай миңә, ысынлап та, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән гүзәл заттарҙан хат яуа башланы. Хатта һәр береһенә яуап та яҙып өлгөрөрлөк түгел. Үҙ-үҙем менән маһайыу, әтәсләнеү хаттин ашып киткәндер инде – һөйгән ҡыҙым, Гөлнарам, тураһында онотоп, уға хаттарымды һирәгәйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Шул мәлдә һөйгәнемдең миңә үпкәләп яҙған хаттарын әле асып уҡыйым да, үҙ-үҙемдән оялып китәм. «Күркә! Нимәң менән әллә кем булдың һуң? Йәшел беретың менәнме? Мускулдарың менәнме? Алйот! Тапҡанһың маҡтаныр нәмә!» – тип битәрләйем үҙемде. Ғәләмәт сибәр ине шул хеҙмәттәшемдең һеңлеһе Кристина.
Алйотмон шул, юғиһә, хат аша ғына танышҡан тәтәй ҡыҙға алданып, өҙөлөп һөйгән ҡыҙымдан яҙыр инемме ни?! Бына хәҙер килеп кәрәгемде алдым инде: төкөрөп тә бирмәй миңә Гөлнара. Уның һинән башҡа ла егеттәре быуа быуырлыҡ. Ана бит, өйөрө-өйөрө менән уның артынан сабалар. Тик Гөлнара ғына бер кемгә лә ихласлыҡ күрһәтмәй. Һаман да шул ғорур, баҫалҡы, һөйкөмлө Гөлнара дәрестәрҙән һуң университетынан сыға ла, сыр-сыу килгән дуҫ ҡыҙҙары менән дөйөм ятағына табан атлай. Мин уны алыҫтан күҙҙәрем менән генә оҙатып барам. Бер нисә тапҡыр һөйгәнемде мыҡты ғына кәүҙәле егеттең оҙата барғанын да шәйләнем, тик, уларҙың ҡаршыһына сығып, һөйгән ҡыҙымдың «ухажер»ын осора һуғырға баҙнатсылығым етмәне.
Оялам Гөлнаранан. Саф, пак күңелле ҡыҙ алдында үҙемде бахыр, көсһөҙ итеп күрһәтеүҙән оялам. Каникулға ҡайтҡанында ҡапҡа төптәрендә һағалап, ҡыҙ менән һөйләшергә тип маташып ҡарауым да бушҡа булып сыҡты – Гөлнара үҙенә яҡын ебәреү түгел, ипле бер һүҙ ҙә ҡушманы. Белгәне: «Хыянатсы!».
Эйе, хыянатсымын шул. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ үҙенән ике класҡа түбән уҡыған, әллә нисә йыл осрашып йөрөгән, армияға оҙатҡанда, илап, көтәм, тип вәғәҙәһен биреп ҡалған, унан ике йыл буйы көн дә тип әйтерлек һөйөү, наҙ тулы хаттарын ебәреп торған Гөлнарамды күҙе-башы уйнап торған, «текә» машинала елдергән, ауыҙынан тәмәкеһе өҙөлмәгән ебәктәй етен сәсле Кристина арҡаһында ситкә тибәрҙем. Кристина өсөн мин сираттағы тәтәй егет кенә булғанмын икән: бер аҙ «уйнай» бирҙе лә, ситкә бырғытты...
Үҙемдең төҙәтә алмаҫлыҡ хата яһағанымды яңыраҡ, ҡаласа кейенгән-яһанған, еңелсә генә биҙәнгән Гөлнараны ҡабаттан ауыл клубында осратҡас ҡына, аңланым. Кристина янында фәрештә кеүек икән дә ул! Мәлен тура килтереп, янына яҡынлашҡайным да, ҡыҙ арты менән боролдо ла, минең менән һөйләшкеһе килмәүенә ишара яһап, иптәш ҡыҙҙарын ситкә алып китте.
Дискотека буйы күҙемде ала алманым беренсе мөхәббәтемдән. Тик Гөлнара минән бик ныҡ алыҫлашҡан шул – шундай һалҡын бөркөлөп тора күҙҙәренән. Дискотеканан һуң оҙатырға барырға тигән ниәтем тағы ла килеп сыҡманы – ҡыҙ, дорфа ғына итеп, нимә кәрәк һиңә, тип кенә ебәрҙе. Дуҫым Азаматты дипломат итеп ебәреп тә ҡараным – юҡ, ул минең менән һөйләшеп аңлашыуҙан ҡырҡа баш тартҡан.
Каникулы тамамланып, Гөлнарам уҡыған еренә юлланғас, булдыра алманым – уның артынан ҡалаға сығып киттем. Эшен дә, йәшәр урынын да таптым. Эштән һуң кис һайын ҡыҙ йәшәгән ятаҡ янына барып, төнгө сәғәт 11-ҙә ятаҡ ишеге ябылғанға тиклем көтһәм дә, ҡыҙ танау осон да күрһәтмәҫ булды. Әллә уны ҡарауыллағанымды белдеме икән? Шәмбе көндәре ҡыҙҙы университет янында һағалап, һөйләшергә уйлауым да әлегә килеп сыҡмай. Гөлнарам янына яҡын килергә ҡурҡам.
Егеттәр, нишләргә миңә, кәңәш бирегеҙсе? Уны юғалтыуҙан, мине ғәфү итмәүенән ҡурҡам. Сөнки хыянатты кисереүе ауыр икәнлеген аңлайым. Ә мин бит ысын хыянатсы! Иң саф, иң матур хистәребеҙҙе елгә осорҙом. Их...
Ярҙам һәм яуап көтөп, Сәғит.
Өфө ҡалаһы.