«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Һағындыра йәшлек йылдары»



19.11.2011 «Һағындыра йәшлек йылдары»

«Һағындыра йәшлек йылдары»
Баймаҡ районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләгән Рәйес Кәримовты, ер улы, тип атар инем. Барыбыҙ ҙа бер планетала йәшәйбеҙ, Марстан йә Айҙан төшмәгәнбеҙ бит, тиеүселәр ҙә табылыр. Тыуған тупрағына тоғро ҡалып, шөғөлдәрҙең иң изгеһен – игенсе һөнәрен һайлаған кешене башҡаса атау мөмкин түгелдер.
Рәйес Хәмзә улы Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын шофер булып башлай. Унан колхоздың алмаштырғыһыҙ механизаторына әүерелә. Совет армияһы сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Ниғәмәт ауылы һылыуы Гөлгөнә менән ғаилә ҡора. Улар өс ҡыҙ тәрбиәләй. Бөгөн өлкән ҡыҙҙары Ләйлә тормош иптәше Илфат Йәмлихин менән ике бала үҫтерә. Йәш ғаилә әле йорт һалыу менән мәшғүл. Уртансылары Люциә һөнәрселек училищеһында уҡыһа, төпсөктәре Ғәзизә мәктәптә белем ала.
– Рәйес яҙҙан көҙгә тиклем квартирантыбыҙ ғына ул, – тип көлдө уның тормош иптәше Гөлгөнә апай. – Механизаторҙарҙың эше шул инде, баҫыу эштәре башланыу менән тынғыһыҙға әүереләләр.
Рәйес ағайҙың тырыш хеҙмәтен колхоз, район тарафынан бирелгән бихисап Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты асыҡ дәлилләй. Тыныс холоҡло, ғәҙел ир-уҙаманды ауылда ла хөрмәт итәләр.
Рәйес Кәримов колхоздарҙың шаулап-гөрләп эшләгән ваҡытының да, уның торғонлоғон да, һүлпәнәйгәненең дә, бөгөнгө ҡыҙғаныс хәленең дә шаһиты.
– Күңелле замандарҙа йәшәнек, – тип һүҙ башланы Рәйес ағай. – Ниндәйҙер тулҡынландырғыс та, сәмле лә, шул уҡ ваҡытта бер-береңә ҡарата ихтирамлы мәл ине. Таң һарыһынан өйҙән сығып китәһең дә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтаһың. Эшләйһең-эшләйһең, әммә арытмай кеүек. Бар колхозсыларҙы ниндәйҙер рух күтәренкелеге берләштерҙе.
Ололар, урта йәштәгеләр менән бергә йәш-елкенсәк тә эшләне. Беҙ, йәштәр, ололарҙан үрнәк алдыҡ. Ә улар беҙҙең алда һыр бирмәҫкә тырышты.
Байрамдар гөрләп уҙыр ине. Колхоз йыйылыштары һуң! Район, колхоз етәкселәре сығыш яһай, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләйҙәр, алға пландар ҡуйыла... Эш хаҡы ла ваҡытында бирелә ине, премияларын да алып торҙоҡ.
Ә хәҙер... Ауылдарҙа бөгөн бик күңелһеҙ. Колхозда күберәк пенсия йәшенә етеп килгән кешеләр эшләй. Бик һирәк осраҡта ғына йәштәр килә. Балалар мәктәпте тамамлай ҙа, һәр ҡайһыһы төрлө яҡта төпләнә.
Беҙҙең быуын хаҡлы ялға сығып бөтһә, алмашҡа эшсе көстәр – механизаторҙар, комбайнсылар, иретеп-йәбештереүселәр, малсылар, һауынсылар, быҙау ҡараусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре юҡ! Ә колхоз тормошо ауыл йәшәйешенә ныҡ бәйләнгән бит. Ауыл ҡартая...
Йәштәрҙе, колхозға эшкә ҡайтмай­һығыҙ, тип битәрләп булмай. Егет-ҡыҙҙар­ҙы аңларға мөмкин. Ваҡытында түләнмәгән бәләкәй эш хаҡына кем риза булыр? Яңы оло тормошҡа баҫҡан йәштәргә йәшәргә аҡса кәрәк. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә алмағандар, урта махсус белем алып, Себер яҡтарына китә. Аҡсаның хәҙер бәрәкәте лә юҡ шул. ҡулдарҙа – меңәрлектәр, әммә йәлсеп булмай.
Элегерәк, мин колхозда эшләйем, тигән һүҙҙәр ғорур яңғырай ине. Ә бөгөн “колхозсы” һүҙен мыҫҡыллау өсөн генә ҡулланалар. Был йәмғиәттең колхозға, йәғни уны ашатыусы табаҡҡа төкөрөүенә бәрәбәр.
Баҫыу эше тәбиғәткә туранан-тура бәйле. Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында буралар буш ҡалды. Быйыл урып-йыйыу мәлендәге ямғырҙар бәкәлгә һуҡты. Йәшерен-батырыны юҡ, ауыл хужалығының сығымдары килемде ҡапламай. Яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар көндән-көн арта, ә колхоз продукцияһы һаман да арзан ҡала. Ауыл хужалығы системаһында етди реформалар үткәрелмәһә, бар хужалыҡтарҙы бер яҙмыш көтә.
Колхоздарҙы бөтөрөү дөрөҫ түгел. Башҡортостан, тәү сиратта, аграр төбәк. Ситтән килтерелгән продукцияға халыҡты туйындырыуы ауыр буласаҡ.
Эйе, бөгөн һәр колхозсының күңелен билдәһеҙлек, бошонҡолоҡ биләгән. Дәүләт берәй ҡасан ауыл хужалығына йөҙ менән боролормо икән? Шул һорау күңелде өйкәй. Алда нимә булыр?..

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға