«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Замана крепостнойҙары



15.11.2011 Замана крепостнойҙары

Замана крепостнойҙары
«Баймаҡ районының Төркмән ауылына килеп сығыр инегеҙ, беҙҙә бик күптәр бурыс һаҙлығына батып яфалана, йорттарыбыҙҙа тыныслыҡ юҡ».
Ошондай йөкмәткеле хат алып та, нисек тыныс ҡына ятмаҡ кәрәк?! Юлға сыҡтым.
Төркмәнгә барғас, бындағы халыҡ тарыған бәләнең айышына төшөндөм. Баҡтиһәң, ҡасандыр төрлө банкыларҙан үҙ иҫәбенә кредит алып, аҡсаларын «Ирәндек» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырғандар ҙа, хәҙер шул сәбәпле яфа сигәләр икән. Бисараларҙың нисек бәләгә тарыуҙары хаҡында бәйән итеүҙәренән түбәндәгеләрҙе аңланым:
− 2003 йылдан алып 2008 йылға тиклем ваҡыт арауығында «Ирәндек тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы артеле банкротлыҡ процедураһы кисерҙе, артабан тарҡатылды. Биналар, ҡорамалдар һәм техниканың күп өлөшө Баймаҡ районы хакимиәтенең милек менән идара итеү комитеты балансына, бынан тыш, 17 берәмек техника «Төйәләҫ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырылды. Банкротлыҡ процедураһы кисергән «Ирәндек» тоҡомсолоҡ базаһынан 2004 йылда «Ирәндек» агрофирмаһы» тип аталған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт барлыҡҡа килтерелде.
Ришат Миңлеғәле улы Йәнтүрин етәкләгән ошо «Ирәндек» агрофирмаһы тирәһендә ҡуйыра башлай ҙа инде барлыҡ мажара. Хужалыҡ директорының үҙенең башына киләме бындай гениаль уй, әллә башҡа берәй «түңәрәк башы» аҡыл өйрәтәме, ни булһа ла ул хужалыҡтың эштәрен көйләр өсөн коммерция банкыларынан юридик шәхес булараҡ агрофирмаға кредит юлларға була. 2007 йылдың 29 октябрендә «Социнвестбанк»тың Сибай филиалынан 2 200 000 (ике миллион ике йөҙ мең) һум кредит, ошо уҡ банкынан декабрь айында, йәғни ике ай үткәс, тағы 600 000 (алты йөҙ мең) һум кредит алына. Беренсе кредиттың (2 200 000 һум) түләнеүен гарантиялаусы поручителдәр булып агрофирманың директоры Ришат Миң­леғәле улы Йәнтүрин, баш инженер Мөбәрәк Сабирйән улы Солтанғужин, баш бухгалтер Гөлсәсәк Йәүҙәт ҡыҙы Ғәббәсова сығыш яһай. Икенсе кредитҡа (600 000 һум) поручитель булып баш энергетик Динар Дамир улы Йәнтүрин өҫтәлә. Бынан тыш, кредиттың хаҡына торошло залог (аманат) итеп «КамАЗ − 55102» йөк автомобиле, «Шевроле-Нива» еңел автомобиле, 935 баш һыйыр малы, 154 баш йылҡы иҫәпкә алына, был хаҡта «Социнвестбанк» һәм «Ирәндек» агрофирмаһы аманат килешеүе (договор залога) төҙөй.
Алынған кредиттарҙың файҙаһы булмаймы, нишләптер хужалыҡтың эштәре алға бармай. Нимә эшләргә? Яңынан кредит алырға, әлбиттә. 2008 йылдың майында юридик шәхес − агрофирма тарафынан Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһынан 2 900 000 (ике миллион туғыҙ йөҙ мең) һум күләмендә кредит алына. Был юлы поручителдәр булып Р. Йәнтүрин (директор), Лилиә ҡадирова (баш бухгалтер; элекке баш бухгалтер Гөлсәсәк Ғәббәсова ете ай эшләгәндән һуң эштән китә), баш экономист Сания Һөйәрғолова сығыш яһай. Банкыға аманатҡа хужалыҡтың тирмәне, икмәкханаһы, 55 баш һыйыр тапшырыласағы хаҡында аманат килешеүе төҙөлә.
Бөгөн «Ирәндек» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте дәүләт реестрҙарында юҡ − банкротлыҡ процедураһын кисергәндән һуң, ул тарҡатылған. Юҡҡа сыҡһа ла, бурыс­тары ҡалған: «Социнвестбанк» һәм Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы алдындағы 5 700 000 һумлыҡ кредиттар суд сығымдары, дәүләт пошлиналары, пенялары һәм неустойкалары менән бергә 7 000 000 һумғаса барып еткән. Был колоссаль бурысты әлеге көндә өс кеше − хужалыҡтың элекке баш инженеры, бөгөн Моҡас ауылы хакимиәте башлығы Мөбәрәк Сол­танғужин (эш хаҡының 50 процентын, йәғни ай һайын 11 мең һум), элекке баш экономист, әле пенсияға сыҡҡан Сания Һөйәрғолова (ай һайын 3700 һум, йәғни пенсияһының ҡап яртыһын), элекке баш бухгалтер, әлеге ваҡытта Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге бухгалтеры Гөлсәсәк Ғәббәсова (ай һайын 7000 һум, йәғни эш хаҡының 50 процентын) түләп килә... Бурыс солидар түләнәсәк, йәғни ошо өсәүҙең документаль теркәлгән килемдәренән һуңғы тиненә тиклем ҡайтарылып бөткәнгә тиклем тотоласаҡ та тотоласаҡ. Төркмәндә йөрөһәләр ҙә, Сибайҙа йөрөһәләр ҙә, Себергә олаҡһалар ҙа. Хатта, юристар «йыуатыуынса», бер-бер хәл булһа, балаларынан да тотоп алып ҡаласаҡтар.
Быларынан тыш, «Ирәндек» агрофирмаһына аҡсалата ярҙам итеүсе башҡа кешеләр ҙә байтаҡ ҡына булған. Алты кеше: Ришат Йәнтүрин (Һаҡлыҡ банкыһынан 400 000 һәм 300 000 һумлыҡ ике кредит), Мөнирә Атанғолова (Һаҡлыҡ банкыһынан 400 000 һәм 100 000 һумлыҡ ике кредит, поручителдәре − Зөлфирә Уралбаева (хужалыҡтың кассиры), Сания Һөйәрғолова (Һаҡлыҡ банкыһынан 400 000 һумлыҡ кредит, поручителдәре − Рамаҙан Һөйәр­ғолов, Хәлиҙә Әхмәтшина, хәҙер инде мәрхүмә, Айбулат Ишбирҙин, Мөхтәр Ниғмәтуллин, Мөҙәрис Ғайсин), Р. ҡотлобирҙин, Таһир Хәсәнов (Һаҡлыҡ банкыһынан 400 000 һумлыҡ кредит, поручителдәре − Зөлфиә Хәсәнова, Батыр Харрасов, Заһит Әминев), М. Ғәбитова − Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһынан физик шәхес булараҡ кемеһе − 100 000, кемеһе − 200 000, кемеһе − 300 000 йә 400 000 һум, бөтәһе 2 600 000 (ике миллион алты йөҙ мең) һумлыҡ кредиттар юллап алып, «Ирәндек» агрофирмаһының кассаһына тапшырғандар. Ғәҙеллек хаҡына шуны әйтеп үтергә кәрәк: был физик шәхестәргә алынған кредиттар­ҙың өсәүһе (М. Ғәбитова − 400 000, М. Атанғолова − 100 000, Р. ҡотлобирҙин − 200 000 һум) агрофирма тарафынан ҡаплан­ған, башҡалары иһә суд приставтары менән таныша, йә агрофирманың бурыстарын түләй башлаған да инде.
«Төркмәндәрҙе колхоз өсөн кредит алып йөрөргә йәки поручитель булыр­ға кем мәжбүр иткән?» – тип һорар гәзит уҡыусы. Мәжбүр иткәндәр шул. Хас та Френсис Форд Кополланың «Крестный отец»ындағы мафиозиҙар кеүек: «Йә контракт ҡағыҙына һинең ҡултамғаң ятасаҡ, йә мейең сәсрәйәсәк». Заманалар башҡараҡ, шуға ла белгестәрҙе һәм ябай эшселәрҙе ыҡҡа килтереү өсөн пистолет менән түгел, хәтәрерәге − эшһеҙлек менән ҡурҡытҡандар. «Йә ҡултамға ҡуяһың, йә эштән китәһең», − тип. Шуның сама кеше араһынан бер егет кенә, эшен ташлап, сығып киткән, хәҙерге көндә 40 − 50 саҡрымдай ситтә ятҡан хужалыҡҡа йөрөп эшләй. Башҡа бисаралар менән сағыштырғанда, бәхетле, эйе бит?
− Кредиттар алынып, агрофирма уларҙы түләмәй башлағас та, банк беҙҙе судҡа бирҙе. Суд ултырышына барабыҙ, тиһәк, директор беҙҙе эштән ебәрмәй ине. Магниттан адвокат яллағанмын, һеҙҙең урынға ул йөрөйәсәк, эш менән булышығыҙ, ти торғайны. Банкроттан һуң юридик шәхестең бөтә бурыстары ла юҡҡа сығасаҡ, тигәс, тыныс йөрөнөк, − тип бөтөрөнә бөгөн төркмәндәр.
Кредиттарҙың ҡайтарылыуына гарантия булған аманат милке ҡайҙа булған, нишләп тәү осраҡта уларын түләмәгәндәр, тигән һорауға яуап ябай булып сыҡты. Был һорауҙы мин мажараның төп геройҙарының береһе, бөгөн Сибай ҡалаһында йәшәүсе элекке директор Ришат Йәнтүринға бирҙем:
− Ришат Миңлеғәле улы, халыҡ исеменә кредиттар алыу, йә булмаһа, баш белгестәрҙе агрофирма кредит юллағанда поручитель итеү идеяһын үҙегеҙ уйлап таптығыҙмы?
− Әлбиттә, район хакимиәтенең ҡушыуы буйынса эшләнде был эш. Минең генә инициативам булһа, тотош ауыл халҡы исеменә шуның сама кредит алып булыр инеме? Юҡ, әлбиттә. Район етәкселегенә ышандым, ахырҙа шуның сама кешенең проблемаһы менән яңғыҙым тороп ҡалдым.
− Залоговое имущество (аманат) итеп йөк машинаһы, еңел машина, тирмән, икмәкхана, меңдән баштан ашыу һыйыр малы, йылҡы малы теркәлгән. Ни эшләп шуларҙы оҙатып, ҡотолоп ҡуйманығыҙ һуң? Шул ике автомобилдән тыш, башҡаһы суд приставтары аша үтмәгән бит?
− Уныһы минең икенсе хатам булды. Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы, мал-тыуарҙы һис тә бирмәгеҙ, һаҡлап алып ҡалығыҙ, ауыл хужалығын бөтөрөргә ярамай, тигәс, был бойороҡто ла үтәнек. Шул саҡта суд приставтары менән бер яҡлы булып, бөтә мал-тыуарҙы оҙатырға кәрәк булған да ул миңә...
Бынан тыш, килеп сыҡҡан хәлде ыңғай хәл итер өсөн уҙған йылдың ҡоролоғон да файҙаланып була ине: республика хөкүмәте ҡоролоҡтан зарар күргән сәсеүлектәребеҙ өсөн беҙгә 6 миллион 400 000 һум күләмендә субсидия бүлде. Тик, был ваҡытта район хакимиәтенең ҡарары менән беҙҙең хужалыҡҡа инвестор­ҙар − «Новатор» Волга буйы агросәнәғәт компанияһы килде. Финанс директоры итеп Баймаҡ районының «Баш­техконтроль» директоры Дамир Кәримов тәғәйенләнде, мин иһә башҡарыусы директор булып ҡалдым. Ошо 6 400 000 һум аҡса, агрофирманың бурыстарын түләйһе урынға, ситкә китте. Кәримов «Лендровер» һатып алды, ә агрофирманың бурыстары ҡапланмай ҡалды…
− Был ситуациянан нисек сығырға уйлайһығыҙ? Бәләгә тарыусылар, беҙ күмәкләшеп Йәнтүринға Сибайҙа ике ҡатлы йорт төҙөп бирҙек инде, тиҙәр...
− Кеше шулай ти инде. ОБЭП (полицияның иҡтисади енәйәттәрҙе тикшереү бүлеге) та, прокуратура ла энә күҙәүенән үткәрҙе, әле лә тикшереү өҫтөнә тикшереү. Аптырағас, фермер хужалығы асып, шуның табышына ошо бурыстарҙы ҡапларға, тип йөрөйөм әлеге ваҡытта. Килеп сыҡһа, быйыл «Социнвестбанк»ҡа 1 200 000 һум бурысты ҡапларға тип ниәтләгәйнем дә, көнбағышҡа хаҡ түбәнәйеп тик бара. Күпмеһен ҡаплап булыр...
ҡыҙыҡ хәл килеп сыға: агрофирма − юҡ, Баймаҡ районының етәкселеге − яңы. Район етәкселеге иҫке булһа ла, эйе, беҙ шулай талап итә торғайныҡ, халыҡ иҫәбенә кредит алырға, тип әйтмәҫтәре мәғлүм инде. Бар бәлә ябай ауыл халҡы иңенә төшкән. Физик шәхестәр иҫәбенә алынған кредиттарҙы иҫәпләмәгәндә лә, агрофирманың поручителдәре булған әлеге өсәүгә − Солтан­ғужинға, Ғәббәсоваға, Һөйәрғо­ловаға − имен-һау булһалар һәм бөгөнгөсә эш хаҡы, пенсия алып ҡына йөрөһәләр, 26 йыл ваҡыт китәсәк! Баймаҡтан тыш, башҡа райондар­ҙа әллә күпмелер әле бындай осраҡтар...
Халыҡ һарыҡ түгел, тигәндең тап киреһенә түрәләренә ышанған бер ҡатлы хеҙмәтсәндәр үҙҙәре ғәйепле.


Әминә ИШМӘТОВА:
Замана крепостнойҙары
− «Ирәндек» агрофирмаһына ярҙам итер өсөн уҡытыусылар араһынан бер поручитель кәрәк, тип көсләп алып киттеләр. Бер көн эсендә биш-алты машинаға тейәлеп, Баймаҡҡа барҙыҡ, банкыла ҡултамғалар ҡуйҙыҡ. Хәҙер бер банкынан да кредит ала, йәштәргә тәғәйенләнгән торлаҡ программаларында ҡатнаша алмайбыҙ. Өйҙә ошо сәбәпле тыныслыҡ юҡ.

Гөлсәсәк ҒӘББӘСОВА:
Замана крепостнойҙары
− «Ирән­­дек» агрофирмаһында баш бухгалтер булып ете ай ғына эшләнем. Әлеге көндә Баймаҡта, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә бухгалтермын. Яңғыҙым ете йәшлек ул тәрбиәләйем. Эш хаҡымдың яртыһы, 7000 һумы, банкыға, агрофирма бурысын ҡапларға китеп тора. ҡалған 7000 һум аҡсаның 1100 һумы ведомство фатирына түләргә китә. 2005 йылда, үҙемә кәрәккәс, кредит алғайным, был айҙа уның һуңғы түләүен түләйәсәкмен. Бынан тыш, 2008 йылда 5 йылға 100 000 һум кредит алғайным, уның өсөн ай һайын 2500 һум аҡса түләп барам. Аҡса еткерә алмағас, уҙған айҙа тағы 50 000 һум кредит алдым, уныһына ай һайын 1800 һум түләргә тейешмен. Айына 1600 һумға нисек йәшәргә?

Зөлфиә УРАЛБАЕВА:
Замана крепостнойҙары
− Эш хаҡым 16 000 һум ине, һуңғы айҙа ҡулыма 6000 һум ғына бирҙеләр, совхоз бурысын түләргә миңә лә сират етте, ахыры.

Сания ҺӨЙӘРҒОЛОВА:
− 30 йыл буйы тырышып эшләгәнсе, ҡул ҡаушырып өйҙә ултыр­һам, пенсияны күберәк алыр инем. Фотоға төшөрмәгеҙ − кешенән оят.

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға