«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Күңел матурлығы гөл-баҡсала сағыла



08.11.2011 Күңел матурлығы гөл-баҡсала сағыла

Руфина һәм Валерий Фазулловтар ҡаланан ауылға йәшәргә ҡайтыуҙарына үкенмәй
Күңел матурлығы гөл-баҡсала сағыла
Көҙгө бер илаҡ көндө барып төштөм мин уларға, Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәүсе Валерий Тайып улы менән Руфина Әнүәр ҡыҙы Фазулловтарға. Күңелем дә әллә нишләп болоҡһоп торған мәл ине. Әммә уларҙың яҡты, йылы йорттарына аяҡ баҫыу менән кәйефем күтәрелеп китте. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән бәхетле кешеләр тәү күреүҙән күренә - уларҙан күҙгә күренмәҫ нур бөркөлгәндәй. Шундай ҙа бер-береһенә пар килгән кешеләр булыр икән, тип Фазулловтарға һоҡланып туйманым. Ни эшләп хужаның исеме Валерий, тип һорарһығыҙ. Был һорау уның менән танышҡан һәр кемдең уйына килә инде ул, сөнки өлкән Фазуллов был йәһәттән әллә күпме тарих уйлап сығарған, һораған һәр кемгә төрлөһөн һөйләй. Ә ниңә улай итәһегеҙ, тигәнгә, ҡыҙыҡ бит, тип ауыҙы йырыла.
– Бик ныҡышҡас, һөйләйем әле, тик төпкә төшөргә тура килә инде, – тип булмаған мыйығын борҙо ағай. – Дөрөҫөн әйткәндә, атайымдың фамилияһы Фазлетдинов булған. Репрессия ваҡытында уның атаһы Фазлетдин Фазлетдиновҡа кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә һөрөлгән. Атайым ул саҡта бәләкәй булған, үҙен яҡлар хәлдә түгел, шуға ла эте лә, бете лә, “кулак балаһы” тип, уны гел рәнйеткән, кәмһеткән. Аптыра­ғандың көнөнән күрше бер апайға эйәреп, 15 йәшендә Үзбәкстанға сығып киткән, йәнәһе лә, унда икмәк мул үҫә, ҡышҡы һыуыҡтар юҡ, тормош рәхәт. Сит ергә мең ыҙа сигеп барып еткәс, шоколад фабрикаһына эшкә ингәндәр. Астан-ас килеш эшкә йәбешкән үҫмер тәүге көндө әлегәсә төшөндә лә күрелмәгән татлы аҙыҡты күп ашай. Аҙаҡ, күңеле болғанып, ҡоҫоп, температураһы күтәрелеп, өс көн буйы эшкә бара алмай ята.
Шулай итеп, Тайып Үзбәкстанда тороп ҡала, фамилияһын Фазулловҡа алмаштыра, аҙаҡ, ун һигеҙе тулғас, армияға алына. Хеҙмәтен тултырғас, тыуған йорт тупһаһын ҡайтып күрергә ниәтләй ҙә бит, хыялдарын Гитлер боҙа. Уларҙы тура һуғышҡа алып китәләр. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, йәш һалдаттар ҡамауҙа ҡалып, башҡорт егете пленға эләгә. Фашистарҙан көскә ҡаса. Был үҙе айырым бер тарих. Тик Тайып дошмандарҙан ҡасыуын-ҡаса ла бит, үҙебеҙҙекеләр яғына сығыу менән уны тағы һаҡ аҫтына ултыртып ҡуялар. НКВД офицерҙары бер туҡтауһыҙ һорау алғанда, һин кулак балаһы бит, шуға ла үҙең пленға бирелгәнһеңдер, тип йәнен ала яҙалар. Ләкин Тайып үҙ һүҙендә ныҡ тора, пленға эләгеүемде ҡаным менән йыуырға әҙермен, ти. Уны тағы фронтҡа – алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Яуҙарҙы дан менән үткән башҡорт егетен Еңеү яҙында ла тыуған яғына ҡайтармайҙар, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Инде башҡа тыуған Башҡортостанымды күрмәм, тип һағышланған Тайып Фазуллов шулай ҙа 1948 йылда, ниһайәт, тыуған ауылына ҡайтып төшә. Коммунистар тарафынан туҙҙырыл­ған ояһын утыҙ йәшендә генә яңынан ҡора – Хәлимә исемле ҡыҙға өйләнеп, алты бала үҫтерәләр.
– Свердловск өлкәһендә шахтала эшләгәнендә Валерий исемле бер матур ғына урыҫ малайы йүгереп йөрөгән, атайым шул исемде оҡшат­ҡан да мин, өсөнсө бала, тыуғас, миңә ҡушҡан, – тип йылмайҙы әңгәмәсем. – Бөтә сер шунда ғына.
Әйткәндәй, Валерий ағай олоғай­ған атаһы менән Фазлетдин ҡарттың исемен аҡлау маҡсатында йөрөй башлағас, үкенесле факт асыла – баҡтиһәң, егәрле, тырыш крәҫтиәнде реабилитациялау тураһында ҡағыҙ килә, тик ул ваҡытҡа Фазлетдин Белоретта урман ҡырҡып йөрөгәнендә үлеп ҡалған була...
Былтыр Фазлетдиновтарҙың шә­жәрә байрамын үткәргәндәр, унда бер нәҫелдән сыҡҡандарҙың туғыҙ быуын вәкиле йыйыла. Шәжәрәне тергеҙеүҙә Валерий ағайҙың өлөшө ҙур: ҡартайғансы иҫе яҡшы, хәтер ебе ныҡ булған әсәһенән туғандарына ҡағылышлы мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып ҡағыҙға теркәп барған, мәрхүм һәм тере туған-тыумасаларҙың исем-шәрифен барлаған. Үҙҙәренең ғаилә тарихын да Валерий ағай ҡыҙыҡ итеп һөйләй, тыңламаҫ ереңдән тыңларһың:
– Өфөлә нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләп йөрөй инем, бер заман ике туған апайым кейәүгә сығыуы тураһында хәбәр итте, туйға саҡырҙы. Кешенең иң әһәмиәтле байрамынан ситтә ҡалып булмай, барҙым. Егет кеше туйҙа ҡыҙ күҙләй инде ул. Мин дә апайымдың саҡырылған әхирәттәре араһында Ейәнсура һылыуы Руфинаны тәү күреүҙән оҡшаттым. Буйсан, һомғол, әҙәпле, үҙе килеп тороп һылыу. Таныштыҡ, кисен хатта уны оҙатырға батырсылыҡ иттем. Ләкин эш шунан ары үтмәне, туйҙан һуң башҡаса күрешмәнек. Ул саҡта төҙөлөш идаралығында эшләгән Руфина менән көтмәгәндә көҙөн троллейбуста осраштыҡ. Мине күргәс, ул да ҡыуанып китте. Был күңелемә йылы өрҙө, әһә, онотмаған мине, тим. Осраша башланыҡ. Буйға бәләкәйерәкмен, шуға уңайһыҙланам, бер аҙ алыҫыраҡ йөрөйөм, ләкин Руфина быға иғтибар бирмәгән кеүек... Бер йылдан өйләнештек инде. Баҡтиһәң, өйләнһәң, буй айырмаһы күренмәй икән.
Улар Өфөлә һигеҙ йыл йәшәп, ауыл­ға ҡайта. Ауыл тормошон һай­лау­ҙары юҡҡа түгел: улдары Руслан, ҡыҙҙары Эльмира тыуа, ә магазиндар буш, бер нәмә юҡ, бер-береһенә оҡшаған көндәр ялҡытҡысҡа әйләнә. Айырыуса балалары ыҙалана. Атай менән әсәй Руслан менән Эль­мираны таңғы сәғәт алтыла татлы йоҡоларынан торғоҙоп, трамвайҙа балалар баҡсаһына алып китә. Барыһы ла бәләкәс балалар менән булғас, улар­ға урын биреүсе юҡ, сабыйҙарын аяҡ өҫтө күтәреп алып баралар. Йәш атай заводта эшләй, кисен техникумда уҡый, шуның араһында бидон тотоп һөткә сиратҡа баҫырға мәжбүр. Ошоноһо бигерәк ғәрләндерә сәмле егетте. Бер көн йәне көйөп ҡайта ла, ҡатынына, әйҙә, ауылға ҡайттыҡ, ти. Руфина ҡаршы килер, тип уға ҡырҡмаһа ҡырҡ яуап-дәлил әҙерләп килгән була, ә хәләл ефете ҡыҫҡа ғына яуаплай, әйҙә һуң, ти. Ул саҡты иҫләп, Фазулловтар, ауылға ҡайтҡас, балаларҙың, исмаһам, йоҡоһо туйып ҡалды, тип ҡыуана. Ғөмүмән, ауылдағы тормоштары ыңғай башлана: Валерий ағайға алыштырыу пунктында инженер вазифаһын йөкмәтәләр, Руфина апай­ға ла автопаркта диспетчер эше табыла, ғаиләгә буш торған йортто бирәләр. Һуңғы ун һигеҙ йылда Валерий ағай фермер булып эшләй.
– 1993 йылда ер бүлгәндә илле гектар алдым да, үкенмәйем, – ти Валерий Тайып улы. – Үҙеңә үҙең хужаһың. Тәүҙә бойҙай сәстем, аҙаҡ кәбеҫтә ултырттым, шулай уҡ борсаҡ, картуф уңышын да йыйҙым. Хәҙер элекке дарман юҡ, шуға ла алты йыл инде тик бесән әҙерләйем. Сөнки, мәҫәлән, картуф үҫтерер ҙә инек, уны аҙаҡ ҡайҙа тапшырырға? Был мәсьәлә күптәрҙең сәсен ағарта, дәүләт ярҙамы кәрәк ошо йәһәттән.
Беҙҙең балалар кәбеҫтә араһында үҫте, тип шаяртҡан Валерий ағай, баҡтиһәң, һис тә шаштырмай икән. Йәйҙәрен түтәлдәрҙе утап, һыу һибеп, көҙөн төндәр буйы кәбеҫтә, картуф таҙартып, иртәнге йәрминкәгә һатыуға әҙерләгән саҡтары аҙ булмаған (дөйөм алғанда, кәбеҫтә эпопеяһы ун йыл, балаларҙы уҡытып сығарғансы, дауам итә). Ерҙә эшләүҙең ауырлығын белгәс, Эльмира менән Азамат юрисҡа уҡынылар ҙа инде, тип көлә ата-әсә. Өлкәндәре Руслан ғына атаһы менән бергә фермер булып эшләүен дауам итә. Форсаты сыҡҡанда, шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Эльмира 1998 йылда «Һылыуҡай» конкурсында гран-при яулаған. Әлеге ваҡытта ул тормош иптәше Рөстәм Баязитов менән ике һылыу ҡыҙ үҫтерә. Матур, татыу ғаиләнең нигеҙен тағы ла нығытып, яңыраҡ ҡына Азаматтары башлы-күҙле булған.
Йор телле, асыҡ күңелле Валерий Тайып улына гел кешеләр тартыла, ауылдаштары, булмаған нәмә үҙе һиндә юҡ, тип запас частар алырға гел уға килә. Шунһыҙ ауылда йәшәп булмай, ти өлкән Фазуллов: «Һин – уларға, улар һиңә ярҙам итә». Килгән һәр кем уларҙың ихатаһындағы матурлыҡты күреп хайран ҡала: егәрле хужа менән хужабикә уны гөл-баҡсаға әйләндергән. Һәм ошо күркәм гөл-баҡсала уларҙың күңел матурлығы ла сағылғандай тойола.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға