15.10.2011 Саҡырылмаған ҡунаҡтар
Марсель ҡабаланып-ҡарһаланып фатирына ҡайтты ла, кроссовкаһын сисеп тә тормаҫтан, аш-һыу бүлмәһенә инде. Өҫтәлдәге бысраҡ һауыт-һабаны мөйөшкә этеңкерәгәс, ҡуйынындағы әйберҙәрен һаҡ ҡына теҙҙе. Ауыҙ эсенән генә мығырлап, әйберҙәрен барланы:
− Тәк-тәк, быныһы бар... Етерлек. Бензины әҙерәк булыр, ахыры... Йә, ярар, уларға бара ул.
Шунан даими клиенты Игорға шылтырата башланы:
− Ни хәл? Мин бына «крокодил» менән булышам. Киләһеңме? Ыһы... Шприц бар. Үткәндәгенән ҡалды бит. Руслан да килһен. Хаҡы элеккесә...
Ярты сәғәттән Марселдең бер бүлмәле фатиры химия лабораторияһын хәтерләтте. Ләззәт тамшанған әзмәүерҙәй ике ир-ат, Марселдең газ плитаһы янында бөтөрөнөүен күҙәтеп, сабырһыҙланып ары-бире йөрөнө. Өйгә үҙенсәлекле еҫ таралды. Кәстрүлдәге шыйыҡса порошок хәленә килгәс, фатир хужаһы:
− Булды-ы. Әҙер булырға тейеш, − тине. − Иң алда аҡса түләгеҙ.
«ҡунаҡтар» кеҫәләренән йөҙәрлектәрҙе сығарып, Марселгә тотторҙо ла йәһәт кенә таушалып бөткән диванға ултырышты. Марсель алдарына «крокодил», шприц, ҡан тамырын ҡыҫып бәйләр өсөн резина көпшә ҡуйҙы. «Һый»ҙы ауыҙ иткәс, Руслан менән Игорға башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ине. Донъялары түңәрәк, барыһы ла шат... Ә «ҡунаҡ һыйлаусы» Марсель уларға бер аҙ ҡарап торҙо ла, аш-һыу бүлмәһен йыйыштыра башланы.
Шул саҡ ишек шаҡыуы ишетелде.
− Берәйһе килергә тейешме? – тип һораны «бәхеттең етенсе ҡатында йөҙгән» Руслан.
− Рәмилдер. Уның танауы бик һиҙгер,– ҡунаҡсыл хужа иләмһеҙ көлдө лә, ишекте асып ебәрҙе.
− Был − полиция. Фатирығыҙҙы тикшерергә рөхсәт итегеҙ, − тупһала, погондарын ялтыратып, дүрт кеше тора ине.
Кемде-кемде, ә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәрен бында көтмәйҙәр ине. Шул саҡ 40 йәшлек Игорь менән 33 йәшлек Руслан тәҙрәнән һикерҙе. Дезоморфин тәьҫирендә булған наркомандар 4-се ҡатта ҡунаҡта булғанын онотҡан, күрәһең.
БР буйынса Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеү бүлегенең тәжрибәле оперативниктары − капитан Александр Солдатов, капитан Павел Медведев, лейтенант Руслан ҡолғонин, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы Павел Ишниязов Марселгә күптән «һунар» башлай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән 34 йәшлек ир Салауат ҡалаһында даими притон ойошторған. Наркомандар, билдәле бер сумма түләп, уның фатирында дезоморфин (халыҡ телендә «крокодил») ҡулланған. Марселдең законһыҙ эшмәкәрлегенә сик ҡуйыу өсөн, уның системалы рәүештә притон ойоштороп, наркотик матдә әҙерләгәнен дәлилләү талап ителгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары быға тиклем был күренеште ике тапҡыр рәсми теркәгән. Марселгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн өсөнсө дәлил кәрәк булған. Закондарҙы яҡшы белгән Марсель, эҙ яҙлыҡтырып, язанан ҡотолоу өсөн хатта йәшәү урынын алмаштыра. Әммә үлем сәскән «бизнес»ын туҡтатмай. Һәм, ниһайәт, ул хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләгә.
− Тәҙрә аша һикергән ике ир-егет тә баш мейеһе, етди тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып барылды, − тип аңлатты Павел Ишниязов. – Фатирҙа ҙур күләмдә дезоморфин, уны әҙерләү әйберҙәре табылды. Ә Марсель ҡулға алынды. Уның артабанғы яҙмышын суд хөкөмө хәл итәсәк.
«Крокодил»дың компоненттарын арзан хаҡҡа ирекле һатып алып булғас, уны ҡулланыусылар артҡандан-арта. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре бер мәл, уфтанып: «Алкаштарҙың булыуы хәҙер ғәҙәти күренеш, ә бына наркомандар баш ауырыуына әйләнде. Дезоморфин барлыҡҡа килгәс, улар ныҡ күбәйҙе», − тип ҡуйғайны.
Дезоморфин ҡоло башҡа наркотик матдә ҡулланыусыларға ҡарағанда тиҙерәк вафат була. «Крокодил» организмдың бөтә системаһын ике йыл эсендә тулыһынса эшлектән сығара, тән туҡымаларын тарҡата, кеше «тере мәйет»кә әйләнә.
ҡулланыусыларҙың төп контингенты − 18 – 30 йәшлек ҡыҙ-егеттәр. Милләт киләсәген үҙ ҡулына алырҙай йәштәребеҙҙең шундай мәғәнәһеҙ юлды һайлауы аяныс.
(Әхлаҡ күҙлегенән сығып, исемдәр үҙгәртелде).
Гүзәл БИКМӘТОВА.