15.10.2011 Ни өсөн улар шулай?
Нимә генә күрмәйһең дә, нимә ишетмәйһең был ҡала транспортында?! Хәҙер ир-аттың өлкән ҡатын-ҡыҙға ла урын бирмәй йәйелеп ултырыуына өйрәндек, донъяларын онотоп, ғәм халыҡ алдында үбешеүсе йәштәрҙе лә күрмәмешбеҙ. Ә бына үҫмерҙәрҙең ҡылыҡтары һаман аптырата.
Бер мәл шулай автобуста шым ғына баҫып барам, пассажирҙар алғы ишектән сыға, аҡсаны урта йәштәрҙәге ҡатын йыя. Сираттағы туҡталыш алдынан дүрт малай ишек төбөнә ыңғайланы. Шунда тауыш ҡупты. «Сдача бирегеҙ!» – тигән ҡәтғи тауыш ишетәм. «Һуң, балалар, был бит аҡса түгел, ә сувенир», – ти кондуктор. Баҡһаң, үҫмерҙәр уға биш мең һум яһалма аҡса һоноп маташа, имеш, етмәһә, юл хаҡынан ҡалғанын ҡайтарып биреүҙе талап итә. Туҡталышҡа еттек, водитель ишекте асмай. Ни өсөн тигәндә, көн буйы шулай бушлай йөрөргә теләүселәр байтаҡ булып сыға. Һәр береһен, хатта ул бала булһа ла, буш йөрөтөп булмай ҙа инде. Үҫмерҙәрҙең тауышы көрөрәк сыға башланы. ҡатын үҙ һүҙендә тора: «Түләгеҙ!» Тегеләр ипле генә һораһа, бәлки, төшөрөрҙәр ҙә ине. Былар ни, өҫтөнә менеп бара. Ахырҙа, водителдең түҙеме етмәне, ишек шығырлап асылды. Артабан булған хәл күҙгә йәш килтерҙе. Малайҙар йүгерешеп сыҡты ла... урам яңғыратып һүгенеп, кондукторҙы әрләп китте. Өлкән, иҫерегерәк әҙәмдәр булһа, ни асыу, ә быларҙың, кем әйтмешләй, ирененән әсә һөтө лә кипмәгән.
Аптырарһың – кемдәр үҫә бөгөн? Шуныһы бер аҙ ауыр уйымды еңеләйтте: малайҙарҙың бер-береһенә өндәшеүенән исемдәре Вася, Витек, Дима, Колька ине. Ярай әле улар Азат, Илшат, Таһир йә Кәрим түгел һәм башҡортса ла һөйләшмәне. Милләттәштәрем араһында ундай яһилдар үҫеүенә ышана алмаҫмын кеүек.
Тағы ла шуныһы: ҡала ҡалалығын итә, бында күп кеше ауылдағылай, йомшаҡ күңелле, асыҡ сырайлы түгел, һәр кемгә үҙ туҡһаны туҡһан, үҙ йөгө – йөк. ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килгән миллионлы ҡалала тупаҫ булмай ҡара! Бында ысынында ла менталитеттар бутала. Ә балалар, әлбиттә, барыһын да өлкәндәрҙән үҙләштерә.
Тележурналист Михаил Зеленскийҙың үҙәк каналдарҙың береһендә барған ток-шоуында шундай һүҙҙәр яңғырағайны: «Хәҙер беҙҙә йыртҡыстар үҫә...» Яуабы ла тос булды: «Әфәнделәр, беҙ – йыртҡыстар». Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың. Тәрбиәме был, тәбриәһеҙлекме, әллә ғибрәтме? Бәлки, телевидение йоғонтоһолор? Ә, бәлки, модалыр? Ни өсөн бала агрессив була һуң?
Иң тәү сиратта бында өлкәндәр ғәйеплелер. Балаға ата-әсә хәстәре, аралашыу етмәй. Донъя мәшәҡәтенә башкөлләй сумған ата-әсәнең улы йәки ҡыҙына ваҡыты ҡалмай, шунлыҡтан бала күбеһенсә телевизор менән «аралашырға» мәжбүр. Ә унда – үлтереш, енәйәт, язаһыҙлыҡ. Хатта балаларҙың яратҡан йәнһүрәте геройы ла проблемаһын йоҙроҡ менән хәл итә.
Унан килеп, атай менән әсәйҙең ғаиләләге мөнәсәбәте лә ҙур роль уйнай. Улар насар йәшәй йә йыш талаша икән, был, әлбиттә, баланың холҡонда асыҡ сағыласаҡ. Яза тигәндән, эш боҙған йә тыңламаған өсөн балаға яза биреү кәрәк ул барыбер. Һис юғында, «ярамай» тип ҡайыш күрһәтеп алыу ҙа зыян итмәҫ. Ә инде бөтә ҡылған насар ҡылығын, бының булыуы мөмкин түгел, тип инҡар итеү, яҡлашыу киләсәктә баланы тағы ла ҙурыраҡ «эш боҙорға» этәреүе мөмкин. Самаһыҙ тыйыуҙар, киҫәтеүҙәрҙең, битарафлыҡтың да кире яғы бар.
Мәҫәлән, ике йәшлек кенә сабый өҫтәлдәге вазаны алды, ти. Әсәһе уға: «Теймә!» – тип аҡыра. Бала аңламай һәм әсәһенә тартыла, әммә тағы: «Кит бынан!» – тигән асыулы һүҙҙәрҙе ишетә. Сабый үҙенең ғәйебен аңлай алмай илай. Артабан да ошондайыраҡ күренештәр оҙатып барһа, ул бала үҫкәс кем була инде? Яуап билдәле. Илаған бәләкәй балаһын һуҡҡылаған әсәне күргәнегеҙ барҙыр. Бына нәҡ ошонан башлана ҡанһыҙлыҡ. Агрессия агрессияны тыуҙыра.
Бөтә донъяла үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығы ҡурҡыныс төҫ ала бара. Уҡыусылар йәштәштәрен атып үлтерһенме, ҡанға батырғансы туҡмап, уны видеоға төшөрһөнмө... Миҫалдар бихисап. Интернетта ғына ла меңәрләгән шундай мәғлүмәткә тап булаһың: Рәсәйҙең Благовещенск ҡалаһы мәктәптәренең береһендә һигеҙенсе класс балалары класташтарын туҡмаған да, видеоға төшөрөп, интернетҡа ҡуйған. ҡыҙҙы күмәкләп типкеләгәндәр, өҫтөнә төкөргәндәр; Төмәндә 14 йәшлек ҡыҙыҡай, мыҫҡыллауҙарға түҙмәй, 8-се ҡаттан ташланып үлгән; Польшала 14 йәшлек ҡыҙыҡай, мәктәптә класташтары сыр яланғас сисендереп, телефондың видеоһына төшөргәненә ғәрләнеп, аҫылынған; Бөйөк Британияла ике уҡыусы ҡыҙыҡай, 12 йәшлек әхирәтен «әсиргә» алып, өс сәғәт мыҫҡыллаған, төрлөсә йәберләгән. Аҙаҡтан уларға суд булған. Ошо уҡ илдә былтыр ғына яҡшы уҡыуын күрә алмаған класташтарынан бер төркөм 12 йәшлек ҡыҙҙың битен сәнскеләгән; Калифорнияла мәктәптә пистолеттан «яу» ойошторған бер үҫмер компьютерҙан атыш уйындары менән мауыҡҡан була. Һуңынан был илдең губернаторы бәлиғ булмағандарға көс ҡулланыу, йәберләү күренештәре булған видеоуйындар һатыуҙы тыйған закон сығарған... Күп, бик күп ҡанһыҙлыҡ ҡылына кисә генә сабый булған балалар тарафынан.
Шундай мәғлүмәт тә билдәле: ун йыл элек 20 йәшлектәр ҡылған хоҡуҡ боҙоуҙар бөгөн 15 йәшлектәргә хас. Хулиганлыҡ, урлашыу, кеше талау, туҡмау, көсләү – ошо енәйәттәрҙе ҡылыусылар, үкенескә күрә, «йәшәрә» бара. Йылдан-йыл үҙ-үҙенә ҡул һалыусы балаларҙың артыуы ла күҙәтелә. Бөтә был күренештәр һынылышлы 90-сы йылдарҙан һуң йышыраҡ теркәлә. Тимәк, илдең яңы юлы йүнәлешендә йәш быуынды тәрбиәләүҙә ниндәйҙер хата киткән йә мәлендә йәштәргә иғтибар етеңкерәмәгән.
Ни эшләргә һуң? Тәртипте ҡаты тотҡан комсомолды йә пионерҙы тергеҙергәлер, бәлки? Ә өләсәйҙәр юҡмы ни һуң хәҙер ейәндәренә өлгөлө тәрбиә бирерлек? Эшенә лә өлгөргән, ғаиләһендә лә терәк-таяныс булырлыҡ атайҙар ҡайһы тәрбиә алымдарын ҡуллана бөгөн? ҡыҙҙарын, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙға хас нәзәкәтле, нәфис зат итеп тәрбиәләүсе әсәләр ни әйтер?
... Шул уҡ урам автобусында ишеткән тағы бер һөйләшеү барлыҡ был һорауҙарға яуап эҙләүҙең проблемалы икәнен һиҙҙерҙе. Аңлауымса, әңгәмәселәр әсәй менән өләсәй булып сыҡты. ҡыҙҙары Машаның ҡылығына бот сабып аптырап баралар. Йәнәһе, ниңә ул шулай? Яуапты үҙҙәре үк табырға тейешле кешеләр аптырашта ҡалғас...
Айсын АҡБУЛАТОВА.