«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Усаҡҡа ҡуҙ өҫтәй белегеҙ



18.10.2011 Усаҡҡа ҡуҙ өҫтәй белегеҙ

Мөнәсәбәттәр көрсөккә килеп терәлгән, әммә тойғолар әле үлеп бөтмәгән, ғаилә һеҙҙең өсөн һаман да донъяны тотоп тороусы иң ҡәҙерле нәмә һәм уны һаҡлап ҡалыу теләге лә иҫ киткес ҙур, ти. Ошондай саҡтар­ҙа нимә эшләргә, бер-береңде аңлау өсөн ниндәй саралар табырға, ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы уртаҡ усаҡты нисек яңынан дөрләтеп ебәрергә?
Бөтәһе лә һеҙҙең ҡулда. Бары тик тырышлыҡ, түҙемлек һәм үҙ-үҙегеҙ менән идара итә белеү, әйтелгән һүҙҙәрегеҙгә һәм ҡылған ҡылыҡтарығыҙға иғтибарлы булыу, икенсе яртығыҙҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу һәм уның кисерештәренә һиҙгерерәк булыу ғына кәрәк. Әйтеүе анһат. Ә әйтелгәндәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн үҙеңдә көс табыу, ай-һай, еңел түгел. Әммә, ғаилә тигән иң бөйөк, кеше өсөн иң мөһим төшөнсәне һаҡлап ҡалам, бәхетем, балаларым бәхете өсөн әле көрәшәсәкмен, тигәндәр көс табыр.

Беренсе сиратта диалог алып барырға өйрәнергә кәрәк. Был диалогта үҙең нимә уйлағанды әйтеү иң мөһиме түгел, ә тормош иптәшеңде тыңлау, тыңлай белеү мөһим. Тыңлай белһәң, һинең һөйләгәнеңде лә тыңлаясаҡтар, һүҙҙәрегеҙ, ғәҙәттәгесә, бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып китмәйәсәк. Тыныс ҡына һөйләшеп, икенсе яртыңдың нимә менән риза түгеллеген аңларға һәм үҙегеҙҙең дә дәғүәләрҙе еткерергә кәрәк. Һәр дәғүәне берәмләп ентекләп тикшереп сыҡҡандан һуң, уларҙы хәл итеү юлдарын да бергәләп эҙләргә, төрлө варианттар тәҡдим итергә кәрәк.

ҡотҡо таратмаҫҡа һәм провокацияға бирелмәҫкә тырышығыҙ. Ниндәйҙер провокацион мәлдәрҙе, бик ҡыйын булһа ла, башҡасараҡ, тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәнегеҙ.

Иғтибарҙы проблемаларығыҙҙан хәләлегеҙгә күсерегеҙ. Ни өсөн уны яратҡанығыҙға һәм ихтирам иткәнегеҙгә иғтибар итегеҙ. Уға ла был турала белдерегеҙ. Ниндәйҙер ваҡ-төйәк кенә нәмәләрҙә булһа ла хәстәрлек күрһәтегеҙ, һеҙҙе икенсе яртығыҙ вайымһыҙ тип уйламаһын. Хатта бәхәсләшкәндә лә уның мәнфәғәттәре тураһында онотмағыҙ.

Әгәр икегеҙ ике төрлө тормош менән йәшәй, ниндәй­ҙер уртаҡ, һеҙҙе бәйләп тороу­сы нәмәләрегеҙ юҡ икән, улар­ҙы кире ҡайтарырға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙең ҡиммәттәрҙе иптәшегеҙҙеке менән сағыштырығыҙ, анализ яһап ҡарағыҙ, уртаҡлыҡтар табырға тырышығыҙ. Әгәр айырма бик ҙур булһа, был ни өсөн шулай икәнен аңларға, ни өсөн тормош юлдашығыҙға тап ошо нәмә ҡиммәт икәненә төшөнөргә тырышығыҙ. Ғаилә байрамдарын иҫкә төшөрөгөҙ, яратҡан кешегеҙгә бәләкәй генә булһа ла байрам, бүләк эшләгеҙ. Һеҙҙе берләштерә торған уртаҡ берәй эште башҡарыу ҙа һәйбәт булыр.

Һәм, әлбиттә, ғәфү үтенергә һәм ғәфү итергә өйрәнегеҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға