«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шайтан ҡолағы ишетмәһен!



18.10.2011 Шайтан ҡолағы ишетмәһен!

Элек, бәләкәй саҡта яҙмыштарына һуғыш еле ҡағылған ололарҙан бәхет ҡапҡалары тураһында ишеткәнем булды: «Ауыр саҡтарҙа беҙ бер-беребеҙҙе, ҡасан да булһа әҙәмгә барыбер бәхет ҡапҡалары асыла, беҙгә лә ул көн килеп етер әле, тип йыуата инек, шуға ла киләсәккә гел өмөт менән ҡараныҡ, асыҡ күңел менән йәшәнек». Минең өсөн «Бәхет ҡапҡалары» «Әли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» әкиәтендәге алтын-көмөш тулы мәмерйә һүрәтендә һымаҡ ине, «сим-сим, асыл» тигән, асылыр ҙа китер төҫлө ине. Тик ҡайҙа, ҡасан асылыр икән, тип күктәргә, офоҡтарға ҡарап көтөүҙәрем бушҡа булды. Йәшәй-йәшәй бәхеттең әллә ҡайҙан күктән төшмәгәнен, һәр кемдең янында йөрөгәнен төшөндөм. Әйтмәксе лә, бының өсөн күңелең генә асыҡ торһон, бәхетеңде ҡабул итергә әҙер генә бул, йөҙ борма. Шул саҡта бәхет ҡапҡалары асыла ла инде! Ошо хаҡта − яңы рубрикабыҙ.

Шайтан ҡолағы ишетмәһен!
Алина, ғаиләлә иң өлкән бала булыуға ҡарамаҫтан, иркә, көйәҙ холоҡло, хатта бер аҙ ялҡауыраҡ ҡыҙ булып үҫте. Әсәһе, эш ҡуш та үҙең эшлә, тип һуҡрана-һуҡрана, ауыр һөйәкле ҡыҙына тәғәйенләнгән йомошто үҙе һә тигәнсе йомошлап ҡуя торғайны. Уның ҡарауы коман­дир­ҙарҙыҡы кеүек тауышлы Алина­ның теле, ололар әйтмешләй, беләк буйы, бер һүҙеңә ун һүҙ менән яуап ҡайтара, ҡустыларын да эшкә егергә һәләк оҫта. Шулай итеп ҡыҙ әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына үҫеп буй еткерҙе, арлы-бирле булһа ла туғыҙынсы синыфты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Тик, был бала ҡулдан ысҡынғас бөтөнләй аҙыр инде, тип юраған күрше-күләнен ҡыуандырырға ашыҡманы: эсеп, тартып йөрөгәне, егеттәр менән сыуалғаны күренмәне. Кеше күҙенән сүп эҙләгәндәр аптырағандың көнөнән, хатта үҙенә егеттәр ҙә ҡарамай, тип хөкөм сығарып, барыбер Алинаны насарҙар рәтенә индереп ҡуйҙы. Әлеге лә баяғы әсе теле арҡаһында биҙрәп бөткәндәрҙер. Алина, кеше күңелен күрәйем тип, йомшаҡ һүҙ эҙләп тороусыларҙан түгел бит, уйлағанын сатнатып кешенең йөҙөнә бәреп әйтә-әйтә лә, шуның менән вәссәләм, сәсрәп китмәйҙәрме артынса!
Уҡыған ерендә шулай ҙа бер-ике тапҡыр ҡыҙҙар менән һуғышып ҡайтты. Әммә үҙенең быға әллә ни иҫе китмәне, буғай, күҙ төбөндәге күге бер аҙ шиңгәнсе илап ятты ла, аҙаҡ үҙен туҡмаған ҡыҙҙарҙы күрмәмеш тә белмәмеш булып, артабан уҡыуын дауам итте. Әсәһе, ҡыҙыма аҡыл ултырҙы, тип тынысланып ҡына бөткәйне, һуңғы курста уҡыған ҡыҙы бер ваҡыт өйгә һуңлап ҡайта башланы. Егет менән таныштым, ул миңә өйләнергә һүҙ бирҙе, тип аңлатты быны йөҙө айҙай балҡыған Алина.
– Төн уртаһында күҙен йәшерә-йәшерә килеп ингән балам тупһаны аша атлап үткәс тә, нимәлер булғанын аңғарҙым, – ти әсәһе. – Һиҙемләүем ысынға сыҡты. Мин өлкән дә инде, тип аҡланған ҡыҙымды, бер к...ңә хужа була алмағанһың, тип ҡулға нимә эләкте, шуның менән ярҙым, өйҙә бикләп ултыртып ҡуйҙым. Әммә ни эшләйһең, Хоҙайға ҡаршы барып булмай, ул балаға уҙғайны.
Тәүҙә, башҡалар күреп-һиҙеп ҡалмаһын, тип, яралғыны алдырырға уйлай, ләкин оло йәштәге гинеколог әсәне аборттың ҡурҡыныс эҙемтәләре тураһында иҫкәртә:
– Ә ҡыҙығыҙ һуңынан бөтөнләй ауырға ҡала алмаһа? Ундай ҡатындар беҙгә күп йөрөй. Йәшлек хатаһы арҡаһында һуңынан һөйөклө йәрҙәре өсөн бәпес табып бирә алмай, ни эшләргә белмәй зар ҡылалар. ҡыҙығыҙҙың күҙ йәшенән ҡурҡмай­һығыҙмы, ул һеҙҙе ҡәһәрләмәҫме?
Алинаның әсәһе тағы уйға ҡала, үҙен хас та ике ут араһында ҡалған кеүек тоя. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тиҙәр. Егеттең ҡайҙа йәшәгәнен белеп, әсә кеше, ғорурлығын еңеп, уларға бара. Ишекте асалар, түргә әйҙәүсе булмай. Шулай, ишек төбөндә тапанып торған килеш, хәлде аңлатып бирә. Ләкин егет: «Мин ундай ҡыҙҙы белмәйем, бында башҡаса килеп йөрөмәгеҙ», – тип ишекте шапылдатып яба. Икенсе көндө егеттең әсәһенә бара. Ләкин етәксе булып эшләгән ханым бик һауалы һөйләшә: «Теләһә ниндәй һөйрәлсектәр бөтмәҫ, ә минең улым берәү генә, мин уға ышанам, ҡыҙығыҙҙы белмәйем ти икән, тимәк, шулай». Кәмһенеп, рәнйеп илап ҡайт­һа ла, әсәһе Алинаға нығытып әйтә: «К...ң менән эште боҙғанһың икән, иңең менән күтәр. Сабыйыңды күрәләтә бысаҡ аҫтына бирә алмайым. Тап әйҙә, балам. Бер генә сабыйҙы берәй нисек үҫтерербеҙ әле». ҡыҙҙың әсәһе ире менән аңлашыуҙы үҙ өҫтөнә ала. «Һин ғәйепле!» – тип өйҙә дауыл ҡуптарған ирен бер генә һөйләм менән еңә: «Ана, бар ҙа быуып үлтер ҡыҙыңды, бер юлы ике йәнде юҡҡа сығар». Йөҙө ҡара янған атаһы ҡыҙына ул бәпесләгәнсе әйләнеп тә ҡарамай. Һуңынан аҡ биләүҙәргә төрөлгән, хуш еҫ бөрккән уймаҡтай сабыйҙы ҡатыны ҡулына көсләп тотторғас ҡына ир кеше йомшара. Хатта күҙенән йәштәре бәреп сыға: «И-и, бигерәк бәләкәй генә бит...»
Ун һигеҙ йәшлек Алина ирһеҙ бала тапҡас, күрше-күләнгә ләстит һатыр­ға сәбәп тә табыла. Улар ике-өс аҙна тел сарлап бер була. Һуңынан был ваҡиға үҙенән-үҙе онотола, башҡа яңылыҡтар аҫтында күмелеп ҡала (бала-сағалы ҡатындар әҙме ни, ана, шөкөр, урам тултырып йөрөй). Алиналарҙың тормошо һәүетемсә дауам итә. Әйткәндәй, ул оло ҡорһаҡлы килеш диплом алған була, аҙаҡ ҡыҙына йәш ярым булғас, әсәһенә арҡаланып (бала ҡарарға кеше бар!), эшкә сыға. Эш хаҡы күп тә түгел инде, ә шулай ҙа икмәк-тоҙға етә. Урамда шарт-шорт малайҙар менән уйнап йөрөгән ҡыҙына биш йәш тулғанда, изге йәнле күршеһе инеп хәл белеп сыға:
– Ана теге ваҡытта, һин ауырға ҡалғас, балаңдың атаһы, тиҙ-тиҙ генә өйләнә һалып, Себергә сығып киткәйне бит, шул бисәһе менән ҡайтҡан икән, балалары һаман юҡ, тиҙәр, дауаланалар, имеш...
Торт менән сәй эскәндән һуң, күршеһе Алинаның ҡыҙына оҙон ғүмер теләп, ҡайтып китә. Алина тиҙ генә өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыуа ла, биҙәнеп-төҙәнеп, урамға сығырға йыйына башлай.
– ҡайҙа бараһың? – тип һиҫкәнә әсәһе.
– Йөрөп киләм.
– Юҡ, ултыр өйҙә! Бер тапҡыр йөрөнөң инде, шул һиңә етмәнеме ни, һабаҡ булманымы? – әсәһенә ҡыҙып китергә күп кәрәкмәй, ә ҡыҙһа – ирҙәреңдән яман. – Һаман артың ҡысыймы? ҡысыһа, хәҙер атайыңа әйтәм, ҡайышын сисһен, шунда уҡ ҡысыуын баҫыр.
– Әсәй, ҡыҙын күрһен тим, шуға улар яғына барып урайым, әйҙә йөрәге янһын, тигәйнем генә!
– Һин үҙеңдең аҡылыңдамы? – әсәһе оторо ярһый. – Ишетмәнеңме ни, әле нимә тине күршебеҙ? Балалары юҡ, тине бит! Ә әгәр ҙә гөлдәй ҡыҙыңды күреп ҡалып, алыр­ға булып китһәләр?
– Бирмәйем мин уларға!
– Һорап торҙолар ти улар һинән. Байҙар бит, аҡсалары күп, блат-сваты ла баштан ашҡан, тартырҙар ҙа алыр­ҙар, фамилияңды ла һорап тормаҫтар.
Алина был турала башына ла килтермәгән, ахыры, ултыра төшә: «Аллам һаҡлаһын, әсәй, шайтан ҡолағы ишетмәһен!» Шунда уҡ урамда йөрөп килергә тигән уйынан кире ҡайта. Икенсе көнөнә эшенән ял көндәре алып, ҡыҙы менән өләсәһенә үк сығып китә: «Бәләһенән баш-аяҡ». Кешене яҙмыш йөрөтә, тигәндәре раҫ, шунда автобуста бер егет менән таныша. Уртаса буйлы, ҡарамаҡҡа башҡаларҙан бер нәмәһе менән айырылмаған егет төҫ-башҡа сибәр, һомғол ҡыҙҙы ныҡ оҡшата, ҡыҙын да алдына ултыртып алып ҡайта. Хатта һүтелгән таҫмаһын рәтләп бәйләргә маташа. Алинаның ҡыҙы бер ҙә унан ятһынып тормай: «Әллә һин минең атайыммы?» – тип һорап уны албырғата. Ни әйтергә белмәй юғалып ҡалған егеткә Алина ярҙамға килә: «ҡыҙым, ана, ҡуян». «ҡайҙа?» – тип ҡыҙы автобус тәҙрәһенә ҡаплана…
«Әллә һеҙ атай эҙләйһегеҙме?» – тип урынһыҙ шаяртҡан егеттең ауыҙын: «Эҙләһәк тә, һеҙҙең картуф баҡсаһында түгел инде», – тип яба Алина. Әммә егет бирешергә уйламай. Автобустан төшөп ҡалғас та арттарынан эйәреп бара, һуңынан аҙна буйы көн дә килеп йөрөп, кейәүгә сығырға тәҡдим яһай: «Тәү күреүҙән үҙеңә лә, ҡыҙыңа ла ғашиҡ булдым, икегеҙҙе лә күтәреп йөрөтөрмөн, рәнйетмәм». «Юҡ, башҡаса бер ир-егеткә лә ышанмайым», – тип, Алина әсәһенә ҡайта. Аҙна-ун көн үткәс, таныш булмаған кешеләр өйҙәренең ишеген ҡаға. Баҡтиһәң, шул егет, өләсәһенән адресын белешеп, ҡоҙалар ебәргән икән! Йөрәге урынында боҙ киҫәге түгел дә, Алина кейәүгә сығырға ризалығын бирә.
...Әле бына уларҙың туйынан ҡайтып килеш. Юҡ, әле генә туйҙары булған икән, тип уйламағыҙ. Ағас туйҙарын билдәләнеләр, өйләнешеүҙәренә биш йыл да булып киткән. Егет кеше үҙ һүҙендә торҙо: Алинаны ла, ҡыҙын да ярата, үҙ балаларынан айырмай. Ә өйҙәрен тултырып өс бала үҫә, игеҙәктәренә дүртәр йәш.
Иң мөһиме, Алинаның ҡайны-ҡәйнәһе һәйбәт кешеләр булып сыҡты, килен, кеше балаһы, тип ситкә типмәнеләр. Ана, беҙ ҡайтҡанда ла ҡәйнәһе:
– Киленем бигерәк үҙемә оҡшаған, шартлатҡансы әйтә-әйтә лә, кенә һаҡлап йөрөмәй, – тип ҡыуана-ҡыуана, Алинаны һөйөп тороп ҡалды. – Шуға ла күңелебеҙ пак беҙҙең, шулай бит, ҡыҙым?
– Шулай-шулай, – тип көлөп, уныһы ҡәйнәһенә һыйынды. – Тик шайтан ҡолағы ишетмәһен!

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға