27.09.2011 Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ
Беҙҙең Сапай ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты совет осоронда уҡ төҙөлгәйне. Уны асыуға республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы Радик Ғарифулла улы Богданов заманында күп көс һалғайны. Үкенескә күрә, был изге йән хәҙер яҡты донъяла юҡ.
Фельдшерлыҡ пунктында 1979 йылдан алып Фатима Шафиҡова эшләй. Ул тыумышы менән Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан. Бына инде 32 йыл үҙ эшен яратып башҡарған тәжрибәле белгес олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы.
Сапай ауылында, башлыса, оло йәштәге хеҙмәт ветерандары йәшәй. Ауырып китһәң, Фатима ҡыҙыбыҙ, көн-төн тип тормай, өйгә килеп, хәлебеҙҙе еңеләйтә. ҡыҫҡаһы, Фатима Әнүәр ҡыҙынан бик уңдыҡ. Уға ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәрит ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ,
Дәүләкән районы
Сапай ауылының ветерандар советы рәйесе.