«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡыҙым менән нисек осрашырға?



27.09.2011 Ҡыҙым менән нисек осрашырға?

Тормош иптәшем менән күптән айырылышҡанбыҙ, алты йәшлек уртаҡ ҡыҙыбыҙ бар. ҡатыным бала менән аралашыу­ҙы тыя, миңә уны бөтөнләй күрһәтмәй. Нимә эшләргә?
Илдар Т.
Һорауға Баймаҡ районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Илшат РӘХМӘТУЛЛИН яуап бирә:
− РФ Ғаилә кодексының 66-сы статьяһына ярашлы, әгәр ҙә ҡыҙығыҙҙың психик һәм физик, әхлаҡи үҫешенә зыян килтермәһәгеҙ, уны тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тулы хоҡуғығыҙ бар. Атаһынан (йәки әсәһенән) айырым йәшәгән бала менән аралашыуҙы бер ниндәй аңлатыуһыҙ тыйыу нигеҙһеҙ.
Илдар, баланың әсәһе менән аталыҡ бурысығыҙҙы үтәү тураһында яҙма рәүештә килешеү төҙөй алаһығыҙ. Әгәр ҙә уртаҡ фекергә килмәһәгеҙ, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Опека һәм попечителлек органдары ҡатнашлығындағы суд хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлар, бала менән осрашыу тәртибен билдәләр.
РФ Ғаилә кодексының үрҙәге статьяһында әйтелеүенсә, белем биреү, дауалау ойошмаларынан, халыҡты социаль яҡлау учреждениеларынан балағыҙҙың хәле, сәләмәтлеге, уҡыуы һ.б. тура­һында мәғлүмәт ала алаһығыҙ. Әгәр ҙә ҡатынығыҙ учреждение хеҙмәткәр­ҙәрен һеҙҙең балаға зыян килтереүегеҙ ихтимал тип киҫәткән осраҡта, улар мәғлүмәт биреүҙән баш тарта ала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Арағыҙҙа, хоҡуҡтарын белмәү сәбәпле, йыш ҡына сетерекле хәлгә юлығыусылар барҙыр, моғайын. Ауыр мәлдә ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй аптыранғанда, редакцияға проблемағыҙ хаҡында ентекләп яҙығыҙ. Тәжрибәле юристар уларға яуап бирер.
Һорауҙарҙы Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһына йәки электрон почтаға guzel_bikmetova@mail.ru ебәрегеҙ. «Хоҡуғыңды бел!» билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға