«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Журналистика – халыҡтың рухи ҡәлғәһе»



24.09.2011 «Журналистика – халыҡтың рухи ҡәлғәһе»

йәки «һәр проблема ҡәләм оҫтаһының йөрәге аша үтергә тейеш»
«Журналистика – халыҡтың рухи ҡәлғәһе»
Күренекле публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йәшлек» уҡыусыларының яратҡан журналисы Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ 15 сентябрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын беҙҙең редакцияла билдәләне. Тыуған көнөндә ул «тура бәйләнеш»тә гәзит уҡыусылары менән осрашып, уларҙың ҡотлауҙарын да, теләктәрен дә ҡабул итте, һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Ике сәғәт ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Шәп журналист ҡына түгел, шәп һәм йор һүҙле әңгәмәсе лә булып сыҡты ағайыбыҙ.
– БДУ-нан Сәлимә исемле ҡыҙ. Марсель ағай байрамын нисек үткәрә? Ғөмүмән, юбилейҙарға, банкеттарға ҡарашы нисек? Маҡтауҙы яратамы икән?
– Байрамдар үткәреүгә принципиаль ҡаршы кешемен. Әгәр ҙә ҡәләмем туҡтамай эшләй, яҙғандарым гәзит-журналдарҙа баҫыла, китаптарым сыға икән, ана шул минең өсөн байрам. Әйткәндәй, быйыл ғына дүртенсе китабым донъя күрергә тора. Сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендәге, дәүләт эшендәге әһелдәргә ҙур байрам, бәлки, килешәлер ҙә, тик был миңә ят нәмә. Тыуған көнөм дә эш менән үтә, Аллаға шөкөр. Юбилейҙарға тиҫкәре ҡараштамын. Әллә үҙем тиҫкәре булғанға. Маҡтауҙы яратмайым.

– Илгиз Сабитов, Стәрлебаштан, ябай ғына һорау – бөгөн башҡорт журналистикаһы йәмғиәт талабына яуап бирәме?
– Башҡортостан һәм башҡорт журналистикаһы – икеһе ике төшөнсә. Айырым башҡорттоҡо тураһында ғына һүҙ алып барырға кәрәкмәйҙер. Башҡортостан журналистикаһы ҡатмарлы заман талаптарына яуап биреп етмәй. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең журналистика комплиментар, унда төплө аналитика юҡ кимәлендә. Йәмғиәттә, илдә, донъяла барған процестарҙы төплө анализлау, киләсәген фаразлау, үткәндәргә объектив баһа биреү беҙҙең ҡараштарҙан ситтә ҡала. Ул беҙҙә аналитик публицистиканың үҫешмәүе, йәштәрҙең был тармаҡҡа аҡрын килеүе менән дә аңлатыла. Бының өсөн төплө белем, ныҡлы тәжрибә кәрәк.

– Ишембайҙан Тимербулат ағайығыҙ булам. Үҙем дә яҙышҡылайым. Шундай һорауым бар, Марсель ҡорҙаш, журналисҡа ҡасан еңелерәк йә, киреһенсә, ауырыраҡ булды: бөгөнмө, әллә социализм осорондамы? Нимә тиһәң дә, элек гәзит-журналға ныҡ ышаналар ине.
– Журналисҡа бер ҡасан да еңел булманы. Ниндәй заман, ниндәй ижтимағи ҡоролош, ниндәй иҡтисади-социаль боролош булмаһын, яуап­лылыҡ тойоп эшләгән журналистың иңен йөгө һәр саҡ баҫа. Яуаплылыҡ проблемаһын да, уның сисеү юлдарын да таптыра.
Осорҙарҙы сағыштырғанда, әүәлерәк маҡсаттар һәм бурыстар анығыраҡ ине. Элек партия контроле, көслө баҫым аҫтында эшләнек, тигәндәренә мин битараф ҡарайым. Һөнәрен, эшен яратҡандарға бер ҡасан да ҡыҫым булманы. Һәр хәлдә, яуаплылыҡ һәм маҡсатлы эшләү һәр саҡ кәрәк. Шуға бөгөн журналистикала эшләүе ауырыраҡ. Матди йәһәттән дә, аныҡ ориентирҙар булмауынан да. Кеше идеалдарға ла ышанып йәшәргә тейеш бит инде. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи ҡиблалар ҙа юғалып китте, беҙҙән өлкәнерәктәр, беҙҙең быуындың ышанған идеалдары юҡҡа сығыуы йәштәрҙә тарҡаулыҡ тыуҙырҙы. Быуындар аймылыша.
Эш хаҡы, фатир мәсьәләһе элек еңелерәк сиселә ине. Бөтә матди проблеманы юғарыла хәл итә торғайнылар. Йәштәргә хәҙер ауыр, был йәһәттән уларҙы йәлләп тә китәм.

– Учалы районынан, Илсеғолдан, анығыраҡ әйткәндә, Орловка ҡасабаһынан Шәмиғоловтар. Рәйес Сәлмән улы булам. ҡотлайбыҙ юбилейығыҙ менән! Мин дә быйыл 70 йәшемде билдәләнем, яҙғыһын.
– Улайһа, ағай булаһығыҙ икән.
– Һәр мәҡәләгеҙҙе яратып уҡыйбыҙ. Исмәғил Ғәбитов тураһындағыһын өс-дүрт мәртәбә уҡып сыҡтым. Ил ағаһының булмышын бар бөтөнлөгөндә бирә алғанһығыҙ. Беҙҙең яҡҡа килһәгеҙ, мотлаҡ беҙгә лә инегеҙ. Мин – заманында районда 14 йыл чемпион исемен тотҡан кеше. 1954 йылдан бирле йәштәр гәзитен алдырабыҙ. Йәштәрҙән Баныу ҡаһарманова кеүек шәп, ҡыйыу журналистарҙың да яҙғандарын яратып уҡыйбыҙ. Йөрәкте семетеп-семетеп алаһығыҙ бит.
– Баныу менән тиңләгәнегеҙ өсөн икеләтә рәхмәт. Донъя бит йәштәргә ҡала. Мин дә өмөтлө журналистар үҫеп килеүенә һөйөнәм.

– Күгәрсен районынан Владик ҡыҙрасов шылтырата. Марсель ағай, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлап, «Ғүмер» исемле шиғырымды уҡып ишеттерергә рөхсәтме?
– Күңелеңдә илһам булғас,әйҙәле.
– Ғүмер ҡыҫҡа. Үтеп китә,
Яуып үткән ямғыр кеүек.
Изгелек орлоғон сәсеп өлгөр,
Түлле орлоҡ сәскән кеүек.
Һуңғы көнөң килеп етер,
Һис көтмәгән ҡунаҡ кеүек.
ҡылған изгелегең ҡалыр йөрәктәрҙә,
Йөрәк тибеше кеүек.
– Рәхмәт.

– Яҡташымды юбилейы менән ҡотлайым. Нисек ул ҡурҡмай-өркмәй тәнҡит мәҡәләләрен яҙа икән? Ялҡынлы сәләмдәрен Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Рәүеф ҡужин ебәрә.
– Журналист ҡурҡып-өркөп йәшәргә тейеш түгел. ҡурҡһа, үткер мәҡәләләр ҙә яҙа, халыҡтың күңелен дә яулай алмай. Һәр проблема ҡәләм оҫтаһының йөрәге аша үтергә тейеш. Шул саҡта уҡыусы уға ышанасаҡ. Әгәр эшенә барҙым, күрҙем, яҙҙым тип кенә ҡараһа, ул бер кемдең дә йөрәген ҡаға алмай. ҡайҙа ла ихласлыҡ кәрәк.

Мөнир ҡунафин. «Барҙым, күрҙем, яҙҙым» тигәндән, әйтәйек, мәғлүмәт, репортаж кеүек жанрҙар ҙа бар. Бөгөн хәбәрҙең халыҡҡа ваҡытында барып етеүе лә ҡәҙерле. Заман ҡалай шәп саба.
– «Барҙым, күрҙем, яҙҙым» – был репортажға яҡыныраҡ килә. Тик был жанрҙы ла бай йөкмәткеле һәм проблемалы итеп эшләп була. Репортажда ҡатнашыу эффекты (эффект присутствия) булыуы мотлаҡ. Репортерҙың шул хәл-ваҡиғаның эсендә ҡайнауы ярылып ятырға тейеш. Шунда ғына ул ышандыра ала. Ә бына миҫал: фермаға барып төштөк, һауым мәле ине, шул апай нисә һыйыр һауып, шунса һөт ала, ферма мөдире уның тураһында шулай тине... Был йөрәккә ятмай ҙа, ҡаҡмай ҙа. Сөнки һауынсының үҙе лә, хеҙмәтенең дә йәне юҡ.

Илдар Ғәбитов. «Коммерсант»та Андрей Колесниктың репортаждарын ҡарап бараһығыҙмы икән? Путиндың артынан эйәреп йөрөй ул. Әллә уныһы эйәртәме? Ул шул тиклем итеп яҙа, мәҫәлән, премьерҙың берәй репликаһына шул министрҙың сырайы боҙолоп китте, ти. Нимә тураһында һүҙ барғаны аңлашылып тора. Күп һүҙ ҙә кәрәкмәй.

– Рәмил Фәйзуллин, Дәүләкәндән. Раевка мәктәбендә музыканан уҡыттым. Йәш сағығыҙҙа Рәшит Шәкүр һәм башҡалар менән практикаға килгәйнегеҙ. Байрамы­ғыҙ менән ҡотлап, үҙегеҙгә бер шиғыр яҙҙым әле.
– Бигерәк һәйбәт, әйҙә уҡығыҙ.
– Алтын көҙҙә, ризыҡ мулда
Хаҡ донъяға тыуғанһың.
70 йәшлек халыҡсанлы,
Мәшһүр журналист булғанһың.
Һәр саҡ шулай дәрәжәле бул,
Шат булһын яҡты йөҙөң.
Йыл да һиңә килеп торһон
ҡотларға алтын көҙөң.
– Рәхмәт, шулай булһын.

– Уҡыйым, яратып уҡыйым. «Йәшлек»тә лә, «Башҡортостан»да ла, «Кызыл таң»да ла уҡыйым. Китаптарың да сығып тора тип ишетәм. Нисек шулай өлгөрәһеңдер, һис ҡартаймайһың? Китапханаға барғайным, нишләптер башҡортса китабыңды тапманым, русса «Сумерки века» һәм «Неуслышанный набат» тигәндәре бар ҙа...
– Улар элегерәк сыҡҡандары әле. Яңыраҡ «Дәүерҙәр осрашҡанда» исемлеһе сыҡты, тағы баҫылып яталар әле. Барып етмәйерәк торалыр. Баш ҡалала күренде улар. Көтөгөҙ.

– Бигерәк шәп яҙаһың. Салауат Юлаев орденын бирергә кәрәк үҙеңә. Заманында гәзиттә минең мәҡәләне лә сығарҙың. Алдынғы хужалыҡ, ә ауыл клубы тимер мейес менән йылытыла ине. Шул мейесте алып ташлап булмаҫмы, тип яҙғайным, сығарҙың һәм, ысынлап та, етәкселек был мәсьәләне хәл итте. Мәкәштән Миңзаһир дуҫыңды ла онотмайһың. Хәтерең шәп һинең.
– Арабыҙҙан иртәрәк китеп барған Миңзаһирҙы иҫкә алғанығыҙға ла рәхмәт. Хәтер, тип, архив, белешмә материалдар йыйылып бара. Хәтергә төшөрөп, аҡтарып алаһың. Мин эш блокноттарын бер ҙә ташламаным. Шуға яҙғанымда, исем-шәрифтәрҙе телгә алғанда һис яңылышмайым. Шунан һуң һөнәр ҙә хәтерҙең ныҡлы булыуын талап итә бит инде. Хәтерем яңылышмай. Яҙып ултырғанда нисектер үҙенән-үҙе бара ул. Еңгәң дә, хәтерең һинең хәтәр шәп, тип маҡтап ебәрә ҡайсаҡ. Яҙып ултыр­ғанда тоям, бында цитата-афоризм кәрәк, аң шулай тип үҙе туҡтата. Фекерҙе ҡеүәтләргә кәрәк бит. Хәтергә кәрәкле тапҡыр һүҙ йә шиғыр юлдары килә.
Нисек өлгөрәһең, тигәндән, ҡайһы берәүҙәр пенсияға сыҡһа, сәғәт туғыҙҙа ғына тора ла, арлы-бирле ҡырынып, һыра эсергә китә. Нисектер бәрелеп-һуғылып көн үткәрә. Ә мин таңғы етелә көн дә аяҡ өҫтөндә, һигеҙҙә, эш кешеһе кеүек, өҫтәл артына ултырам. Көн дә. Бер ниндәй ҙә сәбәп мине был эшемдән айыра алмай. Уй-фекер ҡапыл килеп тыуһа, төн уртаһында ла ҡулыма ҡәләм алам. Өлгөрөп була. Ваҡыт етмәй, тигәндәргә ышанмайым, уны дөрөҫ бүлә белергә кәрәк. Елкә тырнап, һуҙылып йөрөһәң, етмәйҙер ҙә.

– Искәндәр Сәлимов, Ауырға­зынан. Туҡһанынсы йылдарҙан журналистарҙың дәрәжәһе төштө, нишләп шулай булды һуң ул, Марсель ағай?
– Нишләп дәрәжәһе төшһөн инде, Искәндәр. Уның хеҙмәтенә иғтибар кәмеүен әйтәһеңдер. Алдараҡ беҙ был турала һөйләгәйнек. Журналистың дәрәжәһе үҙенән, ижадынан һәм эшкә мөнәсәбәтенән тора. Ә бына дәүләт яғынан, ысынлап та, хәстәр юҡ. Элек беҙ «Башҡортостан» гәзитендә эшләгәндә йыл һайын фатир бирәләр ине. Сират шылып бара, шылып бара. Туҡһанынсы йылдар башында журналистар өсөн бер йорт төҙөлдө, шунда беҙ редакцияға 12 – 13 фатир алып ҡалдыҡ. Шунан һуң берәү ҙә бирелгәне юҡ. Бөгөнгө министрға был тәңгәлдә уйланырға урын бар. Мөхәррирҙәр ҙә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Беҙ М. Рәхимовтың кабинетынан сыҡмай торғайныҡ. Президент үҙе лә Матбуғат йортона килеп, бер нисә мөхәррир менән ултырып һөйләшә, ниндәй мәсьәләләр бар, белешә ине. Бер мәл кәңәш-төңәш итеп, сәй эсеп ике сәғәт ултырып ташланыҡ. Күп мәсьәлә шунда хәл ителде. Ниңә бөгөн дә Президентты саҡырып ҡарамаҫҡа, моғайын, килмәй ҡалмаҫ.

Илдар Ғәбитов. Һеҙ яҙған өс тағанды алмаштырыр көс бармы?
– ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайҙар артында – бушлыҡ. Мостай Кәримде кем алмаштыра? Рауил Бикбаев ҙур шағир, ҙур шәхес, әлбиттә. Тик Мостафа ағай кеүек бөтә жанрҙарҙа берҙәй талантлы эшләгән ҡәләм оҫтаһы бармы? Халыҡты әйҙәрҙәй көскә, властар һанларҙай фекер-ҡеүәтҡә эйә ине ағай. Йә Зәкәриә ағай Аҡназаров кеүек хөкүмәтте 24 йыл етәкләп, шул тиклем ҙур власҡа эйә булып та, шул тиклем рухи юғарылыҡты һаҡлап ҡалған кеше бармы? Юҡ. Кем генә мөрәжәғәт итмәй, ул шунда уҡ мәсьәләне хәл итеп ҡуя торғайны. Йөҙгә ҡырыҫ кеүек булһа ла, уның эске ябайлығы иҫ китерлек ине. Уны алмаштырыр­ҙай түрә бармы, йә әйт? Заһир ағай хисле, эмоциональ кеше, милли рухлы ир-уҙаман ине. Өсөһөн дә бик яҡындан белгәс, уларҙы, халҡыбыҙҙың рухи өс тағаны, тинем. Тик улар юҡ. Алмаш та юҡ. Булыр ул бер заман. Ышанайыҡ быға.
Беҙ заманында, БДУ-ла уҡығанда, Жәлил Кейекбаевҡа табынып йөрөнөк. Филологияға, тюркологияға уның шәкерттәре килде, тик уның кеүек, уға тиңләшерлек ҙур ғалим юҡ. 50 йәшен иҫләйем. ҡайҙа шау-шыу ти, юҡ, сәхнә түрендә кресло ла юҡ, сәскәләргә лә күмелмәгән, телевидение саҡырылмаған... Бер аудитория. Ағай шым ғына ултыра. Бөтә донъяға танылған тюрколог. 57 йәшендә вафат булды. Бөгөн улай уҡ хеҙмәт яҙған ғалим юҡ барыбер.

Мөнир ҡунафин. ҡулығыҙға ҡәләм алғанда күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар урғыла? Уй-фекерҙәрем уҡыусыға, халҡыма барып етәме икән, тигән борсоу хәүефләндермәйме?
– Хәүефләндермәй буламы? Уйҙарҙың осона сығып булмай ҡай- саҡ. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев йыш ҡына әйтә килә: «Башың ҡайғынан түгел, аҡылдан ғына эйелһен». Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәләм тотҡан кешене күберәк ҡайғы-хәсрәт, уйҙар бөгә. Беҙҙе генә түгел, халыҡты ла. Бер ғәрәп ғалимының ошондай һүҙҙәре бар: «Я защищен, меня потоп не тронет, но как мне жить, когда народ мой тонет?!» Шул уйҙар башҡа килһә, йоҡлап та, уй-хәсрәттән арынып сығып та булмай. Ғөмүмән, халҡыма хеҙмәт итәм, тигән журналист икән, ул хәүеф эсендә йәшәргә тейеш. ҡайғылы шағир ғына ысын шиғыр яҙа ала, тигән әйтем дә бар түгелме әле? Шуға күңелдәрҙе моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡ баҫмаһын!

Рәшиҙә Мәхийәнова. Беҙҙең бала саҡта һәр өйҙә журнал-китап уҡый­ҙар, радиопостановкалар тыңлайҙар ине. Ул саҡта бик һирәктәрҙә генә телевизор булғандыр. Тик ул заманда кеше шул тиклем рухи яҡтан бай, бер-береһенә ярҙамсыл, мәрхәмәтле ине. Ә бөгөн – киреһенсә. Шуның сәбәптәре ниҙә икән?
– Ысынлап та, беҙ йәш саҡта һәр йәкшәмбе радиопостановка бирә торғайнылар. Йыр-моңмо, спектаклдәрме – рәхәтләнеп тыңлай инек. Фәриҙә ҡудашеваның йырҙары, Бәхти Ғайсиндың аккордеонда уйнауы хәтерҙә тере моң булып һаҡлана. Драма театры актерҙарын тауышынан уҡ таныйбыҙ. Үҙҙәрен күргәнебеҙ булмаһа ла. Ә бөгөн халыҡ театрға ла йөрөмәй, тип оран һалабыҙ. Мин дә йөрөмәйем. Сәхнәлә ҡысҡырышып, йүгерешеп йөрөгән малайҙарҙы ҡарарға барайыммы ни? Шау-шыу минең зауығыма тура килмәй. Ғималетдин Минһажев, Арыҫлан Мөбәрәков, Таңһылыу Рәшитова, Дәриғә Фәйзуллина, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Рим Сыртланов... Ана, кемдәр рухында тәрбиәләнгән быуын беҙ. Уларҙың һәр береһе шәхес ине. Беҙҙең яҡта Баймаҡ колхоз-совхоз театры тамашаларын яҡшы хәтерләйем. Зәкирйән Ханов, Йәмилә апай Әбитәйева хайран итеп уйнай. Ауылға театр килһә, мөғжизә көткән кеүек, шаршау асылырын тын алмай көтөп ултырыр инек. Һәм ысын мөғжизә тыуҙыра торғайнылар бит. Бына ул халыҡтың яратҡан, ысын артистары! Хәҙер шул мөғжизә ҡайҙа? Заһир ағайҙың «ҡоҙаса»һын биш йыл буйы ҡараным. Бер туҡтау­һыҙ, һәр спектаклде. Барған һайын нимәлер астым, нимәлер таптым, тик ялҡманым. Гармунда уйнай ҙа, йырлай-бейей ҙә белмәйем, тауышым да юҡ, ауылға ҡайтып, шуны ҡуйып та маташтым хатта. Шуға тиклем барып еттем бына (көлә).

Артур Дәүләтбәков. Бар журналистар ҙа аналитик фекерле булырға тейешме?
– Мотлаҡ түгел. Шәп репортерҙар, оҫта интервью алыусылар, мәҡәләне һоҡланғыс итеп яҙыусылар була. Аналитик фекерле булыу, һығымталар яһай белеү ҙә кәрәк, тик ул ваҡыт, тормош тәжрибәһе, белем тәрәнәйеүе менән килә.
Шуныһы бар, бигерәк тә йәштәргә ҡағыла был, үҙеңде камил белемле тойоп, башҡа миңә уҡыу кәрәкмәй, тип һис тә тынысланырға ярамай. Көн һайын уҡырға кәрәк, уйланырға кәрәк. Хатта концертта ултырғанда ла уйың һине ташларға тейеш түгел. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем генә журналист булып, аҙағына ябай кеше булып йәшәп булмай.

Зөһрә Йәһүҙина. Бөгөнгө башҡорт журналистикаһына ҡарашығыҙ нисек? ҡәләм көсөн нисек баһалай­һығыҙ?
– Башҡортостан журналистикаһына ҡарашым минең тәнҡитле. Бәлки, артыҡ талапсанмындыр, тик беҙ еңел-елперәк эшләйбеҙ. Баҫма матбуғатты ғына әйтмәйем, радио-телевидениеға ла ҡағыла был. Һөнәренең серенә ысын журналист гәзиттә өйрәнә. Яҙырға ла, яҙғанын төшөндөрөргә лә. Шуға радио-телеви­дение­ға эшкә журналист гәзиттән барырға тейеш. Ә унда һөйләп өйрәнеүе ауыр булмаҫ.
ҡайһы бер тележурналистар, урамда мине таныйҙар, мин популяр, тип маһая. Һеҙ популяр түгел, йөҙөгөҙ генә таныш, тип яуаплайым. Ә гәзиттә кеше ғүмер буйы эшләп тә, йөҙгә танылмай. Яҙғандарын уҡып, халыҡ уны барыбер белә.

Әлфиә Хәмитова. Торғонлоҡ осоро менән сағыштырғанда, бөгөн журналистика ниндәй функцияларҙы үтәй? Цензура бармы? Өлгө алырҙай, таянырҙай, остаз булырҙай ҡәләм оҫталары бармы?
– Функцияһы уның бер – халыҡ менән власты бер-береһенә бәйләү, халыҡҡа рухи таяныс булыу, быныһы бигерәк тә мөһим, һәм, әгәр ҙә гәзит тураһында һүҙ бара икән, властың һәм халыҡтың трибунаһы. Бөгөн журналистика халыҡтың рухи ҡәлғәһе булырға тейеш. Заман шуны һорай.
Цензура юҡ ул, элек тә булманы. Айырым бер серҙәр асыҡ мат­буғат­ҡа сыҡмаһын өсөн күҙәтеү була торғайны. Һин шуны яҙ, быны яҙма, тигән тыйыу-кәртә ҡуйылманы.
Шунан һуң, һәр нәмәнең самаһы бар. Әйтәйек, ҡатыныңды йә әсәйеңде хурлап яҙып булмай, был мөмкин түгел. Илеңде кәмһетеү, кеше алдына сығара алмаҫлыҡ хилафлыҡтар тураһында нисек ҡулың етеп яҙмаҡ кәрәк? Һәр журналистың самаһы, эске сикләүе лә булырға тейеш, тип уйлайым.
Остаздарымды һағынып иҫкә алам. Эш башлағанымда «Осҡон»-
«Искра» район гәзитендә яуаплы сәркәтип булған Мофаззал Латипов тигән фронтовик ағайҙың ярҙамы ныҡ булды. «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир Абдулла Исмәғилев һәм үҙебеҙҙең өлкән журналистарыбыҙ, русса яҙғандарҙан Василий Перчаткин, Лидия Нечаева, Серафим Вайсман, Марсель Ғафуров кеүек шәп журналистар эшмәкәрлеге минең ижадыма ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, бик шәп журналист Таһир Ахунйәнов та беҙҙе ныҡ эшләргә өйрәтте. Һәр осорҙоң үҙ остаздары булырға тейеш. Йәштәрҙең кемдәрҙәндер өйрәнеүе лә кәрәк. Бөгөнгө быуын уларҙың өмөтөн аҡлаһа ине. «Йәшлек»кә яҙышыуым да, бәлки, шунан ғибәрәттер, йәш ҡәләмдәш дуҫтарыма әҙ генә булһа ла ижад осҡоно биргем килә.

– Әбйәлилдән, Ташбулаттан, Сабит Ғүмәров булам. Сания еңгәй беҙҙең ауылдан, еҙнә тиһәм, дөрөҫ булыр, Марсель Әҡсәнович. Шундай шәп еҙнәбеҙ менән ғорурланабыҙ, яҙғандарын уҡыйбыҙ. Юбилейығыҙ менән! Бер һорау бар: Әбйәлил хаҡында китап ҡасаныраҡ сығыр икән?
– Рәхмәт йылы һүҙеңә. «Абзелил: легенды и быль» тигән китап сығып килә, бер-ике аҙнанан ҡулыбыҙға аласаҡбыҙ. Тиражы бик ҙур түгел, әлбиттә, 500 генә дана. Унда райондың тарихы, кешеләре, бөгөнгө замандаштарыбыҙ тураһында һүҙ бара. Егерменсе быуатты тулыһынса үҙ эсенә ала китап. ҡалын китап ул, фотоһүрәттәре генә йөҙҙән ашыу.

Илдар Ғәбитов. Гәзиттең мөхәррире мотлаҡ журналист булырға тейешме?
– Һәләтле журналист та икән, ул редакцияға уңай. Хәбәрсегә ниндәй­ҙер эш ҡушҡанда, йә төҙәткәндә мөхәррирҙең рухи хоҡуғы ла булырға тейеш бит. «Үҙең яҙа алаһыңмы һуң?» – тип әйтергә лә, уйларға ла мөмкин бит әле уның ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәр. «Советская Россия»ны етәкләгән М. Ненашев, «Огонек», һуңынан «Московские новости»ҙа мөхәррир В. Лошак, «Известия» хужаһы А. Аджубей – улар бит һоҡ­лан­ғыс журналистар ҙа ине.
Тик бер әтнәкәһе бар, мөхәррир һәр ваҡыт яҙа алмай. Ул – сәйәси етәксе. Һәр ваҡыт яҙырға тейеш тә түгел. Яҙһа, ҙур һәм тос пробле­малар­ҙы күтәрергә бурыслы. Репор­таж яҙып ултыра алмай. Интервью алһа ла, ҙур шәхестәр менән илдәге мөһим һәм көнүҙәк темаға әңгәмәләшеүе кәрәк.

– Хәйерле көн. Хазинаға тиң яҡташыбыҙҙы юбилейы менән «Осҡон»­дар исеменән ҡотлап, Рәмилә Ис­тамбаева шылтырата. Үткән быуатта етәкләгән район гәзитендә эшләгән осороғоҙҙо һағынаһығыҙмы?
– Йәш саҡ һағындырмай буламы ни? Ысын журналистар араһына инеп эшләү, шул осорҙа еңгәңде осратып, кәләш итеп алыу, тормош ауырлығын татып, донъяға, кешеләргә үҙеңдең ҡарашың барлыҡҡа килеү... – был тойғолар, Рәмилә, онотолмайҙыр ул, ә?
Университетты тамамлағас, ауыл хужалығы бүлегенә ултырттылар. Шунан, күп тә үтмәне, әрмегә китергә ваҡыт етте. 1965 йыл, гәзиттә эшләрлек кадрҙар юҡ. Биш көн сборный пунктта яттым. Башвоенком яҡташыбыҙ Таһир ағай Күсимов ине, ул штабҡа саҡыртты ла, бар ҡайт, заступниктарың бар икән, тип ҡайтарып ебәрҙе. Шул көндә үк мөхәрриргә шылтыраттым, әрмегә китмәйем, тинем. Эй, ул ҡыуанып китте, ҡайт, түлке ҡайт, мөхәррир урынбаҫары итеп ҡуям, тип ебәрҙе (көлә). Һүҙендә торҙо, урынбаҫар итте, тик үҙенең башына булды был аҙымы. Бер йыл да эшләп ҡалманыҡ, беҙҙең урындарҙы алмаштырҙылар, хәҙер ул – минең урынбаҫар. Бында минең ғәйеп юҡ, ул – райкомдың ҡарары. Мин партия ағзаһы инем, шуға иғтибар бирҙеләрме, аңламаҫһың.
Бик ауыр саҡта эшләнек. Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында, йылытылмаған бүлмәһендә, холында тип әйтергә лә мөмкин, ҡышын быйма, пальтоны һалмай эшләй инек.
Мөхәррир булып раҫланғанда миңә 24 йәш ине. Ул ваҡытта партия өлкә комитетының беренсе секретары булып Зыя Нуриев эшләй ине әле.
– Өфөлә раҫланылармы ни?
– Пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире Николай Розанов бюрола, был республикала иң йәш редактор буласаҡ, тип хәбәр итте. Зыя Нуриевич ҡырыҫ кеше бит инде: «Һеҙ нимә, егерме дүрт йәш – йәш түгел ул, эшләй алырһыңмы?» – тине. «Тырышырмын», – тинем.

Мөнир ҡунафин. ҡара әле, район гәзите мөхәррирен дә беренсе секретарь үҙе раҫлаһынсы. Хәҙер республика баҫмаһын кем етәкләүен Президенттың белмәүе лә мөмкин. ҡыҙыҡ.
– Был процедура район гәзите мөхәрриренең дәрәжәһен күтәрә. Вазифаһы буйынса мөхәррир районда юғары урында тора ине.
Нимәгә һөйләйем быны? Өҫтән хөрмәт, ихтирам булмаһа, мөхәррир­ҙең дә, баҫманың да һүҙе үтемһеҙгә әйләнә. Бөгөн шул күҙәтелә түгелме?
ҡайһы бер ойошмалар редакцияның теге йәки был хатына яуап бирмәй, тип тә ишетеп ҡалам. Элек ҡайҙа, икенсе көнөнә үк яуап килеү генә түгел, етешһеҙлек тә төҙәтелеп ҡуйыла торғайны. Яуап бирмәй, тип яҙып сығығыҙ үҙҙәрен. Йөҙ йыртмайым, тип күпме түҙеп йәшәргә була. Шунан һуң, фатир, эш хаҡын күтәреү мәсьәләһен Аҡ йортҡа ҡабырғаһы менән ҡуйығыҙ. Журналист һәм баҫмалар абруйы һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡулда, мөхәррир әфәнделәр. Гәзит сығарыуҙан башҡа, ҡулығыҙҙан бер ни ҙә килмәй, тип көләм ҡайһы берҙәренән. Мөхәррир – ҙур кеше, сәйәси фигура ул. Бөгөнгө Президент Рөстәм Хәмитов – мәҙәниәтле хужа, ул хәлегеҙҙе аңларға тейеш.

– Күгәрсен районының Әлмәс ауылынан Гөлфинә Киленбаева булам. Һеҙ минең яҙыусым, шәхесем, журналисым, тип әйтә алам. Әҫәр­ҙәрегеҙ ҡайҙа ғына баҫылмаһын, барыһын да табып, уҡып барырға тырышам. Элек үҙем дә яҙышҡыланым. Ауылда ваҡыт та етмәй.
– Гәзитте уҡыу ғына етмәй, яҙышырға ла кәрәк. Баҫма авторҙары менән көслө бит.
– Һорауым былайыраҡ, бынау эскелек кеүек күренештәр һаман көнүҙәк булып ҡала. Өй аша һатылып тора төрлө эсемлек. Һайланған депутаттар эшләмәй, ауыл хакимиәте лә был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтмәй. Нимә эшләргә?
– Эскелек – иң оло афәт. Тик бергә генә еңеп була был гонаһ шомлоғон. Бөтәбеҙ ҙә әүҙем, проблемаларға күҙ йоммай эшләһәк, битараф йәшәмәһәк, йәмғиәттә үҙгәрештәр булыр ул. Башҡа берәү эшләр әле тип, көтөп кенә ятһаҡ, һөҙөмтә булмаҫ. Бергәләп тотонайыҡ әйҙә, һеңлекәш. ҡулға-ҡул тотоноп барған ил туҙмай, уҙа ғына ул.

«Тура бәйләнеш»те
Мөнир ҡУНАФИН ойошторҙо
һәм яҙып алды.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға