17.09.2011 «Һәр яңы образ артисты байыта, үҫтерә», –
ти 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы Гөлли Мөбәрәкова
Ғәҙәти йәшәйеш ваҡлыҡтарынан арынып, ҡайһы саҡта бөтөнләй икенсе бер донъяға инеп сумғы, рухи аҙыҡ менән күңелде байытҡы, хатта ниндәйҙер күптән сиселешен таба алмаған мәсьәләгә яуап тапҡы килә. Ошондай саҡта ҡулға китап алаһың, йыр-моңға мөрәжәғәт итәһең, театрға юл тотаһың. Тик үҙе менән шул донъяға алып китер, рухландырыр, көс бирер, йәнде йылытыр өсөн йырсы ниндәй моңға, яҙыусы ниндәй һүҙгә, ә артист ниндәй оҫталыҡҡа эйә булырға тейеш? Күңелдәге боҙҙарҙы иретер өсөн уртаса кимәл генә етмәй шул. Бары тик Хоҙайҙан бирелгән һәләт орлоғоноң уңдырышлы ергә төшөп, бик күп көс һәм тырышлыҡ һалып тәрбиәләнгән үҫентеһе генә кеше күңеленә татлы аҙыҡ булып ятырлыҡ емеш бирә алалыр. Театрҙың ысын «йондоҙ»о булып балҡыған талантлы актриса, режиссер, студенттарҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәткән профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлли апай Мөбәрәкованың да театрға алып барған юлы һәм тормошоноң иң оло ҡаҙаныштары ҙур тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһелер. Йылы ҡояш нуры менән бергә әсе ел-дауылын да татып үҫкән гөл, тамашасы күңеленә ныҡлы тамыр ебәреп, йөрәктәрҙә мәңге һулымаҫ сәскә булып балҡыны. Башҡорт сәхнәһенең примаһы булып танылған Гөлли Мөбәрәкова ошо көндәрҙә 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. 50 йылдан ашыу ғүмерен театрға бағышлаған, тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған Гөлли апай менән юбилей алдынан әңгәмәләшеп алыу бәхете тейҙе. Иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы тауышы, йөҙөнән бөркөлөп торған йылылығы менән арбаны ул. Тыңлағандан-тыңлағы, һөйләгәндәрен бүлдермәй һоҡланып ҡарап ултырғы ғына килә ине.
– Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ – театр күген балҡытыусы ысын сәхнә оҫталары, тамашасылар һоҡланып, табынып баҡҡан сағыу шәхестәр. Ә һеҙҙең өсөн Рәғиҙә һәм Арыҫлан Мөбәрәковтарҙың профессиональ актер, билдәле шәхес, атай-әсәй булараҡ ниндәй сифаттары яҡын һәм ҡәҙерле ине һәм шул сифаттарҙың ҡайһыларын үҙегеҙҙә тәрбиәләй алдығыҙ тип уйлайһығыҙ, Гөлли апай?
– Атайымдарҙың быуыны – Станиславскийҙың кисерештәр мәктәбе (школа переживаний) артистары. Шуға өҫтәп, милли характер ҙа килеп ҡушыла. Беҙҙең халҡыбыҙҙа ниндәйҙер юғары хистәр, романтик тойғолар менән яныу, бер аҙ хыялыйлыҡ та бар. Әҫәрҙәрҙә лә сағыла был. Артистарҙың уйыны ла ошондай планда барҙы, беҙҙең театрға ғына хас булған алымдар, тип әйтәйемме, сәхнәлә йәшәү рәүешеме – бер ҡасан да яһалмалылыҡ булманы. Уҡытҡанда ла шуға ирешергә, студенттарҙы ла, театрға килгән йәштәрҙе лә шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ – сәхнәгә ысынбарлыҡ килеп менергә тейеш. Персонаждарҙы үҙеңдең йөрәгең аша үткәреп, үҙеңдең кисерештәрең менән тулыландыраһың. Әле лә шул кисерештәр мәктәбе традицияларында эшләргә тырышабыҙ. Атайым менән әсәйем, улар быуыны артистары ана шундайҙар ине. Улар сәхнәлә уйнаманы, ә унда йәшәне. Беҙ әле һаман да нимәбеҙ менәндер уларға барып етә алмайбыҙ. Сөнки уларҙа милли рух та, һөнәри оҫталыҡ та бик юғары кимәлдә ине. Сығыштары үҙенсәлекле булды. Был уларҙы ҡарағанда, тыңлағанда ла һәйбәт тойолдо. Атайым менән әсәйемдең артистар булараҡ ошо һыҙаттары оҡшай торғайны.
Улар сәхнәлә йыш ҡына герой менән героиня ине. Мин бәләкәй генә булғанда, 3 – 4 йәштәр самаһымы икән, сәхнә артынан уларҙы күҙәтәм. ҡалдырыр урын юҡ бит инде, шуға эшкә алып киләләр ҙә, мин шунда йөрөйөм. Онотолоп, йотлоғоп уларға ҡарап ултырам. Икеһе лә матурҙар, бүтән артистар ҙа матур, әлбиттә, әммә былар, ата-әсәйем булғанғамы, бигерәк тә матур, идеаль, илаһи кеүектәр. Мин улай булдыра алмаясаҡмын, тип уйланым үҫә бара. Актриса булырмын тип башыма ла килтермәгәйнем. Әммә дәрестәрҙән ҡасып спектаклдәр ҡарарға йөрөгән саҡтарым да булды. Бик ныҡ оялсан, үҙемдә әллә ни тиклем етешһеҙлектәр күрә, башымды ла күтәреп ҡарарға баҙнатһыҙланып йөрөй инем. Тауышым да үҙемдән алыҫ китмәй. Пианинола уйнап булаштым бер мәл, һөнәремде шул музыка ҡоралы менән бәйләргә лә хыяллана инем. Ниндәй ҙә бер икенсе юл менән китер инем, моғайын. Сөнки ата-әсәйемдең ҙур даны күләгәһендә генә баҫылып йәшәгем килмәҫ ине. Әммә шунда бер осраҡлы хәл килеп сыҡты. Мәскәүҙән башҡорт труппаһына йәштәрҙе йыйып йөрөүсе комиссия килде. Төрлө иғландар бирелде, һайлап алыу тураһында ишетеп, йәштәр килә башланы. «Әллә мин дә үҙемде һынап ҡарайыммы?» – тип атайыма әйттем. «Аяғыңды баҫаһы, яҡын йөрөйһө булма!» – тине ул. Ул саҡта атайым театрҙың етәксеһе ине. Ныҡ ҡәтғи, төшөндөрөрлөк итеп әйтте. Быны ишетеп торған әсәйем: «Барып ҡараһын, бәлки, булдыра алыр, бәлки, берәй нәмәһе барҙыр», – тигәнгә атайым, ҡыҙып: «Нимәһе булһын уның, ҡиәфәте юҡ, тауышы юҡ, нимә эшләп йөрөһөн унда», – тип фекерен үҙгәртмәне.
– Иң яҡын кешегеҙҙең теләгегеҙҙе кире ҡағыуы ауыр булғандыр...
– Эйе, ҡыйын, бик ҡыйын булды. Шуға һөйләйемдер ҙә инде.
Атайым мин бәләкәй саҡта ныҡ йомшаҡ булһа ла, үҫә бара ҡатыланды.
Шулай ҙа Мостай Кәримдең бер шиғырын, Максим Горькийҙың поэмаһынан өҙөктө ятлап, хатта әсәйемә лә күрһәтмәй, үҙ аллы әҙерләнеп барҙым. Комиссия алдына килеп ингәс, атайымдың йөҙө үҙгәреп, ҡара һөрөм баҫты, ҡыҙы тыңламағанға йәне көйгәндер инде, шартлата баҫып сығып китте. Нисектер шул мәлдә үҙемде ҡулға алып, киреһенсә, сәмләнеп һөйләнем. Комиссия ағзаларына сығышым оҡшаған. Ул мәлдә 9-сы синыфта ғына уҡый инем. Шулай Мәскәүгә сығып китеп, 10-сыны шунда тамамлап ҡуйҙым. Уҡып бөтөп, эшкә ҡайтҡас та, ҡыйынлыҡтар әҙ булманы. Театрҙан китергә уйлаған саҡтарым да була торғайны. Шул саҡта телевидение режиссеры Рифҡәт ағай Фәйзуллин мине аңлап, ярҙам итте. Уны уҡытыусым тип һанайым, аҙаҡ бик һәйбәт дуҫтар булып киттек. Ул минең асылыуыма булышлыҡ итте, үҙ-үҙемә ҡарата ышаныс уятты. Уның ҡуйыуында «Тапшырылмаған хаттар» телевизион спектаклендә тамашасыға бик оҡшағанмын. Әммә мин аҙағыраҡ ҡына, Мәскәүҙә ҡуйылған Вольтерҙың «Мөхәммәт» трагедияһы аша ғына үҙемде нимәгәлер һәләтле артист итеп тоя башланым. Шулай төрлө осраҡлы хәлдәр аша килеп, театр донъяһында үҙ урынымды таптым.
– Сәхнәлә ижад ителгән образды барыбер ҙә уны башҡарыусы артистан айырып ҡарап булмай. Ул йөрәк аша үтеп кенә тамашасыға бөтә тулылығында барып етә, уны тулҡынландыра, күңелен яулай ала. Ә үҙ йөрәге аша шул тиклем образдарҙы үткәреү актрисаға ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Башҡарған ролдәрегеҙ һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
– Мостай ағайҙың ҡатын-ҡыҙҙар образдары аша тәрбиәләндем. Ул минең башҡарыуымды хуплай торғайны. ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, ижад юлында ошондай образдар уйнауым менән уға бик бурыслымын, улар мине үҫтерҙе. «Ай тотолған төндә» драмаһынан Шәфәҡ роле, Тәңкәбикә...
– Шәфәҡ менән Тәңкәбикә тигәндән, был образдарҙы тыуҙырыу өсөн бөтөнләй ике төрлө характерҙағы ролдәрҙе уйнарға тура килгән. Шулай ҙа, һеҙҙеңсә, уларҙы нимәлер берләштерәме?
– Шәфәҡ – ул шул тиклем йомшаҡ, буйһона белә торған башҡорт ҡатыны. Шәфәҡ менән уртаҡ һыҙатлы башҡорт ҡатындарын беҙ «Ете ҡыҙ» бейеүендә лә, башҡорт халыҡ йырҙарында ла күрәбеҙ. Улар рух, хис-тойғолар яғынан шул тиклем бай, әммә бөтә кисерештәрен йөрәк түрендә йәшереп йөрөтөп, тышҡа сығармай йәшәй, улар шундай йәшәү шарттарына ҡуйылған – ҡаршы өндәшергә, керпектәрҙе күтәреп ҡарарға ярамай. Шәфәҡтең атлауы ла, һүҙҙәре лә йомшаҡ ҡына. Ошоларҙы аңлап, уны болан балаһы итеп күҙ алдына килтерә инем. Һәр нәмәгә терт итеп кенә тора, ғәйепләмәһендәр, һүҙ әйтмәһендәр, тип ҡурҡа. Ә күңеле мөхәббәткә һыуһаған. Бала тапҡыһы ла килә уның. Яңғыҙлыҡ темаһы көслө Шәфәҡтә.
Ә Тәңкәбикә ер өҫтөндә ҡатыраҡ баҫып йөрөй. Ул ырыу башы, күпме халыҡ менән эш итә. Тик эстән ул да шундай яңғыҙ, уның да күңеле мөхәббәт теләй, берәйһенең хәстәрен, һөйөүен тойоп йәшәгеһе килә. Әммә быны кемгәлер күрһәтергә, йомшаҡ булырға ярамай. Ул кеше күрмәгәндә генә Диуанаһын да иркәләп ала. Йәш сағындағы яңылыш аҙымы өсөн үҙен-үҙе ныҡ йәберләй, эстән генә ашай. Ошо гонаһы өсөн килә был ҡайғылар, шуның өсөн ире үлде, шуның өсөн балалары яуап бирә, тип тоя. Ныҡ ҡатмарлы образ ул. Тәңкәбикә менән Шәфәҡте, минеңсә, яңғыҙлыҡ тойғоһо, ҡатын-ҡыҙ булыуҙары берләштерәлер. Әммә айырмалар ҙа бик күп.
– Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» пьесаһындағы Хафаса роле тураһында ла һорап киткем килә. Әле йәш кенә ҡатынға оло йәштәге ауыл инәйе ролен уйнауы еңел бирелмәгәндер, үҙегеҙҙең тормош тәжрибәһе лә ул тиклем үк ҙур булмағандыр, моғайын...
– Артист тормошо шулай бит ул, туғаным. Һиңә бүлеп биргән ролдән баш тартырға хаҡың юҡ. Төрлө ролдәрҙә сығыш яһарға тура килә, эшебеҙҙең үҙенсәлеге лә шунда. Тәүҙә был ролде миңә биргәндәренә бик ныҡ ғәрләнгәйнем. Йәш кенәмен бит инде, матур, сағыу ролдәрҙә уйнайым, ә мине әбейҙәр рәтенә индерә лә башланылар, тип үпкәләгәйнем эстән. Ә ролде нығыраҡ аңлай башлағас, был инәй роленә ғашиҡ була барҙым. Шул тиклем ғәжәйеп милли әсә образы ине ул. Һуғыштан ҡайтмаған улын көтә-көтә аҡылы ла аҙыраҡ зәғифләнгән, әммә үҙе шундай изге ҡарсыҡ. Артистың төрлө ролдәре була, ҡайһы саҡта сәхнәгә лә үҙеңде көсләп алып сығаһың, ә был спектаклде түҙемһеҙләнеп, ҙур бер мөғжизә, йә һөйгәнең менән осрашыу көткән һымаҡ көтә башланым. Бик ҡыҙыҡлы, күңелемә яҡын образ килеп сыҡты. Мин үҙем ҡала ҡыҙы, ауыл тормошон да күреп үҫмәгәнмен. Бәләкәй саҡта атайым беҙҙе Белорет районына алып ҡайта торғайны, әлбиттә. «ҡарап, өйрәнеп тор, нисек эшләйҙәр, аҡһөйәкләнеп йөрөмә», – ти торғайны ул миңә. «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәре менән бер рәттән һыбай сапҡан, яуҙарҙа ҡатнашҡан», – тип, атта ла сабырға өйрәтте. Хафаса образын тыуҙырғанда атайымдың туғаны Мостафа ағайҙың ҡатынының ҡылыҡтарын, атлап йөрөштәрен, һүҙҙәрен да һәр саҡ күҙ алдымда тотоп эш иттем. Бәләкәй саҡта, үҫмер ваҡытта бөтәһен дә үҙемә һеңдерә йөрөгәнмен, күрәһең, ваҡыты еткәс, ошоларҙың бөтәһе лә ошо ролгә матур итеп ятты.
– Ҙур данды күтәрә алмаған кешеләр ҙә була. Һеҙҙең нисек, сәхнәнең иң сағыу «йондоҙ»о дәрәжәһенә күтәрелеп тә, дандан башығыҙ әйләнмәне?
– Мин, әйтеп тороуымса, бәләкәйҙән үк иҫ киткес оялсан инем. Был сифатым әлегәсә юғалып бөтмәгән. Әйткәндәй, атайым да бер ҡасан да үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн ҡуймай торғайны. Хатта фотоға төшкәндә лә уны бер ҡасан да уртала күрмәҫһең, ҡайҙалыр иң ситтә генә, бер мөйөшкә генә килеп һыйынған. Бәлки, бөтә нәмәне тыныс ҡабул итә белеүем шунан да килгәндер. Әлбиттә, тамашасының мине таныуы, яратыуы күңелгә май булып яғыла. Тик был танау сөйөп йөрөргә сәбәп түгел.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, театр тормошо ла үҙгәрештәр кисермәй тормай. Бөгөнгө театр тормошо менән ҡәнәғәтһегеҙме, йәштәр менән ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаймы?
– Беҙҙең театрҙа йәштәр бик ныҡ һәйбәт. Оло йәштәгеләр, урта быуын артистары, әле яңы ғына «Щепкин»ды тамамлап ҡайтҡан йәштәр – беҙ бик татыу эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ. Йәштәр ҙә оло быуынды ихтирам итә. Уларҙың уйнауы ла күңелгә ятышлы. Әммә мин бары тик «һәйбәт» тип әйтерлек кенә түгел, ә уйнауҙарының: «Иҫ киткес! Һоҡланғыс!» – тип ҡарап ултырырлыҡ булыуын теләр инем. Алдарында бының өсөн ҙур маҡсаттар торорға тейеш. Һәм, әлбиттә, улар менән эшләргә лә эшләргә кәрәк. Үҫеү өсөн классик әҫәрҙәр булырға тейеш, классикала актер үҙ көсөн һынай ала, төрлө яҡлап асыла бара һәм сәскә атҡан гөл һымаҡ бөтә сағыулығында, бөтә оҫталығында балҡый, нимәгә һәләтле икәнен күрһәтергә мөмкинлек асыла. Геройҙарҙың эсендә ут янырға тейеш, уны тышҡа сығарып күрһәтеү ҙә мөһим түгел, тик артист үҙе шуны тойоп алырға һәм тамашасыға еткерергә бурыслы. Тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашып, беҙ ҙә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ.
– ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Гөлли апай. «Йәшлек» гәзите исеменән һеҙҙе яҡынлашып килгән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!
Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.