20.09.2011 Ауылдарҙы бүреләр баҫа?
«Йәшлек» редакцияһы ҡунаҡтары араһында кемдәр генә юҡ! Йәше, ҡарты, дәғүәлеһе һәм тәҡдимлеһе, кәңәшлеһе һәм тәнҡитлеһе тиһеңме. Әммә беҙ һәр береһен дә ихлас ҡаршы алып, диҡҡәт менән тыңлап, һөйләшеп-кәңәшләшеп, ярҙам итерҙәй ерҙә ярҙамлашып, булышлыҡ итә алмаҫтай ерҙә, гәзиткә баҫып сығарһаҡ, бәлки, берәй йоғонтоһо булыр, тип уларҙың һөйләгәндәрен ҡағыҙға төшөрөп, тейешле органдарға юллайбыҙ.
Яңыраҡ редакцияға килеп, үҙенең ауыл тормошона бәйле аһ-зарҙарын түккән ханым Ейәнсура төбәгенән булып сыҡты. Уның һөйләгәндәре – беҙҙең республика өсөн типик күренеш. Ейәнсура тип яҙмайынса, башҡа район исеменән дә нәҡ ошо рәүешле сығыш яһарға була. Шулай итеп...
– Беҙҙең Ейәнсура районының географик һәм климат шарттары һәр төрлө кейек-януар өсөн бик уңайлы. Эйе, унда айыу ҙа, бүре лә, ҡуян да, һеләүһен дә, мышы ла иркен йәшәй һәм үрсей. Өҫтәүенә, һуңғы йылдарҙа уларға һунар итеүсе ысын һунарсылар (браконьерҙар түгел) һаны һиҙелерлек кәмене бит. Икенсе яҡтан, ҡайһы бер йәнлектәргә һунар тыйылды йәки сикләнде. Һәм шуның һөҙөмтәһе – хәҙер ауылдар тирәләй бүреләр күбәйҙе. Уларҙың өйөрө-өйөрө менән йөрөүе лә, берәмләп йорт хайуандарына һунар итеүе лә көтөүселәр өсөн дә, ауыл халҡы өсөн дә хәүефлегә әйләнде. Шунлыҡтан көтөүселәр көтөүҙе алыҫҡа ҡыуа алмай, ауыл тирәһендә генә йөрөтә. Ә ауыл кешеләре, ваҡ малдарын бүре тамаҡлауҙан йөҙәп, кәзә-һарыҡтарының һанын кәметеү генә түгел, уларҙы бөтөнләй тотмай башланы. Шулай уҡ бүре, төлкөләрҙең үрсеп китеүе арҡаһында ҡош-ҡорт аҫрауы ла ҡыйынлашты. Йәй буйы күҙ өҙмәй бәпләп-тәрбиәләп, һуйырға бер ай тирәһе генә ваҡыт ҡалғас, ҡаҙ-өйрәктәреңдән яҙыуы анһатмы ни!
Үткән ҡыш Урта Муйнаҡ ауылында йәшәгән ҡустым иртән, мал ҡарарға тышҡа сығайым тип, солан ишеген асып ебәрһә, тупһала ҙур бер эт ултыра икән. Инде генә тупһа аша атлап сығайым тиһә, теге эт, тештәрен яман ыржайтып, ҡустыма табан ыңғайлаған. Йәш кешенең реакцияһы йәштәрсә бит инде, солан ишеген эстән ябып өлгөргән: эт түгел, бүре лә баһа! Иртәнге сәғәт 10-ға тиклем кешенеме, малдымы аңдып ултырған ул. Шуға тиклем ҡустымдың малы ас торған. Ярай әле, атайым тап булмаған ул бүрегә, тим. ҡарт кешенең ни, ибәтәйе бармы – йыртҡыс тешенә эләгер ине.
Ошо көндәрҙә генә Саҙалы ауылында йәшәгән бейемем менән телефондан һөйләшеп алғайным, уның ике кәзәһен бүре тамаҡлаған. Бына шунан һуң ҡалайтып мал аҫрамаҡ кәрәк тә, ҡурҡмайынса урман-ҡырға сығып йөрөмәк кәрәк? ҡуй инде, балаларҙы, хәйер, өлкәндәрҙе лә, хәҙер аҙым һайын хәүеф-хәтәр һағалай. Быйыл ул йыландың күп булыуын әйтсе әле! Һыу буйына барһаң, ергә ялан аяҡ баҫырмын тимә: йылан мыжғып йөрөй.
Ул ни ғәләмәттер инде? Бынау баҡаһына тиклем йорт тирәһен баҫып алды бит. Иҫәнғолға барһам, таныш апайҙың:
– Яҙын ҡыярға теплица эшләнек тә, ундағы тиреҫ йылынһын тип, бер нисә көн теймәнек. Инде шытҡан ҡыярҙарымды пленка аҫтына сәсәйем тип сыҡтым. ҡараһам, теплицамдағы тупраҡтың бер ере тәрән булып өңөлөп тора. Бер нәмә лә уйламайынса, ҡулымды тыҡһам, сирҡанып, ҡысҡырып ебәрҙем: эсе тулы баҡа! Бирсәткә кейеп, быларҙы берәм-берәм сүпләп сығарып, күнәккә тултырҙым да, коммуналь хужалыҡ ҡуйған контейнерға алып барып түктем. Хәйерһеҙҙәрҙе бөтөрөү ҡайҙа, әллә ҡайҙан пәйҙә булып ҡына торалар, һис ҡотолор әмәл юҡ, – тип һөйләгәнен тыңлап, тапҡанһың проблема, тигәндәй эстән генә көлөп ҡуйғайным да ул.
Ысынлап та, был мәхлүктәрҙең күбәйеүе хәҙер ауылда ла һиҙелерлек. Көндәр һыуынғас, хатта өйгә лә ингән улар. Кис етһә, сөрөлдәп теңкәне ҡороталар. Уларҙан ҡотолоу юлын, бәлки, берәйһе яҙып ебәрер.
Әңгәмәсебеҙҙең һөйләгәндәрен ҡолаҡҡа ла элмәҫкә мөмкин, әлбиттә. Әммә ул күтәргән мәсьәләләр буйынса эҫе мәлендә тейешле сара күрелмәһә, уларҙың бөтөн бер ҙур проблемаға әүерелеүе ихтимал.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар?
Р. МӘХИЙӘНОВА.