13.09.2011 Йәшәүҙән биҙгән ҡыҙҙың шиғри һөрәне
– Айгөл, улым аҫылынған бит!
Таңғы сәғәттәрҙә кеҫә телефонымдан ишетелгән ошо үҙәк өҙгөс өн мейемде тишеп үткәндәй булды. Күптәнге таныш апайҙың тауышы ине ул.
– Нисек? ҡайҙа?
– Һыйыр һауырға тип сыҡһам, мунса алдында аҫылынып тик торған балаҡайым... Ысҡындырғанда әле тере ине, укол һалып, массаж яһап ҡараным, бер нәмә лә эшләй алманым, ҡулымда ғына йән бирҙе лә ҡуйҙы бәпесем... 20 йәше лә тулып өлгөрмәне... ҡыҙы менән үпкәләшкән булғандар...
Теге оста өҙөк-өҙөк тауыштарҙан шуларҙы ғына аңланым. Оло фажиғә кисергән әсәне нимә тип тә йыуатырға һүҙ таба алмай, ҡатып ҡалдым. Тамағыма әсе төйөр тығылды. Ул миңә ниндәйҙер остоҡ ҡына өмөт менән шылтыратҡандыр, моғайын. Минән генә торһа, ул егетте елтерәтеп торғоҙор инем дә ул, юҡ шул...
– Бирешмә, ныҡ бул! Һиңә уны хәҙер тәрбиәләргә кәрәк. Үҙең генә бирешмә!
Шулай тип йыуатыуҙан башҡа һүҙ таба алманым.
– Ярай...
Бәйләнеш өҙөлдө. Тик көнө буйы шул күренеш күҙ алдымдан китмәй йөҙәтте. Йәштәрҙең шул тиклем үҙ ғүмеренә еңел ҡарауы аптырата. Үҙеңде уйламағанда ла, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйеңде нисек итеп ошондай тамуҡ утына һалмаҡ кәрәк?.. Бындай ҡайғыны күреүҙән Хоҙай һаҡлаһын!
Был тетрәнеүҙән күп тә үтмәне, «ВКонтакте» сайтында бер ҡыҙҙың битендәге сәйер яҙыуға күҙем төштө. Йәшәүҙән биҙгән ҡыҙҙың шиғри һөрәне ине ул.
Мин иртәгә үлермен һымаҡ...
ҡурҡытмай мине хәҙер был
тойғо.
Әсәкәйем, тик һин генә илама,
Була ҡалһа был йыр иң һуңғы...
Мин иртәгә үлермен һымаҡ...
Кешелек өсөн – кескәй
юғалтыу.
«Йүләр йөрәгенә, – тиер
кемдер, –
Хас ине шул ысын яратыу...»
Шунан тыш япраҡ та һелкенмәҫ
Аҡ ҡайынында тыуған еремдең.
Көндәлегем генә тулмай ҡалыр,
Тулмағандай миңә егерме...
Был юлдар мине тағы ла һиҫкәндерҙе. Уны үҙемдең «бит»кә күсереп алдым һәм аҫтына ошолай тип яҙып ҡуйҙым:
«БЫЛ АҘЫМ НИМӘГӘ ЯРҘАМ ИТӘ? БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒАМЫ, ҺӨЙГӘНЕҢДЕ ҡАРАТЫРҒАМЫ, БАЙЫРҒАМЫ, БИЛДӘЛЕ БУЛЫРҒАМЫ? УЛАЙҺА НИ ӨСӨН ОШО ЮЛДЫ ҺАЙЛАЙҘАР ҺУҢ? НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ, ЗАМАНДАШ?..»
Яуаптар оҙаҡ көттөрмәне.
Айбулат, Баймаҡ ҡалаһы:
– Эшһеҙлектән зар-интизар булып, йонсоу һөҙөмтәһе ул...
Рәзилә Ишбулатова, Сибай ҡалаһы:
– Кемдең эшләгеһе килә, ул һәр ваҡыт эшен дә, тормошта үҙ юлын да таба. Был аҙым – эгоислыҡ... Нисек төндәр буйы күҙ ҙә йоммай һине бәүетеп, наҙлап сыҡҡан әсәйеңдең йөрәгенә яра һалырға мөмкин? Аптырағандың көнөнән дә ундай юлды һайламайҙар. Үҙеңде юҡ итеү проблеманы хәл итеү юлы түгел. Беҙҙең һәр көнөбөҙ – ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итеү. Шуның менән тормош йәмле лә. Был минең шәхси фекерем.
Айбулат:
– ҡара һыҙат менән аҡ һыҙат аралашып килә. Сабыр итә генә белергә кәрәк.
Зифа Баязитова, Учалы районы:
– Cабыр иткән – мораҙына еткән.
Инсаф Моратов, Хәйбулла районы:
– Минең уйымса, суицидтың бер ниндәй мәғәнәһе юҡ... Бер кем дә, һис ҡасан да ундай юл менән бер ни иҫбатлай алмаясаҡ... Шул иҫәптән яратыуын да... Нисек һәм ҡайҙан барлыҡҡа килә икән?.. Өлкәндәр әйтеүенсә, ул гендан, быуындан-быуынға күсә килә (мин, әлбиттә, улар менән килешәм). Шулай ҙа үҙемдең дә фекерем бар: ул тәрбиәнән килә. Бала тыуып, физик яҡтан нығынғансы ниндәй мөхиттә йәшәүе, уны кем тәрбиәләүенән, тип уйлайым. Шуның өсөн дә, минеңсә, һәр бер ата-әсә педагог, психолог булырға тейеш.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, егерменсе быуатта беҙ СССР хөкүмәтенең ниндәй сәйәсәт алып барыуын күрәбеҙ. Әлбиттә, мин һуғыштар тураһында ғына һөйләргә теләмәйем. Эйе, һуғышта беҙҙең ата-бабалар еңде, ләкин, һуғыштан һуң нисек эскелек башланды, тип бик аҙҙар уйлана... Быға яуапты өҫтә әйтеп үтелгән сәйәсәттә күрәм. Сөнки һуғыштан һуң илде тергеҙеү өсөн күпләп араҡы етештерелә башланы. ҡаҙнаға аҡса «яуа», бөтәһе лә яҡшы, тик бер кире яғы бар – тағы ла үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙы ҡорбан иттек түгелме? Эйе, улар ҡорбандар – «йәшел йылан» ҡорбандары... СССР хөкүмәте тәүмаҡсатына иреште. Ләкин һуғышта кем еңә? Кем иң аҙаҡҡы яуҙа еңә – шул еңеүсе. Тик СССР уны үтәнеме? Юҡ. Ошо урында «хәле» бөттө... Иң мөһим мәлдә...
Ата-әсәләренең эсеүен күреп үҫкән бала тәрбиәле буламы? Һәр ваҡыт түгел. Йөҙҙән бере, бәлки, меңдән бере генә тәрбиәле була алалыр ул... Иҫерек ата-әсәһенең ни тип әрләрен көтөп, йәки ҡасан эскән атайым ҡайтып туҡмай, тигән уйҙар менән үҫкән баланың психикаһы нисек боҙолмаһын? Был – беренсенән. Икенсенән, хәҙер телевизорҙа, интернетта, ғөмүмән, бик күп мәғлүмәт үҙәктәренән тәрбиәгә ыңғай тәьҫир яһаған тапшырыуҙарҙың аҙ булыуы, киреһенсә, төрлө ҡот осҡос, триллер, порнография кеүек нәмәләрҙең өҫтөнлөк алыуы, әлбиттә, тиҫкәре йоғонто яһамай ҡалмай. Ошондай мөхиттә үҫкән ланан киләсәктә ни көтөргә ҡала?..
Халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең бындай мәсьәләгә етди ҡарауы, берҙән, һөйөнөслө. Әммә йәштәрҙең тормошта үҙ урынын тапҡансы шулай тотороҡһоҙ, таянысһыҙ булыуы әсендерә. Ысынлап та, уҡырға инер саҡта балдары тулмауы йәки имтихан тапшыра алмауы, уҡып бөткәс – эшһеҙлек, ғаилә ҡорор ғына сағында яңғыҙ ҡаңғырыуы йыш ҡына эскелек, хатта суицид кеүек ҡурҡыныс аҙымға этәрә. Бөгөнгө менән көн бөтмәй. Ә иртәгә – бөтөнләй икенсе, яҡты, матур көн тыуасаҡ. Шуға ышанып, өмөтләнеп йәшәйек!
Йәшәүҙән биҙгән ҡыҙ шиғырының аҙаҡҡы юлында яҙғанса, нимәнелер иҫбат итергә теләүсе кемдер берәү тормоштан китә тип, ысынлап та, япраҡ та һелкенмәҫ. Тик әсә йөрәгенә һалынған тәрән яра мәңге һулҡылдар, иҫенә төшкән һайын энә менән сыйып алған кеүек булып һыҙлар, уның да ғүмерен ҡыҫҡартыр. Хәҙер үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы зыяратҡа индермәү кеүек элекке күренештең кире ҡайтарылыуы ла ҡул һалған кешегә бер ни түгелдер ҙә ул, туғандары өсөн оят. Үлемдән оят көслө, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Яҡындарығыҙҙы бындай ауыр күңел кисерештәренә дусар итмәгеҙ!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.