«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шахтер һөнәре маҡтаулы



03.09.2011 Шахтер һөнәре маҡтаулы

Шахтер һөнәре маҡтаулы
– Бер үҙемде генә маҡтап яҙырға кәрәкмәй, сөнки яңғыҙым ғына бер нигә лә өлгәшә алмаҫ инем, – тине Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән «ТОРО – 40D» тейәп-ташыу машинаһы машинисы Илнур Шәмсетдинов. – Минең уңышым тотош экипажыбыҙҙың уңышы ул. Рифҡәт Закиров, Наил Ғәбиҙуллин, Борис Богатченко, Рәмил Ибәтуллин – бик ышаныслы, тырыш егеттәр, эштең рәтен беләләр, машинаны «өф» итеп тоталар, һис ҡасан һынатмайҙар.
Илнур Рифғәт улы, эшһөйәрҙәр, яуаплылар бергә йыйылғанға күрә план үтәлә, эш алға бара, тип, үҙе менән бергә сменала эшләгән Айҙар Ғәйнетдинов, Сарим Ғарипов, Марсель Әмиров, Ризат Бикмөхәмәтов һәм башҡа әллә күпме шахтерҙы маҡтап телгә алды. Тыныс холоҡло, итәғәтле әңгәмәсем үҙе тураһында түгел, күпселектә бергә эшләгән иптәштәрен һөйләне. Был аңлашыла ла, сөнки ул үҙенең эшен бик ярата, уны тыңлаһаң, шахтанан да яҡшыраҡ эш урыны юҡ, тик унда ғына иң шәп ир-егеттәр эшләй. Ә бит ысынында ла шулай килеп сыға: шахта офис түгел, бушты бушҡа ауҙарып, интернеттан сыға алмай ултырып булмай, көндәлек эшең ус төбөндәге кеүек күренеп тора.
Кемдер үҙ бурысына илке-һалҡы ҡарай икән, был башҡаларҙың да эшенә, дөйөм һөҙөмтәгә кире йоғонто яһауы ихтимал, хатта кемдеңдер һаулығын, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы бар. Шахта ихтыярһыҙҙарҙы, ялҡау­ҙарҙы түҙҙермәй үҙендә, хаталарҙы ла ғәфү итмәй.
Юҡҡа ғына шахтерҙарҙың һөнәре иң ҡурҡыныс, ауыр һөнәрҙәр рәтенә инмәй, ер аҫтындағы эштең ләмкәһен тик сыҙамлылар, көслөләр генә тарта ала. ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән Илнур Шәмсетдинов та шулар иҫәбендә. Ете балаға ғүмер биргән Рифғәт Ғимаҙетдин улы һәм Рәйсә Ғиниәт ҡыҙының кинйә балалары булараҡ, ул бәхет артынан алыҫҡа китмәй, мәктәпте тамамлағас, Учалы ауылындағы һөнәрселек училищеһында шоферға уҡый ҙа, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, комбинатҡа эшкә урынлаша. Әле генә һымаҡ күренһә лә, инде ун ете йыл ғүмер үтеп тә киткән. Остаздары Владимир Севастьянов менән Ғәзинур Рауиловҡа һаманғаса рәхмәтле Илнур: «Улар – үҙ эшенең оҫталары. Кешелекле, иғтибарлы ағайҙар мин өйрәнсеккә һөнәремдең нескәлектәрен яҡшылап төшөндөрҙө, тормош һабаҡтарын да бирҙе». Ошо һөнәрҙе һайлағанына Илнур бер ваҡытта ла үкенмәй, эшемде яратҡас, артыҡ арытмай, йонсотмай, йөкмәтелгән бурыс­ты үтәүҙән күңел рәхәтлеге алам, ти. Буш ваҡытында иһә ағас эше менән булышырға ярата: «Бер аяғым ҡалала булһа, икенсеһе ауылда инде. Барыбер ауыл кешеһе булып ҡалам». Алдынғы эшсе өлгөлө ғаилә башлығы ла – ҡатыны Әлиә менән Зилиә, Әҙилә исемле аҡыллы, тырыш ҡыҙҙар үҫтерә. ҡайны-ҡәйнәһенән дә уңған Илнур. Фәрит Ноғоман улы менән Ғәзимә Әхмәтйән ҡыҙы Солтановтар – бик яҡшы кешеләр, бергә-бергә ҡайнап йәшәйбеҙ, тигән егет, ҡайнымдың тыуған көнөнә барабыҙ, тип ашығып ҡайтып китте. Хушлашҡанда ишек янында бер аҙ тотҡарланды: «Яратҡан эшем бар, шахтанан арып-талып ҡайтҡанда өйҙә, йылы аштарын бешереп, һөйөклө ҡатыным көтөп ала, мине үҙҙәренсә ҡурсалап, атай йоҡлаһын, тип, аяҡ осонда йөрөгән ғәзиз балаларым үҫеп килә. Бәхетле булыр өсөн миңә шул етә».

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға