«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гүзәл бала саҡты ҡараға манған мөһөр



30.08.2011 Гүзәл бала саҡты ҡараға манған мөһөр

Гүзәл бала саҡты ҡараға манған мөһөр
Заманыбыҙ өсөн ҡатмарлы, солғанышлы осорҙарҙа ха­лыҡ ниндәй генә ауырлыҡтарға дусар булмаған! Улар күргәнде балаларға күрергә Хоҙай ҡушмаһын! Шул заманда йәшәгән һәр кемдең яҙмышында ауыр мөһөр бар. Ва­ҡыттар үҙгәреп, исемдәре аҡланһа ла, был мөһөр уларҙың иң гүзәл мәлен – кемдәрҙеңдер алмалай йәшлеген, берәүҙәрҙең ғәмһеҙ бала сағын ҡара ҡайғыға манған. Исем ҡайтыу, аҡланыу менән бала саҡ та, йәшлек тә ҡайтмай шул...

“ҡайҙа китһәң дә кит, тик тыуған яғыңа ҡайтма!”

...Оло юлдан келтерләп атлы арба юрғалай. Унда оло йәштәрҙәге ир менән ҡурҡынған йөҙлө үҫмер һелкенә-һелкенә килә. Һәләмә кейемле, туҙған, былай ҙа ҡыҫҡа салбарынан тағы ла оҙон, ибәтәйһеҙ булып күренгән ялан аяҡтары арба һелкенгән һайын бер үргә күтәрелә, бер аҫҡа төшә. Сабиттың унда эше юҡ. Атаһын кулак тип төрмәгә япҡас, аҙаҡ атыу­ҙары хаҡында ла ишеткәс, әсәһе өс бала менән Магнитогорск яҡтарына сығып китте. Ә уның тыуған ауылы Басайҙа үҙенсә көн күреп маташҡан сағы ине. Атаһын күрә алмаған кешеләр бына ошо Баймаҡтан килгән кешенең арбаһына ултырттылар ҙа: “Ошо малайҙы юлда атып кит!” – тип йомоштарын ҡуштылар. Әле бына атылырға тип китеп барыуы... “Атайымды, ысынлап та, аттылармы икән? Ул үҙен нисек тотто икән? Күҙен йомдомо икән? Әсәйемдәр минең турала ишетһә, иларҙар инде...” Үҫмерҙең башында мең һорау. Бына Басай менән Төркмән ауылдарының уртаһы тәңгәленәрәк еткәс, юлдашы, әгәр улай тип әйтеп булһа, аттың дилбегәһен тартты. Йыбанып ҡына китеп барған ат, оҙаҡ уйламай, шып туҡтаны. Баймаҡ кешеһе арбанан төштө. Сабитҡа ла төшөүҙән башҡа сара ҡалманы. Бына, атылыр мәл етте! Нисек тә иламаҫҡа! Бәй, юлдашы йылы ғына итеп өндәшә түгелме? Эйе шул. “ҡайҙа китһәң дә кит, Басайға ҡайтып йөрөмә!” – тип һауаға атып ебәрҙе. Шартлау тауышынан йөрәге жыу итеп ҡалған малай бер аҙ ҡатып тора бирҙе лә, тегенең ымын аңлар-аңламаҫ, урман яғына ҡарай сапты. Был төндө Әхмәр ауылындағы Зөләйха апайҙарында ҡунды ла башы һуҡҡан яҡҡа сығып олаҡты.

Нахаҡҡа рәнйетелеүҙәрҙең башы

Гүзәл бала саҡты ҡараға манған мөһөр
– Беҙ ғаиләлә ике малай, өс ҡыҙ үҫтек. Дүрт атыбыҙ, дүрт һыйырыбыҙ, һигеҙ һарыҡ-кәзәбеҙ, тимер һабаныбыҙ булды. Атайым Садиҡ Сәлих улы Сөләймәнов һуңғы йылдарҙа Күсей ауыл советы рәйесе булған. Әммә, кешегә ялған белешмә бирә, тип, өйөн тартып алып, мәктәп иткәндәр, күрә алмай эшенән дә сығарғандар. 1931 йылда уны, кулак тип, биш йылға хөкөм иттеләр, унан аттылар. Ул саҡта мин ни бары дүртенсе йәшем менән генә бара инем, – тип һөйләй Мәрзиә инәй Бакирова. – Беҙ бәләкәй генә инек, өйҙән сығарҙылар, ишекте йоҙаҡланылар, кейемдәребеҙҙе күрше-тирәгә тараттылар ҙа, Че­ремховоға ебәрмәкселәр ине, атайҙың ҡайҙалығын белмәгәс, ебәрә алманылар. Инәйебеҙҙә тор­ҙоҡ. ҡустым Мөрит, апайым Ғәйниә менән кешеләрҙең мунсаларында, йәй­ҙәрен урманда, яланда соҡорҙарҙа йоҡлап, ни табыла – шуның менән туҡланып көн иттек.
Беҙ әсәйем менән өс бала Мәғнит яғына сығып киттек. Сабит ағайым ғына Басайға ҡайтып китте лә, юҡҡа сыҡты. Юлда китеп барғанда әсәйем: “Мәғниттә беҙҙе кем көтөп тора? Өйрәнелмәгән ергә барғансы, әйҙә, ауылға кире ҡайтайыҡ!” – тигәс, кире боролдоҡ. Үрге Иҙрис ауылында йәшәгән әсәйемдең ағаһына юл тоттоҡ. Ике ай торғайныҡ, бында ла “кулак балаһы” мөһөрө тынғы бирмәне. Унда ла һыймағас, Баҡырүҙәк руднигына киттек. Әсәйем ураҡ эшенә төштө, ҡыуышта йәшәнек. Етәкселәр яҡшы ҡаршы алды, бер бабайҙың бүлмәһен беҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Әсәйем ҡайҙандыр Сабит ағайымдың адресын тапҡан да ҡыҙыл районына эҙләп китте.

Йән тартмаһа ла, ҡан тарталыр

... Атыу тауышынан ҡото алынған үҫмер урман араһында оҙаҡ аҙашып йөрөнө. Асығыуҙан, һыуһауҙан хәлһеҙләнгән Сабит бер ауылдағы иҫке генә өй янында ултырған трактор аҫтында төйәкләне. Кешеләргә яҡын барыр ине, “атырға кәрәк был малай­ҙы!” тип ҡысҡырырҙар, туҡ­мар­ҙар төҫлө тойолдо. Шулай оҙаҡ ваҡыт көнө буйы ғәм күҙенән ҡасып, төндә генә эҙләнеп тамаҡ туйҙырып маташты. Шулай ҙа яҡындағы йортта йәшәгән әбей уны күреп ҡалған. Үҙе янына килеп, өйөнә саҡырҙы. Үҫмер ышаныр-ышанмаҫ ҡына уның артынан эйәрҙе, бер-бер хәл тыуа ҡалһа, ҡайҙа ҡасырға икәнен билдәләп тә ҡуйҙы. Тик уға ябырылыусы, екеренеүсе булманы. Әбей өйөнә индерҙе, булғанынса ашатып маташты. Хәл ингәс, һораша торғас, алыҫ туған булыуҙары ла асыҡланды.
Бер көндө әбейҙең йомошо менән йөрөп, кискә генә ҡайтып инеүенә, ни күҙе менән күрһен: әсәһе ултыра! Уны эҙләп килгән! Сабит, инде ҡәҙимге егет булып килгәнгә, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышты. Шулай ҙа йылы ғына ҡосаҡҡа инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды...

Мең михнәттең бер генә рәхәте тейеп ҡуя

– Әсәйем ағайымды алып ҡайтты. ҡыуанышып, тар ғына өйҙә йәшәп ятабыҙ. Һаман да “кулак балаһы” тип, беребеҙҙе лә эшкә алмайҙар. Ғәйниә апайым да, ағайым да, исемдәрен үҙгәртеп, торфҡа эшкә төштө. Рудниктың директоры менән атайым ауыл советы рәйесе булған саҡта яҡшы дуҫтар ине, ул ағайымды күреп ҡалған да: “Һин Садиҡтың улымы?” – тип һораған. Ағайым: “Эйе”, – тигәс, ул: “Ниңә икенсе фамилия менән йөрөй­һөң?” – тип аптыраған. “Эшкә алмайҙар бит!” – тигән яуапты ишеткәс, ул индереп ашатҡан, кейем биргән. Беҙгә ҡарата кешелекле булды ул ағай.
“Кулак ғаиләһе” тип, оҙаҡ ҡына мәктәпкә алманылар. 10 – 11 йәштә саҡ беренсе класҡа барҙым. Шулай әкренләп донъябыҙ яйланып килгәндә Баҡырүҙәктең шахтаһы янып киткәйне, рудник бөттө. Ағайымды Хәйбулла районына шоферлыҡҡа уҡырға ебәрҙеләр. Апайым менән мин Түбә руднигына килдек. Көҙгә табан әсәйем менән Мөрит ҡустымды ла күсереп алдыҡ.
...Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Рудникта алтын йыуыу буйынса старателдәр отряды төҙөлә. Мәрзиә инәй ҙә – ул саҡта быуыны нығынып та етмәгән 14 йәшлек үҫмер ҡыҙ, Күсей ауыл советынан йәшен ике йәшкә арттырып яҙҙырып, алтын йыуыуға эшкә инә. Тик ул белешмәгә “кулак ғаиләһе” тигән яҙыу ҙа өҫтәгәндәр. Кемдең ул балала ни үсе булғандыр инде – былай ҙа ауыр яҙмышлы ҡыҙҙың яҙмышын шул мөһөр менән рәсмиләштерергә? Ярай ул ҡағыҙҙың файҙаһы ла тейеп ҡуйған әле ул. Нисекме? Ысынлап та, 16 йәше тулғас, уны әрмегә ебәрергә повестка килә. “Һуғышҡа эләгәм инде”, – тип Баймаҡ хәрби комиссариатына барғанда юл буйына борсол­ған ҡыҙҙы “кулак балаһы” булғаны өсөн әрмегә алмайҙар. Бына бит, күпме михнәт күрһә лә, “кем” балаһы булыуының бер файҙаһын да күрә ул. Халыҡтың бер әйтеме ошоға тура килә яҙып ҡуя түгелме?..

Снаряд ошолай эшләнә икән

1942 йылдың авгусында һәр артелдән, торфтан, заводтан өсәр кешене Өфөгә – хәрби заводта снарядтар эшләргә ебәрәләр.
– Октябрь урамында ул завод әле лә бар. Беҙҙең артелдән 40 кеше барғайныҡ, 12-һе генә ҡалдыҡ, ҡалғандары ҡасып ҡайтып бөттө. Бында беҙ тыуған илде яҡлар, һаҡлар өсөн снарядтар эшләнек.
Улар 1943 йылда ғына Түбәгә әйләнеп ҡайта һәм артелдә эшләүен дауам итә. Һуғыш тамамланыуға артель дә ябыла. Мәрзиә инәй шахтаға эшкә күсә. Бында алты йыл ярым эшләй ул. Унан инәйебеҙ, кейәүгә сығып, Магнитогорск ҡалаһына күсеп китә. ҡыҙҙары Тәнзилә менән Зәйтүнә тыуа. Бәләкәсе, йыр-моңға әүәҫе, ҙурайғас, ҡалала ғына түгел, Рәсәй “йондоҙ”о Зоя Бәхтина булып таныла, примадонна Алла Пугачева менән бер ҡатарҙан йырлап йөрөй. Сочи, Сухуми, Ялта, Алма-Атала булған гастролдәренә әсәһен дә үҙе менән алып йөрөй. Тик 1997 йылда Зәйтүнә ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсә. Мәрзиә инәй быны һаман да кисерә алмай. Бала ҡайғыларын күрергә яҙмаһын, күргәндәргә Хоҙай үҙе түҙемлек бирһен...
Ғүмер юлдашын юғалтҡас, яҙмыш елдәре михнәттәрҙе күп күргән Мәрзиә инәйҙе Баймаҡ ҡалаһына килтерә. Быйыл 85 йәшен билдәләйәсәк инәйебеҙ ҡалабыҙҙың почетлы гражданы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бихисап китап авторы Вара олатай Буранбаев менән тиҫтә йыл инде иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисерә. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ауырыу-һыҙланыуһыҙ матур ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға