«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Умартасы тигән ҡомар булғанда



30.08.2011 Умартасы тигән ҡомар булғанда

Иглин районында умартасыларҙың XI республика һәм «Йәш умартасы» V республика конкурсы үтте
Умартасы тигән ҡомар булғанда
Быйыл йәй Иглин ере ни генә күрмәне инде. Тәүҙә шартлауҙары, янғындары менән бар халыҡты хәүефкә һалды, шунан бәләгә ҡалған кешеләргә ике ай эсендә ҙур-ҙур йорттар төҙөп хайран итте, һуңынан райондың 225 йыллығын дан итеп билдәләп ҡуйҙы. Әле килеп умартасыларҙың XI республика һәм «Йәш умартасы» V республика конкурсын шаулатып-гөрләтеп үткәрҙе. Былтырғы бәйгелә был район умартасыһы Рәшит Аҙнабаев еңеүсе булғас, конкурс шарты буйынса, шул районға дан менән бергә киләһе йылда ярышты үткәреү хоҡуғы ла күсә икән. Иглиндар данды ла, изге йөктө лә лайыҡлы күтәрҙе.
– Беҙ республиканың иң көслө умартасыларын сәләмләүгә шатбыҙ, – тине бәйгене асыу тантанаһында хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусин.
Үткән быуаттың 79 – 81-се йылдарында Иглин районы республикала өс йыл рәттән бал йыйыу буйынса беренсе урын яулаған. Ул ваҡытта 120 умарталыҡтағы 15 меңдән ашыу бал күсенән 200 тонна йүкә балы алынған. Бөгөн хәл улай уҡ маҡтанырлыҡ булмаһа ла, артыҡ насар ҙа түгел. Әле Иглинда ҡорт тотоусылар һаны артҡандан-арта бара. Түбәнге Ләмәҙ ауылында ғына барлығы 3 меңдән ашыу умарта тотола, ә районда был 12 меңде аша. Быйыл район хакимиәте фатихаһы менән умарталыҡтар өсөн 40 ер участкаһы бүленгән. Районда бигерәк тә Аҙнабаевтар, Прос­куриндар, Ғәлләметдиновтар, Мөхә­мәҙиевтар, Дәүләтшиндар умартасылыҡ буйынса данлы ғаиләләрҙән һанала.
– Башҡорт балы, шулай уҡ башҡорт аты ла – республикабыҙҙың бренды ул. Беҙ уларҙы һаҡлау ғына түгел, үҫтерергә бурыслы, – тине ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин. Ул шулай уҡ, бөгөн булған ҡеүәттең, потенциалдың утыҙ ғына процентын файҙаланабыҙ, тип борсолоуын да белдерҙе. Биология фәндәре докторы, башҡорт балын Башҡор­тостандың төп брендына әйләндереүгә ғәйәт күп көс һалыусы Әмир Ишемғолов та башҡорт балын күберәк етештереү һәм донъяға танытыу өҫтөндә уйлабыраҡ һәм ырамлыраҡ эшләргә саҡырҙы.
Умартасы тигән ҡомар булғанда
Ололар училищеның класс бүлмәләрендә тест һорауҙарына яуап биргәндә, балалар тышта, саф һауала умарталар янында ҡушҡан эштәр менән мәж килде. ҡырҡ алты бала көс һынашты. Шарт буйынса алтынсы синыфтан ғына көс һынашырға ярай, тиһәләр ҙә, бәләкәйерәктәр ҙә күҙгә салына. Умарта буйлыҡ Булат Ғәзизов атлы малай янынан репортерҙар ҙа, фотокорҙар ҙа өҙөлмәне. Үҙе лә бик аптырағандарҙан түгел, һәр һорауға яуап бирергә тырыша. Белеп һөйләйме, уйлапмы – аңламаҫһың да. Булатҡа туғыҙ йәш, Президенттың яҡташы булып сыҡты ул, Балтас районынан килгән. Түбәнге Һикеяҙ ауылынан.
– Атайым Исмәғил электән уҡ ҡорт ҡарай ул. Әсәйем Әлмира ла уға ҡараша. Наилә апайым дүртте бөттө, ул да ҡараша. Быйыл өсөнсө класҡа уҡырға барам. Мин дә атайыма ҡорт ҡарашам.
– Бал ашайым тиһәң, ярҙам итмәйенсә булмай, – тим.
– Утыҙлап умартабыҙ бар, атайҙың эргәһендә мин йөрөһәм, уға еңелерәк инде.
– ҡорт саға тип ҡурҡмайһыңмы?
– Саҡҡан саҡтары булды инде, иламаным да. Илап бал алып булмай.
– Алған балығыҙҙы ашайһығыҙ ҙа, һатаһығыҙ ҙамы? – һорауҙы бирәм генә йәш балсыға, һөйләшеүе бигерәк ҡыҙыҡ бит.
– Артһа, һатабыҙ. Шуға тырышып эшләйбеҙ бит.
– Һиңә берәй әйбер алып бирәләрме һуң?
– Компьютерым ба-ар, – уйлап торҙо малай. – Ну, былай бер нәмә лә кәрәкмәй инде әлегә. Бәлки, «сотовый» алырҙар.
Умартасы тигән ҡомар булғанда
Алға китеп шуны әйтәйек, Исмәғил ағайға уңған улына кеҫә телефоны алыу зарурлығы юҡ хәҙер, сөнки Булатҡа, иң йәш балсы булараҡ, Иглин районы хакимиәте телефон бүләк итте.
Балалар һатыу пакеты, һуңынан ҡышҡылыҡҡа оя яһарға бурыслы ине. Булат та төрлө терминдар яҙылған рамдарҙы тегеләй-былай әйләндергеләне лә умартаға теҙә башланы. Әллә белеп, әллә уйлап, әллә уйнап...
Балаларҙы күҙәтәм. Төрлөһө бар, рамдарҙы тотоп уйланып торғандары, бер рамды алып, икенсеһен ҡуйып бер булғандары, өлкәнерәктәренән дөрөҫ яуап көтөп, тирә-яҡҡа ҡаранғандары, эшенән кинәнес табып, мөкиббән киткәндәре. Нисек кенә булмаһын, ата-бабаларҙан ҡалған оло һөнәрҙе, милли кәсепте үҙ итеп, йоланы дауам итергә тырышыуҙары һөйөндөрә.
Судьяларҙың береһе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса дәүләт учреждениеһының әйҙәүсе белгесе Булат (Булаттарға юл уңды ул) Дамир улы Ибраһимов менән балаларҙың эште нисек аңлау­ҙарын ҡарап йөрөйбөҙ. Ул балаларҙан һораша, аңламағандарын аңлатып китә.
Умартасы тигән ҡомар булғанда
– Йыл һайын ҡырҡ-ҡырҡ биш райондан киләләр. Бик теләп ҡатнашалар. Эште белеп башҡарғандары ла, артыҡ серенә төшөнөп етмәгәндәр ҙә бар. ҡайһы бер балалар русса насар белгәнгә күрә аңлап етмәй ҙә ҡуя шикелле. Иң мөһиме, беҙ балаларҙа ҡортсолоҡҡа иғтибар һәм һөйөү тәрбиәләргә бурыслы. Ул өйҙә олатаһы, атаһынан да күреп үҫергә, мәктәптә умартасылыҡ буйынса дәрестә лә өйрәнергә, бөгөнгө кеүек сараларҙа ла ҡортсолоҡҡа әһәмиәт бирергә тейеш, – тип уртаҡлаша фекере менән Булат. Һәм баяғы булған ҡеүәтте утыҙҙан да юғарыраҡ процентҡа күтәрәм тиһәң, уның менән килешмәйенсә лә булмай.
Айрат Ишембаев исемле аҫыл егет менән танышам. Данлы Түбәнге Ләмәҙ ауылынан икән, унынсы синыф­ҡа бара. Былтыр Ишембай­ҙағы конкурста ҡатнашып, икенсе урын алған, быйыл тағы ла көсөн һынамаҡсы.
– Еңеү ҙә ҡәҙерле, әлбиттә, – ти Айрат. – Шулай ҙа бында байрам асылын, ярыш сәмен тойоу ҡыҙығыраҡ. Үҙ-ара дуҫлашҡан таныштарҙы ла күрге килә. Мин үҙем балдан бигерәк, ҡорттар донъяһы, уларҙың йәшәү рәүеше, серҙәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһынам. Бал йыйыусыларҙан бигерәк, йән эйәһе, бөжәк булараҡ ҡыҙыҡлы улар миңә.
– Фәнни яҡтан, тип әйтмәксеһеңме?
– Эйе. Сөнки, фән, техника үҫешкән һайын ҡорттар үҙҙәрен нисек тоя? Зыян күрмәйме, үҙгәреш кисермәйме?
Умартасы тигән ҡомар булғанда
Афарин, Айрат, тип ҡуйҙым. Асылыбыҙҙы, ҡорттарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға уйлаһаҡ, умартасылыҡҡа фән юғарылығынан да ҡарарға тейешбеҙ. Кәсеп кәсеп менән дә... Һуңынан Айраттың әсәһе Светлана, өс ул үҫтереүсе мөғәллимә менән һөйләшкәндә, ул да өлкән улының теорияға нығыраҡ иғтибар биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә уртансы улдары – практик, уға төп кәсеп үҙе күпкә ҡыҙыҡлыраҡ икән. Әйткәндәй, Ишембаевтар былтыр йыл «Умартасы династияһы – атаһы һәм улы» бәйгеһендә беренсе урын алған. Быйыл иһә был исемгә Шаран районынан Димитриевтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Иглин районынан Дамир Мәрҙәнов яуланы. Икенсе-өсөнсө урында ҡыҙҙар – Лилиә ҡәҙерғолова (Илеш районы) һәм Гүзәл Шакирова (Нуриман).
Өлкәндәр араһында бәйге умартасыларҙың оло йыйынын, съезын да хәтерләтеп ҡуйҙы. Умартасыларҙа еңеү ҡомарын мин ул тиклем күрмәнем. Улар үҙ-ара аралашыуға сарсап килгәйне. Уртаҡ фекер, уртаҡ хәстәр йыя икән ҡортсоларҙы. Байрам тантанаһынан, ярыш сәменән бигерәк, үҙ-ара эш ҡомары, һөйөп башҡар­ған кәсептең үҙең белгән серҙәрен башҡалар менән уртаҡлашыу теләге саҡыра, буғай. Шуға һәр ҡатнашыусы йөҙөндә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, изгелек, егәрлелек кеүек осҡондар шәйләгәндәй булдым. Бал ҡорттары үҙҙәре лә шундай сифатҡа эйә түгелме һуң?
«Өйгә эште күрһәтеү» тип аталған ярыш төрөндә һәр умартасы үҙенең эш сере менән таныштыра. «ҡорттар ҡышты ауыр ҡышламаһын, ауырымаһын өсөн нимә эшләргә?», «Күсте нисек көсәйтергә?» кеүек төп һорауҙарға яуап та тапҡанда, «Солоҡ ағасына нисек еңелерәк менергә?», «Умарталарҙы нисек уңайлы итеп бәйләп урманға алып барырға кәрәк?» кеүек тәү ҡарашҡа әһәмиәт­һеҙ булған мәлдәргә лә туҡталдылар. Тик шуныһы ҡыҙыҡ: һәр бер тәжрибә, һәр бер сер иғтибарһыҙ ҡалманы, һорауҙар бирелде, ҡыҙыҡһыныуҙар артҡандан-артты. Баҡһаң, бында әһәмиәтһеҙ бер нәмә лә юҡ икән. һәр кем үҙенең эш ысулы, кәсеп сере менән ихлас уртаҡлашты. Шунда уҡ бал һатыу, бал хаҡы мәсьәләләре лә күтәрелде.
Умартасы тигән ҡомар булғанда
– Европала балдың килоһы 150 һум тора икән, ә беҙҙә – 400 – 450 һум. Әлбиттә, Европаны ҡытай һәм Украина балы баҫып алған, ә уларҙың сифаты, беҙҙеке менән сағыштыр­ғанда, күпкә ҡайтыш. Ә был хаҡ менән беҙгә Европаға сығыуы бик ауыр, шуға ғәрәп илдәре менән эшләү отошлораҡ, – тине һөйләшеүҙә Әмир Ишемғолов. Умарта­сылар балдың хаҡын төшөрөргә уйламауҙарын белдерҙе. Шулай уҡ һәр умартасы, һәр мәктәп балаһы биш йүкә ултыртһын тигән акция булдырайыҡ, тигән фекер ҙә яңғыраны. Йүкәһеҙ төбәк һаналған Учалыла бер ветврач (исем-шәрифен әйтмәнеләр) был ағасты күпләп ултыртҡан, хәҙер рәхәтләнеп үҫә, тип миҫал да килтереп үттеләр.
Умартасыларҙың XI республика конкурсы еңеүсеһе тип Ришат Носратуллин табылды. Азат Ниәтшин (Баймаҡ районы) икенсе урынды яулаһа, Миәкәнән Миңлебай Әһлиуллин өсөнсө урынды алды.
Һөйләшеп йөрөгәндә, оло Булат, эйе, судья Булат: «ҡорт менән шөғөлләнеү – балыҡ тотоу йә һунар кеүек бик файҙалы ҡомар бит ул. Бер генә ысын умартасы ла бал ашайым тип ҡорт тотмай. Уны ҡомар ошо эшкә этәрә лә инде. Беҙҙең ҡанда булған шул ҡомарҙы һәр башҡортта, һәр балала уятырға кәрәк», – тигәйне. Бер нисә йылдан бәләкәй Булат, эйе, «илап бал алып булмай» тигән Балтас Булаты, в-ә-әт, ҡомар был, исмаһам, тип әйтһә, аптырамамдыр. Эш шуға табан бара.

Мөнир ҡУНАФИН.
Иглин районы.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға