27.08.2011 Өфө урамдарында «тығын»дар кәмейәсәк
Баш ҡалала автомобиль хәрәкәте бер яҡлы итеп үҙгәртеләсәк
Көҙ беҙҙең руль артындағылар өсөн яңылыҡ алып киләсәк. Сентябрҙән водителдәр өсөн Өфөнөң үҙәк урамдарында йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Эш шунда: «пик сәғәте»ндә «тығын»дарҙы үтеүгә уғата ҙур сабырлыҡ кәрәккәнен автомобиль хужалары яҡшы белә. Урамдарҙы киңәйтеү мөмкинлеге лә юҡ, шунлыҡтан хәрәкәт схемаһын үҙгәртергә булғандар, йәғни баш ҡаланың ете урамында хәрәкәт бер яҡлыға әйләнәсәк:
1. Ленин урамы (автомобилдәр Революция урамынаса бер йүнәлештә барасаҡ);
2. Гоголь урамы (Зәки Вәлиди урамынан Достоевский урамына тиклем);
3. Мостай Кәрим урамы (Революция урамынан Коммунистик урамға тиклем);
4. Крупская урамы (хәрәкәт Достоевский урамынан Коммунистик урамғаса бер яҡлы);
5. Чернышевский урамы (Цюрупа урамынан Аксаков урамына тиклем);
6. Свердлов урамы (Аксаков урамынан К. Маркс урамы йүнәлешендә);
7. Театр урамы (Пушкин урамынан Зәки Вәлиди урамына тиклем).
Т. АМАНОВ.