23.08.2011 Яҡындарыңды һыйла
Ғаиләң, туғандарың йә яҡын дуҫтарың менән бер табында ултырыу, уларҙы үҙең әҙерләгән тәмле ризыҡтар менән һыйлау – үҙе бер бәхет. Бар оҫталығыңды, күңел йылыңды биреп, алъяпҡысыңды быу ҙа, эшкә тотон! Түбәндәге үҙенсәлекле рецептар ҙа ярҙам итһә, беҙ ҙә шатбыҙ.
Алма ҡағы
Алмаларҙы 4 – 8 өлөшкә турап, үҙәген алырға ла, кәстрүлгә һалып, уртаса утта бутҡа хәленә еткәнсе бешерергә кәрәк. Болғатып торорға ла онотмағыҙ. Өс литрлы кәстрүлдә яҡынса ярты сәғәт тирәһе бешә. Артабан блендер менән иҙеп, һыуытырға. Алма иҙелмәһен 5 – 7 миллиметрлыҡ ҡалынлыҡта йәйеп, май һөртөлгән йә пергамент ҡағыҙ өҫтөнә һылап, ҡалайға һалып киптерергә ҡуйырға. 100 градус эҫелектәге духовкала 2 сәғәт тирәһе киптерергә мөмкин. Кипкән ҡаҡты урайһығыҙмы йә ҡырҡаһығыҙмы – үҙегеҙҙең теләккә ҡарап. Сәйгә бынамын тигән тәмлекәс килеп сыға. Уны банкала һаҡларға мөмкин.
Манты-рауза
Манты ҡамырын нисек эшләргә хужабикәләргә өйрәтергә түгел. Был ризыҡты һәр кем яратып ашай. Уны ғәҙәти дүрткел итеп бөгөргә түгел, ә фантазияғыҙ еткәнсә матурларға мөмкин. Мәҫәлән, ҡамырҙы йәйеп, оҙонса дүрткел итеп ҡырҡырға ла фарш һалырға. ҡамыр ситтәрен әҙ генә һыуларға һәм уртаға бөкләп, ныҡ ҡына йәбештерергә кәрәк. Килеп сыҡҡан оҙонса фаршлы ҡамырҙы роза сәскәһе килеп сығырлыҡ итеп рулетҡа урарға ла, ғәҙәттәгесә, парҙа бешерергә (яҡынса 40 – 50 минут бешә). Тәмен оҡшатһағыҙ, манты-раузаға ҡыҙыл төҫ тә биреп була. Бының өсөн соус йә кетчупты һыу менән бутап, ризыҡты эҫеләй көйө шул һауытҡа манып алырға мөмкин.
ҡупшы картуф
Беҙ, әлбиттә, картуфты бик яратабыҙ. Уны нисек кенә бешермәйбеҙ. «Икенсе икмәк»те төрлөсә биҙәү ысулдары күп. Духовкала әҙерләнә торғанын гармун һымаҡ итеп турарға мөмкин. Уңайлы булһын өсөн әрселгән картуфты ҡалаҡҡа һалып ҡырҡырға. Артабан һаҡ ҡына ҡалайға теҙергә лә, һәр береһен майлап сығырға кәрәк. Тоҙ һалмай тороғоҙ. 225 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минут самаһы бешергәс, алып тағы май һөртөргә, тоҙларға, ваҡланған сохарый һибергә һәм йәнә 20 минутҡа эҫе мейескә ҡуйырға.
Тауыҡ ите менән йәшелсә-емештән салат
Был үҙенсәлекле салатты эшләүе еңел генә. Бешкән йомшаҡ тауыҡ итен (150 г), әрселгән алманы (2 дана), ҡыярҙы (1 дана) – шаҡмаҡлап, әфлисунды (1 дана) бүлкәләргә турарға, әстерхан сәтләүеген (50 г) ваҡларға ла уңайлы һауытҡа ҡатлам-ҡатлам итеп һалырға. Самалап лимон һуты өҫтәһәгеҙ, укроп йә петрушка менән биҙәһәгеҙ, тәмле ризыҡ килеп сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.