«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бензинға хаҡ арта



23.08.2011 Бензинға хаҡ арта

Ә автозаправкалау станцияларына «Ун литр бензин – бушлай!» акцияһын ойошторорға тәҡдим ителә
Бензинға хаҡ арта
Рәсәйҙә автомобиль яғыулығына хаҡтар ошо айҙа ҡапыл артып китте. «Росстат» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул 0,8 процентҡа, йәки 40 тингә артҡан. Июль аҙағында бензинға уртаса хаҡ 25,57 һум тирәһендә тирбәлһә, әле ул 25,88 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, бөтә төр маркалы бензин да ҡиммәтләнгән.
Был хәл Рәсәйҙең 65 төбәгендә күҙәтелә. Ә Татарстан хаҡтар буйынса рекордсы булып тора – ҡаҙанда ул 3,6 процентҡа күтәрелгән (26,62 һум). Хаҡтар нисбәте буйынса Ульяновск икенсе урынға сыҡты – 3,4 процентҡа һикергән. Алыҫ Көнсығыш иһә, атап әйткәндә, Сахалин өлкәһе, Якутск иң тәүге урында – яғыулыҡҡа уртаса хаҡ 31, 80 һум тәшкил итә.
Ике төбәктә – Брянск менән Таулы Алтайҙа, киреһенсә, бензин менән соляркаға хаҡ 0,4 процент­ҡа түбәнәйгән. Илебеҙҙең тағы ла 16 субъектында хаҡтар үткән аҙна кимәлендә ҡалған.
Мәскәүҙә хаҡ үткән аҙнала уҡ артҡан – бөтә төр маркалағы бензин 40 тингә ҡиммәтләнгән: 80 маркалы бензиндың бер литры 24,64 һум торһа, Аи – 92-неке – 26,86, Аи – 95-теке – 28,83, дизель яғыулығыныҡы – 26,56 һум. Санкт-Петербургта ла шул уҡ кимәл.
Шул уҡ ваҡытта бер нисә ҙур компания килемдәрен арттырыу өсөн ташламаларҙан һәм бонус программаларынан баш тартҡан. Яңы бонус программаһына күсеү сәбәпле, «Роснефть» компанияһы үҙенең автозаправкалау станцияларында «Әүҙем ташлама» программаһы буйынса ҡаралған биш процентлы ташламаларҙан йөҙ борған. «Татнефть» иһә «Ташламалар ҡалаһы» программаһының өс процентлы ташламаһын бер процентҡа ҡалдырған. «ЛУКойл» да VIP-карталар буйынса ташламаны бер процентҡа тиклем кәметкән.
Хөкүмәт мотор яғыулығына хаҡтарҙы күтәрергә рөхсәт итмәй – майҙа ваҡытлыса сара булараҡ ҡабул ителгән сикләнгән пошлиналар 1 сентябргә тиклем оҙайтылған. Тәүге ярты йыл йомғаҡтары буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт бензинға һәм дизель яғыулығына ваҡлап һатыу хаҡтарын арттырған өсөн 52 эш ҡуҙғатҡан.
Аналитиктар раҫлауынса, бензин етешмәүе арҡаһында Рәсәйҙең яғыулыҡ баҙарында хаҡтар артыу артабан да дауам итәсәк.
«Йәмәғәт палатаһы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт енәйәт эше ҡуҙғатҡан нефть компанияларына, штрафтан тыш, граждандарға артыҡ бензин хаҡын кире ҡайтарырға тәҡдим итә», – тип интернеттағы мәғлүмәтте уҡы­ғас, бәй, уныһы нисек була тағы, тип аптыратылды. Баҡһаң, быны йәтеш кенә көйләп була икән – автозаправкалау станцияларының һәр клиентына «бүләккә бушлай 10 литр бензин»! Шәп булыр ине, әлбиттә.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға