«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балалар баҡсаһы: хәл ителмәҫтәй мәсьәләме?



20.08.2011 Балалар баҡсаһы: хәл ителмәҫтәй мәсьәләме?

Балалар баҡсаһы:  хәл ителмәҫтәй мәсьәләме?
Улыма 2 йәш тә өс ай булыу менән эшкә сығырға мәжбүр булдым. Өс йәше тулғансы хөкүмәтебеҙ бала тәрбиәләү өсөн биргән ялды файҙаланып, рәхәтләнеп өйҙә ултырыр инем дә бит, фатир һатып алғанда алған айлыҡ кредиттар (ай һайын 14 мең һум) ғаилә бюджеты күләмендә лә үҙен ныҡ һиҙҙертте. Өҫтөңдә ҙур бурыс торғанда ғаилә башлығының эш хаҡына ғына йәшәү, көн күреү мөмкин дә түгел. Ҙур бурысҡа батып, фатир ҙа алмаҫ инең – йәш, һау-сәләмәт ваҡытында, балалар үҫтергәндә һәр кемдең үҙ торлағын булдырғыһы, иркен, матур фатирҙа йәшәгеһе килә. Элекке кеүек эшеңдән бушҡа фатир биреүҙәрен көтөп ятыу бөттө, үҙ көсөңә генә ышанырға ҡала.

Бөгөн өс йәш тулғанға тиклем балаһын тәрбиәләп декрет ялында ултырған әсәләр бик һирәк. Әлеге лә баяғы мохтажлыҡ, аҡсаһыҙлыҡ мәжбүр итә уларҙы эшкә сығыр­ға. Сөнки өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ булһын тиһәң, беҙгә, ҙур булмаған эш хаҡына эшләгән бюджет хеҙмәткәрҙәренә, эшләргә генә ҡала. Тормош иптәшемдең тапҡаны айлыҡ түләүҙәргә (кредит, коммуналь түләүҙәргә) китһә, минекен көндәлек сығымдарға тотонабыҙ.
Эшкә сығыуын сығырһың да. «Ә бына балаңды тәрбиәгә кемгә ҡалдырырға?» – тигән һорау тыуа. Сөнки баш ҡаланың балалар баҡсаларындағы сиратҡа сабыйың тыуғандан алып торһаң да, ул балаңа өс йәш тулғансы ла етмәй әле.
Бер Күмертау ҡалаһында ғына балалар баҡсаларына сират юҡ икән. Ундағы әсәй­ҙәрҙән көнләшерлек, сабыйын ҡасан теләй, шунда путевка алып, мәктәпкәсә балалар учреждениеһына урынлаштыра ала.
Өфө ҡалаһы хакимиәте балалар баҡсалары етмәү мәсьәләһе киҫкенлеген үҙенсә хәл итә башланы: балалар баҡсаһына йөрөмәгән өс йәшкә тиклемге балаһы булған ата-әсәләргә 3 ай һайын өс мең һум күләмендә компенсация түләнә. Әммә был аҡсаны минең кеүектәр ала алмай – ғаиләнең айлыҡ килеме уртаса эш хаҡынан кәм булырға тейеш. Әллә күпме справка йыйып, үҙең йәшәгән райондың социаль тәьминәт бүлегендә үҙеңдең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауыңды иҫбат итергә бурыслыһың. Ғәҙәттә, компенсация алыуға күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ бала тәрбиәләгән әсәләр, тулы булмаған ғаиләләр генә дәғүә итә ала. Өс мең һум, әлбиттә, ҙур сумма түгел. Сағыштырыу өсөн: Пермь крайында баҡсаға йөрөмәгән йәш ярымдан алып 5 йәшкә тиклемге балалар­ға 5,3 мең һум аҡса түләнә. Өйҙә тәрбиәсе яллайым тиһәң дә, был аҡса бер ғаиләгә лә артыҡ булмаҫ ине. Бәлки, уны түләүҙе сикләргә лә кәрәкмәйҙер. Эштән үҙем йәшәгән райондың мәғариф идаралығына юллама яҙыуымдан файҙа булманы. Чиновниктарҙың күпме генә тупһаларын тапамайым, льготалы сиратта торһам да (иптәшем – хәрби хәрәкәттәр ветераны): «Сират ҙур. Һеҙгә балалар баҡсаһына путевка биреп, һеҙҙең кеүектәрҙең хоҡуҡтарын сикләйекме? Беҙҙең эште тикшереүсе хоҡуҡ органдары күп», – тип яуапланы улар.
Аптырағас, 2 йәш тә өс айлыҡ баламды ауылдағы пенсионер олатай-өләсәләренә ҡайтарырға мәжбүр булдым. Атай-әсәй тәрбиәһендә наҙланып, һөйөлөп үҫер бала, ата-әсәһе эшләү сәбәпле, ярты йылға улар­ҙан айырылырға мәжбүр булды. 25 – 30 мең һум эш хаҡы алып эшләһәм, чиновниктарға ялынып, үтенеп йөрөгәнсе, улыма 10 – 12 мең һумға тәрбиәсе яллар, йә булмаһа, шәхси балалар баҡсаһына ғына йөрөтөр инем. Ә бер танышым башҡасараҡ эшләне: балалар баҡсаһына сираты етмәгәс, ыҙаланып саҡ тапҡан сабыйын үҙе ҡарар өсөн эшенән китте. ҡыҙына 4 йәш тулғас (ул тыуғандан алып сиратта тора), ниһайәт, путевка алды. Мәғариф идаралығынан, путевка алыу ҡыуанысынан хатта күңеле тулып, илап та ҡайтты. Үҙем балалар баҡсаһына юллама алыу ыҙалыҡтары менән осрашмағас, уның күҙ йәштәренә ирек биреүен аңламағанмын икән…

Шәхси балалар баҡсаһы сиратты хәл итерме?

Йәшәгән урыны буйынса балалар баҡсаһына сираты етмәгән һәр ата-әсәнең балаһын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтөү мөмкинлеге бар. Республикала улар­ҙың һаны, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, етәү. Хаҡтары 10 меңдән алып 15 мең һумға тиклем. Бынан тыш, балаңды унда урынлаштырғанда 10 – 15 мең һум күләмендә иғәнә лә индерергә кәрәк. Өфөнөң Мостай Кәрим урамындағы «Солнечный круг» балалар баҡсаһына шылтыратам. Өс төркөмгә 45 бала йөрөй. Сират менән ҡыҙыҡһынам. «Балағыҙҙы беҙгә йөрөтөргә теләгегеҙ булһа, 70-се итеп сиратҡа яҙабыҙ», – ти тәрбиәселәр. Тимәк, кемдер өсөн 10 – 15 мең һум аҡса бер нәмә лә түгел. Бер яҡтан, балаһына индивидуаль ҡараш булған, һәр саҡ уйынсыҡтары яңыртылып торған мәктәпкәсә йәштәге бай учреждениелар талапсан ата-әсәләрҙең мәнфәғәтен дә ҡайғырта. Тимәк, шәхси балалар баҡсаларының да киләсәге бар, тип тулы нигеҙҙә әйтергә булалыр. Тик уларға дәүләт яғынан аҙ ғына иғтибар булғанда, санитар-эпидемиология, һалым органдарының талаптарын бер аҙ йомшартҡанда, эшмәкәрлектәре ул тиклем дә ҡыҫымға алынмаҫ ине.
Шәхси балалар баҡсаларына ихтыяж бар икән, тимәк, ҡалала хәлле ғаиләләр бар, тигән һүҙ.

Нимәгә өмөтләнәйек?

Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, республика етәкселеге балалар баҡсалары мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ иңенә алды.
Быйылғы яңы уҡыу йылында «Сипайлово – 1», «Сипайлово – 5», «Инорс – 7» микрорайондары, «Дим – 8», «Затон –Төньяҡ-көнбайыш» микрорайондарында, Бөрйәндә – ике, Иглин районында, Сибай ҡалаһында яңы балалар баҡсалары асыласаҡ. Киләһе йылда 39 балалар баҡсаһы төҙөү күҙаллана. Быйыл 3439 урынға иҫәпләнгән элекке 31 мәктәпкәсә балалар учреждениеһын ҡайтарыу планлаштырыла. Һандар, әлбиттә, сираттың кәмеүенә өмөтләндерә. Әле күптән түгел «Балалар баҡсаларын – балалар­ға» федераль проекты етәкселегенән Башҡортостанды балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуҙы финанслау программаһына индереү тураһында ыңғай яуап килде. Документҡа ярашлы, Башҡортостан мәктәпкәсә балалар учреждениеларында өҫтәмә 9750 урын булдырыу өсөн 24,369 млн һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ.
Өмөттө һүндермәйек, яҡшыға өмөтләнәйек, йәмәғәт. Балала­рыбыҙҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыу менән уларҙы ҡайһы мәктәптә уҡытасағыбыҙҙы хәл итә башлайыҡ. Сөнки ҡалала унда ла урындар етешмәй…

З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға