13.08.2011 «Айыҡ тормош – алтын торош»
Украинала йәшәүсе башҡорттар йәмғиәтен Башҡортостан ауыл-ҡалаларында айыҡ тормошта йәшәүгә ынтылыш булыуы бигерәк шатландыра. Беҙ 20 йылдан ашыу берләшеп, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ – ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеү. Минең тыуған Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында элек-электән тормошҡа айыҡ ҡараш менән йәшәүселәр күп. Араҡы ҡоло булып, эсергә һорап йөрөүселәр булманы тиерлек.
Кемдең түрендә араҡы хужа булып ала, унда тормоштоң бәрәкәте китә, кеше үҙ аллы була алмай. Бала саҡта бергә уйнап үҫкән дуҫым (ишле ғаиләнән ине) уҡып сығып, һәйбәт һөнәр алды, матур ғаилә ҡорҙо, ике балаһы донъяға килде. Шатланып ҡына йәшәр мәл еткәс, эсеүгә һабышып, үҙ тормошона төкөрҙө. ҡатыны, бындай ир кәрәкмәй, тип, уны ҡыуып сығарҙы, яҡын туғандары ла ярҙам ҡулы һуҙманы, дауаларға тырышманы. Ул Мәләүездә беренсе асарбаҡ булды. Йөрөй торғас, һаулығы бөтөп, урамда ятып үлде. Араҡының берәүгә лә яҡшылыҡ килтергәне юҡ. Беҙҙең Украинала йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡырыу булһа ла, иң тәүҙә ҡымыҙ тәҡдим итәләр. Милли аштар бешереп, хәләл ризыҡ менән һыйлайҙар. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы сәйгә алыу йолаһы ла һаҡланып килә.
Беҙҙең яҡта эскелеккә ҡаршы ысын көрәште матбуғат аша башлап, аҡыллы кәңәштәр биреп, эсеү башҡорт йолаһы түгел, араҡы ҡоло булмайыҡ, тип тормошҡа айыҡ ҡараш менән йәшәргә саҡырҙы заманында «Октябрь юлы» гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Сулпан ағай Иманғолов. Яңыраҡ беҙ, ҡырымда йәшәүсе башҡорттар, Севастополь ҡалаһы янында һабантуй үткәрҙек. Халыҡ йырҙарын йырланыҡ, шиғырҙар һөйләнек, төрлө ярыштар, көрәш булды. Гармун һәм ҡурай моңон ишеттереп, бейешеп, ихлас күңел менән байрам иттек. Ике ҡаҙан былау бешереп, ҙур самауырҙа сәй ҡайнатып эстек, үҙебеҙҙе бәхетле итеп хис иттек. Бер осрашыу – үҙе ҙур бәхет.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, ти башҡорт мәҡәле. Ғаилә башлығы, атай кеше әҙәпле булһа, уның балалары ла шул юлдан бара. Мул тормошта йәшәйем тигән кешегә барлыҡ шарттар булдырылған. Бер йыл Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев Өфөгә ҡунаҡҡа килгәнендә хайран ҡалыуын белдерҙе. Юғары мәҙәниәтле халыҡ йәшәй башҡорт илендә, тип, беҙҙә сәнғәт, спорт өлкәһендә һәм башҡа саралар үткәрелеүенә һоҡланып һөйләне.
Үҙемдең бала сағым үткән Йомағужа ҡасабаһын (Күгәрсен районы) ғына миҫалға килтергәндә, яңы дауахана, мәҙәниәт һарайы, балалар баҡсаһы, яңы мәктәп биналары, спорт үҙәге бар, ике сауҙа үҙәге, кирбес заводы һәм яңы мәсет һалынған. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып эшләп, мал үрсетеп йәшәргә генә кәрәк халҡыбыҙға.
Башҡорт илендә айыҡ тормошта йәшәп, ата-бабаларҙан ҡалған изге ғәҙәттәрҙе дауам итергә, күпләп умарта тотоп, данлыҡлы башҡорт балын етештереп, кәсеп итергә һәм малсылыҡҡа йөҙ тоторға кәрәк милләттәштәремә. Ер илап ятмаһын. Ул – ата-бабаларыбыҙҙың, аҫаба башҡорттарҙың беҙгә ҡалдырған изге мираҫы. Тоғро булайыҡ еребеҙгә һәм быуындарҙан килгән изге эштәргә.
Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Башҡорт йәмғиәте рәйесе.
Ялта ҡалаһы.