«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа



15.08.2011 Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа

йәки Бөтөп барған ауылдарҙы кем тергеҙер?
Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа
Үҙгәртеп ҡороуҙар солғанышында, колхоз-совхоздар тарҡалып, ауылдарҙа эшһеҙлек көсәйгәндән һуң ҡайһы берәүҙәребеҙҙең йүнһеҙләнеп эскелеккә һабышыуы, ә уңған, егәрле улдарыбыҙҙың үҙ республика биләмәһендә, йәғни ата-олаталарының нигеҙендә төпләнә алмай, аҫабалығын юғалтып, эш эҙләп Себер тарафтарына юлланыуы милләтебеҙ өсөн оло фажиғәгә әйләнеүе мөмкин. Әҙ һанлы милләттәрҙең йәшәйеш тамыры ауылдарҙа булғанда ғына үҙенең ғөрөф-ғәҙәтен дә, сафлығын да һаҡлаясағы һәр кемгә мәғлүм.
Бөгөнгө мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, ауыл бөтһә, тел бөтә, тел бөтһә, милләт бөтәсәге асыҡлана бара. Тимәк, ауылдарҙа эшһеҙлек барлыҡҡа килтереп, оҙон аҡсаға әүрәтеп, йәштәребеҙҙе киң Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә йүнәлдереүҙә ниндәйҙер йәшерен эшмәкәрлек төҫмөрләнә һымаҡ. Сөнки ил етәкселеге бәләкәй эшҡыуарлыҡты, фермер хужалыҡтарын тергеҙеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү тураһында өҙлөк­һөҙ һөйләһә лә, дәрт-дарманлыларға үҙ эшен башлап ебәреүгә аныҡ ярҙам күрһәтә алмай. Киреһенсә, йүнселдәргә документтар юллау барышында кәртәләр тыуҙыра. һөҙөмтәлә йүнсел, төрлө ҡайһы бер чиновниктар, ҡағыҙҙар артынан йүгерә торғас, үҙ эшен башлап ебәреү өсөн күпмелер кредит йә субсидия биреләсәген белеп ҡалғас, ул аҡса мал-техника һатып алырға ла, һарайҙар төҙөргә лә, төрлө сығымдарға ла етмәйәсәген белгәс, етди ҡарар­ға килә алмай, бурысҡа батыуҙан ҡурҡып, албырғап ҡала, ары-бире һуғылып, ҡаңғырып йөрөй торғас, ата-бабаһы нигеҙен ҡалдырып, Себер тарафтарына юллана. Шул сәбәпле ауылдарҙа нигеҙ һаҡлаусы булып фәҡәт борон-борондан еренә ерегеп, хужалыҡ итә белгән, бер-береһенә ярҙамлашып, үҙ-ара татыу йәшәгән нәҫелдәр генә тороп ҡала.
Улар тыуып үҫкән ерҙәрендәге бар мөмкинлектәрҙе файҙаланып, йәғни ата-бабаларыбыҙ кеүек малсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән шөғөлләнеп, мул тормошта маҙрап йәшәй.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, реформа солғанышында үҙлеген, аҫабалығын һаҡлай алғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ шул. Улар тураһында гәзит-журнал биттәрендә уҡып, телевизорҙан ҡарап яҡшы беләбеҙ. Төмән өлкәһендә, Ханты-Манси Автономиялы Округында, Яҡут-Саха Республикаһында, Приморье крайында, Төньяҡ Боҙло океан ярҙары буйҙарында бер аҙ мая туплау маҡсатында эшләп йөрөгән ир-егеттәребеҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа әрһеҙ, сыҙамлы, эшлекле. Тик совет дәүерендә коллектив хужалыҡтарҙа эшләп, колхоз-совхоздарҙа бригадир, завод-фабрикаларҙа мастерҙар күрһәтмәләрен үтәп кенә өйрәнгәндәр, үҙ аллы тормош юлына баҫҡас, нисегерәк хужалыҡ алып китергә белмәй, баҙап ҡалды. Республика килеменең 80 процентын үҙәккә ҡайырып алып торған ил етәкселеге албырғағандарҙы оҫта файҙалана. Дөрөҫөрәге, бер атҡанда ике ҡуянды тәгәрәтә. Оҙон аҡсаға әүрәтеп, үҙен аямаған әрһеҙ халыҡтан, ошоғаса файҙаланылмай ятҡан байлыҡтарҙы артабан ҡулланыу маҡсатында, ҡалалар, ҡасабалар төҙөтөп, ҡаты климат шарттарына яраҡлашҡандарҙы шул яҡтарҙа төпләндерергә тырыша. Был йәһәттән аумаҡай, ниндәй генә ауыр шарттарға ла тиҙ арала яраҡлашыусы башҡорт халҡы ҡулайлы. Сөнки беҙҙекеләр төрлө тарафтарҙан килгәндәр менән аралашыу телендә генә әңгәмәләшеп, цивилизациялы милләттең ғөрөф-ғәҙәтен үҙләштереп, балаларын да ошо юлда тәрбиәләй башлап, ассимиляциялана.
Тарихи сығанаҡтар күрһәтеүенсә, ауылдарҙы юҡҡа сығарыу сәйәсәте быуаттар дауамында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 1734 – 1735 йылдарҙа Кириллов – Тевкелев экспедицияһы осоронда, Ырымбур ҡалаһына нигеҙ ташы һалыр алдынан, үҙ-ара ярышып башҡорт ауылдарын яндырып йөрөүҙәре барыбыҙға ла мәғлүм. Мәкерле эш итә ике яуыз түрә – ҡотломөхәмәт мырҙа менән Иван Кириллов, йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалған башҡорттар ҡала-заводтар төҙөүҙә файҙаланыла. Ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте, тарих күрһәтеүенсә, һәр бер ихтилал баҫтырылғандан һуң тормошҡа ашырыла. Ә милләт зыялылары – аҡһаҡалдар халыҡтың йәшәйеш тамыры ауылда икәнлеген аңлап, тиҙ арала яндырылған ауылдар урынына һәм яңы төпкөл урындарҙа бәләкәй-бәләкәй ауыл-утарҙарҙы тергеҙә. Һәр ихтилал баҫтырылғандан һуң ир-аттар меңәрләп кәмеһә лә, милләт үҙен һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Күп ҡатынлылыҡ менән йәшәү ҡануниәтендә бер ҡатын-ҡыҙ ҙа яңғыҙ йәшәмәй, һәр береһе үрсем килтерә. Үҙ көсөнә, кәсебенә ышанып өйләнгән ир ғаиләһен нисек тә аҫрарға тырыша. Һәм бер ниндәй ҙә сит тарафтарҙа кәсеп эҙләмәйенсә, 2 – 3 ҡатынын да аҫрап, 10 – 15-әр балаһын да үҫтереп, үҙе кеүек эшлекле аҫаба башҡорт итә. Нәҫел-нәсәбе күбәйә башлаһа, файҙаланылмай ятҡан урындарҙа яңы ауылдар тергеҙелә. Яңы урындарҙа ауылдар барлыҡҡа килтереү 1930 йылдарға, йәғни колхозлаша башлау осоро башланғанға тиклем дауам итә. Мәҫәлән, Мәләүез районында 1929 йылда Муса ауылынан Сәлмән Төхфәтуллин, Баймөхәмәт Дилмөхәмәтов, Хәбибрахман, ҡорбанғәли, Мостафа, Билал, Сәмерхан Һөйәровтар – Ташлыкүл ауылын, Байғужин, Үтәгәновтар Тамъян ауылын нигеҙләй. Ошо дәүерҙә ауылдарҙы тергеҙеү республиканың барлыҡ райондарында ла күҙәтелә. Ә бына 1930 йылдан һуң, Өфө эргәһендә Шамонин ауылы төҙөлгәнгә тиклем, һикһән йыл дауамында бер генә лә яңы ауыл төҙөлмәй, киреһенсә, 1960 – 1980 йылдарҙа перспективаһыҙ ауылдар рәтенә индерелеп, йөҙәрләгән ауыл юҡҡа сығарыла.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, айырым милләт зыялылары, ауылдарҙы ҡоротмаҫҡа тырышып, бер-ике ғаилә генә тороп ҡалған хәлдә лә, ауылдың нигеҙ ҡаҙығы булып, үҙ төбәгендә оҙаҡ ҡына йылдар тороуын дауам итә. Әммә улар ҙа күсенергә мәжбүр була. Бындай патриот милләттәштәрҙең исем-шәрифтәре һәр башҡортҡа мәғлүм булырға тейештер. Бына улар: 1) Ишембай районының Үрек-Ыраҫай ауылынан Абделхаҡ ҡолмәнбәтов, Ишбулды Бикбаев, Фәрәй утарынан Сәхи һәм улы Салауат Ильясовтар, ҡолғаҫау ауылынан Хәким Бикбаев, Фәхретдин Хәйҙәров, Мәләүез райо­нының Кәшәлә ауылында Рәшит Күсәпов ғаиләһе күсенеп киткәндән һуң да бер үҙе тиҫтәләрсә йыл тыуған ерендә йәшәүен дауам итә. Күгәрсен районының Һөйөш ауылы нигеҙен ҡоротмаҫҡа тырышып, Фитратулла Солтанғолов ҡустыһы Әйүп менән ике ғаилә булып ҡына йәшәй. Тик Әйүп, түҙемлеге бөтөп, балаларын уҡытыу маҡсатында, 12 саҡрымдағы Сурен ауылына күсенә... Ентекле уйланып фекер йөрөткәндә, ил етәкселегенең төрлө реформалар уйлап сығарып, ауылдарҙы эреләтеүгә табан барған сәйәсәте үҙен аҡламаны.
Коллектив хужалыҡтарҙа, колхоз-совхоз фермаларында күпләп мал аҫраған хәлдә лә, хосуси милекселектә малдарҙы сикләп кенә аҫрауға мәжбүр иткәс, республикала малдар һаны бер ваҡытта ла 1913 йылдарҙағыға тиңләшә алманы. Хатта ауыл хужалығы буйынса хужалыҡ итә белмәүебеҙ арҡаһында, Американан тауыҡ боттары һатып алып ашау түбәнселегенә төштөк.
Колхоз-совхоздар тарҡалып, ауыл яҙмышы эшҡыуар-фермерҙар ҡулына тороп ҡалғандан һуң малдар һанының ҡырҡа кәмеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Көтөлмәгән ҡоролоҡ афәте килеп тыуғас, шул малдар һанын нисек тә кәметмәй, һаҡлап алып ҡалырға тырыштыҡ. Әммә башҡарылған эш барышында ентекле уйлап еткерелмәгән факттар төҫмөрләнә. Мәҫәлән, Баймаҡ районы республиканың төньяҡ районы – 500 – 600 саҡрым аралыҡтағы Борай районынан һалам ташып, малдарын ҡыш сығарҙы. Ә ниңә? ҡоролоҡ йылында мал аҙығы әҙерләүҙе файҙаланылмай ятҡан урманлы резерв территорияларҙа ойоштороп булмай инеме ни?
Белеүебеҙсә, Ишембай, Бөрйән, Мәләүез, Йылайыр райондары биләмәләрендәге Нөгөш, Үрек, Кәмберәк, Пастан йылғалары буйҙарында меңәрләгән тонна бесән әҙерләрлек яландар файҙаланылмай, йылдан-йыл сабылмағас, ағас үҫентеләре менән ҡаплана бара.
Йәшәйеш асылы күрһәтеүенсә, урман араһындағы аҡландар, ниндәй генә ҡоролоҡ йылы булмаһын, өлөшләтә булһа ла бесән бирә. Тарихи йәшәйеш раҫлауынса, беҙҙең олатай, бабайҙар, һәр нәмәне алдан күрә белеп, маҡсатлы йәшәгән. Мәҫәлән, Алдар Иҫәнгилдин тархандың 8000 баш йылҡы малы булыуы мәғлүм. Әгәр ҙә ул бөгөнгө формала йәшәһә, беҙҙеңсә, ҡышлыҡҡа мал башына 16 центнер аҙыҡ әҙерләгән хәлдә, уға 12 800 тонна бесән әҙерләргә кәрәк булыр ине. Күрһәтелгән һандың бер аҙын өлөшләтә генә әҙерләп, үҙ биләмәһендәге бар мөмкинлектәр­ҙе дөрөҫ файҙаланып, малдар һанын ҡоролоҡ йылдарында ла һаҡлап алып ҡала алған ул. Биләмәһендәге (хәҙерге Баймаҡ районындағы) Таналыҡ йылғаһы буйҙарында малдарын тибенлектә йөрөтһә, урмандағы Пастан, Салаҙы, ҡана йылғаһы буйҙарын мал аҙығы әҙерләү өсөн файҙаланып, утар-ҡышлау­ҙар барлыҡҡа килтергән. Алдар батырҙың йәшәйеш формаһын миҫалға килтереүемдең асылы шунда: сөнки бөгөн уның кеүек хужалыҡ итә белеүсе олатай-бабайҙарыбыҙ йәшәһә, мин күрһәткән файҙаланылмай ятҡан территорияла, йәғни 420 квадрат километр майҙанда, һис һүҙһеҙ 30 – 40 мең баш мал аҫрарҙар ине...
Республиканың яңы етәкселеге Башҡортостан карабының Рәсәйҙең иҡтисади тулҡынында ышаныслы – лидерҙар рәтендә йөҙөүен теләй икән, ауылдар яҙмышына йөҙ менән боролорға бурыслы. Ауыл – аҙыҡ-түлек биреүсе йәшәү сығанағы. Ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең матди, рухи аҙығы. Тәбиғәттең хозур саҡтарында, ауылдарына ҡайтып, ял итеп, көс-ғәйрәт туплап, кәйефен күтәреп китмәгән ҡала кешеһе һирәктер. Иғтибар итһәң, ниндәй­ҙер мөғжизә менән таланттар ҙа ауылдарҙа тыуа. Республика етәкселәренең 90 – 95 проценты, яҙыусылар, артистар, ғалимдарҙың күбеһе – ауыл кешеләре. Ауыл мөхитендә йәшәгән ауыл кешеләренең фиҙакәр хеҙмәте генә республика халҡының социаль яҡтан мул тормошон тәьмин итеүен аңларға тейеш тә баһа ауылдан сыҡҡан етәкселәр һәм барлыҡ зыялылар. «Республика етәкселеге халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш», – тине Президент Рөстәм Хәмитов. Һәм халыҡ зыялылары кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, әһәмиәтлеләрен йәшәйештә файҙаланыу маҡсатында ла «Йәнле журнал» биттәрендә үҙ блогын асты. Иншалла! Кәңәшле эш, Алла бирһә, киләсәктә үҙ емешен бирер. Сөнки боронғо олатайҙарыбыҙ ҙа һәр бер яуаплы эште кәңәш-төңәш итеп башҡарған.
Форсаттан файҙаланып, етәкселеккә тиҫтәләгән йылдар дауамында күңелде өйкәп торған кәңәштәремде еткереү ҙә яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым. Ерҙе һатыу, 49 йылға ҡуртымға биреү факттары ишетелеп торған мәлдә, 420 квадрат километр майҙанда резерв ерҙәр тотоу хәүефле. Сөнки халыҡтың ерен һатып кеҫә ҡалынайтырға маташыусылар борон да, хәҙерге көндә лә буласаҡ. Үрек йылғаһы буйындағы Һыу сыҡҡан яланында ике Мәскәү чиновнигының ял итеү йорттары төҙөп, унда һаҡсылар ҡуйып, маҙрап йәшәй башлауы урындағы аҫаба башҡорттарҙы һағайталыр, моғайын. Шул икәүҙең әкренләп Үрек, Кәмерәк йылғалары буйында урман-болонлоҡтарға хужа булып алып, урындағы халыҡты урманынан сыбыртҡы һабы ҡырҡып алырға ла, туғайҙарында еләк йыйырға ла рөхсәт итмәй, туҡмап, ҡыуып ебәреүе бар бит. Ошондай хәлдәрҙе атай-олатайҙар ауыҙынан ишетеп, китаптарҙан уҡып үҫтек. Уйланмай эшләнгән һәр эштең, ыҙғыш-талаш барлыҡҡа килтереп, оло фажиғә тыуҙырыуы бар. Дөрөҫөн әйткәндә, ситтән килгән килмешәктәр ерҙе тейешенсә файҙалана белмәйәсәк, аҡсаларына ҡыҙығып, уларға ер һатыу, ҡуртымға биреү – мәғәнәһеҙлек! Ә аҫаба халыҡтың ере фәҡәт ҡасандыр ауылдар нигеҙен ҡоротмаҫҡа тырышҡан Ишбулды, Хәким Бикбаевтар, Фәхретдин Хәйҙәров, Абделхаҡ ҡолмәнбәтов, Сәхи һәм улы Салауат Ильясовтар, Таштимер Иҫәнов, Рәшит Күсәпов, Тимерғәле Әхтәмов, Басир Толомғужин, Әҡсән Иҫәнаманов, Рәсүл Аҫылғужин, Хәбир Ғәлиевтарҙың балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бирелергә тейеш. Улар фермерлыҡ-эшҡыуарлыҡ эше менән шөғөлләнеп, ауыл-утарҙар, ҡорт баҡсалары барлыҡҡа килтерергә теләй икән, резервтағы ерҙәр тотҡарлыҡһыҙ бирелергә тейеш. Сөнки тыуып үҫкән ере үҙенсәлектәрен яҡшы белгән кеше генә ерҙе тулыһынса файҙаланасаҡ һәм республиканың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәсәк. Был төбәктә малсылыҡ менән шөғөлләнгән тиҫтәләрсә ауыл барлыҡҡа килгәндән һуң, һөт һәм ит, тире эшкәртеү заводтары төҙөлөп, шул тирәлә бер бәләкәйерәк башҡорт ҡалаһы булдырылһа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһының бер аҙ өлөшө тормошҡа ашыр ине. Юғиһә ҡоролтай үткәргән конгрестарҙа, башҡорттар күпселекте тәшкил иткән бер генә ҡалабыҙ ҙа юҡ бит, әсенеп һөйләйбеҙ ҙә, аҙаҡтан был хаҡта онотабыҙ. ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡын туплау, тергеҙеү, үҫтереү маҡсатында үрҙә телгә алынған төбәк республика етәкселеге, Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәттәре вәкилдәре тарафынан ентекләп өйрәнелергә һәм һуңынан маҡсатлы программа йүнәлешенә индерелеп, ошо төбәктә ауылдар төҙөргә баҙнат итеп тотонғандарға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан оҙайлы льготалы кредит кәрәк.

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН,
БР һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға