«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәләнең башы – үҙебеҙҙә



06.08.2011 Бәләнең башы – үҙебеҙҙә

Бәләнең башы – үҙебеҙҙә
Иҫерткестәр, алкоголле эсемлектәр... Был төшөнсәләр ХХI быуатта ла, оло афәт булып, күкрәктәрен киң киреп, артабан таралыуын, кешелеккә үҙенең иҫәпһеҙ бәлә-ҡазаһын килтереүен дауам итә. Эскелектең сәбәптәре, уның таралыуы, унан ҡотолоу юлдары тураһында әле яңы ғына «баш вата» башланыҡ, тиһәк тә була. Әммә фәлсәфә һатмайынса ғына шуны таныйыҡ – сәбәп тик үҙебеҙҙә: үҙебеҙ йәшәгән, үҙебеҙ булдырған эскеселәр мөхитендә, үҙебеҙ булдырған йәмғиәттә.
Был һығымтаны берәү ҙә кире ҡағырға батырсылыҡ итә алмаҫ, тип уйлайым. Статистика мәғлүмәттәренә туҡтамайынса, башҡа бер генә илдә лә булмағанса, тик Рәсәйҙә генә, йән башына әйләндереп һанағанда, 18,5 литр таҙа спирт күләмендә алкоголле эсемлек эсеүебеҙҙе, йыл һайын 750 меңдән ашыу кешегә кәмеүебеҙҙе генә иҫкә алайыҡ.
Шул уҡ ваҡытта был һандың да күпкә кәметелгән булыуын, йәшерен етештерелгән көмөшкәнең, башҡа иҫерткес эсемлектәрҙең был иҫәпкә инмәгәнлеген онотмайыҡ.
Йәмғиәттең тотҡаһы, нигеҙе – дәүләт, власть, ил, әммә улар ниндәй сара күрә? ҡайҙа тейешле закондар, улар нисек үтәлә?
Эскелеккә ҡаршы закондар ҡабул итеп, шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектәрҙе етештереүҙе һәм һатыуҙы арттырып, маҡсатҡа ирешеп буламы? Бындай хәл үҙе ултырған ағас ботағын сабыусы алйотҡа оҡшай түгелме?
Эскелектең тормошобоҙға килтергән бәлә-ҡазаларын һанап, иҫәпләп һығымта яһаһаҡ, ысынлап та, был алйоттарса эш итеү икәнлеген аңларбыҙ.
Әле килеп, власть, дәүләт был афәттең емергес һөҙөмтәләрен яңы аңлай башланы кеүек.
Әҙәм балаһына тыумыштан ҡурҡыу хисе һалынған. Ул нимәнән, кемдән ҡурҡа? Минеңсә, иң элек, ниндәй генә «батыр» булмаһын, ул ҡаты тәртиптән, закондан ҡурҡа, шулай уҡ, дини булһа, Аллаһынан ҡурҡа. Тик ошо ике көс кенә кешене төрлө башбаштаҡлыҡтарҙан, яҙыҡ аҙымдарҙан, әхлаҡһыҙлыҡтан туҡтата ала.
Мосолман тик изге китап – ҡөрьән-Кәрим һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәре талаптары буйынса йәшәргә тейеш.
Бына бер хәҙис: «Кешене иҫертә торған һәр нәмәнән һеҙҙе тыйҙым. Күп булһа ла, аҙ булһа ла, кешене иҫертә торған һәр нәмә – харам». Харам, тимәк, ҡәтғи тыйылған.
Иҫерткестәр тураһында бер аят та килтерәйек: «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, ғибәҙәт өсөн ҡуйылған һындар, отош уйыны өсөн яһалған уҡтар – шайтан эшенән булған әшәкелектәр. Уларҙан һаҡланығыҙ, донъя һәм әхирәт уңышлыҡтарына, бәхеткә ирешерһегеҙ» («Әл-Майдә» сүрәһе, 90-сы аят).
Мосолманға хәмерҙе эсеү генә түгел, уны етештереүҙә, һатыуҙа һәм башҡа хәмер менән бәйләнгән эштәрҙә ҡатнашыу ҡәтғи тыйыла.
Мәҫәлән, Йософ Әл-Кардауи исемле дин белгесенең «Исламда хәләл һәм харам» китабында бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең хәҙисе килтерелә һәм унда хәмер етештереүҙең ун осрағында ҡатнашыусылар ләғнәтләнгән:
– кем хәмерҙе әҙерләүҙе талап итә,
– кем уны әҙерләй (эшләй),
– кем хәмергә хужа,
– кем хәмерҙе ташый, алып ҡайта,
– кем хәмерҙе алыуҙы талап итә,
– кем хәмерҙе һатып ала,
– кем хәмерҙе һатыуҙан файҙа күрә,
– кем хәмерҙе эсә,
– кем хәмерҙе эсеүсе янында була.
Был хәҙистәрҙән һуң мосолмандарға ла, динһеҙҙәргә лә уйланыр­ға урын бар.

Хәйҙәр АҘНАБАЕВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға