«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Күңелдәребеҙ моңһоҙлоҡтан уянһын



30.07.2011 Күңелдәребеҙ моңһоҙлоҡтан уянһын

Күптән түгел Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан «ТЭФИ – 2007» премияһы лауреаты, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ауылым минең, ауылҡайым...» фильмын ҡарарға тура килгәйне. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ике ауыл – Әбйәлил районының ҡырҙас һәм Һәйетҡол ауылдары тураһында һүҙ бара унда.
Был документаль фильм мине генә түгел, һәр тамашасыны тәрән уйға һалғандыр. Үкенескә күрә, тормошта һирәк осрай бындай ауылдар, йәнде йыуатырлыҡ күренештәргә лә йыш тап булмайбыҙ. Киреһенсә, бишектән төшөү менән ҡулдарына һыра менән тәмәке тотамы икән әллә был балалар, тигән фекергә килеп әсенәһең. 7 – 8-се синыф уҡыусыларының иҫереп, иртәнгә тиклем ҡапҡа төбөндә ятыуы әҙәм мәсхәрәһе бит. Улар тәртипһеҙ, эскесе ғаиләләрҙән дә түгел – бынамын тигән ата-әсәнең матур итеп үҫеп килгән ҡыҙы йә улы. Бәлки, был ваҡытлыса шуҡлыҡтары, саҡ ҡына үҫеп, баштарына аҡыл ингәс, үтер, тиер инең, алкаштар ҡайҙан килеп сыға һуң? Эскелек проблемаһы үҙәккә үтеп, күптәрҙең үҙ башынан үткәргән ауыр ҡайғы. Ағаһымы, туғанымы, ата-әсәһеме, тормош иптәшеме – был мәсьәләне беҙгә үтә лә яҡын итеүселәр, үтә лә ныҡ һиҙҙереүселәр арабыҙҙа аҙ түгел. Хәйер, ауыл урамына сығып, бөтөнләй эсмәгән кешене, ҡояш яҡтыһында сыра яндырып эҙләһәң дә, табыуы бик ауыр. Проблема киҫкен тора. Тик эскелектән нисек ҡотолорға һуң?
Кеше ниндәй генә ысулды файҙаланып ҡарамай. Әммә бәләнән ҡотолоу өсөн иң мөһиме – көслө теләк кәрәк. Тик теләк булып та, яңғыҙ булһаң, һаҙлыҡтың яңынан үҙенә һурып алыуы бар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән бит. Тап ошондай принципҡа таянып, заман афәтенә ҡаршы көрәш башлаған Әбйәлил районының ҡырҙас һәм Һәйетҡол ауылдары халҡы.
Тотош ауыл менән эскелеккә ҡаршы сығыу өсөн һәр ауыл кешеһенең үҙ ирке, ихтыяр көсө, ныҡлы теләге булырға тейеш. Ә бит йөҙләгән кешенең төрлөһө төрлө, шунса уҡ фекер, эсеү-эсмәү мәсьәләһенә лә ҡараштары төрлө. Шундай саҡта халыҡ аҡылы, ата-бабаларҙан ҡалған матур йолалар, сәсән һүҙе ярҙамға килә алалыр. Тиктәнме улар ошо афәткә ҡаршы сыға алған? Бүтән бер ерҙә был атҡарып сыға алмаҫлыҡ эш булып та тойолор ине. Ә был ауылдарҙа кейеҙ баҫалар, сәсән һүҙенә ҡолаҡ һалалар, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәр­ҙе тергеҙгәндәр, милли хәләл ризыҡтар әҙерләйҙәр, ултырмаға йөрөп, аралашып, күңел асалар – бындай ерҙә насар ғәҙәттәр ҡасан да булһа бөтөргә тейеш.
Фильм тәүге минуттарынан уҡ беҙҙе үҙ донъяһына алып инеп китә. Ауылға яҙ килә. Тик уны тәбиғәт кенә түгел, ә кешеләр үҙҙәре лә килтерә, аңдарына яҙ һулышын индерә, тәрән йоҡонан уяна башлай. Көрәш көслө, ҡыш үҙенең хакимлығы бөтөүен тиҙ генә танырға теләмәй, әммә кеше унан көслөрәк, аңһыҙлыҡтан, йоҡонан уянырға, яңы тормош башларға уның ғәйрәте етерлек. Күңелдәренә тәүге яҡтылыҡ осҡоно һалыу ғына кәрәк. Шул осҡондо һалыу­сы итеп ҡырҙас ауыл хакимиәте башлығы Мәүҙиғә Баймөхәмәтованы күрергә кәрәктер. Инде ғәҙәткә әйләнеп киткән эскелек проблемаһын ул ғәҙәти күренеш тип түгел, ә милли фажиғә тип танып, уға ҡаршы аяуһыҙ көрәш иғлан итә. Еңел булмағандыр ҡатын-ҡыҙ етәксегә үҙ иңенә ошондай бурыс йөкмәү, әммә изге ниәт һәм халҡы киләсәге өсөн борсолған ысын ярҙамсылар булғанда, вайымһыҙлыҡ боҙон ҡуҙғатырға булалыр. Әбйәлилдәр булдыр­ған бит! Һаҙлыҡ үҙенә йотҡанда, кеше, таяныс эҙләп, һаламға ла йәбешә. Ә ауылдарыбыҙҙа яман сирҙән ҡотҡарырлыҡ ҡына дауалар юҡмы ни? Әбйәлилдең ошо ауылдарында килендәр менән ҡәйнәләр кисәһен уҙғарыу йолаһы бына инде 40 йыл дауам итә. Милли аш-һыу бешереп, бер йылда – ҡәйнәләр, икенсе йылына килендәр ҡунаҡҡа саҡырыша. Ошонда улар булған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшә, унан сығыу юлдарын эҙләй, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, кәңәш-төңәш итә.
Ауылымда, шөкөр, ағинәйҙәр
Намаҙлыҡта тиҫбе тарталар.
Йүгереп йөрөй уңған килендәре,
Буҙа ҡойоп, талҡан, ыҫлы ҡорот,
Бишбармаҡҡа һыйға саҡыралар.
Ауылдың ағинәйе, сәсәниә Вәсилә Садиҡова яҙған был һүҙҙәр уларҙың ошо байрамдарының нисек үтеүен сағылдыра. Ауылдың иң ихтирамлы кешеләренең береһе ул. Ауылы, халҡы өсөн әсенеү һүҙҙәре лә аҙ төшмәгән уның ҡәләменән ҡағыҙ битенә. Әммә хәҙер ағинәй бөтә нәмәгә лә риза, халҡының уяулығына, тура юлдан барыуына ҡыуанып бөтә алмай, һәр тыуған көн өсөн Хоҙайға рәхмәттәр уҡый, балаларға, йәштәргә иман, тәүфиҡ һорап, доғаларын ҡыла.
Кис ултырыу йолаһын да тергеҙеп ебәргәндәр. ҡатын-ҡыҙҙар, оло инәйҙәр күңелдәрен эш, йәмле-йәнле аралашыу менән баҫа, кәйеф-сафа эҙләпме, ниндәйҙер ҡайғынан ҡотолорға теләпме, шешәгә үрелеүсе юҡ.
Ир-егеттәргә ҡарап та һоҡланмау мөмкин түгел. Ике ауылда ғына ла күпмеһе үҙ эшен асып ебәргән. Эштәренән йәм табып йәшәй­ҙәр. ҡул эштәре ҡыуаныс килтермәҫлек түгел дә шул: ундай ҙа матур шкафтар, ултырғыс, өҫтәлдәр, карауаттар фабрикала эшләнгәндән һис тә ҡалышмай, киреһенсә, йөрәк йылыһын һалып эшләгән һәр биҙәк нур һибеп, балҡып ултырғандай. Умарталар, тәҙрә рамдары, һандыҡтар эшләйҙәр, үҙҙәренең пилорамалары бар. ҡулдарынан ҡыуанып, бүтәндәрҙе ҡыуандырып йәшәһендәр. Уларға ҡарайһың да, донъяны тотоп тороусы ир-егет тап ошондай булырға тейештер, тигән фекергә киләһең. Балаларын да айыҡ аҡыл, саялыҡ, эшһөйәрлек сифаттарында тәрбиәләйҙәр. Еңел бирелмәгәндер уларға яңы тормош башлауы. Тик ошо айыҡ, бөтә төҫтәре менән балҡыған тормоштоң йәме бер ниндәй шешәгә лә алмаштырырлыҡ түгел.
Улар иман юлына ла баҫҡан. Ауыҙға хәмер алмаҫ өсөн был яман сирҙең балаларың, туғандарың, ата-әсәйең алдында гонаһ булыуын дини нәсихәттәр аша аңлау ҙа кәрәк булғандыр.
Режиссерҙың, икенсе юл менән китеп, ғибрәтле хәлдәрҙе, эскелек һаҙлығына батыусыларҙы күрһәтеүе лә мөмкин ине. Тик күңелдәргә яҡтылыҡ менән килеп ингән фильм был осраҡта күпкә отошлораҡтыр. Халҡыбыҙға һаҡсыл ҡараш, ауыл тормошон үҙенсә тын алған тере бер йән эйәһе йәиһә айырым микрокосмос кеүек итеп күрһәтә алыуға ирешкән ул. Эскән кешеләрҙе көн һайын тиерлек аҙ күрәбеҙме ни? Фильм проблеманы атап үтеүе менән түгел, ә асыҡ юлдар, өлгө булырҙай тормош миҫалдары күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Телевидение аша йәнле ауыл тормошон, ябай халыҡтың проблемаларын күтәргән фильмдар ниндәйҙер нотоҡ, нәсихәт уҡыған буш һүҙҙәр­ҙән айырылып тора. Вилүрә апайҙың тағы ла шундай фильмдар төшөрөүенә өмөт итәбеҙ.
Яҙ килә күңелдәргә. Әммә уның юлы – борма-борма, ҡар-бурандары, зәһәрле, яуыз ҡыш һалҡыны аша. Тик күңелдәрҙе лә иретер ҡояштың уға ғына көсө етер тип ышанғы килә…

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға