«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙ



26.07.2011 РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙ

РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙРәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев быға тиклем дә балаларҙы яҡлауҙы яйға һалған закондарҙың камил булмауы хаҡында әйтә килде. Һүҙҙәрҙең ташҡа баҫыл­ғаны мәртәбәле − үткән аҙнала ил башлығы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын билдәләүсе яңы законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ҡыҫҡартып ҡына әйткәндә, яңы закон балаларҙы өлкәндәрҙең эшмәкәрлегенең насар йоғонтоһонан, ҡатылығынан һаҡлай тип билдәләргә мөмкин.

Иң тәүҙә эште донъяны баҫып алған рекламанан башланылар. Ил башлығы билдәләүенсә, уйланылмай, бер кем тарафынан да тикшерелмәй бирелгән ҡайһы бер мәғлүмәт балаларҙың психикаһына насар йоғонто яһай, нервы системаһын, һаулығын ҡаҡшата. Шуға ла, яңы закон буйынса, киң мәғлүмәт саралары кескәйҙәрҙе артыҡ мәғлүмәттән алыҫ тоторға бурыслы. Кешелә сабый саҡтан дөрөҫ ҡиммәттәр тәрбиәләү мөһим. Шуға ла балаларға ниндәй мәғлүмәттең файҙалы булыуын «ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫәсәктәр».
Хәҙер Закон уҡыу кәрәк-яраҡтарында: − әсбаптарҙа, балаларға тәғәйенләнгән башҡа китаптарҙа, мәктәп көндәлектәрендә, дәфтәр­ҙәрҙә реклама биреүҙе тыя. Шулай уҡ балалар өсөн тәғәйен булмаған рекламаны мәғариф ойошмаларына, медицина, санаторий-курорт, физкультура-спорт учреждениеларына, мәҙәниәт, ял урындарына яҡын юлатмаҫҡа өйрәнергә тура киләсәк. Бындай реклама үрҙә билдәләнгән ойошмаларҙан кәмендә 100 метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.

Эсмә, бала!

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев балаларға спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу буйынса мөһим саралар күрҙе. Яңы Законға ярашлы, бәлиғ булмаған кешегә алкоголле эсемлек һатыусы тәүге тапҡыр штраф менән генә ҡотолһа, икенсе тапҡыр тотолған осраҡта уға ҡаршы енәйәт эше асыласаҡ. Бындай һатыусыларҙы холоҡ төҙәтеү хеҙмәте менән шөғөлләнергә мәжбүр итәсәктәр. Законды беренсе тапҡыр боҙған физик шәхес 5 мең һум штраф түләп кенә ҡотола. Әммә икенсе тапҡыр уны ҡаты яза көтә.
Ошондай уҡ ҡырын эш менән тотолған вазифалы кеше 20000 һум штраф түләйәсәк. Ә инде бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатҡан юридик шәхесте 100000 һум штраф көтә. Ғөмүмән, балаларға, үҫмерҙәргә алкоголле эсемлек һатып, икенсе тапҡыр тотолған осраҡта Закон енәйәтселәрҙе йәлләп тормаясаҡ.
Яңы ҡағиҙәләр юҡтан ғына уйланмаған. 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә бер кеше йылына 18 литр таҙа спирт эсә. Әйтеп тә тораһы түгел, күпселек үҫешкән илдәрҙә был тиклем эсеү күрһәткестәре юҡ. ҡыҫҡаһы, эсеү буйынса илебеҙ алда бара...
Шуға ла халыҡтың эсеүен әүҙем кәметеү өсөн төрлө пландар, ҡағиҙәләр ҡабул ителеүе тәбиғи. ҡабул ителгән Законды тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2020 йылға беҙҙең илдә алкоголь эсеү күрһәткесен 18-ҙән бер кешегә йылына 5 – 8 литрға тиклем төшөрөргә ниәтләйҙәр.
Спиртлы эсемлектәрҙе сикләү бәлиғ булмағандарға ғына ҡағылмай. РФ Президенты шулай уҡ составында 0,5 проценттан ашыу спирт булған эсемлектәрҙе алкоголле эсемлектәр исемлегенә индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Кефир, кеүәҫ кеүек эсемлектәрҙе алкоголлеләр рәтенә индермәҫ өсөн Хөкүмәт вәкилдәре махсус исемлек төҙөнө. Тимәк, был файҙалы эсемлектәрҙе тәүлек әйләнәһенә теләгән һәр кем һатып алып эсеү хоҡуғына эйә.
Әлеге тыйыуҙар 2013 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Ошо көндән башлап киоскыларҙа һәм павильондарҙа, ҡала транспорты туҡталыштарында, баҙарҙа, вокзалдарҙа, аэропортта, автомобилдәрҙе заправкалау урындарында һыраны ваҡлап һатыу тыйыла. Йыл ярым самаһынан һуң уны тик магазин, кафе һәм ресторандарҙа ғына алып буласаҡ.

5000 һум

– штрафты бәлиғ булмағандарға алкоголь һатып, тәүге тапҡыр тотолған физик шәхес түләйәсәк.


20000 һум

– штраф ошондай уҡ ҡырын эш ҡылған вазифалы кешегә һалына.


100000 һум

– штрафты бәлиғ булмаған кешегә спиртлы эсемлек һатҡан юридик шәхес түләй.


80000 һум

– штраф балаларға иҫерткес һатып, икенсе тапҡыр тотолған кешеләрҙе көтә. Шулай уҡ бындай осраҡтарҙа енәйәт эше асыла.


200 млрд һум

– Рәсәйҙә йыл һайын ошо суммаға һыра һатыла.

Мәндүҙә ИСҡУЖИНА, уҡытыусы:
− Балаларҙы рекламанан алыҫыраҡ тотоу проблемаһы көнүҙәк ине. Миңә ҡалһа, китаптар, дәфтәрҙәр, көндәлектәр бөтәһе бер иш, бер ниндәй ялтыр-йолтор һүрәттәрһеҙ булыр­ға тейеш. Дәрес ваҡытында уҡыусыларҙың «үрмәксе-кеше»гә ҡарап ултырыуы, бер-береһе менән шул хаҡта һөйләшеүенә нисек кенә ҡаршы төшөп ҡараманыҡ инде. Шөкөр, хәҙер был мәғәнәһеҙлек закон менән тыйылды.
Мин ауыл уҡытыусыһымын. Дүшәмбелә әллә ни айнып бөтмәгән өлкән синыф уҡыусыларын күргәнем бар. Закон буйынса бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу быға тиклем дә тыйылды, әммә соланынан ғына яраҡлылыҡ ваҡыты үткән һыра һатып рәхәтләнгән «эшҡыуарҙар»ға бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел һымаҡ. Өйөнән генә спиртлы эсемлектәр һатҡан кешеләрҙең ҡотон алырлыҡ берәй ҡаты закон ҡабул итһендәр ине...

Марат АЛЛАЯРОВ, студент:
− Рәсәй кешеләренең аҙыраҡ эсә башлаясағына ышанмайым. Тәүлектең теләһә ниндәй минутында ла спиртлы эсемлек һатып алыу мөмкинлеген табырҙар.
Ә балаларға ҡағылған яңы закондар өсөн бик шатмын. Улар күптән кәрәк ине. Рекламаның кешегә ни тиклем ҙур йоғонто яһауын етештереүселәрҙең тауарын һатыу өсөн рекламаға күпме аҡса түгеүенән генә лә күреп була бит.

Ләйлә МОНАСИПОВА, эколог:
− Балаларҙа эскән кешегә ҡарата ытырғаныу, ерәнеү тойғоларын тәрбиәләй башларға ваҡыт. Киң матбуғат сараларында эскән кешеләрҙең ҡыҙыҡтарын һөйләгән юморҙы ла тыйырға ваҡыт етте.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға