«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыра һатыусылар бөлөрмө?



22.07.2011 Һыра һатыусылар бөлөрмө?

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев алкоголгә ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, һыра алкоголле эсемлектәргә тиңләштерелә һәм уны киоск-палаткаларҙа һатыу тыйыла. Был закон составында 0,5 процент алкоголь булған бөтә эсемлектәрҙе лә алкоголгә тиңләштерә һәм власть органдарына алкоголде күмәртәләп һатыуҙы тулыһынса тыйыу хоҡуғын бирә. Тыйыуҙар хөкүмәт исемлегенә ингән продукцияға ғына ҡағылмай (кефир һәм кеүәҫ, мәҫәлән).
Законға ярашлы, алкоголле эсемлектәрҙе бары тик ойошмалар ғына күмәртәләп һата аласаҡ. Шәхси эшҡыуарҙарҙың быға хоҡуғы юҡ. Әммә улар һыраны 2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем һата ала. Был датаға тиклем шәхси эшҡыуарҙарға составында 5 процентҡа тиклем алкоголь булған һыраны һатыу мөмкинлеге бар.
Һыра һатыусыларға оло ҡайғы килде − эшһеҙ ҡалғас, нимә генә эшләрҙәр икән? Хәйер, әмәлен табырҙар, беҙгәме инде уларҙы ҡайғыртырға. Меңәрләгән һумлыҡ табыштарын еңел генә юғалтҡылары килмәҫ.
Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға