«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...



19.07.2011 Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...

йәки Баймаҡ районы биләмәһендә таш сығарыусы ойошмаларҙың эше ниңә урындағы халыҡтың һарыуын ҡайната?
Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...13 июлдә Баймаҡ районының Темәс ауылында Баймаҡ районы хакимиәтенең күсмә ултырышы уҙҙы. Көн үҙәгендә урындағы халыҡты күптән борсоған мәсьәлә − тәбиғи таш сығарып кәсеп итеүселәр менән мөнәсәбәттәр.
Былтыр редакция коллективы менән Бөрйән районына барырға тура килгәйне. Шул саҡта күргәндәрҙән бер ваҡиға иҫтән сыҡмай. Бөрйәндәр ҡунаҡтар өсөн ойошторолған экскурсия барышында беҙҙе урман эсендәге ҙур бер түмәргә алып килде. Хәтерем алдамаһа, түмәре генә лә дәү бер һыуытҡыс ҙурлығындағы ҡарағасты бынан бер нисә быуат элек ҡырҡып алып, һал итеп Рәсәй үҙәгенә ағыҙғандар.
− Әйтеүҙәренсә, был ҡарағас Санкт-Петербургҡа оҙатылған.
Баймаҡ ташы менән дә шул уҡ хәл: ҡатлам-ҡатлам булып сыҡҡан ташты бөтә Рәсәйгә оҙаталар. Баймаҡтан Ырымбур өлкәһе аша ылау-ылау булып ағас сыҡһа, таш Силәбе өлкәһе яғына «сәйәхәткә ҡуҙғала». Башлыса сит тарафтарҙан килгән эшҡыуарҙар, Рәсәй ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуға лицензия йүнләп, аукцион аша теге йәки был ятҡылыҡты эшкәртеү хоҡуғын алһа, урындағы халыҡтың бер ҡатлырағына, ғорурланып: «Беҙҙең ташты фәлән-фәлән ерҙән килеп алалар», − тип һөйләргә генә ҡала. Уйлай белгән кешеләрҙе был хәл-торош әсендерә, әлбиттә, әммә бер ни хәл итеп булмай − федераль закондар шулай ҡуша. Берәүгә − тамыры, берәүгә − башағы, тигәндәй...
Баймаҡ районы биләмәһендә таш сығарыу өсөн 22 лицензия бирелгән. Был − Башҡортостан буйынса иң ҙур күрһәткес. Был хәтле таш сығарыусыларҙың эшен контролдә тотоу − атҡарып сығып булмаҫтай мәсьәлә. Әммә темәстәр район хакимиәте менән берлектә, был өлкәне яйға һалырға тырышып, үрҙә әйтелгән сараны үткәрҙе.
Көндөҙгө сәғәт 2-лә Баймаҡ районының ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың ер бүлеп биреү буйынса яуаплы хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте белгестәре, район прокуратураһы, эске эштәр, тәбиғәтте һаҡлау бүлектәре, район матбуғаты, телевидение һәм Темәс зонаһында эшләүсе таш сығарыу­сы ойошмалар вәкилдәре Темәс мәҙәниәт йортона йыйылды. Темәс ауыл хакимиәте башлығы Бикйән Камалетдинов ҡунаҡтарға сараның асылын аңлатып үткәндән һуң, барыһы ла ауыл ситендәге таш сығарыу карьерына экскурсияға йүнәлде.
Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында теркәлгән «Златолит+» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең карьеры урындағы халыҡта байтаҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра килде. Урманды вәхшиҙәрсә талауҙары, юлдарҙы емереүҙәре, урындағы халыҡты эш менән тәьмин итәһе урынға, ситтән килгән әптек-һәптектәрҙе йыйыуҙары − быларҙың барыһы ла Темәс һәм Әмин ауылы халҡын шатландырырлыҡ күренеш түгел. Етмәһә, бер лицензияға һылтанып, ике-өс фирманың таш сығара башлауы ла урындағы халыҡтың һарыуын ҡайната. «Диләнкәңдә таш сығарырға рөхсәт итмәһәң, өйөңдө үртәйбеҙ», − тип янау осраҡтары ла булған урындағы эшҡыуарҙарға, урмансыларға был йылғыр әҙәмдәр­ҙең. Бына ошо, йомшаҡ итеп әйткәндә, етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында ойошторолдо ла инде был күсмә ултырыш.
Карьерҙа эшләп йөрөүселәр янына барып, көнитмештәре хаҡында һорашам. Ринат исемле йәш егет Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһынан килгән.
− Икенсе ай эшләйем. Палаткала йәшәйбеҙ, көн һайын таш сығарабыҙ.
− Күпме түләйҙәр?
− Бер кубометр ташҡа 1200 һум түләйҙәр, шул иҫәптән ашауға тотоп ҡалалар. Эш ауыр, көнөнә бер кубометрҙан артыҡ сығарып булмай. Иң күбе − 1,5 кубометр сығарғаным бар. Бил бөттө инде былай...
Ринаттың янында эшләп йөрөүсе әрмәнгә тартым ирҙең һөйләшергә теләге юҡлығын күргәс, үҙен бимазалап торманым. Беләктәре татуировкалы, сәстәре салланған, бүре ҡарашлы был ир, кәсеп итеүсе кешенән бигерәк, каторжанды хәтерләтә ине.
Әмин ауылы кешеләре әйтеүенсә, таш сығарыу эшенә башлыса тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, күптән түгел генә төрмәнән сығыусылар, алкоголиктар, наркомандар йыйыла икән. Уларҙың ауылға килеп, Һаҡмарҙа инәнән тыума шәрә килеш һыу инеп йөрөгәндәре лә булған.
− Беҙгә бындай күршеләр кәрәкмәй. Тағы ла шулайтып йөрөһәләр, егеттәр менән үҙҙәрен тотоп алып, бүтән ыштан кеймәҫлек итеп ебәрәсәкбеҙ, − тип үртәнде Әминдә йәшәүсе Фәйзулла исемле бер ағай.
Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...Район хакимиәтенең күсмә ултырышының пленар өлөшө Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. ҡыҙыу, юғары тонда үтте был ултырыш. Исемләп, төбәп әйтмәһәләр ҙә, сығыш яһаусылар таш сығарыусыларҙың күп проблемаларын ришүәт ярҙамында хәл итергә өйрәнеүен, тикшереүсе органдар менән әшнәләшеп бөтөүен, урындағы етәкселәр менән ағай-энеләрсә йәшәүен, рөхсәтһеҙ, легаль булмаған карьерҙар барлыҡҡа килтереүен һөйләне. Бындай мөнәсәбәттәрҙең ауыл халҡына ла, тәбиғәткә лә файҙаға булмауын, таш сығарыуҙың, алып барылған хәлдә лә, тәбиғәткә һәм урындағы халыҡҡа зыян килтермәйенсә башҡарылырға тейешлеген ҡат-ҡат тылҡынылар.
Ултырыш аҙағында әлеге ваҡытта Темәс ауыл хакимиәте биләмәһендә таш сығарыу менән шөғөлләнгән дүрт фирма вәкилдәре һәм ауыл хакимиәте араһында «Социаль-иҡтисади килешеү»гә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, ауыл хакимиәте ҡаҙнаһына урында сығарылған таштың һәр кубометрынан 200 һум күләмендә аҡса күсерелергә тейеш. Бынан тыш, был килешеү буйынса таш сығарыусы фирмалар урындағы мәктәп, балалар баҡсаларына билдәләнгән күләмдә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә йөкләмә алды.
Таш сығарыуға лицензиялары булған ойошмаларҙың был килешеүгә мөнәсәбәте төрлөсә ине. Берәүҙәре, килешеү беҙҙең хоҡуҡтарҙы боҙоу булмаймы, был хаҡта прокуратура нимә тип әйтер, тип һораны. Килешеү пункттары закондарға ҡаршы килмәй, прокуратура күҙәтеүе аҫтында төҙөлдө, тигән яуап бирелде был һорауға. Шул уҡ ваҡытта Белорет, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында таш сығарыу менән шөғөлләнеүсе бер фирма вәкиле был килешеүҙең ике яҡ өсөн дә отошло булыуын белдер­ҙе:
− Мине был ултырышҡа вәкил итеп ебәреүсе етәксе әйтеүенсә, социаль-иҡтисади килешеү беҙгә тик файҙаға ғына буласаҡ. Урындағы власть менән яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, эш тә яҡшы, тотҡарлыҡһыҙ барасаҡ. Урманда янғын сыға ҡалһа, барыбер шул ауыл халҡының ярҙамы кәрәк буласаҡ бит беҙгә.
Ултырышты йомғаҡлап, йыйылыусылар алдында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов сығыш яһаны:
− Баймаҡ районындағы таш сығарыу карьерҙары хаҡында һуңғы ваҡытта хәбәрҙәр ныҡ күбәйҙе. ҡайҙа барһаң да, кешеләр ошо хаҡта һөйләй. Минең үҙемә лә, ошонда тыуып үҫкән кешегә, тәбиғәттең юҡҡа сығарылыуы оҡшамай. Әгәр ҙә таш сығарыу министрлыҡтан алынған лицензияға ярашлы, законлы рәүештә алып барыла икән, уны тулыһынса законлы, тәртипле итеп башҡарһындар. Былай булмай икән, беҙ тәртип боҙоусыларҙы законлы ысулдар менән эҙәрлекләйәсәкбеҙ. Ысулдар күп, тик уларҙы файҙаланырға ғына кәрәк. Шулай уҡ бында саҡырылған ауыл хакимиәттәре вәкилдәренә тәжрибә уртаҡлашыу ҙа был сара: ауылығыҙ биләмәһендә таш сығарыусылар бар икән, һеҙ ҙә улар менән, темәстәр кеүек үк, эшлекле мөнәсәбәттәр булдырығыҙ.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: темәстәрҙең инициативаһы, түгелгәндән ялап ҡалыуға тиң булһа ла, тәбиғәтте һаҡлауға ниндәйҙер кимәлдә булһа ла булышлыҡ итәсәк. Быға өҫтәп, урындағы халыҡтың уяу булыуы кәрәк: таш сығарыусылар йәшертен-боҫортон оҙатҡан һәр ылау − ауыл хакимиәте ҡаҙнаһынан урлап алып кителгән аҡса ул.
Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға