05.07.2011 Кешеләргә ышаныусан сабый – яуызлыҡ ҡорбаны
9 йәшлек Дарья Асееваны 23 йәшлек күршеһе үлтергән. Фотоһүрәттән бар донъяға йылмайып, һөйкөмлө генә ҡыҙ бала баға. Бала сағының иң матур осоронда тиҫтерҙәре менән бергә уҡыр, уйнар ваҡытында, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, яуыз уйлы әҙәм ҡулынан һәләк булған ул.
29 майҙа Благовещен ҡалаһында кискеһен йорт ихатаһы алдынан юғалған 9 йәшлек Дарья Асееваны эҙләргә барыһы ла ҡушылды. Хоҡуҡ һәм тәртип һағында тороусыларға студенттар, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килде. Әммә эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Полиция ЭЭМ институты курсанттарын, ЭЭМ-ның Профессиональ әҙерлек үҙәгендә белем алыусыларҙы йәлеп итеп, ҡайтанан элекке урындарҙан ҡыҙҙы эҙләүҙе дауам иткәс, ҡала зыяраты эргәһендә, үҙ өйөнән ярты саҡрым алыҫлыҡта Дарьяның мәйете табылды.
Дарья Асеева ниндәй шарттарҙа юғалған? Енәйәтсене нисек асыҡлай алғандар? БР буйынса Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙҙы эҙләү, енәйәтсенең эҙенә нисек төшөүҙәре тураһында һөйләне.
«ҡыҙҙы эҙләү ваҡытының оҙаҡҡа һуҙылыуы өләсәһенең ейәнсәренең аныҡ ҡына сәғәт нисәлә юғалыуы тураһында ентекле мәғлүмәт бирмәүе менән бәйле. Өҫтәүенә, ул Дарья юғалыу менән түгел, ә икенсе көнгә генә полицияға мөрәжәғәт итә», – тип һөйләй БР буйынса ЭЭМ-ның енәйәти эҙләү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев.
– Беҙ ҡыҙҙың телефон аша һөйләшеүҙәре буйынса киске сәғәт 8-ҙән һуң юғалыуын асыҡланыҡ. Сөнки Дарья һәр саҡ телефонын алып йөрөтә, әммә 8-ҙән һуң шылтыратыуҙарға яуап бирмәй.
Тәфтишселәр, полицияның енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре күп һорау алыуҙар үткәргәндән һуң, уларҙың шиге Дарьяның телефонынан йыйылған номер хужаһына төшә. Ағалы-ҡустылы 21 һәм 26 йәшлек егеттәрҙән һорау алыуҙар башлана. Күп төрлө ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр уларҙы буталсыҡҡа килтерә. Тәртип һаҡсыларының күҙ уңында Дарьяны һуңғы тапҡыр күреүсе егет тә табыла. Тәүҙә ул төрлө фараздар килтереп һөйләһә, аҙаҡ үҙенең ғәйебен танырға мәжбүр була. Сөнки был көндө Д. Асеева менән ул телефон аша бәйләнешкә инә. ҡыҙсыҡ 23 йәшлек А.-ның ҡатынының ҡыҙына «Тиҙ ярҙам» саҡырырға ярҙам итә. Гел балалар менән ихлас аралашҡан иргә барыһы ла ылығып бара, ул үҙ кешегә әүерелә. Дарья урманға кеҫәрткеләр күрһәтергә алып барырға теләгән ағаһына ышанып эйәреп китә һәм енәйәтсе ҡорбанына әүерелә. ҡала зыяраты аша үтеп, кеше аяғы һирәк йөрөгән урынға еткәс, ҡыҙҙың эйелеүе була, А. уның ауыҙын ҡаплап, быуып үлтерә һәм көсләй. Енәйәтсе мәйетте ҡулдары менән тупраҡты тырнап, өйөп күмеп ҡуя һәм тыныс күңел менән ҡайтып китә.
Илгәҙәк, кешеләргә тиҙ ылығып барған, һәр кем менән ихлас аралашҡан Дарья көн дә күреп, аралашып йөрөгән А.-ның ниндәй уй менән урманға алып барыуын күҙалламай ҙа. Йөрәгендә бер ниндәй ҙә насар уй йөрөтмәгән, бер ҡатлы, ышаныусан сабый аҡылы ололарҙың яуызлығын ниндәй күңел менән һиҙһен инде?!
23 йәшлек А. рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәй, әммә төрлө урындарҙа эшләп, үҙенә аҡса таба. Благовещенда балалы ҡатын менән йәшәй. Әрмәнстанда элиталы һаналған ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ирҙе, психик яҡтан тотороҡһоҙ, тип әйтергә бер ниндәй ҙә шик юҡ.
– Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны, ваҡиғаларҙы тулыһынса тәфсирләп һөйләп бирҙе. Үҙен тыныс тота, әммә ҡыҙҙы үлтереүенә ныҡ үкенә. Бала саҡтан үҙенә әсә һөйөүе етмәүе лә күңелендә ниндәйҙер тәрән яра ла ҡалдырғандыр. Уға балалар ышанған, А. балалар араһында үҙен тапҡан, – ти енәйәт ҡылыусының психологик портреты тураһында БР буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы тикшеренеүсеһе Фирдинант Фәттәхов.
Бөгөн А.-ға ҡарата көс ҡулланып көсләү, бәлиғ булмаған кешене үлтереү статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
ҡыҙ бала – үҙенең илгәҙәклегенең ҡорбаны. Мәктәптә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнаған, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән Дарьяға, бәлки, ололарҙың да күҙәтеүе етмәгәндер. Сөнки ул олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән, әсәһе Өфөлә эшләп йөрөгән.
Атай-әсәйҙән рөхсәт алмайынса ситкә йөрөргә өйрәтһәләр, был үкенесле хәл, бәлки, булмаҫ та ине.
З. ЙӘҺҮҘИНА.