«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңы техника менән тау аҡтарырға мөмкин



14.09.2010 Яңы техника менән тау аҡтарырға мөмкин

Хәҙерге заманда ауылда йәшәүселәргә үҙҙәрен ерҙең ысын хужалары итеп тойһон өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Баҡалы районының Яңы Маты ауылында йәшәүсе Людмила һәм Григорий Емашевтарҙың донъяһын барып күргәс, беҙ ундағы заманса интерьерға ғәжәпләндек. Был тырыш һәм маҡсатҡа ынтылыусан ғаиләнең ихатаһы тулы мал-тыуар – алты баш эре мал, бер нисә тиҫтә бройлер тауыҡ, ҡаҙ һ.б.
Ғаилә башлығы Григорий, ышаныслы техника – ныҡлы хужалыҡ нигеҙе, тип иҫәпләй. Бөгөн ауыл ерендә техникаһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Бигерәк тә бер нисә гектар ерең булғанда. Иҫке ДТ – 75 тракторы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәй башлаған ғаиләгә дәүләт ярҙам ҡулы һуҙа. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар­ҙы үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, Емашевтар – «Башсельхозтехника» дәүләт унитар предприятиеһы аша хаҡын 10 йыл кисектереп түләү шарты менән яңы МТЗ – 82 тракторын һатып алған. 78 мең һум күләмендә тәүге иғәнәне түләгәндәр.
Уңған ғаилә шәхси ярҙамсы хужалығында етештергән продукцияны ҡышҡыһын да һатыуҙан туҡтамай.
Григорий Емашев – туған хужалығында 30 йылдан ашыу, Людмила сирек быуат сауҙа тармағында эшләгән. Әле Емашевтар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереү менән етди шөғөлләнә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән дә эшләй. ҡыҙҙары Ирина менән улдары Владимир – ата-әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары.
Ғөмүмән, Баҡалы районында шәхси ярҙамсы хужалыҡтар­ҙы үҫтереү буйынса республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы был программала ҡатна­шыусыларға төрлөсә ярҙам күрһәтә.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Баҡалы районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға