«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның, еҫе лә, ә эҙемтәһе бар



25.06.2011 Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның, еҫе лә, ә эҙемтәһе бар

ҡапыл ғына шундай һорауға яуап тапҡы килдесе: Рәсәйҙә йылына күпме кеше хөкөм ителә икән? Эҙләгән тапҡан − РФ Юғары суды департаменты сайтына «сәфәр» ҡылып, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алдым, бөтөнләй уйламағандарына ла күҙ һалып, хайран ҡалдым.
Былтыр беҙҙә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле һаналған миллиондан ашыу кешегә ҡарата суд булған. Иң ҡәтғи хөкөмдө төбәк судтары сығара икән, ә мировойҙар бер аҙ «йәлләңкерәй». У-уу, миллион хәтәр күп тә инде, тип аптырамағыҙ. 2009 йылда енәйәт эштәре тағы ла күберәк булған. Ул йылда суд залынан хөкөм ителеүселәрҙең 76,2 проценты ғәйепле булып сыҡһа, былтырғы күрһәткес − 75,6 процент. Иң йыш ҡаралған енәйәт статьяһы нисәнсе, тип уйлай­һығыҙ? Ул 158-се, йәғни урлашыу. Уның буйынса 260 меңгә яҡын кеше хөкөм ителгән (әйткәндәй, икенсе урында − законһыҙ рәүештә наркотиктар һаҡлаусы һәм уны алыу өсөн ялған рецепт яҙыусылар. Өсөнсөлә − кешенең сәләмәтлегенә мәкерле рәүештә зыян килтереүселәр).
Беҙҙә төрлөсә урлашалар. Кемдер кеҫәнән тиндәр сәлдерә, бәғзеләр фатирға төшә, ә ҡайһылар былай ваҡлашып тормай − тотош предприятиеларға, миллиардтарға, дәүләт милкенә «айыу майы һөртә». Ана, атаҡлы Ходорковский оҙаҡламай «милли батыр»ға әйләнә инде.

Ходорковскийҙың эш хаҡы – ике мең һум

Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның,  еҫе лә,  ә эҙемтәһе бар«ЮКОС» компанияһының элекке хужаһы Михаил Ходорковский тирәләй хәбәрҙәр оҙаҡ йылдар тынмаҫ, моғайын. Һуңғы яңылыҡтарҙан билдәле булыуынса, ул Карелияның Сегежа ҡалаһы колонияһында хужалыҡ отрядында эшләйәсәк. Эш хаҡы ла аласаҡ әле ул, күп түгел, ҡулына айына ике мең һум эләгер. Тәғәйен генә ниндәй эш башҡарасағы хаҡында әйтелмәй былай, шулай ҙа таш аҡтармай инде, билдәле. Ә кәрәк. 10 июндә ебәргәйнеләр Ходор­ковскийҙы. Мәскәү ҡала суды бер йылға хөкөм ваҡытын ҡыҫҡартты хатта. Быға тиклем уның нефть урлау­ҙа ғәйебен раҫлап, 14 йыл «рәшәткә арты» тәғәйенләгәйнеләр. Иҫәп­ләүҙәр буйынса, 2016 йылда иреккә сығасаҡ. Шундай уҡ срокты «МЕНАТЕП» банкыһының элекке етәксеһе Платон Лебедевҡа ла сәпәнеләр. Суд приставтарының федераль хеҙмәтендә был әфәнделәрҙең икеһенән бергә 17 миллиард һум аҡса түләтеү хаҡында ҡарар бар. Аҡсаның бер өлөшө бурыслыларҙың шәхси милкен һатыуҙан алынасаҡ.
Рәсәй Президентынан әленән-әле Ходорковский тураһында һорашып ҡына торалар. Бер нисә көн элек «Файнэншнл Таймс» гәзите хәбәрсеһе унан интервью алғанда ла ошо мәсьәләне ҡуҙғатҡан. Ходорковский иреккә сығырмы, тигән һорауға журналист шундай яуап алған: «Енәйәти-процессуаль ҡануниәттә ҡаралғанса, Ходор­ковскийҙың шартлы-ваҡытынан алда сығырға хоҡуғы бар, ярлыҡауға ла дәғүә итә ала. Ул быны эшләргә йыйына ла, ахыры». Тимәк, яҡын көндәрҙә иреккә килеп сыҡһа, аптырарға түгел. Шул уҡ ваҡытта Ходорковский ҙа тик ятмай − сит ил баҫмаларына интервью бирә. «Bloomberg» хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә ул хөкөмдөң теләһә ҡайһы эшҡыуарлыҡҡа ла әкрен шартлай торған мина булараҡ тәьҫир итеүен әйткән. Уның әлеге Премьер-министрҙы тәнҡитләүен беләбеҙ, ә бына Президент тураһында былай тигән: «Ул дәүләт менән идара итеүгә ҡапма-ҡаршылыҡлы көстәр, тыйыу­ҙар, нормалар һәм институттар системаһына ҡараған кеүек ҡарай. Был – заманса ҡараш... Уның мине ярлыҡауға вәкәләте бар» (был тәңгәлдә тап Медведевты икенсе мөҙҙәткә Президент итеп күрергә теләүен һиҙҙергән).
Әйткәндәй, Санкт-Петербургта оппозиция активистары Ходор­ковскийға арнап митинг үткәрергә йыйына. Михаилға 26 июндә 48 йәш тула икән. ҡулын кеҫәһенә генә тығып йөрөһә, тыуған көнөндә шампан күбектәренә ҡойонор ине. ҡырын эштең ҡыры буласағын онотҡас ни үҙе...
Онотоу тигәндән, яңы йыл башлан­ғандан бирле «ҡыҙған» Африкалағы Тунис халҡы үҙенең элекке ил етәксеһен бер ҡасан да онотмаясаҡ − яҡшылыҡтарын да, уғрылыҡтарын да.

Дәүләтеңә ҡаршы эшләһәң...

Тунистың элекке Президенты Зин әл-Абидин Бин Әли менән уның ҡатыны Ләйлә Трабелси дәүләткә ҡаршы енәйәттәре өсөн ситтән тороп 35 йылға хөкөм ителгән. Өҫтәүенә, улар илгә 91 миллион динар, йәғни 65,6 миллион доллар (45 миллион евро) түләргә тейеш. Тунис менән 23 йыл идара итеүсе Зин быйыл ғинуарҙағы сыуа­лыштар­ҙа Сәғүд Ғәрәбстанына ҡасҡайны.
Ғәйепләү тексы 91 пункттан тора, унда һүҙ, башлыса, дәүләт аҡсаһына, законһыҙ рәүештә ювелир әйбер­ҙәргә хужа булыу хаҡында бара. Элекке ил башлығы наркотик һәм ҡорал һаҡлау буйынса ла яуап тотасаҡ. Бин Әли үҙен, сәйәси золом ҡорбаны, тип атаған. Ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ икәнен белдереп, Тунистың элекке диктаторы ҡоралды һәм ҡатынының гәүһәр-алтын биҙәүестәрен, бары тик сит дәүләттәр башлыҡтары килтергән бүләк, ти. Прокурорҙар иһә уларҙың барыһы ла халыҡты алдап йыйған мөлкәт булыуын дәлилләмәксе.
Тунис, дөйөм алғанда, бөгөн тынысланып бара, буғай. Бында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Нобель премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйҙәр. Сит ил эштәре министры Мулди Кефи фекеренсә, был баһа Рәсәй башлығына Ливияла һуғышыу­сы яҡтар­ҙы яраштырырға тырышыуы өсөн бирелергә тейеш. Нобелде алырбыҙмы юҡмы, билдәһеҙ, ә бына ил үҫешендә ышаныслы аҙымдар яһар­ға кәрәк. Аяҡ салыусылар булһа, изгелек көтмәһен. Полковник Потеевҡа ла шулай тип янайбыҙ.

Һатлыҡ йәнде тотайыҡ ҡына әле!

Тышҡы разведка хеҙмәтенең элекке полковнигы Александр Потеевҡа ҡарата тиҙҙән хөкөм ҡарары уҡыласаҡ. Ул Рәсәйҙең легаль булмаған разведчиктары эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйыуҙа ғәйепләнә. Был илде һатыу­ға, дезертирлыҡҡа тиң. Полковникка 20 йылға тиклем төрмә янай. Шуныһы бар: Потеев Америкала ҡасып йөрөй. Исеме, хатта йөҙө башҡа булыуы мөмкин. Әммә һатлыҡ йән (әгәр, ысынлап та, шундай булһа) бер ҡайҙа ла тыныс йөрөргә тейеш түгел, тип уны ситтән тороп, ябыҡ рәүештә хөкөм итергә булғандар. Судҡа материалдар «йәшерен» исеме аҫтында килгән. Шуға ла рәсми мәғлүмәттәр әҙ.
Полковник Рәсәй тышҡы разведка хеҙмәтендәге «С» идаралығында (легалләштерелмәгән разведка) Америка бүлегенең начальник урынбаҫары булараҡ, вазифаһы буйынса беҙҙең разведканың сит илдәге барлыҡ легаль булмаған селтәре хаҡында мәғлүмәттәр менән таныш булған. Ошо белеме менән файҙаланған да инде, йәғни АҡШ-ҡа «нелегалдар» тураһында еткереп торған. Былтыр йәй Потеев Рәсәйҙән сығып киткән. Унан саҡ ҡына алдараҡ, төрлө сәбәп табып, тәүҙә ҡыҙы, аҙаҡ улы Америкаға һыпыртҡан. Был ваҡиғаларҙан һуң күпмелер ваҡыт үтеүгә АҡШ-тың Юстиция министрлығы Рәсәй разведкаһы хеҙмәткәрҙәре булған ун кешене ҡулға алыу тураһында хәбәр итә. Улар иҫәбендә Анна Чапман да (Америкала бик әҙ ваҡыт йәшәп өлгөрә, йәш эшҡыуар, атаһы төрлө илдәрҙә дипломат булып эшләгән Василий Кущенко) була. Һуңғараҡ ҡулға алыныусылар Рәсәйгә ҡыуыла һәм беҙҙә шпионлыҡта ғәйепләнеп төрмәлә ултырыусы дүрт кешегә алмаштырыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: полковниктың ҡатыны сит илгә ҡасмай ҡалған. Унан да һорау алына.
Илдең төрлө кешеһе бар шул: кемгә йәнтөйәк ҡәҙерле, кемгә − үҙ башы. Төрлө тигәндән, бер төркөм «авторитет»ыбыҙ донъяны дер ҡалтыратып тота, имеш.

«Өс бажа»мы ни?!

Рәсәйҙең өс кешеһе донъяла иң ҡурҡыныс ун криминаль башлыҡ иҫәбенә инә. Нимә сыҡһа, шул «Форбс» журналынан сыға. Уның яҙыуынса, әлеге «шәхестәр» Тайванчик ҡушаматлы криминаль авторитет Алимжан Тохтахунов, эшҡыуар Семен Могилевич (Сергей Шнайдер) һәм террорсы Доку Умаровтар икән. «Форбс»тың йыл һайын төҙөлгән был рейтингы АҡШ-тың көс структуралары (ФБР, ЦРУ, Наркотиктарға ҡаршы көрәш департаменты) һәм башҡа илдәрҙең махсус органдары консультацияһы ярҙамында билдәләнгән.
«Арбат-престиж» сауҙа селтәре эше буйынса ғәйепләнгән һәм аҡлан­ған Могилевич «Рәсәйҙең ойошҡан енәйәтселегенең йөҙө» тип тә атал­ған хатта. Ул Рәсәйҙә һалым түләмәүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм бер йылдан сығарыла. Ә АҡШ Шнайдерҙы 150 миллион долларға торошло ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләй, әллә нисәмә кешене үлтереүҙе ойоштороу­ҙа, ядро материалдары ташыуҙа шик аҫтында тота.
Тохтахунов наркотиктар һәм урлан­ған автомобилдәр һатыуҙа «оҫта». Шулай уҡ уны гүзәллек конкурстарында, Олимпия уйындарында судьяларҙы һатып алыуҙа ғәйепләй­ҙәр.
Доку Умаровты ишетмәгән кеше һирәктер. «Форбс» уны «Рәсәйҙең Усама бин Ладены» тип атаған. Был ватандашыбыҙ хаҡында теләһә ниндәй мәғлүмәт өсөн АҡШ биш миллион доллар бирмәксе. Бына шулай, йәмәғәт. Йәштән белдеме икән улар шулай йәшәргә, әллә тормош өйрәткәнме?
Йәш тигәндән, һай, үткер йәштәр үҫеп етте бит. Мәктәп балаларының нисек Берҙәм дәүләт имтиханы биргәнен әйтәм, анау «мәс­кәүский»ҙәрҙең.

Их, БДИ, бирәһең бит кәрәкте...

Был Берҙәм дәүләт имтиханы балаларҙың ауыртҡан башына таяҡ булды, ахыры. Ябай имтихандарҙа, ярай, йә уҡытыусы әйтеп ебәрә йә шпаргалка ярҙамға килә ине, был БДИ-ла барыһы ла ҡатмарлы, һәр ярҙам өсөн яуаплылыҡҡа тартты­рыр­ға әҙерҙәр. Ана, Мәскәүҙең 958-се мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары күп уйлап тормай, математиканан һынау тотҡанда ағай-апайҙарынан, йәғни физика-техник институты студенттарынан «ярҙам» һораған да ул, һорауға, ата-әсәләр бының өсөн тейешле күләмдә аҡса ла түләгән. Хәҙер ҡылыҡтарына былары ла, тегеләре лә яуап бирәсәк. Мәктәптекеләр өсөн БДИ һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылды, ә студенттар уҡыуҙан ҡыуыласаҡ. Мәктәп директоры ла эштән китә. Баш ҡалала ошо эш буйынса махсус комиссия төҙөлгән.
Рәсәй студенттар союзы студенттарҙы ҡыумаҫҡа, ә йәйге осорҙа вуздарҙа эшләүгә «хөкөм» итергә, йәғни ирекле-төҙәтеү эштәре ҡушырға тәҡдим иткән.
«Студенттар насар эшләгән, әлбиттә, әммә уларҙы уҡыуҙан ҡыуыу кешелекһеҙлекте күрһәтә, законға ҡаршы килә», − тигән фекерҙә ил студенттары союзы башлығы Артем Хромов атлы ир-егет. Уның һүҙҙәренсә, йәй буйы эшләп, был «аҡыллы баштар» ғәйептәрен таныясаҡ, ҡылған ҡылыҡтарына яуап бирәсәк. Мәғариф министры Андрей Фурсенко әфәнде был яза менән килешмәй. ҡыуайыҡ, икенсе йыл яңынан тергеҙербеҙ, тигән фекерҙә ул. Ә бына Рәсәй белем биреүҙе күҙәтеү (Рособрнадзор) идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Сергей Шатунов уғата ҡаты бәрелә: «Рәсәй студенттар союзы нимә ул? Уның нисә ағзаһы бар? Үҙен популярлаштырыу менән генә шөғөлләнә! Студенттар законды бик еңел боҙған, аҡса алған, етмәһә, министрлыҡты ғәйепләп маташалар. Бөтөнләй алйот был союз». Шулай әйтеүен әйткән дә, хәҙер, үҙ сиратында, студенттар союзы уны судҡа бирмәксе.
Хәүефле булып китте әле...

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға