«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хоҡуғыңды бел



25.06.2011 Хоҡуғыңды бел

ҡатыным менән айЫрылғандан һуң баламды үҙемдә ҡалдыра аламмы?

Миңә хыянат иткәне өсөн ҡатыным менән айырылышырға теләйем. Баламды үҙемдә тәрбиәгә ҡалдыра аламмы? Илдар.
Балаҡатай районы.

ҡатынығыҙҙың икенсе кеше менән йөрөүе балағыҙҙы үҙегеҙҙең янда ҡалдырыу өсөн бер ниндәй ҙә дәлил түгел. Әгәр ҙә әсә үҙенең әсәлек бурысын үтәүҙән баш тарта, бала менән тупаҫ мөғәмәлә итә икән, суд баланы атаһы тәрбиәһендә ҡалдыра ала.

ЗАГС-та ғына айырылышып буламы?

ҡыҙыбыҙға 24 йәш. Ирем менән ЗАГС-та ғына айырылыша алабыҙмы?
Гүзәл.

Әгәр ҙә ирегеҙ айырылышыуға ҡаршы булмаһа, ЗАГС-ҡа барып, айырылышырға ғариза бирергә мөмкин. Әгәр ҙә ризалыҡ бирмәһә, тик суд аша ғына.

Эш хаҡы һәм өҫтәмә түләүҙәр турАһындағы мәғлүмәтте нисек белергә?

Эшләгән ойошмамда директор миңә эш хаҡы, ниндәй өҫтәмәләр түләнеүе тураһындағы мәғлүмәтте биреүҙән баш тарта. Был дөрөҫмө?
Р. ИСХАҡОВА.
Мәләүез районы.
Юҡ. Үҙенең эш хаҡының күләме эшсе өсөн бер нисек тә конфиденциаль мәғлүмәт була алмай. Уның күләме эшсе менән төҙөлгән килешеүҙә әйтелгән булырға тейеш. Эш биреүсе башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тураһында һеҙгә мәғлүмәт бирергә тейеш түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға