25.06.2011 ТИК ҮҘЕГЕҘҘЕКЕН ГЕНӘ
Никахһыҙ иремдән бала көтәм. Никахһыҙ тыуған балаға атаһының фамилияһын бирергә яраймы? Баланың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының фамилияһын яҙҙыра аламмы?
Наилә.
Баймаҡ районы.
«Гражданлыҡ хәле акттары тураһында»ғы законға ярашлы, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа атайҙың фамилияһы, баланың ата-әсәһе менән берлектә, ЗАГС-ҡа ғариза биргәндән һуң, йәғни атаһынан ризалыҡ алғас, яҙыла. Атай кеше ризалыҡ бирмәгәндә, сабыйға әсәнең фамилияһы бирелә. Баланың исемен, атаһының исемен таныҡлыҡҡа әсәһе нисек теләй шулай яҙҙыра ала.